Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҺАБА, һауыт

ҺАБА, оҙон муйынлы, төбө дүрт мөйөшлө, 4 ҡырлы пирамида рәүешендәге һауыт (бейеклеге 1,5 м тиклем; ҡара: Тиренән эшләнгән өй кәрәк‑ярағы). Һ. иләнгән ат тиреһенән эшләгәндәр. Торлаҡта ғәҙәттә инеү урынынан алыҫ түгел усаҡ (мейес йәки сыуал) ҡаршыһындағы һике эргәһенә тәпәш ағас күтәрмәгә ҡуйылған, традицион...

ҺАБАЙ, Ғафури р‑нындағы ауыл

ҺАБАЙ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Ҡауарҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 58 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 70 км алыҫлыҡта Еҙем й. буйында урынлашҡан. Хал­ҡы: 1906 й. — 197 кеше; 1920 — 276; 1939 — 397; 1959 — 376; 1989 — 223; 2002 — 197; 2010 — 177 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп,...

ҺАБАН ТУРҒАЙҘАРЫ

ҺАБАН ТУРҒАЙҘАРЫ (Alaudidae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. Яҡынса 75 төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. БР‑ҙа 5 төрө осрай. Һайраусы күсәр ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 12—23 см, ауырлығы 20—40 г. Күпселек төрҙәре һорғолт көрән, ерәнһыу көрән, һирәгерәк аҡһыл көрән (ҡорһаҡ яғы...

ҺАБАНАЙ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ҺАБАНАЙ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Иҫке Яндыҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 25 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 155 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 296 кеше; 1920 — 391; 1939 — 376; 1959 — 261; 1989 — 132; 2002 — 145; 2010 — 155 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

ҺАБАНАҠ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

ҺАБАНАҠ, Һ а б а н ғ о л, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Ләмәҙтамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 10 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 116 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 672 кеше; 1920 — 708; 1939 — 521; 1959 — 461; 1989 — 439; 2002 — 437; 2010 — 391 кеше. Башҡорттар...

ҺАБАНТУЙ, байрам

ҺАБАНТУЙ, башҡорттарҙа традицион байрам. 19 б. аҙ. тиклем яҙлы‑көҙлө осорҙа ҡарғатуйҙан һуң сәсеү эштәре башланғанға тиклем, һуңыраҡ сәсеү эштәре тамамланғандан һуң үткәрелгән. Традиция б‑са Һ. һәр ауылда уҙғарылған, ш. уҡ күрше ауылдар саҡырылған. Байрам алдынан үҫмерҙәр Һ. өсөн бүләктәр һәм ҡунаҡтарҙы...

ҺАБАШ, Мәләүез р‑нындағы ауыл

ҺАБАШ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Ергән а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 35 км һәм Ергән т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 3 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 516 кеше; 1920 — 391; 1939 — 377; 1959 — 399; 1989 — 348; 2002 — 321; 2010 — 300 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ергән...

ҺАБРАУ ЙЫРАУ, шағир‑импровизатор

ҺАБРАУ ЙЫРАУ, шағир‑импровизатор. Башҡорттарҙа Һабрау йырау, ҡаҙаҡтарҙа, ҡарағалпаҡтарҙа, нуғайҙарҙа Сапыра Сурғантай улы, Сабра жырау, Сып(ы)ра жырау, Супра, Сафар һ.б. исемдәр м‑н таралған. Уның тормошо т‑да документаль мәғлүмәттәр һаҡланмаған. 14—15 бб. йәшәгән, тип фараз ителә. Ҡаҙаҡ ғалимдары раҫлауынса,...

ҺАБЫНСӘСКӘ

ҺАБЫНСӘСКӘ, ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 10 төрө билдәле, күбеһенсә Европаның уртаса бүлкәтенең төньяҡ өлөшөндә; Урта Азияла, Монголияла таралған. Башҡортостанда ябай Һ., йәки татар һабыны үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ябай, бейеклеге 40—100 см. Япрағы йомортҡаға йәки...

ҺАБЫР, Йылайыр р‑нындағы ауыл

ҺАБЫР, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Һабыр а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 35 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 125 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 418 кеше; 1920 — 557; 1939 — 544; 1959 — 543; 1989 — 607; 2002 — 596; 2010 — 527 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

ҺАҒЫҘАҠ ЫЛАСЫНЫ

ҺАҒЫҘАҠ ЫЛАСЫНЫ (Pernis apivorus), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла (көнсығышта Алтайға тиклем) таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 50—60 см, ауырлығы 600—1000 г (инә ҡоштар эрерәк), ҡанат йәйеме 135—150 см. Арҡаһы һоро‑көрән, ата ҡоштарҙыҡы асығыраҡ төҫтә, ҡорһағы,...

ҺАҒЫҘАҠ ЫЛАСЫНЫ, ҡош

ҺАҒЫҘАҠ ЫЛАСЫНЫ (Pernis apivorus), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла (көнсығышта Алтайға тиклем) таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 50—60 см, ауырлығы 600—1000 г (инә ҡоштар эрерәк), ҡанат йәйеме 135—150 см. Арҡаһы һоро-көрән, ата ҡоштарҙыҡы асығыраҡ төҫтә, ҡорһағы,...

ҺАҒЫҘАҠТАР

ҺАҒЫҘАҠТАР, ысын һағыҙаҡтар (Vespidae), яры ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 5 мең төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. БР‑ҙа 30‑ға яҡын төрө осрай: урман Һ., уртаса Һ., ябай Һ., ябай һары һағыҙаҡ һ.б. Инә Һ. кәүҙә (аналыҡ) оҙонлоғо 16—35 мм (ата Һ. вағыраҡ), эшсе Һ. — 12—15...

ҺАҘ ГӨБӨРГӘЙЕЛЕ

ҺАҘ ГӨБӨРГӘЙЕЛЕ (Emys orbicularis), сөсө һыу гөбөргәйелдәре ғаиләһенә ҡараған һөйрәлеүсе. Үҙәк һәм Көнсығыш Европала, Алғы Азияла һәм Африканың төньяҡ‑көнбайы­шында таралған. Кәүҙәһе 23 см тиклем оҙонлоҡтағы панцирь м‑н ҡапланған. Карапаксы (панцирҙың арҡа ҡалҡаны) оҙонса түңәрәк, тәпәш, бер аҙ ҡабарынҡы,...

ҺАҘ МҮГЕ

ҺАҘ МҮГЕ, т о р ф м ү г е (Sphagnum), һаҙ мүктәре класына ҡараған мүк һымаҡтар заты. 150—250 төрө билдәле. Башҡортостанда 27 төрө үҫә. Асыҡ йәшел, һары, көрән, ҡыҙыл йәки ҡыҙыл‑көрән күк төҫтәге эре, бейек, йомшаҡ, ҡуйы кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ ике йәки бер өйлө, ос емешле мүктәр. Ризоидтары...

ҺАҘ ТОМБОЙОҒО

ҺАҘ ТОМБОЙОҒО (Caltha palustris), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Ике ярымшарҙың да тропик булмаған өлкәләрендә яҡынса 15 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 25‑тән ашыу) төрө билдәле. Башҡортостанда Һ.т. үҫә. Күп йыллыҡ үлән кеүек үҫемлек. Һабағы яланғас, ябай йәки тарбаҡлы, үрмәле йәки күтәрелеүсән,...

ҺАҘ ТУПРАҒЫ

ҺАҘ ТУПРАҒЫ, оҙайлы артыҡ дымланыу шарттарында дым яратыусы үҫемлектәр донъяһы аҫтында формалашҡан тупраҡ тибы. Ҡоро ер һаҙланғанда һәм һыу ятҡылыҡтары торфланғанда барлыҡҡа килә. Һыу айырғыстарҙа яуым‑төшөм м‑н артыҡ дымланғанда гигрофиттар аҫтында (торф‑глейлы һәм торфлы тупраҡтар) һәм битләүҙәр нигеҙендә,...

ҺАҘ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

ҺАҘ, Ш о р ъ я л, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Красный Холм а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 22 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 39 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 610 кеше; 1920 — 548; 1939 — 567; 1959 — 682; 1989 — 569; 2002 — 578; 2010 — 549 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, мәҙәниәт...

ҺАҘАН, Дим й. басс. һаҙлыҡ

ҺАҘАН, Дим й. басс. һаҙлыҡ. Шишмә р‑ны Шишмә ҡасабаһынан көньяҡҡа табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 136,0 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 0,9 м, иң ҡалыны — 1,8 м, эшкәртелмәгән торф запасы 434,0 мең м3. Туйыныуы ҡатнаш. Муйыл, тал, ҙур дегәнәк, ерек ҡураһы, ҡомалаҡ һ.б. үҫә....