Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҺУНДАР

ҺУНДАР, 2—4 бб. Көньяҡ Урал яны, Урал аръяғы далаларында, Урта Азияның көнбайыш райондарында барлыҡҡа килгән төрки ҡәбиләләр берләшмәһе. Һ. нигеҙен хунну монгол ҡәбиләһенең төньяҡ тармағы тәшкил итә. Шулай уҡ уларҙың барлыҡҡа килеүендә массагеттар, саҡтар, сарматтар, уғырҙар һ.б. күсмә ҡәбиләләр (ҡара:...

ҺУТЛЫ МАЛ АҘЫҠТАРЫ

ҺУТЛЫ МАЛ АҘЫҠТАРЫ, ҡатнашмалы һыу миҡдары юғары булған (40%‑тан ашыу) мал аҙыҡтары. Һ.м.а. йәшел мал аҙығы, тамыраҙыҡтар, бүлбеаҙыҡтар, ҡауын‑ҡарбуз культуралары, силос, сенаж инә. 1 кг Һ.м.а. туҡлыҡлылығы — 0,10—0,34 мал аҙығы берәмеге, ҡоро матдәһе еңел үҙләштерелеүсе углеводтарға (крахмал, шәкәр)...

ҺҮҘ ТӨРКӨМДӘРЕ

ҺҮҘ ТӨРКӨМДӘРЕ, һүҙҙәрҙең абстрактлаштырылған грамматик мәғәнәһе, морфологик категорияларының составы һәм үҙенсәлектәре, һөйләм составында синтаксик функциялары м‑н айырылған лексик‑грамматик төркөмө. Һ.т. классификациялағанда реаль ысынбарлыҡтың предмет һәм күренештәрен сағылдыра алыу һәләте; грамматик...

ҺҮҘЛЕКТӘР

ҺҮҘЛЕКТӘР, билдәле тәртиптә урынлашҡан, төрлө характерҙағы тасуирлауҙар бирелгән (Һ. тибына ярашлы) һүҙҙәр (йәки һүҙ өлөштәре, һүҙ формалары, һүҙбәйләнештәр һ.б.) йы­йылмаһы. Мәғлүмәти, коммуникатив, норматив һ.б. соц. функциялар үтәй; йәмғиәттең бирелгән үҫеш этабындағы белемен сағылдыра. Һ. тасуирланған...

ҺҮҘЬЯҺАЛЫШ

ҺҮҘЬЯҺАЛЫШ, 1) телгә хас булған махсус саралар ярҙамында яңы һүҙҙәр яһалыу процесы; 2) телдең һүҙ яһалыу системаһын өйрәнгән грамматика бүлеге. Һ. өйрәнеү объекты булып яһалма һүҙҙәр (дериваттар) тора; Һ. сиктәрендә яһалма һүҙҙәрҙең һүҙ яһаусы саралары һәм мәғәнәләре, һүҙ яһау структураһы һәм типтары...

ҺЫҒЫЛМАЛЫ ИНДУКТОР

ҺЫҒЫЛМАЛЫ ИНДУКТОР, ҡатмарлы формалағы ҙур габаритлы изделиеларҙы индукцион ысул м‑н йылытыр өсөн тәғәйенләнгән ҡоролма. Йылылыҡ үткәрмәгән көплөк эсендәге ток үткәргес м‑н уратып алынған, тышҡы диам. 25—30 мм, оҙонлоғо 10—25 м булған гофрировкалы шлангынан ғибәрәт; үткән ток йышлығының диапазоны 50—10000...

ҺЫҒЫЛМАЛЫ ПРОИЗВОДСТВО СИСТЕМАЛАРЫ

ҺЫҒЫЛМАЛЫ ПРОИЗВОДСТВО СИСТЕМАЛАРЫ, автоматлаштырылған режимда эшләгән һәм бер идара итеү системаһы булған технологик һәм ярҙамсы ҡорамалдар йы­йылмаһы. Һ.п.с. ойошторолоуы б‑са автоматлаштырылған һығылмалы линиялар, участкалар һәм цехтар айырыла. Һ.п.с. составына һығылмалы производство модулдәре (тейешле...

ҺЫҘА

ҺЫҘА, с а ғ ы л л ы ҡ, һөҙәк‑батынҡы төбө, яйлап һыу айырғыс аралыҡтарға күсеүсе ҡалҡыу битләүҙәре булған үҙән. Оҙонлоғо 100 м алып 30 км тиклем, тәрәнлеге 15 м тиклем, киңлеге 5 м алып 150 м тиклем. Ҡоро йәки ваҡытлы һыу ағымы булған Һ. айырыла. Битләүҙәре һәм төбө кәҫләнгән, ҡыуаҡлыҡ һәм урман м‑н...

ҺЫҘҒЫ

ҺЫҘҒЫ (ҫыҫҡы), башҡорт ҡәбиләһе. Әйле ырыу‑ҡәбилә берләшмәһе составына инә. Тамғалары: ____ Этник яҡтан төрки ҡәбиләләрҙең көслө йоғонтоһон кисергән фин‑уғыр ҡәбиләләренә барып тоташа. 13—14 бб. Урал алдының көньяҡ‑көнбайышынан төньяҡҡа һәм төньяҡ‑көнсығышҡа күсенә. 16—17 бб. Урал аръяғында йәшәгән...

ҺЫЙЫРҒОЛАҠ

ҺЫЙЫРҒОЛАҠ (Verbascum), һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә: австрия Һ., ҡара Һ., сатырлы Һ. һ.б. Ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, япраҡлы, төклө, бейеклеге 30—150 см. Япраҡтары...

ҺЫЙЫРСЫЛЫҠ

ҺЫЙЫРСЫЛЫҠ, 1) башҡорттарҙа традицион хужалыҡ системаһында төп шөғөл (ҡара: Хужалыҡ‑мәҙәни типтар). Көньяҡ Уралда Һ. неолит аҙ. барлыҡҡа килгән, был турала Дәүләкән, Ҡарабалыҡты, Мауыҙҙы, Мулла һ.б. тораларҙағы һыйыр малы һәм һарыҡ‑кәзә һөйәктәренең табылдыҡтары раҫлай. Энеолитта төбәктең тәбиғәт‑климат...

ҺЫЙЫРТЕЛ

ҺЫЙЫРТЕЛ (Serratula), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 70 төрө билдәле, тропик булмаған Евразияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, шырт төклө йәки яланғас тиерлек, бейеклеге 60—150 см тиклем. Япраҡтары сиратлы, ҡыйғас...

ҺЫҠТАУ

ҺЫҠТАУ, башҡорт йола фольклоры жанры, ерләү йолалары ваҡытында башҡарылған һамаҡлап илау. Яуыз көстәрҙе, ауырыуҙарҙы ҡыуыу, йәнде таҙартыр өсөн ҡулланылған һыҡтау магияһына, коллектив ритуаль илауҙарға барып тоташа. Һ. күсмә сакраль акт мәғәнәһенә эйә, тәңреләр м‑н аралашыу ысулы итеп ҡабул ителә. Боронғо...

ҺЫЛА

ҺЫЛА (Stizostedion lucioperca), алабуға һымаҡтар отрядының алабуғалар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Европа һыу ятҡылыҡтарында йәшәй. Кәүҙә оҙонлоғо 130 см, ауырлығы 15 кг тиклем. Кәүҙәһе оҙонса, ян‑яҡтан ҡыҫылған, тәңкәһе ваҡ. Арҡаһы һәм башының өҫкө өлөшө йәшкелт һоро, ян‑яғы аҡһылыраҡ, көрән‑ҡара төҫтәге...

ҺЫН ҠАТЫУ АУЫРЫУЫ

ҺЫН ҠАТЫУ АУЫРЫУЫ, т е т а н у с, кеше һәм хайуандарҙың киҫкен инфекцион ауырыуы. Тыуҙырыусыһы — Clostridium tetani бациллалары (кешенең һәм үлән ашаусы хайуандарҙың эсәктәрендә йәшәгән шартлы патоген микроорганизм); физик һәм химик факторҙар тәьҫиренә тотороҡло споралар барлыҡҡа килтерә. Ауырыу анаэроб...

ҺЫНАМЫШ

ҺЫНАМЫШ, фольклор жанры, тәбиғәт күренештәрен, үҫемлек үҙенсәлектәрен, хайуандарҙың, ҡоштарҙың, бөжәктәрҙең холҡон һауа торошо үҙгәреүенә бәйләп оҙайлы ваҡыт күҙәтеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән юрау. Боронғо заманда Һ. метеорологик белемдең яҙылмаған йыйынтығы булып торған. Төҙөлөшө, форма билдәләре...

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ, рәсем сәнғәтен, графиканы, скульптураны үҙ эсенә алған пластика сәнғәте бүлеге. Һ.с. ысынбарлыҡты күреп аңларлыҡ асыҡ образдарҙа сағылдыра. Дөйөмләш­тереү, типиклаштырыу алымдары, рәссамдың ижади күҙаллауы һөҙөмтәһендә Һ.с. ваҡиғаларҙың тап бер мәлдәге ағышын, кешеләрҙең рухын, кисерештәрен,...

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ БЕЛЕМЕ

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ БЕЛЕМЕ, һынлы сәнғәт һәм биҙәү‑ҡулланма сәнғәте оҫталарын, сәнғәт белгестәрен, рәссам‑педагогтарҙы әҙерләү системаһы. Дөйөм (урта мәктәп, изостудия) һәм махсус (художество мәктәбе, уч‑щеһы, колледжы, вузы) Һ.с.б. айырыла. Башҡортостанда Һ.с.б. үҫеше Өфө сәнғәт түңәрәге, Ғаилә‑пед. йәмғиәте,...

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ ГАЛЕРЕЯЛАРЫ

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ ГАЛЕРЕЯЛАРЫ (фр. galerie), картиналар галереялары, к ү р г ә ҙ м ә з а л д а р ы. Дәүләт, муниц., йәмәғәт ойошмалары, мәғариф учреждениелары, шәхси Һ.с.г. айырыла. Һынлы сәнғәт һәм биҙәү‑ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәрен күргәҙмәләргә ҡуйыу, туплау, һаҡлауҙы ғәмәлгә ашыра, ғилми‑тикшеренеү һәм...

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ ЙӘМҒИӘТЕ

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ ЙӘМҒИӘТЕ, БР‑ҙың балалар художество мәктәптәре, сәнғәт мәктәптәре, һынлы сәнғәт студиялары, художество вуздары, уч‑щелары, колледждары педагогтарының белем биреү процесын камиллаштырыу, һынлы сәнғәт һәм биҙәү‑ҡулланма сәнғәтен уҡытыу методикаһының алдынғы тәжрибәһен пропагандалау маҡсатында...