Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ӘМИРОВА Зарема Ҡәнзәфәр ҡыҙы

ӘМИРОВА Зарема Ҡәнзәфәр ҡыҙы (28.8.1951, Өфө ҡ.), химик. Биология фәндәре докторы (2000). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда эшләй (1983 й. башлап лаборатория мөдире). 1993 й. алып Башҡортостан республика ғилми‑тикшеренеү экология үҙәгендә: фәнни эштәр буйынса директор...

ӘМИРОВА Людмила Александровна

ӘМИРОВА Людмила Александровна (30.11.1961, Владивосток ҡ.), педагог. Пед. ф. д‑ры (2010). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2009), РФ‑тың почётлы мәғариф өлкәһе хеҙм‑ре (2017). БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) Орск ҡ. 15‑се урта мәктәбендә, 1987 й. алып 32‑се урта мәктәптә, 1990 й. — 119‑сы урта мәктәптә (икеһе...

ӘМИРХАНОВ Әнүәр Хәбибулла улы

ӘМИРХАНОВ Әнүәр Хәбибулла улы (25.1.1912, Һамар губ. Быҙаулыҡ ҡ. — 3.3.1986, Өфө), химик. БАССР‑ҙың атҡ. химигы (1982). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1937). 1938—41 йй. Урта Азия ун‑тында (Ташкент), 1946 й. алып Ташкент ирригация һәм а.х. механизациялау ин‑тында уҡыта. 1951 й....

ӘМИРХАНОВ Дамир Вилдан улы

ӘМИРХАНОВ Дамир Вилдан улы (20.6.1947, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Өйҙөрәкбаш а.), энтомолог. Биол. ф. д‑ры (1995), проф. (1996). БДУ‑ны тамамлаған (1973). 1975—81 йй. Башҡ‑н урман тәж. ст. эшләй. 1982 й. алып Биохимия һәм цитохимия бүлегендә: 1984 й. башлап өлкән, 1987 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 1988 й. —...

ӘМИРХАНОВА Ғәлиәбаныу (Миңлеғаян) Мосараф ҡыҙы

ӘМИРХАНОВА Ғәлиәбаныу (Миңлеғаян) Мосараф ҡыҙы [5.7.1929, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Талбазы а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны)—13.8.2014, Салауат ҡ.], актриса. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1979). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1954). Башҡорт театр‑художество уч‑щеһын тамамлаған (1953; К.Ф. Ғәҙелшин курсы). 1949—84...

ӘМИРХАНОВА Лилиә Риф ҡыҙы

ӘМИРХАНОВА Лилиә Риф ҡыҙы (18.6.1960, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2007), проф. (2009). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1982) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге пр‑тиелар­ҙың иҡт. күрһәткестәрен прогнозлау ысулдарын, ресурстарҙы һөҙөмтәле ҡулланыу моделдәрен эшләүгә арналған.180‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Х...

ӘМИРХАНОВА Наилә Әнүәр ҡыҙы

ӘМИРХАНОВА Наилә Әнүәр ҡыҙы (14.12.1940, Ташкент), электрохимик. Техник ф. д‑ры (1985), проф. (1987). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1998), БАССР‑ҙың атҡ. химигы (1982). Ә.Х. Әмирхановтыңҡыҙы. Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1962). 1965 й. алып ӨДАТУ‑ла эшләй (1986 й. башлап дөйөм химия каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге...

ӘНӘС ҠАЛАСЫҒЫ

ӘНӘС ҠАЛАСЫҒЫ, б.э.т.5—4бб.— б.э. 2 бб. археологик ҡомартҡыһы. Илеш р‑ны Әнәс а. төньяҡ ситендә Ағиҙел й. бейек һул ярында урынлашҡан. 1956 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1971—73 йй. БДУ экспедицияһы (етәксеһе В.А.Иванов) тикшерә. 232 м2 ер ҡаҙылған. Ҡаласыҡ (оҙонлоғо 130 м, киңлеге 70 м) көньяҡтан...

ӘНӘС, Миәкә р‑нындағы ауыл

ӘНӘС, Миәкә р‑нындағы ауыл, Миәкәбаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 13 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 52 км алыҫлыҡта Миәкә й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 2167 кеше (2‑се Миәкәбаш а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған); 1920 – 2467; 1939 – 723; 1959 – 1230; 1989 – 962; 2002 — 938;...

ӘНӘС, Ч а к и ‑Ә н ә с, Илеш р‑нындағы ауыл

ӘНӘС, Ч а к и ‑Ә н ә с, Илеш р‑нындағы ауыл, Андреевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 32 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 139 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 194 кеше; 1920 – 247; 1939 – 391; 1959 – 571; 1989 – 396; 2002 – 330; 2010 – 324 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс...

ӘНЙӘК, Дыуан р‑нындағы ауыл

ӘНЙӘК, Дыуан р‑нындағы ауыл, Рухтин а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 13 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 80 км алыҫлыҡта Әнйәк й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 682 кеше; 1920 – 1152; 1939 – 581; 1959 – 484; 1989 – 355; 2002 – 371; 2010 – 382 кеше. Урыҫтар йәшәй...

ӘҢГӘСӘК ҠӘБЕРЛЕГЕ, Бахмут мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы

ӘҢГӘСӘК ҠӘБЕРЛЕГЕ, Бахмут мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 3—5 бб. ҡарай. Дүртөйлө р‑ны Әңгәсәк а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан Әңгәсәк й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. 1928 й. урында йәшәүселәр тарафынан асыла, 1963 й. Н.А.Мәжитов, 1966 й., 1969 й., 1971 й. С.М.Васюткин, 1991 й. Ф.М. Таһиров...

ӘҢГӘСӘК УРТА МӘКТӘБЕ

ӘҢГӘСӘК УРТА МӘКТӘБЕ, Дүртөйлө р‑нында урынлашҡан. 1880 й. Анастасьино (Әңгәсәк) 1 класлы башланғыс халыҡ уч‑щеһы булараҡ асыла, 1919 й. алып 1‑се баҫҡыс Әңгә­сәк мәктәбе,1931 й.—тулы булмаған урта мәктәп, 1941 й. хәҙ. статусын ала. Тамаша, 2 спорт залы, китапханаһы, компьютер класы, тарих‑тыуған яҡты...

ӘҢГӘСӘК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ӘҢГӘСӘК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Әңгәсәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 18 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 121 км алыҫлыҡта Әңгәсәк й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 595 кеше; 1920 – 866; 1939 – 1079; 1959 – 730; 1989 – 1844; 2002 – 1904; 2010 – 1850 кеше. Урыҫтар, мариҙар...

ӘПТЕК, Ишембай р‑нындағы ауыл

ӘПТЕК, Ишембай р‑нындағы ауыл, Урман‑Бишҡаҙаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 23 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Һәләүек й. буйында урын­лашҡан. Халҡы: 1906 й. — 694 кеше; 1920 — 857; 1939 — 708; 1959 — 646; 1989—292;2002— 295; 2010 — 243 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар...

ӘРЕМ

ӘРЕМ (Artemisia), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 400 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Үләндәр, ярым ҡыуаҡ­лыҡтар һәм бәләкәй ярым ҡыуаҡлыҡтар. Башҡортостанда 25‑тән ашыу төрө үҫә. Ғәҙәттә төклө, күп, һирәгерәк бер һәм ике йыллыҡ үләндәр һәм...

ӘРИ БАШЫ, Тәтешле р‑нындағы ауыл

ӘРИ БАШЫ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Ҡоҙаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 7 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 31 км алыҫлыҡта Әри й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 439 кеше; 1920 — 513; 1939 — 506; 1959 — 610; 1989 — 305; 2002 — 308; 2010 — 273 кеше. Удмурттар...

ӘРИБАШ, Тәтешле р‑нындағы ауыл

ӘРИБАШ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Ҡоҙаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 9 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Әри й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 392 кеше; 1959 — 434; 1989 — 604; 2002 — 667; 2010 — 552 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)....

ӘРЛӘН, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ӘРЛӘН, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Һандуғас а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Кендекле й. буйында (Беүә й. басс.) урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 353 кеше; 1920 — 310; 1939 — 362; 1959 — 209; 1989 — 121; 2002 — 118, 2010 – 93 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Ауылға Бөрө...

ӘРМӘНДЕЛӘР

ӘРМӘНДЕЛӘР (Bufo), ҡойроҡһоҙ ер‑һыу хайуандары заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. БР‑ҙа 2 төрө осрай. Кәүҙәһе киң, ауыр, оҙонлоғо 7,5—10 см. Тиреһе ҡоро, ҡалын, төйөрсөклө, ябай, йәки һоро Ә. — көрәнһыу һоро, йәшел Ә. — ҙур ҡара‑йәшел таплы асыҡ йәшел төҫтә. Арҡаһында ваҡ,...