Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ӘРМӘНСТАН

ӘРМӘНСТАН, Әрмәнстан Республикаһы, Кавказ аръяғының көньяғындағы дәүләт. Майҙаны — 29,8 мең км2. Баш ҡалаһы – Ереван. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 2,97 млн яҡын кеше (2009): 97,9%‑ы — әрмәндәр (2001), урыҫтар һ.б.; 1989 й. 145 башҡорт йәшәй. Рәсми тел – әрмән теле. Диндарҙарҙың күпселеге — христиан‑монофиситтар. БР‑ҙың...

ӘРМЕ”, башҡорт халыҡ йыры

“ӘРМЕ”, башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр С.Г.Рыбаков яҙып ала һәм “Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары” китабында баҫ­тырып сығара. Башҡорт муз. фольклорында киң таралған лирик‑эпик йырҙарҙың береһе. Тематикаһы б‑са башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте т‑дағы йырҙарға...

ӘРМЕТ‑РӘХИМ, Ишембай р‑нындағы ауыл

ӘРМЕТ‑РӘХИМ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Петровск а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 42 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта Егән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 972 кеше; 1920 — 1265; 1939 — 1083; 1959 — 799; 1989 — 413; 2002 — 328; 2010 — 315 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ӘРНӘШ, Борай р‑нындағы ауыл

ӘРНӘШ, Борай р‑нындағы ауыл, Тепляк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 26 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 94 км алыҫлыҡта, Варзы й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 225 кеше; 1959 — 205; 1989 — 179; 2002 — 172; 2010 — 102 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)....

ӘРТӘ ЗАВОДЫ,

ӘРТӘ ЗАВОДЫ, 1783 й. Себер даруғаһы Шөгөр (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Оло Ҡошсо) улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Әртә й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында Л.И.Лугинин (ҡара: Лугининдар) тарафынан тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Лугининдар, 1798 й. алып Дәүләт ассигнация банкыһы,...

ӘРТӘ ЯРУСЫ

ӘРТӘ ЯРУСЫ, аҫҡы пермь бүлегенең аҫтан өсөнсө бүлексәһе. Һаҡмар ярусында ята, көңгөр ярусы менән ҡаплана. А.П.Карпинский тарафынан айырып күрһәтелә (1874), исеме Әртә заводынан алынған. Стратотибы балсыҡлы эзбизташтар ҡатыш полимиктлы терриген ултырмаларҙан тора; ҡалынлығы 600—1500 м. Фузулинидалар,...

ӘРТӘКҮЛ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

ӘРТӘКҮЛ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Әртәкүл а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 45 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 73 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1492 кеше; 1920 — 1457; 1939 — 1096; 1959 — 683; 1989 — 459; 2002 — 453; 2010 — 470 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

ӘРҮӘК‑РӘЗ, тау түбәһе

ӘРҮӘК‑РӘЗ, Рәз ташы, тау түбәһе, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы Уралтау һыртының иң юғары урыны. Белорет ҡ. көньяҡҡа табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Абс. бейеклеге — 1068 м, оҙонлоғо — яҡынса 4,5 км, киңлеге — 6 км. Формаһы конус рәүешле. Рельефы ҡатмарлы, битләүҙәре текә; төньяҡ‑көнбайыш өлөшө...

ӘСӘҘУЛЛИН Рәил Мирвай улы

ӘСӘҘУЛЛИН Рәил Мирвай улы (25.4.1953, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә а.), педагог. Пед. ф. д‑ры (2000), проф. (2001). РФ‑тың атҡ. юғары мәктәп хеҙм‑ре (2003), БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1995), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1991), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986). БДПИ‑ны тамамлағандан һуң...

ӘСӘҘУЛЛИН Рәмил Миҙхәт улы

ӘСӘҘУЛЛИН Рәмил Миҙхәт улы (11.11.1954, Өфө), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2000). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2004), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) шунда уҡ эшләй. 1999—2014 йй. БДПУ‑ла программалау һәм хисаплау математикаһы каф. мөдире. Фәнни...

ӘСӘҘУЛЛИНА Индира Илдус ҡыҙы

ӘСӘҘУЛЛИНА Индира Илдус ҡыҙы (9.7.1973, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә эшселәр ҡсб), пианист. БР‑ҙың халыҡ (2017) һәм атҡ. (2008) артисы. ӨДСИ‑не (1998; С.А.Дукачёв класы), уның эргәһендәге ассистентура‑стажировканы тамамлаған (2001; Э.Р.Симонова класы). 1992 й. алып Башҡорт хореография уч‑щеһы, 1997 й....

ӘСӘҘУЛЛИНДАР, цирк артистары ғаиләһе

ӘСӘҘУЛЛИНДАР, цирк артистары ғаиләһе, акробаттар. Дамир Фәхретдин улы Ә. (2.1.1953, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Оҙондар а.). РФ‑тың атҡ. артисы (1997), БАССР‑ҙың халыҡ (1984) һәм атҡ. (1979) артисы. Өфө циркы эргәһендәге Башҡорт цирк студияһын тамамлағандан һуң (1973) Башҡорт цирк коллективы, 1993—2012...

ӘСӘКӘЕВТАР, йәмәғәт эшмәкәрҙәре

ӘСӘКӘЕВТАР, йәмәғәт эшмәкәрҙәре. Хөсәйен Солтан улы Ә. (1850, Пенза губ. Иҫке Аллағол а. — 19.1.1914, Өфө), 1877—78 йй. рус‑төрөк һуғышында ҡатнашыусы. 19 б. аҙ. – 20 б. башында ТәвкилевтәрҙеңӨфө имениеһы идарасыһы һәм хәйриә фонды попечителе, Ырымбур мосолман диниә назараты ҡаҙнасыһы. Уның ҡатыны Ғәйнихаят...

ӘСӘЛЕК ҺӘМ БАЛАЛЫҠТЫ ҺАҠЛАУ

ӘСӘЛЕК ҺӘМ БАЛАЛЫҠТЫ ҺАҠЛАУ, яралғыны антенаталь һаҡлауға, әсә һәм баланың ауырыуҙарын иҫкәртеүгә һәм һаулығын һаҡлауға, балаларҙы тәрбиәләү, физик, интеллектуаль һәм әхлаҡи үҫтереү өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән дәүләт һәм йәмәғәт саралары системаһы. Акушерлыҡһәм гинекология, неонатология һәм...

ӘСӘН УРТА МӘКТӘБЕ

ӘСӘН УРТА МӘКТӘБЕ, Дүртөйлө р‑нында урынлашҡан. 1914 й. башланғыс халыҡ уч‑щеһы булараҡ асыла, 1918 й. башлап 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1930 й. — 7 йыллыҡ мәктәп, 1939 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1972 й. хәҙ. статусын ала. 2009 й. Ш.Бабич исеме бирелә. Китапханаһы, уҡыу оҫтаханаһы, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү...

ӘСӘН, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ӘСӘН, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Әсән а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 12 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 129 км алыҫлыҡта Кеүәш й. буйында, Мәскәү—Өфө автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы:1906й.—1438кеше;1920—1590; 1939—1130;1959—703;1989 — 1422; 2002 — 1662; 2010 — 1479 кеше. Башҡорттар, татарҙар...

ӘСӘН, Өфө р‑нындағы ауыл

ӘСӘН, Өфө р‑нындағы ауыл, Ҡармасан а/с ҡарай. Өфөнән Т.‑Көнб. табан 50 км алыҫлыҡта Ҡармасан й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1896 й. — 779 кеше; 1920 — 1038; 1939 — 924; 1959 — 508; 1989 — 353; 2002 — 345; 2010 — 427 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаршын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә...

ӘСӘНОВ Фәнил Әбделһаҙый улы

ӘСӘНОВ Фәнил Әбделһаҙый улы [30.12.1929, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Боҙаяҙ а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 31.1.1995, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], яҙыусы. РСФСР‑ҙың (1980) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Журналистар союзы (1958), Яҙыусылар союзы (1966) ағзаһы. Өфө юғары партия мәктәбен...

ӘСЕБАР ЗАКАЗНИГЫ

ӘСЕБАР ЗАКАЗНИГЫ. 2001 й. һунар йәнлектәре (марал, мышы) һәм һирәк осраған хайуан төрҙәре популяцияһын тергеҙеү маҡсатында зоол. заказник булараҡ ойошторола. Бөрйән р‑ны Яңы Уҫман а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта Йылайыр яйлаһының төньяғында урынлашҡан. Майҙаны — 7,7 мең га, терр‑яһының 95,0%‑ын...

ӘСЕЛЕ ЯРУСЫ

ӘСЕЛЕ ЯРУСЫ, пермь системаһының (ҡара: Пермь) аҫҡы бүлексәһе. Гжель ярусында ята, һаҡмар ярусы менән ҡаплана. В.Е.Руженцев тарафынан Көньяҡ Урал янындағы Әселе й. (Оло Эйек й. ҡушылдығы) буйында айырып күрһәтелә (1954). Стратотибы конгломераттарҙан тора, өҫкө өлөшөндә органоген‑киҫәкле һәм афанитлы...