Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ӨЗЛӘҮ

ӨЗЛӘҮ, башҡорттарҙа тамаҡ м‑н үҙенсәлекле ике тауыш сығарып көйләү, ул саҡта түбән ҡыҫылған орган пункты фонында фиоритур характерҙағы (түбәнге тондан барлыҡҡа килгән обертон тауыштарҙың комбинацияһы) һыҙғырыулы юғары тауыштарҙан көй сыға. Ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнау техникаһына оҡшаш. Тәүҙә йола‑тылсым...

ӨЙӘҘ

ӨЙӘҘ, 1) 13 б. — 1708 йй. Рәсәйҙә төп адм.‑терр. берәмек. Ө. аныҡ сиктәре булмаған: Ө. тип эргәһендәге терр‑яһы м‑н ҡала аталған. Улустарға, илдең көнбайышында — засадаларға, губаларға, пятиналарға, сиректәргә, өстән бер өлөшкә; көнсығышта даруғаларға һ.б. бүленгән. 17 б. аҙ. 215‑ләп Ө. иҫәпләнә. 16 б....

ӨЙӘҘ УЧИЛИЩЕЛАРЫ

ӨЙӘҘ УЧИЛИЩЕЛАРЫ, Рәсәйҙә юғары типтағы башланғыс уҡыу йорттары. Губерна һәм өйәҙ ҡалаларында 1804 й. Устав м‑н бөтә ҡатлам уҡыусыларын гимназияға инеүгә әҙерләү өсөн 2 класлы, 1828 й. Устав м‑н башлыса сауҙагәр, мещан балалары өсөн 3 класлы мәктәп булараҡ ойошторолалар. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында...

ӨЙӘҘЕ, йылға

ӨЙӘҘЕ, йылға, Дим й. уң ҡушылдығы. Миәкә р‑ны Смородиновка а. көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта башлана. Миәкә һәм Бишбүләк р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға. Дим й. (тамағынан 363 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 82 км, басс. майҙаны 984 км2. Ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы м‑н туйына....

ӨЙӘҘЕБАШ, Миәкә р‑нындағы ауыл

ӨЙӘҘЕБАШ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Оло Кәркәле а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 20 км һәм Аксёнов т.‑юл ст. К.‑Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта Өйәҙе й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 714 кеше; 1920 – 949; 1939 – 633; 1959 – 483; 1989 – 499; 2002 – 472; 2010 – 423 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

ӨЙҘӨРӘК, йылға

ӨЙҘӨРӘК, О л о Ө й ҙ ө р ә к, йылға, Дим й. һул ҡушылдығы. Благовар р‑ны Өйҙөрәкбаш а. төньяҡҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта башлана. Благовар һәм Дәүләкән р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа, Урта Өйҙөрәк й. тамағынан — Дәүләкән р‑ны буйлап көнсығышҡа табан аға. Дим й. (тамағынан 126 км алыҫлыҡта)...

ӨЙҘӨРӘК, Шишмә р‑нындағы ауыл

ӨЙҘӨРӘК, Шишмә р‑нындағы ауыл, Сафар а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнб. табан 19 км алыҫлыҡта Өйҙөрәк й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 251 кеше; 1959 – 507; 1989 – 503; 2002 – 397; 2010 – 431 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Дурасов урта мәктәбе...

ӨЙҘӨРӘКБАШ, Благовар р‑нындағы ауыл

ӨЙҘӨРӘКБАШ, Благовар р‑нындағы ауыл, Өйҙөрәкбаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Благовар т. юл ст. К.‑Көнс. табан 6 км алыҫлыҡта Оло Өйҙөрәк й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2117 кеше; 1920 — 2832; 1939 — 1508; 1959 — 838; 1989 — 510; 2002 — 570; 2010 — 540 кеше....

ӨЙӨР ЙЫЛҠЫСЫЛЫҒЫ

ӨЙӨР ЙЫЛҠЫСЫЛЫҒЫ, йылҡы үрсетеү ысулы, көтөүҙә (өйөрҙә) ауыл хужалығы малдарын аҫрауға нигеҙләнгән. Ҙур тәбиғи көтөүлектәр булған райондарҙа үҫешкән. Йыл әйләнәһенә көтөүҙә (продукция йылҡысылығында, эш аттарын үрсетеүҙә ҡулланалар) һәм культуралы‑өйөрҙә (йәй — көтөүлектә, ҡыш — бинала; тоҡом, спорт...

ӨЙӨРМӘЛЕ АППАРАТТАР

ӨЙӨРМӘЛЕ АППАРАТТАР, газ йәки пар‑газ ҡатышмалары ағымдарын өйрөлтөп, уларҙың эсендәге шыйыҡ йәки ҡаты хәлдәге өлөшсәләрҙе айырып ала, йылылыҡ һәм масса алмаштырыу процестарын интенсивлаштыра, энергияһы (т‑раһы) б‑са айыра торған ҡоролмалар. Газдарҙы өйөрмәгә индереү ысулы б‑са соплолары аксиаль һәм...

ӨЙРӘКТӘР

ӨЙРӘКТӘР, ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡош заттары төркөмө. 116 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 20‑нән ашыу төрө осрай (керелдәк сөрәгәй, һоро өйрәк, һуна өйрәк һ.б.). Күсәр ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 34‑тән алып (керелдәк сөрәгәй) 76 см тиклем (ҡылғойроҡ), ауырлығы —...

ӨЙРӨЛМӘКТӘР

ӨЙРӨЛМӘКТӘР (Rotatoria), умыртҡаһыҙҙар тибы. Бөтә Ер шарында таралған. Бер нисә отряды, яҡынса 2 мең төрө билдәле, Башҡортостанда яҡынса 100 төрө бар. Кәүҙәһе башлыса оҙонса (оҙонлоғо 0,04—2,3 мм), баштан, кәүҙәнән һәм аяҡтан (ҡайһы берҙә редукцияға бирелгән) тора. Башында — аҙыҡ табыу һәм хәрәкәт итеү...

ӨКӨ

ӨКӨ (Bubo bubo), ябалаҡ һымаҡтар отрядының ысын өкөләр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла, Төньяҡ Африкала таралған. Ултыраҡ ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 62—72 см, ауырлығы 2,0—3,3 кг (инә ҡоштар эрерәк), ҡанатының ҡоласы 150—180 см. Арҡаһы ерәнһыу, һарғылт, ҡайһы берҙә аҡһыл төҫтә, ҡара көрән буй һәм арҡыры һүрәтле,...

ӨЛКӨНДӨ, Дыуан р‑нындағы ауыл

ӨЛКӨНДӨ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Өлкөндө а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 25 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 100 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1883 кеше; 1920 – 2472; 1939 – 1744; 1959 – 1726; 1989 – 1425; 2002 – 1464; 2010 – 1255 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

ӨЛӨШ

ӨЛӨШ, м ө с ә й, башҡорт аш-һыуындағы традицион ит аҙығы. Майлы һарыҡ, йылҡы, һыйыр, һирәгерәк ҡош итенән әҙерләнә. Итте бешерәләр һәм өлөштәргә бүлеп табаҡҡа һалалар, ҡайһы берҙә ҡаҙы, тултырма, һалма өҫтәйҙәр, өҫтөнә һурпанан һөҙөп алынған тоҙлоҡ ҡоялар. Ө. м‑н бергә һоғондороу йолаһы (ҡулдан ашатыу)...

ӨМӘ

ӨМӘ, башҡорттарҙа бер‑береңә ярҙам итеү йолаһы, община эсендә үҙ‑ара мөнәсәбәттәр нормаларының береһе. Күмәкләп ауылдарҙы төҙөкләндереү (ҡара: Ауыл), юл һәм күперҙәр төҙөү, мәсет һ.б. һалыу (ҡағиҙә булараҡ, был эштәрҙә ир‑ат ҡатнашҡан) Ө. айы‑ рыуса әһәмиәтле формаһы булып һаналған. Уны ойоштороу б‑са...

ӨМӘТӘЙ УРАҘЫМБӘТОВ

ӨМӘТӘЙ УРАҘЫМБӘТОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһының Һарт улусы Һарт а. (хәҙ. Дыуан р‑ны Әбдрәшит а.) башҡорто. Польша походында (1771—73) ҡатнашыусы. Һарт улусы старшинаһы. Ихтилалға 1773 й. дек. ҡушыла, үҙ улусында башҡорттарҙы баш күтәреүселәр...

ӨМБӘТ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

ӨМБӘТ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Муйнаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 35 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 71 км алыҫлыҡта Оло Өҫкәлек й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й.– 480 кеше; 1920 – 543;__ 1939 – 413; 1959 – 360; 1989 – 494; 2002 – 516; 2010 – 413...

ӨММӘТИ Зыя Ибраһим улы

ӨММӘТИ Зыя Ибраһим улы [1885, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Сурапан а. (БР‑ҙың Балтас р‑ны) – 1943, шунда уҡ], яҙыусы. “Ғосмания” (1898 й. алып), “Ғәлиә” (1906—09) мәҙрәсәләрендә уҡыған. 1910 й. алып Өфө губ. Бөрө өйәҙе мәктәптәрендә уҡыта, 1923 й. — а.х. төрлө тармаҡтарында эшләй. Яҙыусының “Аталарға – ғибрәт,...

ӨММИ КАМАЛ

ӨММИ КАМАЛ, И с м ә ғ и л (?—1475), төрки суфый шағиры. Ә.Йәсәүи, Баҡырғаниҙың суфыйсылыҡ традицияларына эйәргән. Ө.К. тормошо т‑да тулы мәғлүмәттәр һаҡланмаған. Тикшеренеүселәр уның биографияһын Ҡырым, Кавказ арты, Кесе Азия, ш. уҡ Урал‑Волга буйы м‑н бәйләй. Шағирҙың әҫәрҙәре башҡорттар һәм татарҙар...