Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“АҠ ИҘЕЛ”, ижт.-сәйәси гәзит

“АҠ ИҘЕЛ”, ижт.-сәйәси гәзит. Нәшер итеүселәре — Л.Ғәзизов, Н.Уталиев. Өфөлә 1919 й. аҙнаһына 2 тапҡыр иҫке башҡорт телендә сыға. “Шәреҡ” типографияһында нәшер ителә. Гәзит биттәрендә Рус армияһының Юғары баш командующийы А.В.Колчактың бойороҡтары, ҡарарҙары, хәрби бәрелештәр хаҡында мәғлүмәттәр, большевиктарға...

“АҠ ТИРМӘ” милли-мәҙәни үҙәҡ

“АҠ ТИРМӘ” Башҡортостан Республикаһы милли-мәҙәни үҙәге, башҡ. халҡының мәҙәниәте үҫешенә, милли традицияларҙы һәм башҡорт телен һаҡлауға булышлыҡ итеү маҡсатында төҙөлгән ижт. ойошма. Өфөлә урынлашҡан. 1988 й. Респ. башҡ. мәҙәниәте клубы булараҡ ойошторола, 1994 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә....

“АҠ ТУЛҠЫН”

“АҠ ТУЛҠЫН”, спорт клубы. Өфө р‑ны Чесноковка а. урынлашҡан. 1997 й. спорт залы, стадионы булған Чесноковка урта мәктәбе эргәһендә асыла. Софтбол, урыҫ лаптаһы секциялары, Өфө р‑ны СДЮШОР‑ы бүлеге (2001 й. алып) эшләй. “А.т.” клубының “Амазонки” командаһы — софтбол б‑са Рәсәй чемпионатының (1999) көмөш,...

“АҠ ЯУРЫН САЛ БӨРКӨТ”, халыҡ көйө

“АҠ ЯУРЫН САЛ БӨРКӨТ”, башҡ. халыҡ инструменталь көйө. Тәүге тапҡыр Л.Н.Лебединский 1939 й. Баймаҡ р‑нында Ғ.Шәмсетдиновтан яҙып ала, “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында З.Ғ.Исмәғилев яҙмаһында баҫыла. Варианттарын Ф.К.Камаев, А.С.Ключарёв, Ғ.З.Сөләймәнов яҙып ала. Көй бейеү характерында.Башҡарыр алдынан,...

“АҠБУҘАТ”, балалар театры

“АҠБУҘАТ”, Учалы р‑ны Ҡорама а. мәҙәниәт йортоноң балалар драма театры. 1980 й. драма түңәрәге булараҡ ойошторола, 1985 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 1996 й. “өлгөлө” исеме бирелә. Тәүге сәхнәләштерелгән әҫ. — В.Ф.Лифшицтың “Иркәбай мажаралары”. 1980—2010 йй. 35‑кә яҡын спектакль ҡуйылған: Ф.Ә.Исхаҡованың...

“АҠБУҘАТ”, журнал

“АҠБУҘАТ”, мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби‑нәфис журнал. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Яҙыусылар союзы. Өфөлә айына 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға. Тиражы — 17 мең дананан ашыу (2010). 1989 й. майынан “Ағиҙел” ж. эсендәге...

“АҠБУҘАТ”, ипподром

“АҠБУҘАТ”, ипподром. Өфөлә урынлашҡан. 1982 й. “А.” ипподромы булараҡ асыла, 1997 й. алып ААЙ, 2005 й. — БР ДУП. 2009 й. Т.Т.Күсемов исеме бирелә. Юрттырыу түңәрәге (призлы сабыш юлы — 1144 м, призлы юрттырыу юлы — 1000 м, техник юл — 950 м, күнекмәләр юлы — 893 м), ат өйрәтеү өсөн 2 майҙаны, йөрөтөү...

“АҠБУҘАТ”, опера

“АҠБУҘАТ”, Х.Ш.Заимов һәм А.Э.Спадавеккианың ш. уҡ исемле башҡ. эпосы мотивтары б‑са прологтан, 3 шаршауҙан торған операһы. 1942 й. яҙылған. Премьераһы 1942 й. 7 нояб. Опера һәм балет театрында уҙа (С.М.Мифтахов либреттоһы, дирижёры П.М.Славинский, реж. Б.Ғ.Имашев һәм В.А.Нелли, ҡуйыусы рәссамдары Ғ.Ш.Имашева...

“АҠБУҘАТ”, шифахана

“АҠБУҘАТ”, ата-әсәләре м‑н балалар өсөн психоневрология шифаханаһы. Өфө р‑ны Опто а. (1‑се һәм 2‑се бүлексәләр) һәм Өфөлә (3‑сө бүлексә) урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра -14,5°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 19,5°С). 2006 й. “Һуҫар” һәм “Миләшкәй” шифаханаларын берләштергәс,...

“АҠБУҘАТ”, эпос

“АҠБУҘАТ”, башҡ. һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһы, эпос. “Урал батыр” эпосының логик дауамы. Шиғри‑сәсмә формала йәшәп килә. М.А.Буранғолов тарафынан 1917 й. Ырымбур губ. ш. уҡ ис. өйәҙе Бабалар а. Ғәтиәтулла Бикҡужиндан яҙып алына. Төп темаһы — батырҙың кешеләр бәхете өсөн көрәше, ғәҙеллектең тантана итеүе....

“АҠҠУЖА”

“АҠҠУЖА”, крәҫтиән (фермер) хужалығы. Учалы р‑нында урынлашҡан. Складтары, бесән һаҡлағысы, малсылыҡ бинаһы һ.б. бар. 2010 й. 8 кеше эшләгән. Ер майҙаны 155 га тәшкил итә, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 142 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 18, бер йыллыҡ үләндәр бесәне — 18, күп йыллыҡ — 19. Етештереү...

“АҠМӘСЕТ”, марш

“АҠМӘСЕТ”, башҡ. халыҡ инструменталь маршы. Тәүге тапҡыр 1939 й. Л.Н.Лебединский Ишғәли Дилмөхәмәтовтан (ҡара: Дилмөхәмәтовтар) фонографҡа яҙып ала, “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтырыла. “А.” барлыҡҡа килеүе Аҡмәсет ҡәлғәһенә В.А.Перовский етәкс. 1853 й. хәрби поход (ҡара: Коканд походтары)...

“АҠМУЛЛА”, журнал

“АҠМУЛЛА”, рәсемле сатирик-юмористик журнал. Нәшер итеүсеһе — Х.Ғәниев. 1911 й. июленән 1916 й. ғин. тиклем Ырымбур губ. Троицк ҡ. айына 2 тапҡыр төрки телендә сыға. Барлығы 51 һаны донъя күрә. Х.Сосновскийҙың “Энергия” типографияһында баҫтырыла. Журнал кешеләрҙең ижт. тормошондағы етешһеҙлектәрҙе,...

“АҠМУЛЛА”, опера

“АҠМУЛЛА”, З.Ғ.Исмәғилевтың 2 шаршаулы операһы. 1986 й. яҙылған. Премьераһы 1996 й. 5 окт. БДОБТ сәхнәһендә уҙа (Р.А.Вәлиуллин редакторлығында И.И.Дилмөхәмәтов либреттоһы, муз. етәксеһе һәм дирижёры М.Ә.Әхмәтзарипов, реж. Вәлиуллин, ҡуйыусы рәссамы Р.М.Арыҫланов, хормейстеры Э.Х.Ғәйфуллина, балетм....

“АҠҺАҠ ҠОЛА”, эпос

“АҠҺАҠ ҠОЛА”, башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, эпос. Шиғри‑проза формала йәшәй. Тәүге тапҡыр 1907 й. М.А.Буранғолов тарафынан Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙе Ильяс а. (хәҙ. Ырымбур өлк. Красногвардейск р‑ны Үрге Ильяс а.) Хәсән Буранғоловтан яҙып алына. Эпостың “Аҫҡаҡ ҡола”, “Биш ҡолон” һ.б. варианттарын...

“АЛГА”, гәзит

“АЛГА” (“Алға”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Алға” редакция-нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Борай р‑ны Борай а. аҙнаһына 3 тапҡыр татар телендә сыға. 1930 й. февр. алып Бөрө ҡ. (1930 й. авг. башлап — Борай а.) “Ленин планы өчен” (“Ленин...

“АЛҒА”, гәзит

“АЛҒА”, ижт.‑сәйәси гәзит. Өфө губернаһы РСДРП(б) ҮБК‑ның башҡ.‑татар секцияһы органы. 1917 й. авг. алып нояб. тиклем Өфөлә төрки телендә сыға, “Тормош” гәз. типографияһында баҫыла. Барлығы 7 һаны донъя күрә (6‑сы һаны 20 нояб.; һуңғы һанының сыҡҡан ваҡыты билдәһеҙ). “А.” башҡ. һәм татар халыҡтары араһында...

“АЛДАР МЕНӘН ЗӨҺРӘ”

“АЛДАР МЕНӘН ЗӨҺРӘ”, башҡ. ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы, хикәйәт. Фаразланыуынса, Т.С.Беляев әҫәрҙе Ҡуңҡас сәсәндән (уның исеме арнауҙа иҫкә алына) яҙып алған. Урыҫ телендә “Минең кистәрем. Башҡорт әкиәттәре” (“Мои вечера. Сказки башкирские”) исемле яҙма һаҡланған. Текст проза формаһында яҙылған. 56 өлөштән...

“АЛЕКСЕЕВКА” совхозы

“АЛЕКСЕЕВКА” совхозы, ДУАХП. БР, РФ‑тың эре теплица хужалыҡтарының береһе. Өфө р‑нында урынлашҡан, үҙәге — Алексеевка ауылы. “А.” составына теплица комб‑ты, йәшелсәләрҙе ҡабул итеү, һаҡлау һәм ҡаптарға һалыу комплексы, һөтсөлөк‑тоҡомсолоҡ фермаһы, сусҡасылыҡ комплексы; һөт эшкәртеү, сусҡа ите етештереү,...

“АЛЕКСЕЕВКА” совхозы

“АЛЕКСЕЕВКА” совхозы, ДУАХП. БР, РФ‑тың эре теплица хужалыҡтарының береһе. Өфө р‑нында урынлашҡан, үҙәге — Алексеевка ауылы. “А.” составына теплица комб‑ты, йәшелсәләрҙе ҡабул итеү, һаҡлау һәм ҡаптарға һалыу комплексы, һөтсөлөк‑тоҡомсолоҡ фермаһы, сусҡасылыҡ комплексы; һөт эшкәртеү, сусҡа ите етештереү,...