Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЙӘНӘЙ

ЙӘНӘЙ, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: боғаҙы, ҡамбар, туғыҙ. Тамғалары — . Этник яҡтан Волга буйы болғарҙарына барып тоташа. “Йәнәй” этнонимы венгрҙарҙа (ҡара: Боронғо венгрҙар) һәм сыуаштарҙа билдәле. Й. формалашыуына уның ҡатай, ҡыпсаҡ, үҫәргән, юрматы һәм юрмый ҡәбиләләре мөхитендә йәшәүе йоғонто...

ЙӘНӘХМӘТ, Шаран р‑нындағы ауыл

ЙӘНӘХМӘТ, Шаран р‑нындағы ауыл, Нөрәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 35 км һәм Ҡандра т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 522 кеше; 1920 — 638; 1939 — 648; 1959 — 623; 1989 — 445; 2002 — 451; 2010 — 416 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Шаран 1‑се...

ЙӘНӘШ ЯПРАҠ

ЙӘНӘШ ЯПРАҠ (Zygophyllum), йәнәш япраҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, башлыса Евразияла, Африкала, ш. уҡ Австралияла таралған. Башҡортостанда ҡауырһын Й.я. үҫә. Ваҡ ҡыуаҡ. Һабағы күп, тармаҡлы, йәйенке, бейеклеге 10—20 см, кәҫлектәр барлыҡҡа килтерәләр. Япрағы яланғас,...

ЙӘНБӘК Рәмил Әхмәт улы

ЙӘНБӘК (Йәнбәков)Рәмил Әхмәт улы [10.8.1952, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Дауыт‑Ҡайып а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 11.1.2017, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], шағир. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2002). Журналистар союзы (1979), Яҙыусылар союзы (1993) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1975). 1974 й. алып “Йәншишмә” гәз.:...

ЙӘНБӘКОВ Әсғәт Ҡотлой улы

ЙӘНБӘКОВ Әсғәт Ҡотлой улы (1.1.1953, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Ишмырҙа а. – 3.8.2012, Сибай ҡ.), актёр. БАССР‑ҙың халыҡ (1991) һәм атҡ. (1981) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1979—2003). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1974; Р.М.Әйүпов курсы) Сибай башҡ. драма театры, 1996—2008 йй. Стәрлетамаҡ башҡ....

ЙӘНБӘКОВ Рамазан Фәтхулла улы

ЙӘНБӘКОВ Рамазан Фәтхулла улы (15.3.1934, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Байыш а. — 30.10.2019, Өфө ҡ.), йырсы. БАССР‑ҙың халыҡ (1982) һәм атҡаҙанған (1971) артисы. БДУ‑ны тамамлаған (1961). 1957—59 йй. БАССР МС‑ы эргәһендәге Радиотапшырыуҙар һәм ТВ комитетының хор солисы, 1961 й. алып Өфө музыка-педагогия...

ЙӘНБИРҘИНА Зөбәржәт Нәби ҡыҙы

ЙӘНБИРҘИНА Зөбәржәт Нәби ҡыҙы (18.9.1945, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Ҡунаҡбай а. – 9.5.2009, Стәрлетамаҡ ҡ.), шағирә. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2006). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1990). 1973 й. алып Стәрлетамаҡ ҡ. һәм Стәрлетамаҡ р‑нының төрлө пр‑тиеларында һәм учреждениеларында эшләй, 1992—94 йй. һәм...

ЙӘНБУХТИНА Әлмирә Ғәйнулла ҡыҙы

ЙӘНБУХТИНА Әлмирә Ғәйнулла ҡыҙы (28.7.1938, Өфө — 20.11.2018, шунда уҡ), сәнғәт белгесе. Сәнғәт ғилеме д‑ры (2004), проф. (2004). БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2006). Рәссамдар союзы (1973), Рәсәй сәнғәт ғилеме белгестәре ассоциацияһы (1992), Халыҡ-ара художество тәнҡитселәре ассоциацияһы (1993), Рәссамдар...

ЙӘНГӘРӘЕВ Дәүләткирәй Сәлим улы

ЙӘНГӘРӘЕВ Дәүләткирәй Сәлим улы [15.9.1927, БАССР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Хөсәйен а. (БР‑ҙың Белорет р‑ны) — 20.5.1999, БР‑ҙың Белорет р‑ны Үҙәнбаш ҡсб], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1951 й. алып Белорет р‑ны эске эштәр бүлегендә, 1956—87 йй. Белорет урман сәнәғәте хужалығының...

ЙӘНГЕЛ МӘҘӘНИӘТЕ

ЙӘНГЕЛ МӘҘӘНИӘТЕ, мезолит дәүере археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 9—8 мең йыллыҡтарға ҡарай. Йәнгел тораһы исеме м‑н аталған. Башҡортостанда Й.м. ҡомартҡылары Көньяҡ Урал аръяғында тупланған (Исемһеҙ Морон, Йәнгел тораһы, Ҡарабалыҡты, Оҙон Шыршылыҡ II, Суртанды торалары, Ташбулат II, Яҡтыкүл). Торамалар...

ЙӘНГЕЛ ТОРАҺЫ

ЙӘНГЕЛ ТОРАҺЫ, таш быуат археологик ҡомартҡыһы. Әбйәлил р‑ны Селивановка а. көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Йәнгел й. уң төп ярында ҡаяла (бейеклеге 20 м) урынлашҡан. Г.Н.Матюшин тарафынан 1963 й. асыла һәм 1966—69 йй., 1976 й. өйрәнелә. Майҙаны 500—600 м2, 284 м2 ҡаҙылған. 16740 әйбер (нигеҙҙә, саҡматаштан...

ЙӘНГЕЛ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ЙӘНГЕЛ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Йәнгел а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 37 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 44 км алыҫлыҡта Йәнгел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 241 кеше; 1959 — 534; 1989 — 1427; 2002 — 1235; 2010 — 1332 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

ЙӘНГЕЛ, йылға

ЙӘНГЕЛ, йылға, Урал й. уң ҡушылдығы. Яҡтыкүлдән башлана. БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны (Ҡара йылға тамағынан ш. уҡ район буйлап көньяҡ-көнсығышҡа табан) һәм Силәбе өлк. буйлап төньяҡтан көньяҡҡа табан аға. Урал й. (тамағынан 2091 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 73 км, басс. майҙаны 1120 км2. Башҡортостанда Й. оҙонлоғо...

ЙӘНГИРОВ Азат Вәзир улы

ЙӘНГИРОВ Азат Вәзир улы (8.10.1977, Свердловск ҡ.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2009). БДУ‑ны тамамлаған (1999), 2002 й. алып шунда уҡ уҡыта: 2003 й. башлап Нефтекама филиалында (2005 й. алып иҡт.‑матем. ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта 2011 й. башлап финанстарға дәүләт идараһы каф. мөдире), 2013 й. — Иҡтисад,...

ЙӘНГИРОВ Мәрүән Йәнгир улы

ЙӘНГИРОВ Мәрүән Йәнгир улы [21.4.1908, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Яныш а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 7.12.1992, Өфө], дәүләт эшмәкәре. Тарих ф. канд. (1951). Мәскәү план ин‑тында уҡыған (1931—33). ВКП(б) ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен, ВКП(б) ҮК эргәһендәге Ижт. фәндәр акад. (икеһе лә — Мәскәү,...

ЙӘНГИРОВА Венера Мәғәсүм ҡыҙы

ЙӘНГИРОВА Венера Мәғәсүм ҡыҙы (10.4.1953, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны “Шемәк” с‑зының Ҡармасан бүлексәһе ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Өфө р‑ны Ҡармасан а.), педагог. Пед. ф. д‑ры (2000), проф. (2004). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1994), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). БДПИ‑ны тамамлаған (1977)....

ЙӘНҒУЖИН Айбулат Рим улы

ЙӘНҒУЖИН Айбулат Рим улы (29.12.1971, Өфө ҡ.), философ. БР ФА профессоры (2016), философия фәндәре докторы (2007), профессор (2013). Р.З.Йәнғужиндың улы. БДУ‑ны тамамлаған (1993), 1999 й. алып шунда уҡ эшләй (2003—10 йй. философия һәм фән тарихы кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы). Фәнни тикшеренеүҙәре...

ЙӘНҒУЖИН Рим Зәйниғәбит улы

ЙӘНҒУЖИН Рим Зәйниғәбит улы (15.11.1941, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Айыусы а. — 11.11.2007, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), этнограф. Тарих ф. д‑ры (1990), проф. (1991). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2002), БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1993), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1997). БДУ‑ны тамамлаған...

ЙӘНЕКӘЕВ Айрат Рафаэль улы

ЙӘНЕКӘЕВ Айрат Рафаэль улы (1.1.1966, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә ҡсб), травматолог‑ортопед. Мед. ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2015). Р.Ғ.Йәнекәевтең улы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1989) Өфөнөң 17‑се дауаханаһында эшләй (2014 й. алып ортопедия бүлеге мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге балалар...

ЙӘНЕКӘЕВ Әбүбәкер Әбделкәрим улы

ЙӘНЕКӘЕВ Әбүбәкер Әбделкәрим улы (15.9.1897, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Түб. Ҡарғалы а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а., — 3.10.1983, Өфө), педагог. Пед. ф. канд. (1945). РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1945). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. Үҙәк халыҡ мәғарифы ойоштороусылары ин‑тын тамамлаған...