Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЛАТИПОВ Валерий Мәркәз улы

ЛАТИПОВ Валерий Мәркәз улы (16.2.1956, Ишембай ҡ.), инженер‑ төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2008). М.К.Латиповтың улы. ӨДНТУ-ны тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй: 2002 й. алып төҙөлөш конструкциялары каф. мөдире, бер үк ваҡытта хужалыҡ иҫәбендәге “Стройтехэкспертиза...

ЛАТИПОВ Ғабдрахман Хәким улы

ЛАТИПОВ Ғабдрахман Хәким улы [1917, Өфө губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Иҫке Бәшир а. (БР‑ҙың Саҡмағош районы) — 25.1.1945, Бреслау ҡ. (Германия) янында, Вроцлав ҡ. (Польша) ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. майынан Ялан, Көньяҡ-Көнбайыш, 3‑сө, 2‑се һәм 1‑се...

ЛАТИПОВ Ҡотдос Ҡәниф улы

ЛАТИПОВ Ҡотдос Ҡәниф улы [14.7.1923, БАССР‑ҙың Дыуан кантоны Яңы Мишәр а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) — 23.12.2016, Мәскәү], лётчик, полк. (1974). Советтар Союзы Геройы (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск хәрби авиация пилоттар мәктәбен (1941) һәм В.И.Ленин ис. Хәрби‑сәйәси акад. (Мәскәү, 1952)...

ЛАТИПОВ Мәркәз Каррам улы

ЛАТИПОВ Мәркәз Каррам улы [18.3. 1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Балтай а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 17.1.1999, Өфө], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1976), СССР‑ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы, СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1974). Львов политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1950) “Башнефть”...

ЛАТИПОВ Ринат Закир улы

ЛАТИПОВ Ринат Закир улы (5.8. 1942, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Уҫман а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. табибы (2000), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2012). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1966) Өфө р‑нында эшләй: район дауаханаһында (Яңы Черкассы ҡсб), 1968 й. алып “Дмитриевский” с‑зының...

ЛАТИПОВ Ринат Ниғмәтйән улы

ЛАТИПОВ Ринат Ниғмәтйән улы (9.2.1947, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Яңы Ихсан а.), тренер. Велосипед спорты б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1997), СССР‑ҙың спорт мастеры (1968). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1994). Ярославль пед. ин‑тын тамамлаған (1976). 1974 й. алып “Нефтсе” спорт комб‑ты, 1979 й. —...

ЛАТИПОВ Рөстәм Фәрит улы

ЛАТИПОВ Рөстәм Фәрит улы (22.3. 1977, Өфө), политолог. Сәйәсәт ф. д‑ры (2010). Журналистар союзы ағзаһы (2000). БДУ‑ны тамамлаған (1999). 2000 й. “Истоки” гәз., һуңынан ӨМЭПБ‑ның мәғлүмәт үҙәге хәбәрсеһе. 2001 й. алып Өфөнөң Октябрь р‑ны хакимиәтендә эшләй. 2006 й. башлап (өҙөклөк м‑н) Башҡ‑н дәүләт...

ЛАТИПОВ Урал Рамдраҡ улы

ЛАТИПОВ Урал Рамдраҡ улы (28.2. 1951, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Ҡатай а.), юрист, дәүләт эшмәкәре. Юридик ф. д‑ры (1993), проф. (1994). Полк. (1991). Ҡазан ун‑тын (1973) һәм СССР Дәүләт именлеге комитетының Юғары курстарын (Минск, 1974) тамамлағандан һуң СССР Дәүләт именлеге комитетында хеҙмәт итә. 1989...

ЛАТИПОВ Эдуард Ратмил улы

ЛАТИПОВ Эдуард Ратмил улы (21.3.1994, Гродно ҡ.), спортсы. Биатлон буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2016), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2022). Биатлон буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе (Өфө ҡ.; тренерҙары В.И.Мишингин, В.А.Никитин). Биатлон буйынса бер-бер артлы...

ЛАТИПОВ-ДОГАДОВ Владимир Геннадиевич

ЛАТИПОВ-ДОГАДОВ (Латипов) Владимир Геннадиевич (22.4.1962, Октябрьский ҡ.), актёр. РФ‑тың атҡ. (2007), БР‑ҙың халыҡ (2003) һәм атҡ. (1995) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1990). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1983; П.Р.Мельниченко курсы) БР‑ҙың Урыҫ драма театры актёры. Киң ижади диапазонлы актёр....

ЛАТИПОВА Ләлә Ришат ҡыҙы

ЛАТИПОВА Ләлә Ришат ҡыҙы (7.4.1975, Туймазы ҡ.), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (2006). Сәнғәт һәм художество һөнәрҙәре акад. (1992—94), Урал пед. ун‑тында (1995—97; икеһе лә — Екатеринбург ҡ.) уҡыған, Көнсығыш иҡт.- юридик гуманитар акад. тамамлаған (2015). 1999 й. алып Туймазы р‑нының Үрмәкәй...

ЛАТИПОВА Лилиә Фуат ҡыҙы

ЛАТИПОВА Лилиә Фуат ҡыҙы (3.11.1955, Өфө), педиатр. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. табибы (2007). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) 1988 й. тиклем Өфөнөң 4‑се балалар поликлиникаһында эшләй (1985 й. алып бүлексә мөдире), 1993 й. — БДМУ‑ла (2005 й. башлап дир. урынбаҫары, 2010—2011 йй....

ЛАТИПОВА Фәүзиә Шәғәле ҡыҙы

ЛАТИПОВА Фәүзиә Шәғәле ҡыҙы [11.3.1947, БАССР‑ҙың Абҙан р‑ны Ағурҙа а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны)], журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). Журналистар союзы ағзаһы (1996). БДУ‑ны тамамлаған (1969). 1971 й. алып КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты нәшриәте, 1977 й. — “Башҡортостан ҡыҙы” ж. хеҙм‑ре, 1993—2007 йй....

ЛАТФУЛЛИН Наил Сәйет улы

ЛАТФУЛЛИН Наил Сәйет улы (9.1.1952, Өфө — 19.11.1992, шунда уҡ), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1990). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1975; педагогы Л.Ф.Мөғтәбаров). Ул төрки халыҡтары тарихы, мосолман мәҙәниәте, уның символдарын киң мәғәнәлә ҡарау яҡлы. Ижадында милли әҙәбиәткә, фольклорға һәм донъя...

ЛАТЫШ Валентин Мефодиевич

ЛАТЫШ Валентин Мефодиевич (20.11.1917, Екатеринослав губернаһы Бәләкәй Токмачка а. — 15.9.1990, Куйбышев ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған геологы (1974). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Днепропетровск тау институтын тамамлаған (1940). 1952 й. алып Башҡортостан территориаль геология идаралығының...

ЛАТЫШТАР

ЛАТЫШТАР (үҙ атамаһы латвиеши), халыҡ, Латвияның төп халҡы. Л. һаны 1989 й. СССР‑ҙа — 145,9 мең, РСФСР‑ҙа — 46,8 мең, Латвия ССР‑ында — 1387,7; 2002 й. РФ‑та — 28,5 мең, 2010 й. — 18,9 мең кеше. Башҡортостанда 1989 й. — 1956 кеше; БР‑ҙа 2002 й. — 1508, 2010 й. — 1117 кеше. Айырыуса (2010 й. мәғлүмәттәр...

ЛАТЫШТАР ЙӘМӘҒӘТ ОЙОШМАҺЫ

ЛАТЫШТАР ЙӘМӘҒӘТ ОЙОШМАҺЫ, БР‑ҙа латыш мәҙәниәтен тергеҙеү, латыш телен, милли традицияларҙы, йолаларҙы, ҡулланма сәнғәтте, халыҡ кәсептәрен һаҡлау һәм өйрәнеү маҡсатында булдырыла. 1996 й. Респ. латыш милли‑мәҙәни үҙәге булараҡ асыла, 2004 й. алып Башҡортостан Республикаһының Латыштар йәмәғәт ойошмаһы....

ЛАУРЕР ТУКНЕРАРИЯҺЫ

ЛАУРЕР ТУКНЕРАРИЯҺЫ (Tuckneraria laureri), пармелия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лишайниктар төрө. Талломы япраҡ рәүешле, аныҡ булмаған формала, үҙәгендә яҡшы беркетелгән, ситтәре ирекле. Айырсаларының оҙонлоғо 1,5—5 см, киңлеге 5—10 мм, тәрән бүлкәтле. Талломының өҫкө йөҙө асыҡ һары йәки йәшкелт‑һары...

ЛАЧИНОВ Алексей Николаевич

ЛАЧИНОВ Алексей Николаевич (25.11.1952, Өфө ҡ.), физик. Физика‑математика фәндәре докторы (1999). БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2019). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институтында эшләй: 1989 й. алып өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1995 й. — лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта...

ЛАЯШТЫ, Илеш р‑нындағы ауыл

ЛАЯШТЫ, Илеш р‑нындағы ауыл, Ишҡар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 21 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 127 км алыҫлыҡта Лаяшты й. (Ағиҙел й. басс.) буйында, Мәскәү—Өфө автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 845 кеше; 1920 — 1016; 1939 — 891; 1959 — 583; 1989 — 419; 2002 — 412; 2010 — 460 кеше....