Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“АШҠАҘАР”, предприятие

“АШҠАҘАР”, ҡошсолоҡ фабрикаһы, ЯСЙ, “Урал‑Волга буйы агросәнәғәт төркөмө” ЯСЙ составына инә. Йомортҡа һәм ҡош ите етештереүгә махсуслаша. Стәрлетамаҡ ҡ. урынлашҡан. “А.” составына 22 төп етештереү цехы инә; ярҙамсы цехтар: йомортҡаларҙы сорттарға айырыу һәм ҡаптарға һалыу (1971 й. нигеҙ һалына), һуйыу...

“ӘБЙӘЛИЛ”, Әбйәлил р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Дәүләт ауылы

“ӘБЙӘЛИЛ”, Әбйәлил р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Дәүләт ауылы. 1961 й. 22‑се партсъезд ис. к‑з булараҡ ойошторола, 1991 й. алып Әбйәлил тәж.‑производство хужалығы, 2001й. —“Ә.” МУАХП, 2006 й. ябыла. Урман‑дала һәм Урал аръяғы дала зоналары өсөн игенселек һәм малсылыҡ өлкәһендә БНИИСХ‑ның эксперименталь...

“ӘҒЛИ”, крәҫтиән (фермер) хужалығы

“ӘҒЛИ”, крәҫтиән (фермер) хужалығы. Шишмә р‑нында урынлашҡан. Складтары, иген ырҙындары һ.б. бар. 2009 й. 80 кеше эшләгән. Ер майҙаны — 6277 га,ш.иҫ.һөрөнтө ерҙәр — 4437 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 34, картуф — 325, йәшелсә культуралары — 491. Етештереү (т): иген — 865,2, картуф — 14000,...

“ӘҘӘБИ УДАР”, гәзит

“ӘҘӘБИ УДАР”, гәзит. Башҡортостан пролетар яҙыусылар ассоциацияһы органы, 1932 й. майынан БАССР Яҙыусылар союзының ойоштороу ком‑ты органы. 1931 й. апр. алып 1933й.ғин.тиклемӨфөлә10көнгә 1 тапҡыр башҡорт телендә сыға. Гәзит биттәрендә СССР‑ҙа һәм респ. әҙәби хәрәкәттең маҡсат һәм бурыстары, төрлө пр‑тиелар...

“ӘЙЛЕСТАН”, ижт.‑сәйәси гәзит

“ӘЙЛЕСТАН”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары – БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Дыуан хәбәрҙәре” редакция‑нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. 2007 й. сент. алып Дыуан р‑нының Мәсәғүт а. аҙнаһына 3 тапҡыр башҡорт телендә сыға. Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

“БАБИЧ”, журнал

“БАБИЧ”, рәсемле әҙәби, ижтимағи‑сәйәси, сатирик журнал. Нәшриәтсе‑мөхәррирҙәре: Д.Юлтый, И.Рәмиев, Н.Ҡадиров. 1922—23 йй. Өфө ҡ. иҫке башҡ. телендә сыға, “Октябрьский натиск” типографияһында (ҡара: Өфө полиграфкомбинаты) баҫыла. 1922 й. 1 мең дана тираж менән 2 һаны (ноябрҙә һәм декабрҙә) сыға. Журнал...

“БАБСАҠ МЕНӘН КҮСӘК”, эпос

“БАБСАҠ МЕНӘН КҮСӘК”, башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, эпос. Төп геройҙары Бабсаҡ бей һәм Ҡарағөлөмбәт образдарын һәм ваҡиғаларҙы ҡапма‑ҡаршы трактовкалауҙары м‑н айырылған ҡыпсаҡ (“Күсәк бей”) һәм бөрйән (“Бабсаҡ бей менән Ҡарағөлөмбәт бей”) версияларында билдәле. Ҡыпсаҡ версияһын тәүге тапҡыр 1916 й....

“БАҘЫ”, АХПК

“БАҘЫ”, АХПК. Саҡмағош р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Йомаш ауылы. “Б.” составында 7 үҫемлекселек бригадаһы, 8 һөт‑тауар фермаһы, 8 йәш һыйыр малын үҫтереү һәм һимертеү фермаһы, 6 тирмән һ.б. бар. 2010 й. 650 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәре майҙаны 32000 га, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 21755 га. Уңдырышлылыҡ...

“БАЙМАКСКИЙ ВЕСТНИК”, гәзит

“БАЙМАКСКИЙ ВЕСТНИК” (“Баймаҡ хәбәрҙәре”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусыһы — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы. Баймаҡ ҡ. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1931 й. “Ҡыҙыл Баймаҡ” булараҡ башҡ. телендә нәшер ителә башлай. 1955 й. “Баймакский рабочий” гәз. [“Баймаҡ эшсеһе”; урыҫ...

“БАЙМАҠ-МЕБЕЛЬ”

“БАЙМАҠ-МЕБЕЛЬ”, мебель етештереү пр‑тиеһы. 1969 й. район сәнәғәт комб‑тының мебель цехы базаһында Баймаҡ мебель ремонтлау һәм эшләү ф‑каһы булараҡ нигеҙ һалына, 1992 й. алып “Мебельщик” ЯСШ, 1996 й. — “Б.-м.” ААЙ, 2004 й. ябыла. Составына (1999) әҙерләү (1969 й. нигеҙләнгән) һәм эшкәртеү-йыйыу (1991)...

“БАЙРАМҒОЛ”, спорт клубы

“БАЙРАМҒОЛ”, “Байрамғол” с‑зының спорт клубы. Учалы р‑ны Уральск а. урынлашҡан. 1969 й. асыла. Футбол майҙаны, йүгереү юлдары, хоккей һәм 2 волейбол майҙансығы булған стадионы бар. Ауыр атлетика, волейбол, еңел атлетика, саңғы ярышы, футбол, шахмат секциялары эшләй. 7 СССР һәм Рәсәй спорт мастеры әҙерләнгән....

“БАЙЫҠ”, бейеү

“БАЙЫҠ”, башҡ. халыҡ бейеүе (яңғыҙ башҡарыла). Шул уҡ исемле йырҙың аныҡ марш ритмы, квадрат структураһы, киң һикерешле йөрөштәр м‑н айырылып тороусы көйө (тәү башлап С.Г.Рыбаков тарафынан 1892 й. яҙып алына, “Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары, уларҙың көнкүреше тураһындағы очерк менән” китабында...

“БАКАЛИНСКИЕ ЗОРИ”, гәзит

“БАКАЛИНСКИЕ ЗОРИ” (“Баҡалы таңдары”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары – БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Ауыл таңдары” редакция‑нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Баҡалы р‑ны Баҡалы а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ һәм татар (“Авыл таңнары” – “Ауыл таңдары”) телдәрендә сыға. 1931 й....

“БАЛА ҠАРҒА”

“БАЛА ҠАРҒА”, башҡ. инструменталь көйө. Тәүге тапҡыр А.С.Ключарёв тарафынан 20 б. 30‑сы йй. яҙып алына, “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтырыла. Инструменталь көйҙөң берҙән‑бер вокаль версияһы К.М.Дияровтан яҙып алына һәм “Сал Уралдың моңдары” (1988) китабында баҫыла. Көйҙө башҡарыу алдынан бер...

“БАЛТАЧ ТАҢНАРЫ”, гәзит

“БАЛТАЧ ТАҢНАРЫ” (“Балтас таңдары”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Балтас р‑ны Иҫке Балтас а. аҙнаһына 2 тапҡыр татар телендә сыға. 1931 й. сент. башҡ. телендә “Генераль һыҙыҡ өсөн”...

“БАШГРАЖДАНСТРОЙ”, пр‑тие

“БАШГРАЖДАНСТРОЙ”, торлаҡ, соц.‑мәҙәни һәм көнкүреш тәғәйенләнешле объекттар төҙөү пр‑тиеһы. 1971 й. Өфөлә “Б.” тресы булараҡ нигеҙ һалына, 1994 й. алып ААЙ, 2009 й. ябыла. Составына 1‑се төҙөлөш идаралығы (1971 й. тиклем трест №21 составында), 2‑се төҙөлөш идаралығы һәм 8‑се төҙөлөш идаралығы (1971 й....

“БАШЖИЛКОММУНПРОЕКТ”

“БАШЖИЛКОММУНПРОЕКТ” Башҡортостан Республикаһы проект институты, ДУП. Өфөлә урынлашҡан. 1971 й. “Башремстройпроект” респ. проект контораһы булараҡ асыла, 1979 й. алып “Б.” проект контораһы, 1988 й. хәҙ. статусын ала, 2003 й. хәҙ. исемен йөрөтә (1998 й. башлап ДУП). Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — торлаҡ-граждан,...

“БАШЗОЛОТО”, пр-тие

“БАШЗОЛОТО”, 1) трест. 1922 й. Йылайыр кантонында урынлашҡан алтын табыу пр‑тиеларын берләштергән Башҡ‑н тау тресы (Башгортрест) булараҡ ойошторола; 1929 й. — Башҡ‑н алтын-баҡыр комб‑тына, 1931 й. 1‑се Башҡ‑н алтын‑баҡыр комб‑тына үҙгәртелә. 1932 й. 1‑се һәм 2‑се (1931 й. асылған һәм тармаҡтың Учалы...

“БАШЗООВЕТСНАБ”, пр-тие

“БАШЗООВЕТСНАБ”, ААЙ. Биологик препараттар, дезинфекциялау һәм дауалау саралары, ш. уҡ зоотехник һәм ветеринар тәғәйенләнешле ҡорамалдар һатыуҙы тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. Дәүләкән, Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Яңауыл ҡҡ., Дыуан р‑ны Мәсәғүт а. филиалдары бар. 2009 й. 101 кеше эшләгән; тауар...

“БАШИНВЕСТБАНК”

“БАШИНВЕСТБАНК” инновация төҙөлөш банкыһы, ЯСЙ. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. ойошторола. Ҡиммәтле ҡағыҙҙар м‑н банк операцияларын (ҡара: Банкылар, Коммерция банкыһы), иҫәп-хисап һәм касса аша хеҙмәтләндереүҙе, юридик (бәләкәй һәм урта бизнес пр‑тиелары) һәм физик шәхестәрҙе кредитлауҙы, депозит операцияларын...