Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТӘВКИЛЕВТӘР

ТӘВКИЛЕВТӘР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүселәр — Дәүләтмәмәт, Уразлай, Уразмәмәт мырҙалар. Дәүләтмәмәт Т. Ярославль өйәҙендә хеҙмәт иткән, Владимир һәм Ярославль өйәҙҙәрендә поместьеһы булған. Уның улдары: Мәмеш, Болош, Сәфәр һәм Мәмәт. 17 б. — 18 б. башында Т. мырҙаларға Владимир, Ҡасим,...

ТЕЛЯТЕВТАР

ТЕЛЯТЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Василий Алексеевич Т. (?—1643). Өфөгә хеҙмәткә Ҡазандан күсерелә. 1632 й. түләүле (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) хәрби хеҙмәткә алына. 1633 й. Соҡалаҡ й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйындағы поместье (17 сирек ер) м‑н бүләкләнә. Тур яланындағы...

ТЕРЕҒОЛОВТАР

ТЕРЕҒОЛОВТАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — мырҙа Йәнекәй Ҡолдашевтың (ҡара: Йәнекәевтәр) улы Тереғол Йәнекәй улы Ҡолдашев, 16 б. 2‑се ярт. Ҡасим батшалығының Темников ҡ. хеҙмәт итә. Уның улдары: Тенәш (Теребирҙе), Уразай, Теләш, Көсәкәй Т. 1625 й. хәрби хеҙмәттәре өсөн уларға дворян дәрәжәһе...

ТИМАШЕВТАР

ТИМАШЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Ырымбур тармағына нигеҙ һалыусылар — ағалы‑ҡустылы: Михаил Лаврентьевич Т. (1714—?), 1736 й. алып Шишмә драгун, 1738 й. — Алексеевск пехота полктарында (ҡара: Ландмилиция) хеҙмәт итә. Воронеж губ. поместьеһы (крәҫтиәндәрһеҙ) була; Иван Лаврентьевич Т. (1716—?), подполковник....

ТОПОРНИНДАР

ТОПОРНИНДАР, дворяндар нәҫеле. Ырымбур тармағына нигеҙ һалыусы — Степан Егорович Т., капитан. Сембер губ. Сызрань өйәҙе алпауыты. 1790 й. Өфө өйәҙе Ҡаңлы улусы аҫаба башҡорттарынан ер һатып ала, унда Степан а. (хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны ш. уҡ исемле ауылы) нигеҙ һала. 1795 й. 206 крепостной крәҫтиәне...

ТӨПӘЕВТӘР

ТӨПӘЕВТӘР, дворяндар нәҫеле. Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Өсбүлә а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) мишәрҙәре. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Миндәй Төпәев. 19 б. башында (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1776 й.) дворян дәрәжәһе бирелә. Уның иң билдәле улдары: Ардыуан Миндәй улы Т. (1757—?), йорт старшинаһы; Иғдисам Миндәйулы...

ТРЕТЬЯКОВТАР

ТРЕТЬЯКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Игнатий Т., атлы стрелец. 1635 й. Ф.И.Каловский (ҡара: Каловскийҙар) етәкс. дворяндар отряды составында ҡалмыҡтарҙың Өфө өйәҙенә барымтаһына ҡаршы Урал аръяғына ебәрелә. Уның улдары: Василий Игнатьевич Т. 1665 й. түләүле (поместье һәм аҡсалата...