Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КОЛОКОЛЬЦЕВТАР

КОЛОКОЛЬЦЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Пётр Григорьевич К., капитан. 1907 й. Ҡазандан Өфө гарнизонына күсерелә. Ҡазан өйәҙендә поместьеһы була. Уның улдары: Алексей Петрович К., 1742 й. түләүле (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) хәрби хеҙмәткә алына; Михаил Петрович К., каптенармус....

КӨСӨКӨВТАР

КӨСӨКӨВТАР, дворяндар нәҫеле. Силәбе өйәҙе (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) Барын-Табын улусы Иҫәнгилде а. башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Көсөк, сотник. Уның улы — Ҡолой (Мөхәмәтҡолой) К. (1764 й. — 1840 й. һуң), 10‑сы класлы чиновник (1821). Рус-прус-француз һуғышында (1806—07) ҡатнашыусы. 1800—25 йй....

КУБЛИЦКИЙҘАР

КУБЛИЦКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Иван Иванович К., Смоленск шляхтаһынан (ҡара: Полоцк һәм Смоленск шляхтаһы). 1674 й. Смоленск ҡ. Ҡазан өйәҙенең Яңы Шишмә ҡәлғәһенә күсерелә. Сит ил хеҙмәтле кешеләре (ҡара: Яңы суҡындырылған һәм сит ил кешеләре исемлегенә ингән хеҙмәтле...

КУРОВСКИЙҘАР

КУРОВСКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Никифор Афанасьевич К., баяр балаларынан. 1654 й. түләүле хәрби хеҙмәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) алына. Семён Афанасьевич К., баяр балаларынан. 1687 й. һәм 1689 й. Ҡырым походтарында ҡатнаша. 1654 й. 350 сирек ер поместье оклады...

КУРЧЕЕВТАР

КУРЧЕЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Остап К., Полоцк шляхтаһынан (ҡара: Полоцк һәм Смоленск шляхтаһы). Тулала, Мәскәүҙә, 1638 й. алып Өфөлә хеҙмәт итә. Ҡалмыҡтарҙың Өфө өйәҙенә һөжүмен ҡайтарыуҙа, башҡорт ихтилалын (1681—84) баҫтырыуҙа ҡатнаша. Уның улдары: Иван Остапович К.,...

ҠАРАМЫШЕВТАР

ҠАРАМЫШЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар а. (Ишембай р‑ны) башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Ҡармыш баба (ҡара: Ҡармыш). Билдәлеләре: Байслан Аҡкөбәк улы Ҡ., йорт старшинаһы. Рус-швед һуғышында (1788—90) ҡатнаша. Ҡылыс м‑н бүләкләнә; Рәхмәтулла Әбделкәрим улы Ҡ. (1804—?), зауряд-...

ҠОТЛОБАЕВТАР

ҠОТЛОБАЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Ырымбур губ. Бөрө өйәҙе Йәлдәк улусы Кәмил а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Зөбәйер Ҡ., 1823— 35 йй. 10‑сы башҡ. кантоны башлығы; уның улдары Ноғман Зөбәйер улы Ҡ. (1809, Кәмил а. — ?), хорунжий. 1816 й. алып хәрби хеҙмәттә була, 10‑сы башҡ....

ҠУДАШЕВТАР

ҠУДАШЕВТАР, кенәздәр нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Яфай Ҡ. (16 б. 1‑се ярт.), мырҙа. Әбдүк Илек улы Ҡ. һәм Яҡуп Илек улы Ҡ. 18 б. 60‑сы йй. Тамбов наместниклығының Темников өйәҙенән Ырымбур губернаһына күсеп килә. Әбдүк Илек улы Ҡ. улы — Йүҫкәй (Йүҫпәй, Йосоп) Әбдүк улы Ҡ. (1739/1740—? ), мырҙа....

ҠЫУАТОВТАР

ҠЫУАТОВТАР, дворяндар нәҫеле (кенәз Бикбовтарға барып тоташа). Нәҫелде башлап ебәреүсе — Ҡыуат Кинйәғолов, Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы старшинаһы. 1736 й. алып билдәле. Башҡорт ихтилалында (1755—56) ҡатнашыусы. Ихтилал баҫтырылғандан һуң 2 йыл Кесе һәм Урта йөҙ ҡаҙаҡтарында йәшеренеп йөрөй. 1754 й....

ЛЯХОВТАР, дворяндар нәҫеле

ЛЯХОВТАР, дворяндар нәҫеле. Ырымбур тармағына нигеҙ һалыусы — Пётр Васильевич Л., капитан, Ырымбур пехота полкында хеҙмәт иткән. 1785 й. Ырымбур юғары земство суды заседателе. Уның улдары: Иван Петрович Л., Быҙаулыҡ өйәҙендә 293 алпауыт крәҫтиәне йәшәгән Петровка а. хужа була; Василий Петрович Л., поручик;...

МУТИНДАР

МУТИНДАР, дворяндар нәҫеле. Ҡазан даруғаһы Гәрә улусы Таҡталасыҡ а. (хәҙ. ТР‑ҙың Аҡтаныш р‑ны) башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Мөтә Йәнырыҫов, Гәрә улусы старшинаһы, 1745 й. алып билдәле. Уның улы Тимер М. (? — 1759 й. дек., С.‑Петербург), сотник, Гәрә улусы старшинаһы. Ете йыллыҡ һуғышта (1756—63)...

НАЙДЁНОВТАР

НАЙДЁНОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Семён Н., 1638 й. Өфөлә яңы суҡындырылған хеҙмәтле кеше (ҡара: Яңы суҡындырылған һәм сит ил кешеләре исемлегенә ингән хеҙмәтле кешеләр). Уның улдары: Василий Семёнович Н. (1637—?), 1661 й. яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр исемлеге б‑са түләүле...

НЕПЕЙЦЫНДАР

НЕПЕЙЦЫНДАР, Н е п е й ц о в т а р, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Василий Никитич Н. 1646 й. Өфө гарнизонын көсәйтер өсөн Ҡазандан ебәрелгән отряд составында Өфөгә килә. 1648 й. түләүле хәрби хеҙмәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) алына. Ҡатыны Домна Гладышеваның (Гладышевтар нәҫеленән)...

НОВИКОВТАР

НОВИКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Иван Гаврилович Н. (1730—?), Ырымбур пехота полкында хеҙмәт итә. 1780 й. Боғорослан өйәҙ суды заседателе. Боғорослан өйәҙендә Новиковка а. хужа була. Уның улдары: Алексей Иванович Н. (1765—?), титулярный советник. 1790 й. Өфө выждан суды ағзаһы;...

НУҒАЙБӘКОВТАР

НУҒАЙБӘКОВТАР, кантон башлыҡтары. Бөгөлмә өйәҙе Юрмый улусы Урсай а. (ТР‑ҙың Аҙнаҡай р‑ны) башҡорттары. Көрмәнкәй Н. билдәле, 1803—20 йй. 12‑се башҡ. кантоны башлығы була. Уның улы — Шаһингәрәй Көрмәнкәй улы Н. (1790—?), сотник (1829), 1820—36 йй. 12‑се башҡ. кантоны башлығы. 1836 й. вазифаһынан алына,...

ӨМӨТБАЕВТАР

ӨМӨТБАЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Нуғай даруғаһы Йомран-Табын улусы Ибраһим а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Өмөтбай Мырҙашев. 1683 й. Йомран-Табын улусы ерҙәрен биләүгә батша грамотаһы ала. Үҙ улусы‑ нан аманат була. Ө. нәҫеленән иң билдәлеләре: Көҫәпҡол Ғәббәс улы Ө....

ПЕКАРСКИЙҘАР

ПЕКАРСКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Николай П., 16 б. аҙ. Речь Посполитаянан рус хеҙмәтенә килә. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Григорий Иванович П. Баяр балаларынан. 1646 й. Ҡазандан Өфөгә ҡалмыҡ эштәре б‑са ебәрелә. 1652 й. уның поместье оклады 300 сирек ер тәшкил итә, Шаҡша й....

ПИСЕМСКИЙҘАР

ПИСЕМСКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Венедикт (Бишенсе) П., баяр балаларынан. 1603 й. Соҡалаҡ й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында 25 сирек ер алған, 1630 й. унда алпауыт ауылы барлыҡҡа килгән. Уның улы Гаврила Венедиктович П. (?—1687), 1630 й. түләүле хәрби хеҙмәткә (поместье һәм...

ПОГОРСКИЙҘАР

ПОГОРСКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Лаврентий (Шувалко) П., яңы суҡындырылған һәм сит ил кешеләре исемлегенә ингән хеҙмәтле кешеләрҙән. 16 б. аҙ. Кадом өйәҙенең Кадом ҡәлғәһендә хеҙмәт иткән. Уның улдары: Андрей Лаврентьевич һәм Кондратий Лаврентьевич П. Болалы ваҡытта (16...

РЕБЕЛИНСКИЙҘАР

РЕБЕЛИНСКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Семён Р. (?—1807), протоиерей. Р.Г.Игнатьевтың мәғлүмәттәре б‑са, Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) осоронда Өфөнөң баш күтәреүселәр тарафынан ҡамалыуы т‑да яҙып ҡалдырған. Уның улдары: Пётр Семёнович Р. (1753—1810), Троица сиркәүе настоятеле,...