Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БҮЛӘКОВ Флорид Миңлемулла улы

  БҮЛӘКОВ Флорид Миңлемулла улы (23.2.1948, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Оло Шаҙы а. — 18.1.2015, Өфө), драматург. БР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (2013), БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1992). Бөрө пед. ин‑тын тамамлаған (1973). 1969 й. алып “Эрвел” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең муз. етәксеһе,...

ВӘЛИЕВ Лек Вәли улы

  ВӘЛИЕВ Лек Вәли улы (19.4.1935, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Раевка ҡсб — 23.3.1992, Өфө), режиссёр. РСФСР‑ҙың (1978) һәм БАССР‑ҙың (“Ай тотолған төндә”, М.Кәрим). Зөбәржәт — Л.М.Солтанова (1972) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1966). Мәскәү ер төҙөлөшө инженерҙары ин‑тын (1959), Ленинград...

ВӘЛИТОВ Заһир Суфиян улы

  ВӘЛИТОВ Заһир Суфиян улы [1.11.1940, БАССР‑ҙың Йомағужа районы Вәлит ауылы (БР‑ҙың Күгәрсен районы) — 17.2.2019, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], актёр. РФ‑тың (2000) һәм БАССР‑ҙың (1984) халыҡ, РСФСР‑ҙың (1989) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡаҙанған артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1966). Өфө сәнғәт...

ГОЛДОБИН Сергей Анатольевич

ГОЛДОБИН Сергей Анатольевич (22.9.1954, Горький ҡ. — 21.1.2011, Өфө), архитектор. РФ‑тың почётлы (2005), БР‑ҙың атҡ. (1992) архитекторы. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1985). В.П.Чкалов ис. Горький инженерлыҡ-төҙөлөш ин‑тын тамамлағандан һуң (1976) “Башкиргражданпроект” ин‑тының 5‑се оҫтаханаһы архитекторы,...

ГОЛДОБИНА Светлана Борисовна

ГОЛДОБИНА Светлана Борисовна (21.2.1953, Горький ҡ.), архитектор. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1985). В.П.Чкалов ис. Горький инженерлыҡ-төҙөлөш ин‑тын тамамлағандан һуң (1976) “Башкиргражданпроект” ин‑ты архитекторы, 1990 й. алып С.А.Голдобиндың “Архпроект” ЯАЙ оҫтаханаһының төп архитекторы, 2005 й. —...

ҒАРИПОВ Рәми Йәғәфәр улы

ҒАРИПОВ Рәми Йәғәфәр улы [12.2.1932, БАССР‑ҙың Үрге Ҡыйғы р‑ны Арҡауыл а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) — 20.2.1977, Өфө], шағир, тәржемәсе. БССР‑ҙың халыҡ шағиры (1992). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1960). М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1955) 1957 й. тиклем һәм 1962—67 йй. “Совет Башҡортостаны”...

ҒАФАРОВ Фидан Сафа улы

ҒАФАРОВ Фидан Сафа улы (12.10.1947, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Яңы Уртай а.), актёр. РСФСР‑ҙың  (1984), БАССР‑ҙың (1980) һәм ТР‑ҙың (1994) халыҡ, БАССР‑ҙың атҡ. (1972) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1966; И.Х.Йомағолов курсы) БАДТ актёры. Сағыу индивидуаллеккә эйә, башлыса лирик-драматик...

ҒӘБИТОВ Риф Фәтих улы

ҒӘБИТОВ Риф Фәтих улы (5.12.1952, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Аҙналы а.), бейеүсе, балетмейстер. Ф.Ғ.Ғәбитовтың улы. БР‑ҙың халыҡ (1994), БАССР‑ҙың атҡ. (1989) артисы. БДУ‑ны тамамлаған (1978). 1974—95 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 2000 й. алып художество етәксеһе, 2003 й. —...

ҒӘЗИЕВ Иҙрис Мөҙәрис улы

ҒӘЗИЕВ Иҙрис Мөҙәрис улы (21.4.1960, БАССР‑ҙың Ауырғазы районы Ҡорманай а.), йырсы (тенор). Сәнғәт фәндәре кандидаты (2009). РФ‑тың атҡаҙанған (1999), БР‑ҙың (1993) һәм ТР‑ҙың (2002) халыҡ, БАССР‑ҙың атҡаҙанған (1989) артисы, БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2000). ӨДСИ‑не (1986; М.Ғ.Мортазина класы), Рәсәй...

ҒӘЗИЗОВ Юнир Хәсән улы

ҒӘЗИЗОВ Юнир Хәсән улы (17.1. 1950, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а. — 15.5.2006, Өфө), цирк артисы, һауа гимнасы. БАССР‑ҙың халыҡ (1984) һәм атҡ. (1979) артисы. Т.Х.Ғәзизовтың ҡустыһы. Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. цирк студияһын тамамлағандан һуң (1973) Башҡ. цирк коллективы артисы (1982—90 йй....

ҒӘЗИЗОВА Гүзәл Мостафа ҡыҙы

ҒӘЗИЗОВА Гүзәл Мостафа ҡыҙы (2.12.1954, Ырымбур ҡ.), цирк артисы, һауа гимнасы. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1982). Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. цирк студияһын тамамлағандан һуң (1973) 1997 й. тиклем Мәскәүҙә Рәсәй дәүләт цирк компанияһында (1990 й. тиклем Башҡ. цирк коллективы составында) эшләй. Ю.Х.Ғәзизов...

ҒӘЙНЕТДИНОВ Миңләхмәт Ишмөхәмәт улы

ҒӘЙНЕТДИНОВ Миңләхмәт Ишмөхәмәт улы (22.4.1946, БАССР‑ҙың Балаҡатай р‑ны Миҙәт а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Яңыбай а.), баянсы. БАССР-ҙың халыҡ (1987) һәм атҡ. (1977) артисы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1975; В.Ф.Беляков класы). 1967— 96 йй. Башҡ. филармонияһы солисы, концертмейстеры, бер үк ваҡытта 1983—85 йй....

ҒӘЙНЕТДИНОВ Юлай Ишбулды улы

ҒӘЙНЕТДИНОВ Юлай Ишбулды улы (8.1.1954, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Үрге Таулыҡай а.), ҡурайсы, фольклорсы. БР‑ҙың халыҡ артисы (1994). РФ‑тың (2003), БАССР‑ҙың (1988) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Ҡурайсылар союзы ағзаһы (1998). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) шунда уҡ эшләй, 1978 й. алып БАССР‑ҙың Статистика идаралығы...

ҒӘСКӘРОВ Ф. ИСЕМЕНДӘГЕ ХАЛЫҠ БЕЙЕҮҘӘРЕ АНСАМБЛЕ

ҒӘСКӘРОВ Ф. ИСЕМЕНДӘГЕ ХАЛЫҠ БЕЙЕҮҘӘРЕ АНСАМБЛЕ, 1938 й. БАССР‑ҙың Театр-тамаша предприятиелары идаралығының (1939 й. алып Башҡорт филармонияһының) Концерт эстрада бюроһы Башҡ. бейеү, йыр һәм музыка ансамбленең бейеү коллективы (нояб. алып халыҡ бейеүҙәре ансамбле; ХБА) булараҡ ойошторола, 1940 й. башлап...

ҒӘСКӘРОВ Фәйзи Әҙһәм улы

ҒӘСКӘРОВ Фәйзи Әҙһәм улы (21.10.1912, Бөрө ҡ. — 18.6.1984, Өфө), балетмейстер, бейеүсе. РСФСР-ҙың (1955) һәм БАССР-ҙың (1944) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. СССР-ҙың Ҙур театры эргәһендәге хореография техникумында уҡыған (1928—32; педагогы И.А.Моисеев). 1932—37 йй. Башҡ. театр-художество уч‑щеһында уҡыта, бер...

ҒИЛӘЖЕВ Ғабдулла Ғабдрахман улы

  ҒИЛӘЖЕВ Ғабдулла Ғабдрахман улы [1.2.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡаңны‑Төркәй а. (БР‑ҙың Бүздәк районы) — 7.1.1997, Өфө ҡ.], актёр, режиссёр, педагог. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1973). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1952). Х.Ғиләжевтең ҡустыһы. Башҡ. театр-художество училищеһын (1948;...

ҒИЛӘЖЕВ Хәким

ҒИЛӘЖЕВ Хәким [Ғиләжев Лоҡман-Хәким Ғабдрахман улы; 1.3.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡаңны-Төркәй а. (БР-ҙың Бүздәк р-ны) — 14.11.1997, Өфө], яҙыусы. РСФСР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1983). Яҙыусылар союзы ағзаһы(1950). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ғ.Ғ.Ғиләжевтең ағаһы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед....

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Камил Ғөбәй улы

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Камил Ғөбәй улы (9.12.1949, Ишембай ҡ. — 15.7.2017, шунда уҡ), график. РФ‑тың (2004) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1979). П.П.Беньков ис. Ташкент художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1969) Ташкентта, 1980 й. алып Ишембайҙа эшләй. 1992—96 йй. Рәсәй һынлы сәнғәт...

ДАВЫДЕНКО Андрей Владимирович

ДАВЫДЕНКО Андрей Владимирович (18.5.1971, Өфө), архитектор. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1999). ӨДНТУ-ны тамамлағандан һуң (1995) “Арх- проект” ЯАЙ архитекторы, 2005 й. алып оҫтахана нач., 2010 й. — ген. директоры. 1995—2000 йй. Өфөләге Үрге Сауҙа майҙанын һәм Каруанһарай бинаһын реконструкциялауҙа ҡатнаша...

ДӘҮЛӘТШИН Вәкил Вәғиз улы

ДӘҮЛӘТШИН Вәкил Вәғиз улы [10.3.1949, БАССР‑ҙың Покровка р‑ны Арҡауыл а. (БР‑ҙың Благовещен р‑ны)], архитектор. РФ‑тың почётлы архитекторы (2002). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1997). Мәскәү архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (1973) “Башкиргражданпроект” ин‑ты (Өфө) архитекторы; 1976 й. алып Түб. Варта ҡ....