Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИЛЬЯСОВ Барый Ғәле улы

ИЛЬЯСОВ Барый Ғәле улы (13.6.1939, БАССР‑ҙың Хәйбулла районы Бүребай ҡсб), инженер‑электромеханик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2006), техник фәндәр докторы (1983), профессор (1985). РФ‑тың (1994) һәм БР‑ҙың (1990) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, БАССР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1980), РФ‑тың...

ИСМӘҒИЛЕВ Рафаэль Ришат улы

ИСМӘҒИЛЕВ Рафаэль Ришат улы (25.3.1951, БАССР-ҙың Нуриман р-ны Байгилде а.), агроном. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1998), а.х. ф. д‑ры (1992), проф. (1993). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2000), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2010). Р.С.Исмәғилевтең улы. БАХИ-ны тамамлағандан һуң (1973) Нуриман үҫемлектәрҙе...

ЙӘНЕКӘЕВ Зөфәр Ирғәли улы

ЙӘНЕКӘЕВ Зөфәр Ирғәли улы (4.3.1951, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны 1‑се Моҡас а.), хоҡуҡ белгесе. БР ФА-ның мөхбир ағзаһы (2012), юридик ф. д‑ры (2004). БР‑ҙың атҡ. юрисы (2001). Свердловск юридик ин‑тын тамамлағандан һуң (1973) БАССР‑ҙың прокуратура органдарында эшләй, 1978 й. алып Сибай ҡала халыҡ депутаттары...

КАЗАНЦЕВ Юрий Васильевич

КАЗАНЦЕВ Юрий Васильевич (7.12.1935, БАССР‑ҙың Мәләүез районы Мәләүез а., хәҙер Мәләүез ҡ., — 25.3.2011, Өфө ҡ.), тау инженеры‑геолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1995), геология‑минералогия фәндәре докторы (1983). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983). Кривой Рог тау‑мәғдән институтын тамамлағандан...

КАМИЛОВ Феликс Хөсәйен улы

КАМИЛОВ Феликс Хөсәйен улы (7.11.1940, Ташкент ҡ.), биохимик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), мед. ф. д‑ры (1977), проф. (1979). РФ‑тың (2004) һәм БССР‑ҙың (1991) атҡ. фән эшмәкәре. Силәбе мед. ин‑тын тамамлаған (1964), 1967 й. алып шунда уҡ эшләй. 1978 й. БДМУ‑ла: биол. һәм биоорганик химия каф. мөдире,...

КАРАМОВА Лена Мирза ҡыҙы

КАРАМОВА Лена Мирза ҡыҙы (6.2.1939, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Иҫке Балтас а.), профпатолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), мед. ф. д‑ры (1986), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1992), РФ‑тың (2006) һәм БАССР‑ҙың (1985) атҡ. табибы, Рәсәйҙең Дәүләт санитария‑эпидемиология хеҙмәтенең почётлы хеҙм‑ре...

КЕЙЕКБАЕВ Морат Жәлил улы

КЕЙЕКБАЕВ Морат Жәлил улы (30.11.1959, Өфө), социолог. БР ФА-ның мөхбир ағзаһы (2006), социол. ф. д‑ры (2000), проф. (2003). Ж.Ғ.Кейекбаевтың улы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1982) шунда уҡ эшләй. 1990 й. алып РФА Өфө ФҮ‑лә: ТТӘИ ғилми хеҙм‑ре, 1993 й. башлап Археология һәм этнография музейы м‑н Урал...

КИНЙӘКӘЕВ Әхтәм Рәхмәтулла улы

КИНЙӘКӘЕВ Әхтәм Рәхмәтулла улы (1.1.1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй өйәҙе Бүздәк а., хәҙер БР‑ҙың Бүздәк районы Иҫке Бүздәк а., — 18.1.2017, Өфө ҡ.), тау инженеры‑геолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), геология‑минералогия фәндәре докторы (1966), профессор (1969). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982),...

КРАСИЧКОВ-ТЕРНОВСКИЙ Игорь Фёдорович

КРАСИЧКОВ-ТЕРНОВСКИЙ Игорь Фёдорович (13.2.1935, Мәскәү — 8.3.2012, Өфө), математик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1993), физика‑матем. ф. д‑ры (1974), проф. (1981). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1959) 1962 й. тиклем “Математика” рефератив ж. мөхәррире, 1965—73 йй. Бөтә Союз сит ил әҙәбиәте китапханаһының матем....

КУЧЕРОВ Евгений Васильевич

КУЧЕРОВ Евгений Васильевич [10.5.1924, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Дыуан а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) — 12.7.2005, Өфө], ботаник. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), биол. ф. д‑ры (1974), проф. (1980). РФ‑тың (1991), БАССР‑ҙың (1974) атҡ. фән эшмәкәре. БАХИ‑ны тамамлаған (1946). 1958 й. алып Биол. ин‑тында лаб....

КҮСЕМОВ Салауат Таһир улы

КҮСЕМОВ Салауат Таһир улы (8.3.1942, Кировабад ҡ.), инженер‑электрик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1998), техник ф. канд. (1971), проф. (1991). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре, БР‑ҙың мәғариф отличнигы (бөтәһе лә — 2002). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Т.Т.Күсемовтың...

ҠАҺАРМАНОВ Нурулла Фәрит улы

ҠАҺАРМАНОВ Нурулла Фәрит улы [10.2.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ыҫлаҡ а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 9.10.1996, Өфө], тау инженеры. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), техник ф. д‑ры (1984), проф. (1985). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1978), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1967), РФ‑тың Яғыулыҡ һәм энергетика...

ҠУНАФИН Ғиниәтулла Сәфиулла улы

ҠУНАФИН Ғиниәтулла Сафиулла улы (22.11.1946, БАССР‑ҙың Ғафури районы Сәйетбаба а.), әҙәбиәт белгесе. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2012), филология фәндәре докторы (1998), профессор (1999). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009), БР‑ҙың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ...

ЛЯПИНА Нәфисә Кәбир ҡыҙы

ЛЯПИНА Нәфисә Кәбир ҡыҙы (15.12.1933, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Сахай а.), нефтехимик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1995), химия ф. д‑ры (1983), проф. (1986). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1976). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1955) Яңы Өфө НЭЗ‑ында эшләй. 1956 й. алып СССР ФА БФ‑тың Химия бүлегендә, 1961 й....

МАЗУНОВ Виктор Александрович

МАЗУНОВ Виктор Александрович (4.5.1942, Омск өлк. Исилкүл стан‑ цияһы ҡсб — 4.3.2011, Өфө), физик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1998), физика‑матем. ф. д‑ры (1992), проф. (2002). БДУ‑ны тамамлаған (1965). 1966 й. алып РФА Өфө ФҮ‑лә эшләй: 1978 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1985 й. — Физика һәм матем. бүлеге...

МАЙСТРЕНКО Валерий Николаевич

МАЙСТРЕНКО Валерий Николаевич (8.9.1947, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Новиковка а. — 17.5.2023, Өфө ҡ., БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Бекетов а. ерләнгән), химик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2006), химия фәндәре докторы (1990), профессор (1992). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001). БДУ‑ны тамамлаған (1970),...

МӘСӘҒҮТОВ Рим Хәким улы

МӘСӘҒҮТОВ Рим Хәким улы (20.8.1946, БАССР‑ҙың Дүртөйлө районы Исмаил а.), тау инженеры‑геолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2012), геология‑минералогия фәндәре докторы (2006), профессор (2008). РФ‑тың (2017) һәм БР‑ҙың (2000) атҡаҙанған геологы, Рәсәйҙең почётлы таусыһы (2011), ятҡылыҡты беренсе асыусы...

МӘҮЛИТОВ Миҙхәт Рәхмәтулла улы

МӘҮЛИТОВ Миҙхәт Рәхмәтулла улы [16.2.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Шланлыкүл а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 8.12.2000, Өфө], тау инженеры. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1995), техник ф. д‑ры (1973), проф. (1974). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1988), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1973), СССР‑ҙың нефть...

МИРКИН Борис Михайлович

МИРКИН Борис Михайлович (16.7.1937, Өфө — 9.8.2017, шунда уҡ), фитоценолог, агроэколог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1998), биол. ф. д‑ры (1975), проф. (1976). РФ‑тың (1994), БАССР‑ҙың (1976) атҡ. фән эшмәкәре. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1959) БНИИСХ‑ла эшләй. 1960—61 йй. һәм 1963 й. алып БДУ‑ла (1982—86 йй....

МОЗЖЕРИН Василий Иванович

МОЗЖЕРИН Василий Иванович (12.7.1926, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Ишембәт а. — 20.4.2008, Өфө), ветеринар врач. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), ветеринария ф. д‑ры һәм проф. (1976). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1976), СССР‑ҙың социалистик а.х. отличнигы (1970). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлаған...