Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АБДУЛЛИН Әнүәр Абдулла улы

АБДУЛЛИН Әнүәр Абдулла улы [5.6.1917, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Иҫке Дөмәй а., хәҙер БР‑ҙың Илеш районы Дөмәй а., — 28.10.2002, Өфө ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлаған (Мәскәү ҡ., 1960)....

АБДУЛЛИН Мансур Иҙиәт улы

АБДУЛЛИН Мансур Иҙиәт улы [15.9.1919, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ҡырғыҙ‑Миәкә а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) — 8.6.1996, Өфө], Советтар Союзы Геройы (1943). БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1980), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1970). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған...

АВДОШКИН Семён Егорович

АВДОШКИН Семён Егорович (15.8.1918, Орлов губ. Волосово а. — 9.3.1962, Стәрлетамаҡ ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. июненән Брянск, Көньяҡ‑Көнбайыш, Үҙәк, Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 13‑сө армияның 350‑се ...

АВЕРЬЯНОВ Вячеслав Юрьевич

АВЕРЬЯНОВ Вячеслав Юрьевич (15.9.1959, Белорет ҡ.), лётчик, капитан (1985). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2001). РФ-тың атҡ. һынаусы лётчиғы (2006). Ейск юғары хәрби авиация лётчиктар уч‑щеһын (1980), Һынаусы лётчиктар мәктәбен (Жуковский ҡ., 1986) тамамлаған. 1976—85 йй. Совет Армияһында. 1980—85 йй. Ейск...

АЛЕКСЕЕВ Павел Фёдорович

АЛЕКСЕЕВ Павел Фёдорович (7.7.1912, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Белорет Заводы а., хәҙ. Белорет ҡ., — 28.4.1985, Дондағы Ростов ҡ.), лётчик, подполковник. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ульяновск инструктор‑лётчиктар авиация мәктәбен тамамлаған (1937). 1932—33 йй. һәм 1938—63 йй....

АЛЫМОВ Алексей Михайлович

АЛЫМОВ Алексей Михайлович (18.3.1923, Орлов губернаһы Маслово а. — 22.2.2009, БР‑ҙың Өфө районы Михайловка а.), Советтар Союзы Геройы (1945). РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ырымбур педагогия институтын тамамлаған (1967). 1943 й. октябренән алып 2‑се Балтик буйы һәм 1‑се...

АЛЯЕВ Иван Павлович

АЛЯЕВ Иван Павлович (5.1.1918, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Николаевка а., хәҙ. БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Иҫке Николаевка а., — 21.3.2000, Мәскәү), инженер, полковник (1961). Советтар Союзы Геройы (1940). 1939—40 йй. сов.‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби транспорт акад. тамамлаған (Кострома ҡ.,...

АНДРЕЕВ Кирилл Дементьевич

АНДРЕЕВ Кирилл Дементьевич [7.7.1901, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Баҙлыҡ‑Васильевка а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 2.1.1972, БАССР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Бишбүләк а.]. Советтар Союзы Геройы (1943). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1941—45 йй. Төньяҡ‑Көнбайыш, Воронеж, 1‑се һәм 2‑се Украина фронттарында...

АНИСКИН Михаил Александрович

АНИСКИН Михаил Александрович (19.11.1922, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Костин Күле артеле — 25.6.1944, Белорус ССР‑ының Студёнка а. янында, Пустынки а. ерләнгән), танкист, гвардия лейтенанты (1943). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һарытау танк уч‑щеһын тамамлаған (1943). 1941 й. алып...

АНТИПИН Иван Алексеевич

АНТИПИН Иван Алексеевич (11.9.1921, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Еҙем а., хәҙ. БР‑ҙың Архангел р‑ны Ҡыҙыл Еҙем а., — 21.12.2005, Луцк ҡ., Украина), лётчик, Украина Ҡораллы һауа көстәре генерал‑майоры (2004). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында, 1950—53 йй. Корея һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби‑һауа...

АНТИПИН Филипп Лукьянович

АНТИПИН Филипп Лукьянович [1900, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ямаш а. (БР‑ҙың Бөрө р‑ны) — 26.3.1944, Вознесенск ҡ. янында], Советтар Союзы Геройы (1944). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1918—22 йй. һәм 1942 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. окт. башлап Калинин, Ялан, 2‑се һәм 3‑сө Украина фронттарында...

АНТОШКИН Николай Тимофеевич

АНТОШКИН Николай Тимофеевич (19.12.1942, БАССР‑ҙың Фёдоровка районы Кузьминовка а. — 17.1.2021, Мәскәү ҡ.), лётчик, генерал‑полковник (1994). Советтар Союзы Геройы (1986). Хәрби фәндәр докторы (1996), профессор (1996). РФ‑тың атҡаҙанған хәрби лётчигы (1993). Совет‑Ҡытай сик буйы конфликтында (1969),...

АРТАМОНОВ Владимир Иванович

АРТАМОНОВ Владимир Иванович [20.11.1906, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Требият ҡсб (Силәбе өлк. Ноғайбәк р‑ны) — 29.9.1944, Чита өлк. Хилок ҡсб янында, Чита ҡ. ерләнгән], лётчик, полковник (1943). Советтар Союзы Геройы (1939). 1939 й. Халхин-Гол й. буйында совет‑япон ҡораллы конфликтында, Б.В. һуғышында...

АРЫҪЛАНОВ Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы

АРЫҪЛАНОВ Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы (20.9.1915, Ырымбур губ. ш. уҡ ис. өйәҙе 1‑се Кинйәабыҙ а., хәҙ. БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Кинйәабыҙ а., — 5.1.1945, Венгрия), танкист, гвардия майоры (1944). Советтар Союзы Геройы (1940). Арыҫлановтар нәҫеленән. 1939 й. Көнбайыш Украинала хәрби хәрәкәттәрҙә, 1939—40 йй....

АСЕЕВ Алексей Александрович

АСЕЕВ Алексей Александрович (14.3.1922, Өфө — 10.5.1980, Красноярск ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. алып Карелия фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 7‑се армия 272‑се уҡсылар див. 1063‑сө уҡсылар полкы уҡсыһы рядовой А. 1944 й. 21—23 июнендә Лодейное Поле ҡ. эргәһендә...

АСКИН Ғәйфетдин Ғәфиәт улы

АСКИН Ғәйфетдин Ғәфиәт улы [10.10.1924, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Сураш а. (БР‑ҙың Нуриман р‑ны) — 27.9.2007, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. көҙөнән Сталинград, Дон, Резерв, Ялан, 2‑се һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑се гвардия армияһы...

АХМЕДОВ Михаил Владимирович

АХМЕДОВ Михаил Владимирович (24.4.1925, Яңы Николаевка губ. Васильково а. — 27.8.1989, Воронеж ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1943), полк. (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР ЮС‑ы ис. Мәскәү пехота уч‑щеһын тамамлаған (1957). 1943 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. авг. башлап Үҙәк, 1‑се Белоруссия...

ӘХМӘЛЕТДИНОВ Фазылйән Фазлый улы

ӘХМӘЛЕТДИНОВ Фазылйән Фазлый улы (15.4.1918, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Иҫке Әхмәт а., хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Әхмәт а., — 29.4.1979, шунда уҡ), Советтар Союзы Геройы (1945). 1939—40 йй. совет‑финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1938 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. башлап Көнбайыш, Брянск,...

ӘХМӘРОВ Ғәбит Абдулла улы

ӘХМӘРОВ Ғәбит Абдулла улы [24.2.1921, АСБР‑ҙың Юрматы кантоны Иҫке Сытырман а. (БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны) — 11.4.1996, БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Бала Сытырман а.], артиллерист, лейтенант (1945). Советтар Союзы Геройы (1944). 1‑се Атлы Армия ис. Тамбов Ҡыҙыл Байраҡлы кавалерия уч‑щеһын тамамлаған (1945). 1942 й....

ӘХМӘТЙӘНОВ Зәйнетдин Низаметдин улы

ӘХМӘТЙӘНОВ Зәйнетдин Низаметдин улы [21.9.1897, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Яңғыҙҡайын а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) – 30.1.1990, Өфө], Советтар Союзы Геройы (1944). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1930—41 йй. Ғафури р‑нының “Ҡыҙыл яр” к‑зында эшләй. 1943 й. алып Төньяҡ‑Көнбайыш, 1‑се Украина,...