Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СӘЙЕТОВ Ғабдулхай Сәйет улы

СӘЙЕТОВ Ғабдулхай Сәйет улы [3.4.1924, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Текән а. (БР‑ҙың Балтас районы) — 27.7.2000, БР‑ҙың Тәтешле районы Сорғолдо а.], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Тәтешле районының “Спартак” колхозында эшләй. 1943 й. майынан Үҙәк, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында...

СӘХӘБЕТДИНОВ Риф Рәйес улы

СӘХӘБЕТДИНОВ Риф Рәйес улы (9.12.1955, Өфө ҡ.), лётчик, генерал‑майор (2003). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2001). РФ‑тың атҡаҙанған хәрби лётчигы (2005). Афғанстандағы (1983—84), Тажикстандағы (1994), Төньяҡ Кавказдағы (1996—2002) хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Сызрань юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһын...

СЕРАФИМОВ Максим Владимирович

СЕРАФИМОВ Максим Владимирович (8.1.1995, Өфө ҡ. — 27.2.2022, тыуған яғында ерләнгән). Өлкән лейтенант. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2022). Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы (2022). Рязань юғары һауа-десант команда училищеһын тамамлаған (2018). 2013 й....

СОВЕТТАР СОЮЗЫ ГЕРОЙЫ

 СОВЕТТАР СОЮЗЫ ГЕРОЙЫ, 1934—91 йй. СССР‑ҙағы почётлы исем, дәүләт һәм йәмғиәт алдында шәхси йәки коллектив ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн бирелгән иң юғары баһа. СССР ҮБК‑ның 1934 й. 16 апр. ҡарары м‑н булдырыла. Исем СССР ЮС‑ы Президиумы (1936—37 йй.__ СССР ҮБК) тарафынан бирелгән һәм алынған. Геройға...

СТАРЦЕВ Александр Петрович

СТАРЦЕВ Александр Петрович (21.10.1922, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Монастырь Дыуанайҙары а., хәҙер БР‑ҙың Бөрө районы Старцин а., — 9.4.2008, Пермь ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Кесе командирҙар мәктәбен тамамлаған. 1936 й. алып Бөрө районында эшләй. 1941 й. башлап Совет...

СУРКОВ Константин Александрович

СУРКОВ Константин Александрович (30.7.1960, Өфө), һыу аҫты кәмәһе морягы, 1‑се ранг капитаны (1996). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2008). Техник ф. канд. (2008). Адмирал С.О.Макаров ис. Тымыҡ океан юғары хәрби‑диңгеҙ уч‑щеһын (Владивосток ҡ., 1982), Советтар Союзы флоты адмиралы Н.Г.Кузнецов ис. Хәрби-...

СУФИЯНОВ Суфый Хажи улы

СУФИЯНОВ Суфый Хажи улы [29.12.1914, Ырымбур губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Ай‑һай‑Мөрсәләй а. (БР‑ҙың Күгәрсен районы) — 24.1.1999, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1945). Гвардия капитаны (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү пехота училищеһын тамамлаған (1942). 1933–40 йй. Күгәрсен районының...

СУХОРУКОВ Алексей Яковлевич

СУХОРУКОВ Алексей Яковлевич (20.7.1916, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Преображеновка а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы) — 20.2.1973, Салауат ҡ.), майор. Советтар Союзы Геройы (1943). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында, 1940 й. Бессарабияла һәм Төньяҡ Буковинала хәрби хәрәкәттәрҙә һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы....

СЫРТЛАНОВ Муллайәр Исламгәрәй улы

СЫРТЛАНОВ Муллайәр Исламгәрәй улы [1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Сыртлан а. (БР‑ҙың Бүздәк районы) — 1944, Украина ССР‑ы], Советтар Союзы Геройы (1944). Сыртлановтар нәҫеленән. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Благовещен районының Иҫке Турбаҫлы а., 1941 й. алып Ҡарағанда ҡ. эшләгән. 1943 й. башлап Воронеж...