Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ӘЛИМОВ Владимир Ришат улы

ӘЛИМОВ Владимир Ришат улы (6.12.1957, БАССР‑ҙың Ҡариҙел районы Ҡариҙел а.), лётчик, полковник (2004). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000). РФ‑тың атҡаҙанған хәрби лётчигы (2005), лётчик‑снайпер (2003). 1996 й. һәм 1999 й. Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Викт.Р.Әлимовтың ҡустыһы. Һарытау...

ӘСФӘНДИӘРОВ Закир Лотфрахман улы

ӘСФӘНДИӘРОВ Закир Лотфрахман улы [20.12.1918, Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе Үтәк а. (БР‑ҙың Ғафури районы) — 4.1.1977, Ҡаҙаҡ ССР‑ының Көнсығыш Коунрадский ҡсб], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып Совет армияһында. 1941 й. сентябренән Брянск, Воронеж һәм 1‑се Украина...

ӘХМӘЛЕТДИНОВ Фазылйән Фазлый улы

ӘХМӘЛЕТДИНОВ Фазылйән Фазлый улы (15.4.1918, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Иҫке Әхмәт а., хәҙер БР‑ҙың Кушнаренко районы Әхмәт а., — 29.4.1979, шунда уҡ), Советтар Союзы Геройы (1945). 1939—40 йй. совет‑финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1938 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1941 й. башлап Көнбайыш,...

ӘХМӘРОВ Ғәбит Абдулла улы

ӘХМӘРОВ Ғәбит Абдулла улы [24.2.1921, АСБР‑ҙың Юрматы кантоны Иҫке Сытырман а. (БР‑ҙың Фёдоровка районы) — 11.4.1996, БР‑ҙың шул уҡ районы Бала Сытырман а.], артиллерист, лейтенант (1945). Советтар Союзы Геройы (1944). 1‑се Атлы Армия исемендәге Тамбов Ҡыҙыл Байраҡлы кавалерия училищеһын тамамлаған...

ӘХМӘТҒӘЛИН Хәкимйән Рәхимйән улы

ӘХМӘТҒӘЛИН Хәкимйән Рәхимйән улы [15.6.1923 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 10.5.1924), БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Сәфәр а. (БР‑ҙың Учалы районы) — 19.7.1944, Латвия ССР‑ының Рундены ҡсб янында, Сунуплява а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. алып Калинин, Балтик...

ӘХМӘТЙӘНОВ Зәйнетдин Низаметдин улы

ӘХМӘТЙӘНОВ Зәйнетдин Низаметдин улы [21.9.1897, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Яңғыҙҡайын а. (БР‑ҙың Ғафури районы) – 30.1.1990, Өфө ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1944). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1930—41 йй. Ғафури районының “Ҡыҙыл яр” колхозында эшләй. 1943 й. алып Төньяҡ‑Көнбайыш,...

ӘХМӘТОВ Абдулла Шәңгәрәй улы

ӘХМӘТОВ Абдулла Шәңгәрәй улы [2.5.1918, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Йомағужа а. (БР‑ҙың Стәрлебаш районы) — 25.11.1995, шул уҡ райондың Стәрлебаш а.], элемтәсе, өлкән лейтенант (1945). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Киев хәрби элемтә училищеһын (1945), КПСС‑тың Башҡортостан...

ӘҺЛЕТДИНОВ Фәйзулла Хәзи улы

ӘҺЛЕТДИНОВ Фәйзулла Хәзи улы [15.3.1915, Һамар губ. Бөгөлмә өйәҙе Һаҫыҡкүл а.; башҡа мәғлүмәттәр буйынса, Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләк а. (ТР‑ҙың Мөслим районы) — 29.10.1988, Туймазы ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1943). 1938 й. Хәсән күле янындағы совет‑япон ҡораллы бәрелешендә, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы....

ӘҺЛИУЛЛИН Хәмит Шәмсетдин улы

ӘҺЛИУЛЛИН Хәмит Шәмсетдин улы [20.3.1919, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Өйҙөрәкбаш а. (БР‑ҙың Благовар районы) — 15.10.1943, Белорус ССР‑ының Лоев ҡсб янында], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1943 й. февраленән Үҙәк фронтта хеҙмәт итә. Герой исеменә...

БАБУШКИН Роман Романович

БАБУШКИН Роман Романович (27.1.1919, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Ҡорҫаҡ Түбәләре а. — 29.7.1999, Өфө ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1945). Эске хеҙмәт полковнигы (1961). СССР Йәмәғәт тәртибен һаҡлау министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. “Выстрел” РККА команда составын...

БАЙМЫРҘИН Ғаяз Исламетдин улы

БАЙМЫРҘИН Ғаяз Исламетдин улы [1.1.1913, Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ғәлекәй а. (Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) — 7.5.1948, Умань ҡ. янында], лётчик, гвардия майоры (1943). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Энгельс хәрби авиация мәктәбен тамамлаған (1940). 1936 й. алып Совет...

БАСМАНОВ Гавриил Иванович

БАСМАНОВ Гавриил Иванович [1920, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Покровка а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы) — 1.3.1945, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. мартынан Үҙәк, Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 13‑сө армия 74‑се уҡсылар дивизияһы...

БӘҘРЕТДИНОВ Миңнулла Бәҙретдин улы

БӘҘРЕТДИНОВ Миңнулла Бәҙретдин улы [1901, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Сорғолдо а. (БР‑ҙың Тәтешле районы) — 29.9.1943, Украина ССР‑ы Войсковое а. янында, Вовниги а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1944). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1930 й. алып Тәтешле районының “Спартак” колхозында...

БЕДРЕНКО Николай Васильевич

БЕДРЕНКО Николай Васильевич (9.9.1923, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Казанка утары, хәҙер БР‑ҙың Ейәнсура районы Казанка а. — 5.7.1985, Талгар ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. авг. алып Төньяҡ-Көнбайыш, Көнбайыш, Ялан, 2‑се Украина, Алыҫ Көнсығыш һәм 2‑се Алыҫ Көнсығыш...

БЕЗЦЕННЫЙ Виктор Николаевич

БЕЗЦЕННЫЙ Виктор Николаевич (20.7.1924, Дмитриевск ҡ. — 2.12.1976, Макеевка ҡ. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1943). Өлкән лейтенант (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Өфө хәрби пехота училищеһын тамамлаған (1943). 1941—42 йй. Иглин районы Иглин а. эшләй. 1942 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1943 й. майынан...

БЕКЕТОВ Василий Семёнович

БЕКЕТОВ Василий Семёнович (25.3.1924, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Андреев утары — 18.9.1991, Салауат ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. июленән Көньяҡ‑Көнбайыш, 3‑сө Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 8‑се гвардия армияһы 57‑се гвардия...

БЕЛОВ Василий Михайлович

БЕЛОВ Василий Михайлович (5.1.1925, Мәскәү губ. Строкино а. — 15.4.1993, Мәскәү өлк. Дубки а.), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941—42 йй. Боҙаяҙ районы Подлуб а. эшләй. 1943 й. алып Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 40‑сы армия 10‑сы танк корпусының...

БЕЛОВ Степан Михайлович

БЕЛОВ Степан Михайлович (14.6.1996, Октябрьский ҡ.), танкист, өлкән лейтенант. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2022). Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы (2022). Ҡазан юғары танк команда училищеһын тамамлаған (2018). 2014 й. алып Рәсәй армияһында. Герой...

БЕЛОВ Фёдор Иванович

БЕЛОВ Фёдор Иванович (20.2.1920, АСБР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Түбәнге Әүжән‑Петровск Заводы а., хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Түбәнге Әүжән а., — 27.5.1979, Сибай ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге ике йыллыҡ Өлкә партия мәктәбен тамамлаған...

БЕРЕЖНОЙ Иван Михайлович

БЕРЕЖНОЙ Иван Михайлович (1924, Төркөстан АССР‑ының Кременчуг а. — 10.4.1944, Перекоп муйыны, Ҡырым АССР‑ының Суворов а. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. авгусына тиклем Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводында слесарь булып эшләй. 1942 й. алып Ҡыҙыл армияла....