Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ДӘҮЛӘТОВ Әбдрәүеф Ғәни улы

ДӘҮЛӘТОВ Әбдрәүеф (Ғәбдрәүеф) Ғәни улы [27.3.1916, Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Хәлил а. (БР‑ҙың Әбйәлил районы) — 27.10.1943, Белорус ССР‑ы Нивки а. янында, Асаревичи а. эргәһендә ерләнгән], кавалерист, гвардия лейтенанты (1943). Советтар Союзы Геройы (1944). 1939 й. Көнбайыш Украинала хәрби...

ДӘҮЛӘТОВ Бәкер Рәхим улы

ДӘҮЛӘТОВ Бәкер Рәхим улы [23.5.1915, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Иҫке Әмир а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 31.3.1982, Тажик ССР‑ының Турсунзаде ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. тиклем БАССР‑ҙа һәм Тажик ССР‑ында эшләй. 1937—39 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. окт....

ДЕГТЯРЬ Николай Иванович

ДЕГТЯРЬ Николай Иванович (27.12.1916, Полтава губернаһы Шевченко а. — 3.8.1986, Октябрьский ҡ., Украина ССР‑ы Котельва ҡсб ерләнгән), лётчик, гвардия полковнигы. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Чугуев хәрби авиация училищеһын (1938), офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын...

ДЁМА Леонид Васильевич

ДЁМА Леонид Васильевич (18.6.1916, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Михайловка а. — 17.12.2004, Магнитогорск ҡ.), лётчик, гвардия полковнигы (1995). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан инструктор-лётчиктар мәктәбен тамамлағандан һуң (1934) Силәбе аэроклубы инструкторы булып эшләй....

ДОБРОРЕЗ Василий Павлович

ДОБРОРЕЗ Василий Павлович (31.1.1917, Ҡытай-Көнсығыш т. юлының Шуанченпу ст., Ҡытай – 4.4.1999, Өфө), Советтар Союзы Геройы (1945). СССР‑ҙың почётлы тимер юлсыһы (1950). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. А.П.Доброрездың ағаһы. 1935— 41 йй. һәм 1949—82 йй. Куйбышев т. юлы Башҡ‑н бүлексәһенең Өфө ст. эшләй....

ДОСТОВАЛОВ Александр Васильевич

ДОСТАВАЛОВ Александр Васильевич (17.7.1963, Өфө — 1.3.2000, Чечен Респ. Улус-Керт а. янында, Псков ҡ. ерләнгән), десантсы, гвардия майоры (1999). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000). 1992 й. Приднестровьела тыныслыҡ урынлаштырыу операцияһында, 1996 й. һәм 2000 й. Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы....

ДУДКО Борис Александрович

ДУДКО Борис Александрович (22.2.1989, Бөрө ҡ.), танкист, гвардия майоры. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2022). Сүриәләге хәрби хәрәкәттәрҙә, Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы (2022). Ҡазан юғары танк команда училищеһын тамамлаған (2011). 2006 й. алып...

ДЯТЛОВ Игнатий Семёнович

ДЯТЛОВ Игнатий Семёнович [12.1.1925, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Иҫке Балаҡатай а. (БР‑ҙың Балаҡатай р‑ны) — 31.7.1999, Өфө, Өфө р‑ны Йоматау а. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1945). Капитан. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Гурьев хәрби пехота уч‑щеһын (1944), Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1973). 1943—46 йй....

ЕВСТИГНЕЕВ Александр Семёнович

ЕВСТИГНЕЕВ Александр Семёнович (1894, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Пёстровка а., хәҙер БР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы Оло Аксаков а. — 20.1.1945, Свошовице ҡ., Польша), Советтар Союзы Геройы (1945). Беренсе донъя, Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1914 й. алып рус армияһында, 1918—20 йй. һәм...

ЕГОРОВ Михаил Анисимович

ЕГОРОВ Михаил Анисимович (13.1.1905, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Яңы Михайловка а., хәҙер БР‑ҙың Шаран районы Михайловка а., — 27.1.1945, Кёбен ҡ. янында, Германия), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1935—37 йй. Шаран районы Базилевка ауыл советы секретары, эштәр идарасыһы, 1939 й....

ЕЖОВ Николай Герасимович

ЕЖОВ Николай Герасимович (4.1.1922, АСБР‑ҙың Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны Иҫке Йәҙгәр утары — 1.3.1945, Брансберг ҡ. янында, Германия), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. тиклем Медногорск баҡыр-көкөрт комбинатында эшләй. 1942 й. алып Дон, Сталинград, Көньяҡ, 4‑се Украина, 1‑се...

ЕЛИСЕЕВ Федот Васильевич

ЕЛИСЕЕВ Федот Васильевич (1.3.1915, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Елисеевка а. — 21.5.2004, Ҡурған ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1943). Гвардия полковнигы. Б.В. һуғышында, 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе исемендәге Хәрби академияны тамамлаған (Мәскәү ҡ., 1945). 1930—35 йй. Фёдоровка...

ЁЛКИН Иван Сергеевич

ЁЛКИН Иван Сергеевич [22.3.1924, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Покровка а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 3.4.1991, Гродно ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1945). Гвардия подполковнигы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. тамамлаған (Мәскәү, 1950 йй.). 1942 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. башлап...

ЕМЕЛЬЯНОВ Данила Анатольевич

ЕМЕЛЬЯНОВ Данила Анатольевич (23.6.1980, Күмертау ҡ.), подполковник (2016). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2017). Сүриәләге хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. РФ Оборона министрлығының Новосибирск хәрби институтын тамамлаған (2003). 1998 й. алып РФ Ҡораллы көстәрендә. Герой исеменә Махсус операциялар көстәренең...

ЕРЕМЕЕВ Пётр Васильевич

ЕРЕМЕЕВ Пётр Васильевич (11.6.1911, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Бердина Поляна а. — 2.10.1941, Калинин өлк. Красуха а. янында), лётчик, өлк. лейтенант. Рәсәй Федерацияһы Геройы (1995). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Златоуст металлургия техникумын (1930), Ырымбур хәрби авиация пилоттар мәктәбен (1933) тамамлаған....

ЕРЁМИН Михаил Иванович

ЕРЁМИН Михаил Иванович [17.5.1920, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Денисовка а. — 4.10.1944 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 9.5.1945), Седльце ҡ., Польша], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. апреленән алып Калинин, Брянск, Үҙәк, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт...

ЖУВАСИН Павел Алексеевич

ЖУВАСИН Павел Алексеевич (1908, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Подгорный утары, хәҙ. БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Подгорный а., — 4.10.1944, Турда ҡ., Румыния), Советтар Союзы Геройы (1944). 1939—40 йй. совет-финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. тиклем Магнитогорск ҡ. шофёр булып эшләй....

ЗАКИРОВ Әхмәт Закир улы

ЗАКИРОВ Әхмәт Закир улы [19.3.1911, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Кәшкәләү а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) — 29.3.1988, Өфө], Советтар Союзы Геройы (1944). Гвардия лейт. (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Владивосток хәрби пехота уч‑щеһын тамамлаған (1941). 1933—35 йй., 1937—39 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1943 й....

ЗАКИРОВ Игорь Рәүеф улы

ЗАКИРОВ Игорь Рәүеф улы (2.1.1945, Черниковск ҡ., хәҙ. Өфө эсендә), лётчик, капитан. Рәсәй Федерацияһы Геройы (1994). СССР‑ҙың атҡ. һынаусы лётчигы (1990). И.С.Полбин ис. Ырымбур юғары хәрби авиация лётчиктар уч‑щеһын (1967), СССР Авиация сәнәғәте министрлығының Һынаусы лётчиктар мәктәбен (1973) һәм...

ЗЛОБИН Николай Анатольевич

ЗЛОБИН Николай Анатольевич (16.7.1976, Алма-Ата), разведчик, майор. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2010). 2002—10 йй. Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Ҡаҙағстан Респ. Ҡораллы Көстәренең Юғары сик буйы командирҙар уч‑щеһын тамамлаған (Алма‑Ата, 1997). 2002 й. алып РФ ЭЭМ‑ының эске ғәскәрҙәрендә:...