Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БЕЛЬСКИЙ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

БЕЛЬСКИЙ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Сахай а/ с ҡарай; пристань. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 20 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 675 кеше; 1989 — 524; 2002 — 496; 2010 — 407 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

БЕЛЬСКИЙ, Мәләүез р‑нындағы ауыл

БЕЛЬСКИЙ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Первомайский а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 144 кеше; 1959 — 356; 1989 — 423; 2002 — 345; 2010 — 331 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб бар. 1932 й....

БЕЛЬСКИЙ, Мебельный, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

БЕЛЬСКИЙ, Мебельный, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Алатана а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 20 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 345 кеше; 1989 — 1053; 2002 — 1071; 2010 — 1144 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Урта һәм балалар муз. мәктәптәре,...

БЕЛЬСКИЙ, могар сорты

БЕЛЬСКИЙ, могар сорты. 1978 й. Э.М.Кузеев, С.С.Умов, Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин (БНИИСХ) тарафынан Уфимский сортынан индивидуаль һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Һабағының бейеклеге 1,2 м тиклем, 8—10 быуынлы, ҡыуағы төҙ. Япраҡлылығы 65%‑ҡа тиклем. Япрағының оҙонлоғо 25—45 см. Сәскәлеге 9—16 см оҙонлоҡтағы орсоҡ...

БЕЛЬФЛЁР БАШКИРСКИЙ, алмағас сорты

БЕЛЬФЛЁР БАШКИРСКИЙ, алмағас сорты. 1991 й. Р.И.Болотина, Г.Ә.Мансуров, Х.Н.Фазлиәхмәтов, М.Т.Гак (БНИИЗиС) тарафынан Башкирский красавец һәм Бельфлёр‑китайка сорттарын һеркәләндереү юлы м‑н сығарыла. Уртаса ҡуйылыҡта булған киң йомро сатырлы, уртаса бейеклектәге ағас. Ботағы йыуан, олонға ҡарата тура...

БЕЛЯВЦЕВ Степан Абрамович

БЕЛЯВЦЕВ Степан Абрамович (30.12.1892, Дон ғәскәре өлкәһе Белявцев утары — 31.3.1946, Өфө ҡ.), микробиолог. Медицина фәндәре докторы (1935), профессор (1935). Кубань медицина институтын тамамлағандан һуң (Краснодар ҡ., 1923) Краснодар, Хабаровск ҡҡ. эшләй. 1933 й. алып Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау халыҡ...

БЕЛЯЕВ Михаил Андреевич

БЕЛЯЕВ Михаил Андреевич (1.6.1930, Владикавказ ҡ. — 6.12.1989, Учалы ҡ.), тау инженер‑технологы. Техник фәндәр кандидаты (1981). БАССР‑ҙың атҡаҙанған металлургы (1987), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1987), СССР төҫлө металлургияһының иң яҡшы уйлап табыусыһы (1986). Төньяҡ Кавказ тау металлургияһы...

БЕЛЯЕВ Николай Ильич

БЕЛЯЕВ Николай Ильич [13.2.1903, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Күтәрем а. (БР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны) — 28.10.1966, Мәскәү], совет партия‑дәүләт эшмәкәре. Г.В.Плеханов ис. Мәскәү халыҡ хужалығы ин‑тын тамамлаған (1925). 1919—22 йй. Рәсәй коммунистик йәштәр союзының Калегин улус, Бөрө өйәҙ ком‑ттарының яуаплы секретары....

БЕЛЯЕВ Сергей Егорович

БЕЛЯЕВ Сергей Егорович (19.3.1938, БАССР‑ҙың Бөрө р‑ны Иҫке Ежов а. — 9.10.2003, Өфө), педиатр. Мед. ф. д‑ры (1974), проф. (1978). РФ‑тың (2002) һәм БАССР‑ҙың (1986) атҡ. фән эшмәкәре. СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1982). БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1962) Әбйәлил р‑нында эшләй, 1964 й. алып БДМУ‑ла:...

БЕЛЯЕВ Тимофей Савельевич

БЕЛЯЕВ Тимофей Савельевич [1768, Нуғай даруғаһы Ташлы а. (Ырымбур өлк. Төйлөгән р‑ны) — 1864; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1846]. Н.И.Тимашевтың (ҡара: Тимашевтар) крепостной хеҙмәтсеһе булған, шәхси секретарь вазифаһын үтәгән. Б. башҡ. телен һәм фольклорын яҡшы белгән. “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” башҡ....

БЕЛЯКОВ Вячеслав Филиппович

БЕЛЯКОВ Вячеслав Филиппович (2.3.1939, Мәскәү ҡ. — 20.11.2021, шунда уҡ), баянсы, педагог, музыка‑йәмәғәт эшмәкәре. Профессор (1980). РСФСР‑ҙың (1974) һәм БАССР‑ҙың (1968) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Гнесиндар исемендәге Музыкаль-педагогия институтын тамамлаған (Мәскәү ҡ., 1963; Н.Я.Чайкин класы). 1963—68 йй....

БЕМЫШ ЗАВОДЫ

БЕМЫШ ЗАВОДЫ, 1755 й. Ҡазан даруғаһы Йәнәй улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Бемыж й. (Вятка й. басс.) буйында Осокиндар баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һала. Хужалары: Осокиндар, 1777 й. алып Е.И.Лебедев, 1866 й. — ҡаҙна, 1878 й. — А.А.Лебедев. 1756 й. эшләй башлай. 4 баҡыр иретеү мейесе;...

БЕНАРДАКИҘАР, завод хужалары

БЕНАРДАКИҘАР, завод хужалары. Дмитрий Егорович Б. (1802—19.6.1870, С.‑Петербург), гвардия поручигы. 1837 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1826) Үрге Троицк заводын, Түбәнге Троицк заводын һәм Өҫән‑Ивановка заводын, 1859 й. Әүжән‑Петровск заводтарын һатып ала. 1852 й. Алафузов буҫтау фабрикаһын төҙөй. Бәләбәй...

БЕНЗИНДАР

БЕНЗИНДАР, tҡайнау 35—205°С булған төрлө структур төҙөлөшлө углеводородтар ҡатнашмаһы. Тәғәйенләнеше б-са авиация (tҡайнау 40—180°С) һәм автомобиль Б. (tҡайнау 35—205°С), Б.‑эреткестәргә (tҡайнау 80—120°С булған “Галоша” Б. һәм tҡайнау 165—200°С булған уайт‑спирит); ҡулланыу шарттары б‑са ҡышҡы һәм...

БЕНЗОЛ

БЕНЗОЛ, C6H6, иң ябай ароматик углеводород. Үҙенсәлекле еҫле, төҫһөҙ шыйыҡса; tиреү 5,5°С, tҡайнау 80,1°С, тығыҙлығы 879 кг/ м3. Углеводородтарҙа, эфирҙарҙа яҡшы, этиленгликолдә, глицеринда, һыуҙа насар эрей; май, каучук, гудронды һ.б. эретә. Ядроһына юғары т‑ралар, окислаусылар тәьҫиренә ҡаршы юғары...

БЕНЗПИРЕН

БЕНЗПИРЕН, бензопирен, C20H12, полициклик ароматик углеводород. Б. молекулаһы быуынлап тоташтырылған 5 циклдан тора (ҡара: Конденсирланған ароматик берләшмәләр). 2 изомер рәүешендә була (1,2‑Б. һәм 4,5‑Б.). Һәүерташ, таш күмер һ.б. ыҫмалаларҙа бар, уларҙан экстракция ысулы м‑н алына. tиреү 178—179°С,...

БЕНИН Владислав Львович

БЕНИН Владислав Львович (24.7.1954, Пенза ҡ.), педагог, культуролог. Филос. ф. канд. (1984), пед. ф. д‑ры (1996), проф. (1996). БР-ҙың атҡ. мәғариф хеҙм‑ре (2000), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). Л.А.Бениндың улы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) СДПИ‑ла эшләй. 1977 й. алып БДПУ-ла:...

БЕНИН Лев Аронович

БЕНИН Лев Аронович (23.12.1928, Харьков ҡ. — 30.12.2012, Өфө), актёр. БАССР‑ҙың халыҡ (1981) һәм атҡ. (1969) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1951). Урал театр ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1950) Иркутск драма театры, 1953—96 йй. Респ. урыҫ драма театры (Өфө) актёры. Б. ижадында урыҫ...

БЕНТОС

БЕНТОС (гр. bénthos — тәрәнлек), һыу ятҡылыҡтары төбөндәге ләмдә һәм уның өҫтөндә йәшәүсе организмдар берләшмәһе. Үҫемлек (фитобентос) һәм хайуан (зообентос) Б. айырып йөрөтөлә. Фитобентостың күп төрҙәре һыу төбөнә тамырҙары йәки ризоидтары м‑н нығына; уларҙың ҡайһылары тулыһынса һыуҙа була (йәшел ылымыҡтар,...

БЕНЬКОВСКАЯ Галина Васильевна

БЕНЬКОВСКАЯ Галина Васильевна (7.3.1955, Гурьев ҡ.), генетик. Биол. ф. д‑ры (2009). В.Г.Беньковскийҙың ҡыҙы. БДУ‑ны тамамлаған (1978). 1972—73 йй. һәм 1982 й. алып Биохимия һәм генетика ин‑тында эшләй (өҙөклөк м‑н), 2012 й. алып топ ғилми хәҙм-р. 1978—82 йй., 1991—92 йй. Органик химия ин‑тында (1992...