Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ГӘРӘЕВ Зәки Фәтхетдин улы

ГӘРӘЕВ Зәки Фәтхетдин улы (18.12.1917, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Имай‑Ҡарамалы а., хәҙ. БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Имай‑Ҡарамалы а., — 19.2.1994, ш. уҡ р‑ндың Мөсәғит а.), хужалыҡ эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1946 й. алып Дәүләкән р‑нының “Родина” к‑зында (1959—80 йй. рәйес) эшләй. Г. етәкс. колхоз үҫемлекселектә...

ГӘРӘЕВ Ибраһим Сәхипгәрәй улы

ГӘРӘЕВ Ибраһим Сәхипгәрәй улы [25.12.1918, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Бәләкәй Баҙраҡ а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) — 3.10.1997, Өфө], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. а.х. эшмәкәре (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1935 й. алып Борай р‑нында эшләй: 1947 й. башлап һәм 1982—84 йй. Баҙраҡ а/с рәйесе; 1951 й. — А.А.Жданов...

ГӘРӘЕВ Илдар Әҙеһәм улы

ГӘРӘЕВ Илдар Әҙеһәм улы (15.7.1967, Өфө), спортсы. Конькиҙа шыуыу спорты б-са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1986). Хәрби физик  культура ин‑тын тамамлаған (С.-Петербург, 1993). “Буревестник” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Р.М.Әхмәтйәнов). Донъя кубоктарын яулаусы (1989, 1991–92), Европа...

ГӘРӘЕВ М. МУЗЕЙЫ

ГӘРӘЕВ М. МУЗЕЙЫ, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев музейы, Илеш р‑ны Үрге Йәркәй а. урынлашҡан. 1991 й. ойошторола, 2006 й. тиклем Милли музей филиалы. Экспозицияһы 1992 й. М.Ғ.Гәрәевтең тыуыуына 70 йыл тулыу айҡанлы асыла. Шул уҡ р‑ндың Ташшишмә а. филиалы бар (Гәрәев йәшәгән йорт тергеҙелгән)....

ГӘРӘЕВ Муса Ғайса улы

ГӘРӘЕВ Муса Ғайса улы [9.7.1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй өйәҙе Иләкшиҙе а. (БР‑ҙың Илеш районы) — 17.9.1987, Өфө ҡ., Еңеү паркында ерләнгән], лётчик, гвардия полковнигы (1956). Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (1945 й. 23 феврале һәм 19 апреле). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе исемендәге Хәрби академияны...

ГӘРӘЕВ Радик Арыҫлан улы

ГӘРӘЕВ Радик Арыҫлан улы (23.3.1956, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Яңауыл ҡсб, хәҙ. Яңауыл ҡ., – 29.10.1996, Өфө), йырсы (баритон), муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. РСФСР‑ҙың (1989) һәм БАССР‑ҙың (1983) халыҡ артисы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1983; М.Ғ.Мортазина класы). 1980 й. алып БДОБТ‑ла эшләй: солист, 1990—95 йй. дир.;...

ГӘРӘЕВ Рафаил Закир улы

ГӘРӘЕВ Рафаил Закир улы (15.9.1930, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Кесе Шаҙы а. — 11.1.2010, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). РСФСР‑ҙың (1981) һәм БАССР‑ҙың (1967) атҡ. төҙөүсеһе. 1949—96 йй. 3‑сө төҙөлөш идаралығында, 21‑се трестың 95‑се ПМК‑һында эшләй: 1950 й. алып ташсылар бригадиры. Благовещен арматура заводының,...

ГӘРӘЕВ Рәүис Ғиниәт улы

ГӘРӘЕВ Рәүис Ғиниәт улы (24.4.1949, БАССР‑ҙың Шаран р‑ны Түб. Зәйет а. — 3.6.2005, Ҡазан), агроном. ТР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2000), а.х. ф. д‑ры (1998). ТР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1995). БАХИ‑ны тамамлаған (1972). 1970—72 йй. Шаран р‑нында “Ыҡ” к‑зының баш иҡтисадсыһы. 1973 й. алып ТР‑ҙа эшләй: 1979 й....

ГӘРӘЕВ Филүс Фазлиәхмәт улы

ГӘРӘЕВ Филүс Фазлиәхмәт улы (24.10.1941, БАССР-ҙың Краснокама р-ны Иҫке Йәнйегет а. – 1.4.1990, Өфө), йырсы (баритон). БАССР-ҙың халыҡ (1987) һәм атҡ. (1978) артисы. Өфө сәнғәт уч-щеһын (1966; Р.Р.Әхмәҙиева класы) тамамлаған. 1964 й. алып Өфөнөң 25-се урта мәктәбендә уҡыта; 1965 й. башлап Башҡ. филармонияһының...

ГӘРӘЕВА Наталия Борисовна

ГӘРӘЕВА Наталия Борисовна (3.9.1956, Мәскәү), инженер-төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (2004), проф. (2005). Б.В.Гончаровтың ҡыҙы. ӨНИ‑не тамамлаған (1978), 1982 й. алып шунда уҡ эшләй. 1978 й. башлап “Башнефтезаводстрой” тресында, 1979 й. — Төҙөлөш материалдары сәнәғәте пр‑тиеларын проектлау ин‑тының Өфө бүлексәһендә....

ГӘРӘЕВА Фая Сәхип ҡыҙы

ГӘРӘЕВА Фая Сәхип ҡыҙы (31.8.1931, БАССР-ҙың Дүртөйлө р-ны Иҫке Яндыҙ а. – 10.9.2001, Өфө), бейеүсе. РСФСР-ҙың (1981) һәм БАССР-ҙың (1977) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. 1951—71 йй. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солисы, 1981—86 йй. художество етәксеһе;...

ГӘРӘЙ

ГӘРӘЙ, йылға, Тере Танып й. уң ҡушылдығы. Тәтешле р‑ны Юрми‑ яҙбаш а. көнсығышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта башлана. Төньяҡ‑көнбайыштан көньяҡ‑көнсығышҡа табан аға, Гәрәбаш а. янында йүнәлешен көньяҡ‑көнбайышҡа үҙгәртә, артабан Тәтешле, Яңауыл, Борай, Ҡал‑ тасы р‑ндары буйлап аға һәм Тере Танып й. (тамағынан...

ГӘРӘЙ

ГӘРӘЙ, йылға, Тере Танып й. уң ҡушылдығы. Тәтешле р‑ны Юрми‑ яҙбаш а. көнсығышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта башлана. Төньяҡ‑көнбайыштан көньяҡ‑көнсығышҡа табан аға, Гәрәбаш а. янында йүнәлешен көньяҡ‑көнбайышҡа үҙгәртә, артабан Тәтешле, Яңауыл, Борай, Ҡал‑ тасы р‑ндары буйлап аға һәм Тере Танып й. (тамағынан...

ГӘРӘЙ (Гәрәев) Йософ Ибраһим улы

ГӘРӘЙ (Гәрәев) Йософ Ибраһим улы [7.3.1904, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Баҙғыя а. (БР‑ҙың Шаран р‑ны) — 22.3.1988, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], яҙыусы, тәржемәсе. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1936). 1923 й. алып Бәләбәй кантонында эшләй: уҡытыусы, 1928 й. халыҡ мәғарифы инспекторы. 1931 й. башлап БАССР‑ҙың мәғариф...

ГВОЗДЕВ Владимир Ефимович

ГВОЗДЕВ Владимир Ефимович (1.1.1956, Өфө), электрон техника инженеры. Техник ф. д-ры (2000), проф. (2003). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй (2006 й. алып мәғлүмәт системаларын проектлауҙы автоматлаштырыу каф. мөдире); бер үк ваҡытта 1998—2004 йй. БР‑ҙың...

ГВОЗДИКОВА Инга Михайловна

ГВОЗДИКОВА Инга Михайловна (16.8.1937, Краснодар ҡ.), тарихсы. Тарих фәндәре кандидаты (1982). БР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1959) БАССР‑ҙың Үҙәк дәүләт архивы бүлеге мөдире, 1971 й. алып ТТӘИ‑лә (1998 й. — өлкән ғилми хеҙмәткәр) эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре...

ГЕВЛИЧ Авксентий Павлович

ГЕВЛИЧ Авксентий Павлович (12.6.1790 — 6.3.1861, Санкт‑Петербург ҡ.), дәүләт эшмәкәре. Тайный советник (1848). Тел ғилеме докторы (1815). Дворяндарҙан. Харьков университетын тамамлаған (1811). 1830 й. алып Әстерхан граждан губернаторы вазифаһын башҡарыусы, 1832 й. — Тула губернаторы. 1833 й. башлап...

ГЕЛЬМИНТОЛОГИЯ

ГЕЛЬМИНТОЛОГИЯ (гельминттар һәм ...логия), паразитологияның паразит ҡорттарҙы һәм улар кешелә, хайуандарҙа һәм үҫемлектәрҙә тыуҙырған ауырыуҙарҙы (гельминтоздарҙы) өйрәнеүсе бүлеге. Дөйөм (гельминттарҙың фаунаһын, морфологияһын, систематикаһын, биол. циклдарын, физиологияһын һәм биохимияһын өйрәнә),...

ГЕЛЬМИНТТАР

ГЕЛЬМИНТТАР (гр. helmins, эйәлек килеш helminthos — ҡорт, глист), яҫы ҡорттар, беренсел ҡыуышлы селәүсендәр һәм сәнскебаш ҡорттар тибына ҡараған паразит селәүсендәр. 17 меңдән ашыу (БР‑ҙа 680‑дән ашыу) төрө билдәле. Г. өсөн юғары үрсемлелек, енесһеҙ һәм партеногенетик юл м‑н үрсеү, анаэроб мөхиттә йәшәүгә...

ГЕМАТОЛОГИЯ

ГЕМАТОЛОГИЯ (гемо... һәм ...логия), ҡан һәм ҡан барлыҡҡа килтереүсе ағзалар т-дағы фән. Морфологик (ҡан барлыҡҡа килтереүсе ағзаларҙың һәм ҡандың формалы элементтарының төҙөлөшөн өйрәнә), серологик (плазма һәм ҡан һүле үҙенсәлектәрен) һәм клиник (ҡан системаһы ауырыуҙарының этиологияһын, патогенезын,...