Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИБРАҺИМ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

ИБРАҺИМ, Йомран, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Һәүәләй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 15 км һәм Ибраһим т. юл разъезынан Т.‑Көнс. табан 4 км алыҫлыҡта Ҡыҙылғы күле (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 360 кеше; 1920 — 596; 1939 — 875; 1959 — 600; 1989 — 415; 2002 — 422; 2010 — 388 кеше....

ИБРАҺИМ, Шишмә р‑нындағы ауыл

ИБРАҺИМ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Ибраһим а/с үҙәге. . Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Киҙәш й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1399 кеше; 1920 — 1910; 1959 — 812; 1989 — 375; 2002 — 355; 2010 — 344 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

ИБРАҺИМОВ Әнүәр Камил улы

ИБРАҺИМОВ Әнүәр Камил улы (27.11.1965, Өфө ҡ.), спортсы. Фехтование буйынса СССР‑ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1988), СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1984), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2004). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). Хәрби физик культура институтын (Ленинград ҡ., 1990), БДУ‑ны (1993)...

ИБРАҺИМОВ Әсхәт Ғабдрахман улы

ИБРАҺИМОВ Әсхәт Ғабдрахман улы (4.4.1950, Ҡаҙаҡ ССР‑ының Көктал а. — 26.10.2021, Өфө ҡ.), химик‑органик. Химия фәндәре докторы (1994), профессор (1996). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011). Ҡазан химия‑технология институтын тамамлағандан һуң (1972) Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда, 1976 й. алып...

ИБРАҺИМОВ Байрас Нәҙим улы

ИБРАҺИМОВ Байрас Нәҙим улы (19.2.1953, БАССР‑ҙың Тәтешле р‑ны Иҫке Күрҙем а.), актёр, режиссёр. БР‑ҙың (2003) һәм ТР‑ҙың (2008) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1983). ӨДСИ-не тамамлағандан һуң (1979; Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) 1988 й. тиклем Салауат башҡ. драма театры актёры, 1989 й....

ИБРАҺИМОВ Вил Рәшит улы

ИБРАҺИМОВ Вил Рәшит улы (6.2.1962, Өфө), онколог. Мед. ф. д‑ры (1996). БР‑ҙың атҡ. табибы (2004). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) Стәрлетамаҡ ҡ. 1‑се дауаханаһында эшләй (1992 й. алып бүлек мөдире), бер үк ваҡытта 1998 й. башлап БР ФА Стәрлетамаҡ филиалының мед.-биол. проблемалары бүлеге етәксеһе....

ИБРАҺИМОВ Вил Солтан улы

ИБРАҺИМОВ Вил Солтан улы (19.6.1929, Өфө – 19.5.1995, шунда уҡ), инженер‑технолог. Техник ф. канд. (1962), проф. (1989). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1976). ӨАИ‑ны тамамлаған (1952). 1953 й. алып Силәбе механика з‑дында эшләй. 1962 й. башлап БАХИ‑ла: 1964 й. — машина-трактор паркын файҙаланыу һәм ремонтлау...

ИБРАҺИМОВ Ғәбдрәшит

ИБРАҺИМОВ Ғәбдрәшит (23.4.1857, Тубыл губ. Тара ҡ. — 31.8.1944, Токио), ижт.‑сәйәси һәм дини эшмәкәр. “Иттифаҡ әл‑мөслимин” ҮК ағзаһы. 1867—78 йй. Тубыл, Ырымбур һәм Ҡазан губ. ауыл мәҙрәсәләрендә, 1879—85 йй. Мәҙинә, Мәккә (Сәғүд Ғәрәбстаны), Истамбул (Төркиә) ҡҡ. уҡый. 1878—79 йй. Аҡмулла өлк. уҡытыусы...

ИБРАҺИМОВ Ғәйнислам Дәүләтбай улы

ИБРАҺИМОВ Ғәйнислам Дәүләтбай улы (7.4.1968, БАССР-ҙың Баймаҡ районы 2-се Этҡол а. — 31.7.2020, Өфө ҡ., тыуған яғында ерләнгән), тәржемәсе, тел белгесе. Филология фәндәре кандидаты (2001). Яҙыусылар союзы ағзаһы (2005). БДУ-ны (1994), Анкара университетын (Төркиә, 1996) тамамлаған. 2000 й. алып БДУ‑ла...

ИБРАҺИМОВ Ғәли Ғизетдин улы

ИБРАҺИМОВ Ғәли Ғизетдин улы (16.1.1919, Стәрлетамаҡ ҡ. – 26.11.1989, Өфө), яҙыусы. РСФСР‑ҙың (1979) һәм БАССР‑ҙың (1969) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1951), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы...

ИБРАҺИМОВ Ғәлимйән Ғирфан улы

ИБРАҺИМОВ Ғәлимйән Ғирфан улы [28.2.1887, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Солтанморат а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) – 21.1.1938, Ҡазан], яҙыусы. Хеҙмәт геройы (1932). Ырымбур ҡ. мәҙрәсәһендә (1898—1905), “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә (1906—08) уҡыған. Һул социалист‑революционерҙар (интернационалистар) партияһы ағзаһы....

ИБРАҺИМОВ Илдар Абдулла улы

ИБРАҺИМОВ Илдар Абдулла улы (15.7.1932, Ленинград), математик. РФА акад. (1997), физика-матем. ф. д-ры (1966), проф. (1967). Ибраһимовтар нәҫеленән. ЛДУ‑ны тамамлаған (1956), 1960 й. алып шунда уҡ эшләй (1997—2000 йй. ихтималлыҡ теорияһы һәм матем. статистика каф. мөдире); бер үк ваҡытта 1972 й. башлап...

ИБРАҺИМОВ Илдус Ғамир улы

ИБРАҺИМОВ Илдус Ғамир улы (17.10.1957, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Таймаҫ а.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1997), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2009). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1979) Өфөнөң Резина‑техник изделиелар з‑дында эшләй, 1980 й. алып Бөтә...

ИБРАҺИМОВ Искәндәр Абдрахман улы

ИБРАҺИМОВ Искәндәр Абдрахман улы (21.11.1925, БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны Дәүләкән ҡсб, хәҙ. Дәүләкән ҡ., — 25.6.2001, Өфө), урмансы. Биол. ф. канд. (1965). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1973), БАССР‑ҙың атҡ. урмансыһы (1982). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ-ны тамамлаған (1953), 1956 й. алып...

ИБРАҺИМОВ Наил Хәйрулла улы

ИБРАҺИМОВ Наил Хәйрулла улы (18.1.1939, ТАССР‑ҙың Урыссу а. — 4.11.2018, г.Карлскруна, Швеция), математик. Физика-матем. ф. д‑ры (1972), проф. (1973). Новосибирск ун‑тын тамамлағандан һуң (1965) СССР ФА Себер бүлексәһенең Гидродинамика ин‑тында (Новосибирск ҡ.), бер үк ваҡытта 1966 й. алып Новосибирск...

ИБРАҺИМОВ Рәхим Кирәй улы

ИБРАҺИМОВ Рәхим Кирәй улы [15.8.1904, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Этҡол а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны) — 20.12.1971, Өфө], дәүләт эшмәкәре. Татар Республикаһы Советтары ҮБК ис. Берләшкән татар‑башҡ. хәрби мәктәбен тамамлаған (Ҡазан, 1929). 1937 й. алып БАССР ҮБК рәйесе вазифаһын башҡара. 1938 й. башлап БАССР...

ИБРАҺИМОВ Ринат Исмәғил улы

ИБРАҺИМОВ Ринат Исмәғил улы (1.8.1956, БАССР‑ҙың Миәкә районы Зәйпекүл а. — 21.8.2018, Өфө ҡ.), биохимик. Биология фәндәре докторы (1999), профессор (2001). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Биохимия...

ИБРАҺИМОВ Хәбибулла Кәлимулла улы

ИБРАҺИМОВ Хәбибулла Кәлимулла улы (29.12.1894, Ырымбур ҡ. — 17.3.1959, Өфө), композитор, драматург, муз. йәмәғәт эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1951). Композиторҙар союзы (1941), Яҙыусылар союзы ағзаһы. 20 б. 10‑сы йй. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә, 1922—25 йй. Муз. мәғариф ин‑тында (Петроград)...

ИБРАҺИМОВ Шамил Шамил улы

ИБРАҺИМОВ Шамил Шамил улы [15.7.1922, БАССР-ҙың Өфө кантоны Шишмә ҡсб (БР-ҙың Шишмә р-ны) – 20.4.1993, Өфө], хор дирижёры, композитор. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1972). Композиторҙар союзы ағзаһы (1958). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү консерваторияһын (Башҡ. студияһы, 1940—41 йй., Г.И.Литинский...

ИБРАҺИМОВ Шаһимәрҙән Мерәҫ улы

ИБРАҺИМОВ Шаһимәрҙән Мерәҫ улы (1841, Ырымбур губ. — 1892, Ғосман империяһының Джидда ҡ.), тәржемәсе, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Ырымбур башҡорттарынан (дворяндарҙан тип фараз ителә). Действительный статский советник. Төрки, фарсы һ.б. телдәрҙе белгән. Себер кадет корпусын тамамлағандан һуң (Омск ҡ., 1864)...