Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИСМӘҒИЛЕВ Ғәләү Сиражетдин улы

ИСМӘҒИЛЕВ Ғәләү Сиражетдин улы [3.7.1918, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Балыҡлыкүл а. (БР‑ҙың Ауырғазы районы) — 16.3.1995, Өфө ҡ.], философ. Философия фәндәре кандидаты (1955). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ашхабад педагогия институтын тамамлаған (1939). 1942 й....

ИСМӘҒИЛЕВ Закир Сәйет улы

ИСМӘҒИЛЕВ Закир Сәйет улы [30.12.1926, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Йәрми а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) – 22.9.2004, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], бейеүсе. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1976), БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1955). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. С.Ә.Исмәғилевтең улы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан...

ИСМӘҒИЛЕВ Заһир Ғариф улы

ИСМӘҒИЛЕВ Заһир Ғариф улы [8.1.1917, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Сермән а. (БР‑ҙың Белорет р‑ны) – 30.5.2003, Өфө], композитор, педагог, муз.-йәмәғәт эшмәкәре. Профессор (1977). СССР‑ҙың (1982), РСФСР‑ҙың (1968), БАССР‑ҙың (1963) халыҡ артисы, РСФСР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1955). Композиторҙар союзы...

ИСМӘҒИЛЕВ Зинфер Ришат улы

ИСМӘҒИЛЕВ Зинфер Ришат улы (15.10.1947, БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Байгилде а.), химик. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (2011), химия ф. д‑ры (1988), проф. (1991). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2001). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987). Р.С.Исмәғилевтең улы. Новосибирск ун‑тын тамамлағандан һуң (1969) РФА Себер бүлексәһенең...

ИСМӘҒИЛЕВ Наил Әмирхан улы

ИСМӘҒИЛЕВ Наил Әмирхан улы (23.1.1936, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1998). Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡт. ин‑тын тамамлаған (1965). 1957 й. алып 81‑се почта йәшнигенең (Өфө) цех начальнигы. 1965 й. башлап ӨДАТУ‑ла эшләй. 1994 й. алып БР‑ҙың Дәүләт милке м‑н идара итеү б‑са дәүләт ком‑тының...

ИСМӘҒИЛЕВ Рафаэль Ришат улы

ИСМӘҒИЛЕВ Рафаэль Ришат улы (25.3.1951, БАССР-ҙың Нуриман р-ны Байгилде а.), агроном. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1998), а.х. ф. д‑ры (1992), проф. (1993). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2000), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2010). Р.С.Исмәғилевтең улы. БАХИ-ны тамамлағандан һуң (1973) Нуриман үҫемлектәрҙе...

ИСМӘҒИЛЕВ Рәйес Абдрахман улы

ИСМӘҒИЛЕВ Рәйес Абдрахман улы (29.1.1953, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Йөйәк а.), режиссёр. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1995), РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2004), РФ‑тың почётлы кинематографсыһы (2000). Журналистар союзы (1999), Кинематографсылар союзы (2000) ағзаһы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1976; Ғ.Ғ.Ғиләжев...

ИСМӘҒИЛЕВ Ринат Фазлетдин улы

ИСМӘҒИЛЕВ Ринат Фазлетдин улы [6.3.1968, БАССР‑ҙың  Күмертау р‑ны Ермолаевка ҡсб (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны)], рәссам. ӨНИ‑не тамамлаған (1989). Дизайнерҙар союзы (1995), Рәссамдар союзы (2000) ағзаһы. Хәҙ. һынлы сәнғәттәге концептуаль ағым вәкиле; Волигамси псевдонимы аҫтында ижад итә. И. ижады авторҙың...

ИСМӘҒИЛЕВ Ришат Сәлих улы

ИСМӘҒИЛЕВ Ришат Сәлих улы [15.4.1920, АСБР‑ҙың Көҙәй кантоны Нимесләр а. (БР‑ҙың Нуриман районы) — 3.9.2020, шул уҡ райондың Байгилде а.], педагог. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1959), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1960). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ. педагогия...

ИСМӘҒИЛЕВ Сәйетғәли Әхмәт улы

ИСМӘҒИЛЕВ Сәйетғәли Әхмәт улы, Йәрми Сәйете [29.9.1884, Өфө губ. ш. уҡ өйәҙе Йәрми а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 19.10.1972, Өфө], шағир-импровизатор. БАССР‑ҙың халыҡ сәсәне (1944). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1938). 1926—27 йй. — Шишмә халыҡ театры, Б.В. һуғышы йылдарында Башҡ. филармонияһы музыканты. И. скрипкаға...

ИСМӘҒИЛЕВ Фәйзрахман Абдрахман улы

ИСМӘҒИЛЕВ Фәйзрахман Абдрахман улы (24.3.1955, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Йөйәк а.), рәссам. БР-ҙың атҡ. рәссамы (1997). Рәссамдар союзы ағзаһы (1986). ӨДСИ‑не тамамлаған (1978; педагогы Р.М.Нурмөхәмәтов). 1980 й. алып 2‑се Өфө пед. уч‑щеһында уҡыта, 1983—86 йй. Башҡ‑н ижади‑производство комб‑ты рәссамы,...

ИСМӘҒИЛЕВ Флүр Рәшит улы

ИСМӘҒИЛЕВ Флүр Рәшит улы (10.10.1944, БАССР‑ҙың Нуриман районы Нимесләр а.), инженер‑электромеханик. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1999). БР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1997), РФ‑тың атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2007), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2002)....

ИСМӘҒИЛЕВ Фоат Ришат улы

ИСМӘҒИЛЕВ Фоат Ришат улы (25.1.1949, БАССР-ҙың Нуриман р-ны Байгилде а.), химик-технолог. Техник ф. д‑ры (1992), проф. (2000). Р.С.Исмәғилевтең улы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда эшләй, 1979 й. алып Волга‑Урал нефть һәм газ ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тында (Ырымбур ҡ.)...

ИСМӘҒИЛЕВА Асия Фәхретдин ҡыҙы

ИСМӘҒИЛЕВА Асия Фәхретдин ҡыҙы (3.7.1952, БАССР‑ҙың Шаран р‑ны Наратаҫты а.), ветеринар врач. Биол. ф. д‑ры (1997). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2004). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) 1979 й. тиклем БДМИ-ла, 1981 й. алып Ырымбур а.х. ин‑тында эшләй, 1988 й. — Органик химия ин‑тының өлкән ғилми хеҙм‑ре....

ИСМӘҒИЛЕВА Лариса Алексеевна

ИСМӘҒИЛЕВА Лариса Алексеевна (1.1.1949, Мукачево ҡ.), инженер-иҡтисадсы. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй: 1999 й. алып иҡт., менеджмент һәм финанс ф‑ты деканы, 2006 й. — Иҡтисад һәм идара итеү ин‑ты дир., бер үк ваҡытта...

ИСМӘҒИЛЕВА Ләйлә Заһир ҡыҙы

ИСМӘҒИЛЕВА Ләйлә Заһир ҡыҙы (26.5.1946, Мәскәү ҡ.), композитор, пианист. Проф. (2005). БР‑ҙың халыҡ артисы (2012), РФ‑тың (1998) һәм БАССР‑ҙың (1984) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1973). З.Ғ.Исмәғилевтең ҡыҙы. 1966—68 йй. Ҡазан консерваторияһында (А.С.Леман класы) уҡыған. Гнесиндар...

ИСМӘҒИЛЕВА Эльза Рауил ҡыҙы

ИСМӘҒИЛЕВА Эльза Рауил ҡыҙы (20.9.1949, Чимбай ҡ.), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (2006). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Ҡыйғы район‑ара ветеринария лабораторияһында биохимик‑токсико- лог. 1973 й. алып БДАУ‑ҙа (1977—89 йй. ветеринар врач‑рентгенолог). Фәнни тикшеренеүҙәре а.х. малдарының матдәләр...

ИСРАФИЛОВ Рифҡәт Вәкил улы

  ИСРАФИЛОВ Рифҡәт (Рәфҡәт) Вәкил улы (6.8.1941, БАССР-ҙың Мәсетле районы Яңы Мөслим а.), режиссёр, педагог. РСФСР‑ҙың халыҡ артисы (1989), РСФСР‑ҙың (1982), БАССР-ҙың (1977), ТР‑ҙың (1993), Төньяҡ Осетия‑Алания Республикаһының (2002) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Профессор (1993). Театр эшмәкәрҙәре...

ИСТАМҒӘЛИН Сафа Ғәлиулла улы

ИСТАМҒӘЛИН Сафа Ғәлиулла улы [13.8.1924, БАССР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Йәлембәт а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) — 29.6.1992, ш. уҡ райондың Әлмөхәмәт а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып Әбйәлил р‑нында эшләй: 1942 й. тиклем “Салауат батыр” к‑зында, 1945 й. башлап “Ҡыҙыл...

ИСТАМҒОЛОВ Әмир Мираҫ улы

ИСТАМҒОЛОВ Әмир Мираҫ улы (5.6.1931, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Ярлыҡап а. — 4.08.2009, БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Һамар а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1981). 1946—92 йй. Әбйәлил р‑нының “Ҡыҙыл Башҡортостан” с‑зында эшләй (1949 й. алып механизатор). Етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: иген культуралары уңдырышлылығы —...