Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КҮСЕМОВА Суфия Ғилман ҡыҙы

КҮСЕМОВА Суфия Ғилман ҡыҙы (5.3.1944, Өфө), театр белгесе, театр эшмәкәре. Сәнғәт ғилеме канд. (1974), проф. (1997). БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1984), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (1999). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1969). Ғ.В. Ниғмәтйәновтың ҡыҙы. ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1966; Б.И.Ростоцкий...

КҮСКЕНСЕЛЕК ХӘРӘКӘТЕ

КҮСКЕНСЕЛЕК ХӘРӘКӘТЕ, күскенселек, Рәсәйҙә 16 б. уртаһы — 20 б. башында иҡт. йәки сәйәси факторҙар арҡаһында халыҡтың хөкүмәт тарафынан ойошторолған йәки тәбиғи күсеүе. Халыҡ миграцияһының бер төрө һәм эске колониялаштырыуҙың төп сараһы. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, башлыса Волга буйынан...

КҮСМӘ ТОРМОШ

КҮСМӘ ТОРМОШ, номадизм, халыҡ м‑н малдың миҙгелгә ҡарап күсеп йөрөүенә нигеҙләнгән хужалыҡ итеү формаһы. К.т. Евразияның тау‑дала ҡәбиләләре араһында б.э.т. 1‑се мең йыллыҡта барлыҡҡа килә. Төбәктең физик‑геогр. һәм тәбиғәт‑климат шарттары Көньяҡ Урал терр‑яһында иртә тимер быуатта К.т. таралыуына булышлыҡ...

КҮСТЕРӘ

КҮСТЕРӘ (Bromus), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Ике ярымшарҙың да уртаса бүлкәттәрендә яҡынса 25 төрө билдәле. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Бер, ике йыллыҡ үләндәр, бейеклеге 15—100 см. Япраҡтары — ҡыяҡ, яҫы, ябыҡ еңсәле. Башаҡтары эре (3 см тиклем), күп сәскәле, ян-яҡтан ҡыҫылған, һеперткеләргә...

КҮҪӘЛӘР КӨКӨРТЛӨ ҺЫУ СЫҒАНАҒЫ

КҮҪӘЛӘР КӨКӨРТЛӨ ҺЫУ СЫҒАНАҒЫ, Ҡутҡантау төркөмөндәге урғылыусы минераль һыу сығанағы, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Салауат р‑ны 2‑се Иҙелбай һәм Күҫәләр аа. араһында Йүрүҙән й. үҙәненең һул битләүендә урынлашҡан. Күҫәләр а. көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта минераль һыу сығанаҡтарының 1‑се (төп) төркөмө...

КҮҪӘЛӘР, Салауат р‑нындағы ауыл

КҮҪӘЛӘР, Салауат р‑нындағы ауыл, Арҡауыл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 37 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 67 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 520 кеше; 1920 — 527; 1939 — 401; 1959 — 367; 1989 — 202; 2002 — 241; 2010 — 171 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

КҮТӘРЕМ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

КҮТӘРЕМ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Кәлтәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 22 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 73 км алыҫлыҡта Кәлтәй й. (Ағиҙел й. басс.) үрге ағымында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1153 кеше; 1920 — 1234; 1939 — 962; 1959 — 961; 1989 — 1044; 2002 — 1141; 2010 — 1081 кеше. Урыҫтар...

КЯК Владимир Константинович

КЯК Владимир Константинович (8.2.1941, Өфө ҡ. — 23.5.2017, шунда уҡ), тренер. Конькиҙа шыуыу спорты буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1975), велосипед спорты буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1964). Ҡаҙаҡ физик культура институтын тамамлаған (Алма‑Ата ҡ., 1966). Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы...