Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

НАРАТАҪТЫ, Шаран р‑нындағы ауыл

НАРАТАҪТЫ, Шаран р‑нындағы ауыл, Шаран а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 4 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 685 кеше; 1920 — 1206; 1939 — 1264; 1959 — 826; 1989 — 764; 2002 — 825; 2010 — 735 кеше. Татарҙар, сыуаштар йәшәй (2002). Урта...

НАРАТЙЫЛҒА, Баҡалы р‑нындағы ауыл

НАРАТЙЫЛҒА, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Мостафа а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 28 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 55 км алыҫлыҡта Наратлы й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 613 кеше; 1920 — 643; 1939 — 531; 1959 — 378; 1989 — 185; 2002 — 143; 2010 — 120 кеше. Башҡорттар, татарҙар...

НАРАТСОҠОР, Баҡалы р‑нындағы ауыл

НАРАТСОҠОР, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Дияш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 31 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 105 км алыҫлыҡта Өшә й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 305 кеше; 1959 — 212; 1989 — 152; 2002 — 110; 2010 — 86 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бәләбәй...

НАРАТҺАҘ

НАРАТҺАҘ, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Мишкә р‑ны Сабай а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Бөрө й. һул ярында урынлашҡан. Майҙаны 585 га. Н. терр‑яһында бәләкәй күлдәр м‑н уйһыу һаҙлыҡтар комплексы (торфтың уртаса ҡалынлығы 2 м, иң ҡалыны — 7,5 м) бар. Ландшафы ҡайын, ерек үҫкән һаҙлы урмандарҙан...

НАРДУҒАН

НАРДУҒАН, башҡорттарҙың Ҡояшҡа (нар, фарс. — ҡояш) арналған традицион байрамы. Йылына 2 тапҡыр үткәрелгән. Көндөң оҙоная башлауын билдәләгән ҡышҡы Н. байрамы 25 дек. алып 5 февр. тиклемге осорҙа була һәм иң һыуыҡ көндәргә тура килә (ҡышҡы селлә). Тәүге көндө балалар иртә м‑н, байрам башланыуын хәбәр...

НАРИМАН, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

НАРИМАН, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Саҡмағош а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 4 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 71 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 173 кеше; 1959 — 189; 1989 — 258; 2002 — 346; 2010 — 315 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Саҡмағош гимназияһы филиалы), балалар...

НАРКЕВИЧ Иван Иосифович

НАРКЕВИЧ Иван Иосифович (12.8. 1938, Белорус ССР‑ының Пуховка а.), Хеҙмәт Даны орд. тулы кавалеры. СССР Нефть‑газ төҙөлөшө министрлығының почётлы хеҙм‑ре (1988). 1960 й. алып Яҡут АССР‑ында, Приморье крайында, Кемерово өлк., 1968—98 йй. “Уфанефтегазстрой” АЙ‑нда эшләй: бульдозерсы, 1970 й. башлап таҙартыу...

НАРКОЛОГИЯ ДИСПАНСЕРЫ №1

НАРКОЛОГИЯ ДИСПАНСЕРЫ №1, һаулыҡ һаҡлауҙың дәүләт бюджет учреждениеһы. Наркомания, алкоголизм, токсикомания м‑н ауырығандарҙы һәм тәмәкенән йонсоғандарҙы дауалау һәм реабилитациялау б‑са төп махсуслаштырылған дауалау‑иҫкәртеү учреждениеһы һәм Башҡортостандың дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары өсөн наркология...

НАРКОМАНИЯ

НАРКОМАНИЯ (гр. narkē — ҡатып ҡалыу, ойоу һәм mania — аҡылһыҙлыҡ, көслө дәрт), наркотик ҡулланыуға тыйып торғоһоҙ теләк м‑н бәйле хроник ауырыуҙар төркөмө. Опий, каннабиоид (нәшә), кокаин, седатив, йоҡо дарыуҙарын, галлюциногендарҙы саманан артыҡ ҡулланыу һ.б. Н. төрҙәрен айыралар. Булышлыҡ итеүсе факторҙар:...

НАРТАЙЛАҠОВ Мәжит Әхмәт улы

НАРТАЙЛАҠОВ Мәжит Әхмәт улы (3.2.1960, Ырымбур өлк. Переволоцк р‑ны Ғәбдрәфиҡ а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (1996), проф. (1997). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002), РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (1998) атҡ. табибы. БДМИ‑ны тамамлаған (1983). 1985 й. алып Өфөнөң 6‑сы дауаханаһында бүлек мөдире. 1987 й. алып БДМУ‑ла:...

НАРЫНБАЙ

НАРЫНБАЙ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Башҡорт. Яйыҡ казак ғәскәрендә хеҙмәт итә (Орск ҡәлғәһендә). 1773 й. көҙөндә Пугачёв бойороғо б‑са йәшерен рәүештә Орск ҡәлғәһенең башҡ. һәм татар казактарын баш күтәреүселәргә ҡушылырға һәм ҡәлғәне улар ҡулына тапшырырға...

НАРЫҪТАУ, Миәкә р‑нындағы ауыл

НАРЫҪТАУ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Илсеғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 54 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 51 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 389 кеше; 1939 — 395; 1959 — 328; 1989 — 325; 2002 — 397; 2010 — 331 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ...

НАРЫШ, ауыл, Октябрьский ҡ. эсендә

НАРЫШ, ауыл, 1946 й. алып Октябрьский ҡ. эсендә. Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1742 й. керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ даруғаның Байлар улусы башҡорттары нигеҙ һала. 1795 й. 15 йортта 95 кеше йәшәгән, 1865 й. 54 йортта — 289 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр....

НАРЫШ, Борай р‑нындағы ауыл

НАРЫШ, Борай р‑нындағы ауыл, Баҙраҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 26 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.Көнс. табан 87 км алыҫлыҡта Нарыш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 285 кеше; 1959 — 321; 1989 — 161; 2002 — 124; 2010 — 106 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Иҫке...

НАСЕДКИН Василий Федорович

НАСЕДКИН Василий Фёдорович (1.1.1894, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Веровка а. — 15.3.1938, Мәскәү), шағир. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. МДУ‑ла (1913—14), А.Л.Шанявский ис. Мәскәү ҡала халыҡ ун‑тында (1914—15), Юғары әҙәби-художество ин‑тында (1923—25) уҡыған. 30‑сы йй. Мәскәүҙә...

НАСИПОВ Ирек Ишбулды улы

НАСИПОВ Ирек Ишбулды улы (27.2. 1955, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Үрге Башҡорт Һаҙы а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Үрге Һаҙ а.), инженер‑механик, полковник (1994). РФ‑тың почётлы тимер юлсыһы (1995), РФ‑тың почётлы төҙөүсеһе (1997). Төмән индустриаль ин‑тын (1978), Тыл һәм транспорт хәрби акад. (С.‑Петербург,...

НАСИРОВ Ғиниәт Ғәлиәкбәр улы

НАСИРОВ Ғиниәт Ғәлиәкбәр улы (5.1.1929, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Мырҙаҡай а. — 11.6.1980, БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Матрай а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). 1941 й. алып Баймаҡ р‑нының К.Маркс ис. к‑зында эшләй: 1949 й. тиклем звено етәксеһе, 1958—61 йй. рәйес урынбаҫары; 1949—58 йй. Баймаҡ МТС‑ы агрономы....

НАСИРОВ Рәүеф Хәй улы

НАСИРОВ Рәүеф Хәй улы (11.11. 1935, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Ҡужай а. — 6.6.2014, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), журналист, яҙыусы. Журналистар союзы ағзаһы (1970), Яҙыусылар союзы ағзаһы (1999). РФ‑тың (1993) һәм БАССР‑ҙың (1978) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Урал дәүләт ун‑тын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1970)....

НАСИРОВ Фәрит Сәғит улы

НАСИРОВ Фәрит Сәғит улы (22.1. 1954, Карл‑Маркс‑Штадт ҡ., ГДР), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2002), проф. (2010). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976), ӨДАТУ‑ла эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре финанс математикаһы, ихтималлыҡ теорияһы, осраҡлы процестар теорияһы, матди үҙгәреүсәндең функциялары теорияһы...

НАСИРОВ Хәлим Мосауир улы

НАСИРОВ Хәлим Мосауир улы (1.10.1942, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Ыҫлаҡ а. — 24.10.2003, Өфө), фармаколог. Мед. ф. д‑ры (1986), проф. (1989). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1996). БДМИ‑ны тамамлаған (1967), 1970 й. алып шунда уҡ эшләй: 1978 й. — үҙәк ғилми‑тикшеренеү лаб. мөдире, 1985 й. — фарм. ф‑ты деканы, бер...