Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ОНЛО ЫСЫҠ БӘШМӘКТӘРЕ

ОНЛО ЫСЫҠ БӘШМӘКТӘРЕ, э р и з и ф б ә ш м ә к т ә р (Erysiphales), аскомицеттар класына ҡараған бәшмәктәр тәртибе. Яҡынса 100 төрө билдәле, киң таралған. Мицелийы күп күҙәнәкле, үҫемлектәр өлөштәре өҫтөндә, һирәк осраҡта япраҡ туҡымалары күҙәнәктәрендә (Leveillula, Phyllactinia заттары) үҫешә. Емешлек...

ОНОМАСТИКА

ОНОМАСТИКА (гр. onomastikoјs – атамаға ҡағылышлы), яңғыҙлыҡ исемдәрҙе өйрәнгән тел ғилеме бүлеге: кеше исемдәре (антропонимдар), геогр. объекттарҙың атамалары (топонимдар), илаһтар (теонимдар), хайуандар (зоонимдар), күк есемдәре (астронимдар), йыһан киңлеге өлөштәре һәм йондоҙлоҡтар (космонимдар),...

ОНТАҠ МЕТАЛЛУРГИЯҺЫ

ОНТАҠ МЕТАЛЛУРГИЯҺЫ, металдар онтағын, иретмәләрҙе һәм химик берләшмәләрҙе, уларҙан яһалған ярым фабрикаттарҙы һәм изделиеларҙы йәки уларҙың металл булмаған онтаҡтар м‑н ҡатышмалаларын төп компонентты иретмәйенсә етештереү. О.м. технологияһы түбәндәге төп стадияларҙы үҙ эсенә ала: тәүге онтаҡтарҙы алыу...

ОНТОЛОГИЯ

ОНТОЛОГИЯ (гр. ón, эйәлек килеш óntos — булмыш һәм …логия), философия бүлеге, йәшәйеш, уның төп принциптары, структураһы һәм законлыҡтарын тикшереүсе тәғлимәт. БР‑ҙа О. проблемалары А.Р. Абдуллин, Б.С. Ғәлимов, А.Ф. Кудряшёв, М.С. Ҡунафин, Ф.М. Неганов, Д.Ә. Нуриев, Р.Й. Рәхмәтуллин, А.И. Селиванов,...

ООМИЦЕТТАР

ООМИЦЕТТАР (Oomycetes), бәшмәктәр класы. 4 тәртибе, 550 төрө билдәле, киң таралған. Башҡортостанда 4 тәртибе, 100‑ҙән ашыу төрө бар. Мицелийы яҡшы үҫешкән, бер күҙәнәкле, күп ядролы. Күҙәнәк көбө күпселек бәшмәктәрҙән айырмалы хитиндан түгел, целлюлоза һәм глюкандан тора. Енесһеҙ үрсеү ҡауырһын һәм...

ОПЕРА

ОПЕРА (итал. оpera), музыкаль театр сәнғәтенең төрө; һүҙ, музыка һәм сәхнә күренештәре синтезына нигеҙләнгән муз.‑драматик әҫәр. Ҡайһы берҙә О. балет күренештәрен, диалогты үҙ эсенә ала. О. әҙәби нигеҙе — либретто. 20 б. 10—20‑се йй. “Нур”, “Сәйяр”, “Ширҡәт” труппаларының йолалар, легендаларҙан торған...

ОПЕРА ҺӘМ БАЛЕТ ТЕАТРЫ

ОПЕРА ҺӘМ БАЛЕТ ТЕАТРЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1938 й. 14 дек. Башҡ. дәүләт опера театры булараҡ асыла, 1941 й. алып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры. Беренсе художество етәксеһе һәм баш дирижёры — П.М.Славинский, баш реж. һәм дир. — Б.Ғ.Имашев, балетм. — Н.Г.Зайцев, баш рәссамы — Н.В.Ситников, баш...

ОПОКА, тау тоҡомо

ОПОКА, ваҡ‑ваҡ күҙәнәкле ултырма тау тоҡомо. Балсыҡлы матдә, диатомейҙың, радиолярийҙың һәм саҡматашлы болот спикулаларының һөлдә өлөштәре, кварц, ялан шпаты, глауконит бөртөктәре ҡушылмалары булған аморф кремнезёмдан тора. О. кремнезём миҡдары 92—98%‑ҡа тиклем. Төҫө асыҡ һоронан ҡарағаса. Һынылышы...

ОПТИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ

ОПТИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ, матдәләрҙең сифат һәм һан составын билдәләгән алымдар йыйылмаһы. Асыҡлана торған матдәләрҙең эмиссия (эмиссион), йотоу (абсорбция), сағылдырыу, сәселеү һәм люминесценция спектрын ҡулланыуға нигеҙләнә. О.а.ы. тикшеренеү маҡсатына, анализланған матдәләрҙең үҙенсәлектәренә, тулҡындарҙың...

ОПТИК ПРИБОРҘАР

ОПТИК ПРИБОРҘАР, яҡтылыҡты теркәү, анализлау, әүерелдереү һәм нурландырыу йәки ошо функцияларҙы комбинациялау өсөн тәғәйенләнгән ҡорамалдар. Тәғәйенләнеше б‑са астрономия‑геодезия, мәғлүмәт‑үлсәү, медицина, оптик‑физик һ.б. төрҙәрен айыралар. О.п. объект һүрәтенең сифатын яҡшыртыу, уны ҙурайтыу, бәләкәйләтеү...

ОПТИК ЭЛЕМТӘ

ОПТИК ЭЛЕМТӘ, оптик диапазондағы электромагнит тирбәлеүҙәр ярҙамында, ғәҙәттә, лазер ҡулланып башҡарылған элемтә. Асыҡ (Ер эргәһендәге йәки йыһан арауығында эшләгән) һәм ябыҡ (сүсле‑оптик элемтә линиялары) О.э. системаларын айыралар. О.э. системалары мәғлүмәтте ҙур тиҙлектә һәм йәшерен тапшырыуҙы тәьмин...

ОПТИК ЯҠТАН АКТИВ БЕРЛӘШМӘЛӘР

ОПТИК ЯҠТАН АКТИВ БЕРЛӘШМӘЛӘР, үҙҙәре аша үткән яҡтылыҡтың поляризация яҫылығын әйләндереүгә һәләтле матдәләр. Молекулаларҙың тәбиғи оптик яҡтан активлығының кәрәкле шарты булып хираллек тора (ҡара: Изомерҙар). Үҙәк (хираль үҙәк), аксиаль (хираль күсәр), планар (хираль яҫылыҡ) һәм спиралле (ҡапма‑ҡаршы...

ОПТИКА

ОПТИКА (гр. optikē) , физиканың яҡтылыҡ тәбиғәтен, уның төрлө мөхиттәрҙә таралыуын һәм матдә м‑н тәьҫир итешеүен өйрәнгән бүлеге. Төп бүлектәре: геом. (яҡтылыҡ оптик яҡтан бер төрлө мөхит эсендә тура һыҙыҡ б‑са тарала, оптик үҙенсәлектәре төрлө булған мөхиттәрҙең сигендә һына һәм сағыла торған нурҙарҙан...

ОПТИМИЗАЦИЯ МӘСЬӘЛӘҺЕ

ОПТИМИЗАЦИЯ МӘСЬӘЛӘҺЕ, һыҙыҡлы, нормалаштырылған йәки топологик булған Х арауығында билдәләнгән ниндәйҙер маҡсатлы J (u) функционалының u∈U∈X сикләнеүендә (бында U – элементтарҙың билдәләнеү өлкәһе) экстремумын эҙләп табыуға ҡоролған матем. мәсьәлә. Локаль һәм глобаль, ҡағиҙәләргә ярашлы һәм ярашлы...

ОПТО, Өфө р‑нындағы ауыл

ОПТО, Өфө р‑нындағы ауыл, Йоматау а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 20 км һәм Йоматау т. юл ст. Т. табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 141 кеше; 1959 — 98; 1989 — 116; 2002 — 156; 2010 — 324 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Ауылға 1935 й. Йоматау урмансылығы ойошторолғандан һуң нигеҙ...

ОРАН

ОРАН (һөрән), саҡырыу, өндәү. Башҡорттар О. хәүеф янағанда йәки яу ваҡытында ырыуҙаштарын бер урынға саҡырыу өсөн файҙаланған. Онгон һәм тамға м‑н бер рәттән ул ырыу-ҡәбиләнең иң изге атрибуттарының береһе һаналған (ҡара: Башҡорттарҙың ырыу-ҡәбилә ҡоролошо). О. ярҙамында бөтә ырыуға зыян килтерелеүе...

ОРАТОРИЯ

ОРАТОРИЯ (лат. oro — әйтәм, ялынам), хор, йырсы-солистар һәм симфоник оркестр өсөн драматик сюжетлы муз. әҫәр. Төҙөлөшө б‑са операға һәм кантатаға оҡшаш (вокаль ансамблдәр, ариялар, речитативтар, хор һәм оркестр өсөн номерҙарҙан тора), кантатанан — ҙурыраҡ күләмле, киңерәк сюжетлы, эпик‑драматик характерҙа...

ОРГАНИК АШЛАМАЛАР

ОРГАНИК АШЛАМАЛАР, составында башлыса үҫемлек йәки хайуан сығышлы органик берләшмәләр рәүешендә үҫемлектәр өсөн туҡлыҡлы булған химик макро- һәм микроэлементтар  сбар. О.а. йәшел ашламалар (ҡара: Сидерация), компостар, тиреҫ, тиреҫ һарҡындыһы, ҡош тиҙәге, һалам (ҡара: Ҡоро мал аҙыҡтары), торф һ.б. инә....

ОРГАНИК БУЛМАҒАН ПЕРОКСИДТАР

ОРГАНИК БУЛМАҒАН ПЕРОКСИДТАР, дөйөм формулаһы R—O—O—R’ булған химик берләшмәләр, бында R һәм R’ — органик булмаған радикалдар йәки атомдар. О.б.п. төп кластарына металдарҙың пероксидтары, гидропероксидтары, супероксидтар, озо‑ нидтар инә. R һәм R’ — органик булмаған к‑та ҡалдыҡтары йәки водород атомы...

ОРГАНИК БУЛМАҒАН ПОЛИМЕРҘАР

ОРГАНИК БУЛМАҒАН ПОЛИМЕРҘАР, үҙ эсенә органик булмаған төп сылбырҙар алған полимерҙар. Тәбиғи (полифосфаттар, силикаттар, кремнезём, корунд, керамика, быяла, цемент, эзбиз; көкөрт, ҡыҙыл фосфор һәм углерод полимерҙары) һәм синтетик (кумулендар, карбин, полифосфонитрилхлорид), гомо‑ (электрофил һәм нуклеофил...