Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СЫУАШТАР КАНАШЫ (СЪЕЗЫ)

СЫУАШТАР КАНАШЫ (СЪЕЗЫ), БР сыуаштарының милли үҙаңын күтәреү, сыуаш телен һәм милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, республика халыҡтары араһында дуҫлыҡты пропагандалау һәм нығытыу маҡсаты м‑н ойошторолған йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1999 й. алып эшләй. БР Халыҡтары ассамблеяһы ағзаһы. Сы- уаш...

СЫЧЁВ Алексей Алексеевич

СЫЧЁВ Алексей Алексеевич [1861, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Дыуан а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) – ?], Өфө губернаһынан 4‑се Дәүләт думаһы (1912–17) депутаты. Крәҫтиәндәрҙән. 2 класлы башланғыс училище тамамлаған. Златоуст өйәҙземство башҡармаһында писарь булып хеҙмәт иткән. Златоуст өйәҙземство йыйылышында крәҫтиәндәрҙән...

СЮЖЕТ

СЮЖЕТ (фр. sujet — предмет), художестволы әҫәрҙә арауыҡ‑ваҡыт үҙгәрештәре, бер‑береһен алмаштырған урын‑торош һәм шарттар рәүешендә күҙ алдына баҫтырылған хәл‑ваҡиғалар йыйылмаһы. С. драматик, эпик һәм лиро‑эпик жанрҙарҙың ойоштороусы башланғысы булып тора; лирикала ла мөһим булырға мөмкин. С. структур...

СЮИТА

СЮИТА (фр. suite — рәт, эҙмә‑эҙлелек), дөйөм художество идеяһы м‑н берләшкән бер нисә ҡапма‑ҡаршы үҙ аллы өлөштәрҙән (характеры, ритмы, темпы һ.б. б‑са айырылалар) торған инструменталь цикллы муз. әҫәр. С. соната һәм симфониянан өлөштәренең артыҡ үҙ аллылығы, уларҙың ҡәтғи иҫәпкә, тәртипкә, характерға...

СЮТКИН Владимир Михайлович

СЮТКИН Владимир Михайлович (28.2.1952, БАССР‑ҙың Краснокама р‑ны Николо‑Берёзовка а.), инженер‑механик. БР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1997). Ижевск механика ин‑тын тамамлағандан һуң (1974) Рязань мәҙәниәт‑көнкүреш тауарҙары ф‑каһында өлкән мастер булып эшләй. 1977 й. алып “Нефтекама автозаводы” ААЙ‑нда:...

СЮТКИН Пётр Иванович

СЮТКИН Пётр Иванович [31.12. 1915, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Армянинов а. — 14.8.1954, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Яңауыл эшселәр ҡсб, БАССР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны Холодный Ключ ҡсб ерләнгән, ш. уҡ р‑ндың Калегин а. күсереп ерләнгән], танкист, майор. Советтар Союзы Геройы (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1‑се Горький...