Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТАЛБАЗЫ ЛИЦЕЙЫ

ТАЛБАЗЫ ЛИЦЕЙЫ. Ауырғазы р‑нында урынлашҡан. 1836 й. мәҙрәсә булараҡ асыла, 1900 й. алып урыҫ‑башҡорт халыҡ училищеһы, 1919 й. — 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1932 й. — өлгөлө башланғыс мәктәп, 1933 й. — урта мәктәп (1992 й. башлап №1), 2001 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 2 компьютер...

ТАЛБАЗЫ, ауыл, Ауырғазы р‑нының үҙәге

ТАЛБАЗЫ, ауыл, Ауырғазы р‑нының (1932—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Талбазы а/с үҙәге. Өфөнән К. 80 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта Өфө—Ырымбур, Талбазы—Красноусол, Дәүләкән—Талбазы автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 1,7; 1920 — 1,8; 1939 — 3,2; 1959 — 3,0;...

ТАЛДУТ

ТАЛДУТ (Lysimachia), кәзә һаҡалы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 60 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә: ябай Т. һәм тәңкәле Т., йәки болон сәйе. Күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары нескә, түшәлеүсән йәки төҙ, өҫкө өлөшөндә тарбаҡлы,...

ТАЛИПОВ Рифҡәт Фаат улы

ТАЛИПОВ Рифҡәт Фаат улы (16.5.1957, БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Сорочинский ҡсб), химик. Химия ф. д‑ры (1998), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) шунда уҡ эшләй: 1984 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 1993—94 йй. Теүәл органик синтез ҒТИ‑нда лаб. мөдире;...

ТАЛҠАН

ТАЛҠАН, башҡорташ-һыуында традицион аҙыҡ. Ҡурмастан (Урал аръяғында, Башҡортостандың таулы-урманлы һәм көньяҡ райондарында), ш. уҡ бешереп киптерелгән бойҙай, һоло, тары, арыш, арпанан йәки уларҙың ҡатнашмаһынан әҙерләнә. Орлоҡто ҡул тирмәнендә тарталар, ҡайһы берҙә килелә төйәләр, һуңынан иләп, төрлө...

ТАЛҠАҪ

ТАЛҠАҪ, Урал й. бассейнындағы күл. Баймаҡ районы Түбә а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Ирәндек һыртының көнбайыш битләүендәге тау араһы уйпатлығында, “Ирәндек” тәбиғи паркы һәм “Талҡаҫ күле” тәбиғәт ҡомартҡыһы территорияларында урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны — 4,2 км2, оҙонлоғо — 4,0 км, уртаса...

ТАЛҠАҪ, күл

ТАЛҠАҪ, Урал й. бассейнындағы күл. Баймаҡ районы Түбә а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Ирәндек һыртының көнбайыш битләүендәге тау араһы уйпатлығында, “Ирәндек” тәбиғи паркы һәм “Талҡаҫ күле” тәбиғәт ҡомартҡыһы территорияларында урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны — 4,2 км2, оҙонлоғо — 4,0 км, уртаса...

ТАЛЛЫКҮЛ, Благовар р‑нындағы ауыл

ТАЛЛЫКҮЛ, Благовар р‑нындағы ауыл, Өйҙөрәкбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Благовар т. юл ст. К.‑Көнб. табан 3 км алыҫлыҡта Оло Өйҙөрәк й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 169 кеше; 1959 — 181; 1989 — 115; 2002 — 117; 2010 — 88 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға...

ТАЛЛЫҠУЛ, Бүздәк р‑нындағы ауыл

ТАЛЛЫҠУЛ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Ҡаңны-Төркәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. К.-Көнб. табан 33 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 689 кеше (Теләкәй-Ҡобау а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған); 1920 — 421; 1939 — 279; 1959 — 268; 1989 — 292; 2002 — 275; 2010 — 354 кеше. Башҡорттар...

ТАЛЛЫҺЫҘА, Баҡалы р‑нындағы ауыл

ТАЛЛЫҺЫҘА, С а р л ы, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Урманай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 49 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 72 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 549 кеше; 1959 — 432; 1989 — 229; 2002 — 207; 2010 — 147 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

ТАЛОГ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

ТАЛОГ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән. 1991 й. Асҡын р‑ны Төй ҡасабаһында Талог урман пункты (30‑сы йй. нигеҙләнгән) базаһында “Башлеспром” урман сәнәғәте берекмәһенең Т.у.с.х. булараҡ ойошторола, 1995 й. алып ААЙ, 2007 й. ябыла. 2003 й. 119 кеше эшләгән; 12,4 мең...

ТАЛПАНДАР

ТАЛПАНДАР (Acarina), үрмәксе һымаҡтар класына ҡараған отряд. 300 ғаиләһе, яҡынса 20 мең төрө билдәле, БР‑ҙа 200‑ҙән ашыу төрө бар. Тән төҙөлөшө үҙенсәлектәре буйынса Т. 3 ярым отряды айырыла: акариформ (биҙ, ҡыҙыл, үрмәксе ауы, ҡауырһын, галл рәүешле һ.б. Т. ғаиләһе), паразитиформ (гамазоид, иксод,...

ТАЛХИНА Динә Азат ҡыҙы

ТАЛХИНА Динә Азат ҡыҙы (27.7. 1952, Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны Мәтәл а. — 28.2.2007, Өфө), шағирә. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2003). Яҙыусылар союзыағзаһы (1992). БДУ‑ны тамамлаған (1977). 1974 й. алып Учалы р‑нының Миндәк урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1977 й. — “Серп и молот” (“Ураҡ һәм...

ТАЛЫЗИН Иван Дмитриевич

ТАЛЫЗИН Иван Дмитриевич (1799—14.5.1844, Өфө), дәүләт эшмәкәре. Дворян. Действительный статский советник (1838), полк. (1832). 1817—64 йй. Кавказ һуғышында, 1830—31 йй. поляк ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашҡан. 1817 й. алып рус армияһында. Кавказ айырым корпусы командиры инфантерия ген. А.П.Ермоловтың адъютанты,...

ТАЛЬК

ТАЛЬК, ҡатлаулы силикаттар ярым класы минералы, Mg3[Si4O10](OH)2. Тимерш. уҡ формала тулыһынса магнийҙы алмаштыра. Составына никель, хром ҡушылмалары инә. Кристалдары пластинка формаһында. Агрегаттары ваҡ тәңкәле, һәүерташҡа тартым, тығыҙ (стеатит), эре япраҡлы. Төҫһөҙ, тоноҡ йәшел, һары, быяла кеүек...

ТАМБОВЦЕВ Василий

ТАМБОВЦЕВ Василий (?—1778, Наурск ҡәлғәһе, Төньяҡ Кавказ), Яйыҡ казак ғәскәренән Уложенный комиссия депутаты. Яйыҡ казагы. Комиссияла крәҫтиән һәм казактарҙың сауҙагәрҙәр аралашлығынан тыш сауҙа итеү хоҡуғын яҡлай. Дворяндарҙың (ҡара: Дворянлыҡ) өҫтөнлөктәре нығытылған “Аҫыл һөйәктәр хоҡуҡтары проекты”н...

ТАМБОВЦЕВ Иван

ТАМБОВЦЕВ (Анкудинов) Иван (? — 1772 й. ғин., Ырымбур губ. Яйыҡ ҡаласығы), Яйыҡ казак ғәскәренән Уложенный комиссия депутаты. Яйыҡ казагы. Комиссияла крәҫтиән һәм казактарҙың сауҙа м‑н шөғөлләнеү хоҡуғын яҡлап сығыш яһаусыларҙы хуплай. “Аҫыл һөйәктәр хоҡуҡтары проекты”н тикшергәндә дворяндарҙың (ҡара:...

ТАМҒА

ТАМҒА, ҡайһы ырыуға ҡарауҙы йәки нимәгәлер эйә булыуҙы аңлатҡан билдә. Бер йәки бер нисә һыҙыҡҡа ҡарата симметриялы геом. һүрәттән ғибәрәт. Көньяҡ Уралда тәүге Т. бронза һәм иртә тимер быуат археологик ҡомартҡыларында осрай. Башҡорттар Т. аҫабалыҡ, көтөүлек, йәйләү (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре) сиктәрен,...

ТАМОЖНЯ

ТАМОЖНЯ, сик аша йөк (ш. иҫ. багаж һәм почта м‑н ебәрелгән әйберҙәр) үткәреүҙе контролдә тотҡан, таможня пошлиналары һәм йыйымдары түләткән дәүләт учреждениеһы. Т. диңгеҙ һәм йылға порттарында, халыҡ‑ара аэропорттарҙа, сик буйы пункттарында һәм т. юл станцияларында, эре үҙәктәрҙә урынлашҡан. Төп бурыстары:...

ТАМЪЯН

ТАМЪЯН, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: бәшәй, ҡуян, мөлөт, мәсәғүт, тамъян. Тамғалары: . Этник яҡтан Алтай һәм Үҙәк Азияның монгол ҡәбиләләренә барып тоташа. Б.э. 1‑се мең йыллығы аҙағынан 10 б. тиклем “тама” этнонимы м‑н билдәле булғандар (алтай, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, ҡырғыҙ, тува, үзбәк халыҡтарында осрай)....