Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ХАЛЫҠТЫҢ ЙӘШӘҮ КИМӘЛЕ

ХАЛЫҠТЫҢ ЙӘШӘҮ КИМӘЛЕ, билдәле бер илдә йәки төбәктә социаль төркөмдәрҙең, халыҡтың физик, рухи, матди ихтыяждары ҡәнәғәтләндерелеү дәрәжәһен билдәләгән комплекслы күрһәткес. Йән башына тура килгән килем (ҡара: Халыҡтың аҡса килеме), ҡулланылған матди байлыҡ һәм хеҙмәттәрҙең дөйөм күләме (ш. иҫ. торлаҡ...

ХАЛЫҠТЫҢ МӘШҒҮЛЛЕГЕ

ХАЛЫҠТЫҢ МӘШҒҮЛЛЕГЕ, граждандарҙың үҙ (шәхси) һәм йәмәғәт ихтыяждарын ҡәнәғәтләндергән һәм, ҡағиҙә булараҡ, килем килтергән эшмәкәрлеге. Беренсел һәм икенсел (бер нисә урында эшләү), тулы һәм өлөшләтә мәшғүллек айырыла. Иҡтисадта мәшғүл кешеләр иҫәбенә түләнгән эше булған, ш. уҡ ғаилә пр-тиеларында...

ХАЛЫҠТЫҢ МИЛЛИ СОСТАВЫ

ХАЛЫҠТЫҢ МИЛЛИ СОСТАВЫ, халыҡтың этник составы, халыҡты милләте (этник яҡтан) б-са бүлеү. Х.м.с. асыҡлау өсөн халыҡ иҫәбен алыу, киң статистик иҫәптең башҡа формалары б-са милләт т-да тура мәғлүмәттәр, ш. уҡ тел ассимиляцияһына төҙәтмәләр м-н туған тел т-да мәғлүмәттәр ҡулланыла. Шулай уҡ йәнле һөйләү...

ХАЛЫҠТЫҢ РЕАЛЬ КИЛЕМЕ

ХАЛЫҠТЫҢ РЕАЛЬ КИЛЕМЕ, халыҡтың натуралата һәм реаль ҡулланырлыҡ аҡсалата килеме, ш. уҡ халыҡҡа бушлай йәки льготалы шарттарҙа хеҙмәт күрһәткән төрлө ойошмаларҙың матди сығымдары суммаһы. Х.р.к. — милли килемдең халыҡ ҡулланыу йәки аҡса йыйыу өсөн файҙаланған бер өлөшө; ваҡлап һатыу хаҡтарының һәм һалым...

ХАЛЫҠТЫҢ РЕАЛЬ ҠУЛЛАНЫРЛЫҠ АҠСАЛАТА КИЛЕМЕ

ХАЛЫҠТЫҢ РЕАЛЬ ҠУЛЛАНЫРЛЫҠ АҠСАЛАТА КИЛЕМЕ, ҡулланыу хаҡтары индексына яраҡлаштырылған (төп тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙең ошо ваҡытта фактик билдәләнгән йыйылмаһы хаҡының базис ваҡытындағы хаҡына ҡарата үҙгәрешен билдәләй) ошо ваҡыттағы һалымдар һәм йөкләмәләрҙән, мотлаҡ түләүҙәрҙән (страховкалау, кредит...

ХАЛЫҠТЫҢ ТАРАЛЫП УЛТЫРЫУЫ

ХАЛЫҠТЫҢ ТАРАЛЫП УЛТЫРЫУЫ, халыҡтың билдәле бер төбәктә урынлашыу процесы һәм уны кеше йәшәгән урындар (ауыл, ҡала һ.б.)системаһы рәүешендә терр.ойоштороу. Халыҡтың урынлашыуын һәм тығыҙлығын, кеше йәшәгән урындарҙың функциональ терр. бәйләнештәрен һәм халыҡ миграцияһын үҙ эсенә ала. Х.т.у. соц.-иҡт.,...

ХАЛЫҠТЫҢ ТӘБИҒИ АРТЫУЫ

ХАЛЫҠТЫҢ ТӘБИҒИ АРТЫУЫ, халыҡ һанының ғәмәли үҙгәреше, арауыҡта (халыҡ миграцияһы) һәм соц. үҙгәреше нигеҙендә кешеләр быуынының даими яңырыу һәм алмашыныу процесы — йәмғиәтте яңыртып етештереүҙә төп процестарҙың береһе. Һәр бер тарихи осор өсөн демографик процестарҙы билдәләгән үҙ соц.механизмдары...

ХАЛЫҠТЫҢ УРЫНЛАШЫУЫ ҺӘМ ТЫҒЫҘЛЫҒЫ

ХАЛЫҠТЫҢ УРЫНЛАШЫУЫ ҺӘМ ТЫҒЫҘЛЫҒЫ. Халыҡтың урынлашыуына тәбиғи (климат, тигеҙ рельеф, йылғалар йәки сөсө һыуҙың башҡа сығанаҡтары булыуы һ.б.) һәм соц. (технологияларҙың үҫеш кимәле, иҡт. бәйләнештәр характеры, халыҡтың йәшәү кимәле, хужалыҡ эшмәкәрлегенең тибы, тарихи-мәҙәни үҙенсәлектәр һ.б.) факторҙар...

ХАЛЬКОЗИН

ХАЛЬКОЗИН (гр.chalkos — баҡыр), баҡыр ялтырауығы, сульфидтар класы минералы, Cu2S. Составына көмөш, тимер һ.б. ҡушылмалар инә. Кристалдары пластинка, ҡыҫҡа призма формаһында, дипирамидаль, алты ҡырлы ҡушылмалары осрай. Агрегаттары үтә ваҡ бөртөклө, бөрсөктәр. Төҫө ҡарағусҡыл һоро, металл кеүек ялтыр....

ХАЛЬКОПИРИТ

ХАЛЬКОПИРИТ (гр. chalkos — баҡыр һәм пирит), баҡыр колчеданы, сульфидтар класы минералы, CuFeS2. Составына цинк, ҡурғаш, көмөш, алтын, мышаяҡ, аҡ ҡурғаш һ.б. ҡушылмалар инә. Ҡырланған кристалдар һирәк була, ябай һәм полисинтетик ҡушылмалар йыш осрай. Агрегаттары бөртөклө, йәшерен кристаллы, бөрө һымаҡ....

ХАММАРБИЯ

ХАММАРБИЯ (Hammarbya), әшәлсәһымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 1 төрө билдәле — һаҙ Х., Европала һәм Себерҙә таралған. Йыл һайын япраҡ еңсәләре булған оҙонса эллипсҡа оҡшаш бүлбе барлыҡҡа килтергән еп һымаҡ тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, нәҙек, төбөндә йомортҡа рәүешле йыуанайған,...

ХАММАТОВ Яныбай Хаммат улы

ХАММАТОВ Яныбай Хаммат улы [16.1.1925, БАССР-ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Исмаҡай а. (БР-ҙың Белорет р-ны) — 28.9.2000, Өфө], яҙыусы. РСФСР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (1985). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. КПСС-тың Башҡ-н өлкә ком-ты эргәһендәге 2 йыллыҡ Өлкә партия мәктәбен (1954),...

ХАММАТОВА Гүзәл Яныбай ҡыҙы

ХАММАТОВА Гүзәл Яныбай ҡыҙы (28.10.1953, Өфө ҡ. — 3.11.2021, шунда уҡ), тәржемәсе. Яҙыусылар союзы ағзаһы (2008). Я.Х.Хамматовтың ҡыҙы. БДУ-ны тамамлағандан һуң (1976) БДПИ-ла,1988—2008 йй. ӨЮИ-ла уҡыта. Р.Т.Бикбаевтың “Рәми” (2008) китабын, Я.Х.Хамматовтың “Хәсрәтле бала саҡ” (2002), “Салауат батыр”...

ХАММАТОВА Светлана Әнғәм ҡыҙы

ХАММАТОВА Светлана Әнғәм ҡыҙы (11.5.1950, Өфө), педагог. Психология ф. канд. (1992), пед. ф. д-ры (2007). БР-ҙың мәғариф отличнигы (1999). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1972) Өфөнөң 91-се урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1975—76 йй. НИИнефтехимда, 1979 й. алып ӨДАТУ-ла эшләй. 1993 й. башлап БДУ-ла, 2004 й. — Ырымбур...

ХАМОМИЛЛЯ

ХАМОМИЛЛЯ (Chamomilla), астраһымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Бер нисә төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә һәм Ер шарының субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда дарыу Х., йәки дарыу ромашкаһы, һәм еҫле Х., йәки еҫле лепидотека үҫә. Бер йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ,...

ХАН

ХАН (төркисә), төрки халыҡтарҙа юғары ҡатлам титулы; Монгол империяһында дәүләт башлығы, улусҡа идара итеүсе. Алтын Урҙала Х. титулына Сыңғыҙхан нәҫеле вәкилдәре дәғүә итә алған. Монголдарҙың яулап алыуынан һуң башҡорттар Алтын Урҙа Х. (Батый, Иҙеүкәй, Туҡтамыш, Үзбәк һ.б.),һуңыраҡ Ҡазан ханлығы, Нуғай...

ХАН ҠЫҘЫ”, башҡорт халыҡ йыры

“ХАН ҠЫҘЫ”, башҡорт халыҡ йыры, һалмаҡ көй. Тәүге тапҡыр 1964 й. Н.Д.Шоңҡаров БАССР-ҙың Әлшәй р-ны Исламғол а. Сәлимә Сөләймәнованан, С.Ә.Галин Ҡолтай-Ҡаран а. (икеһе лә — БР-ҙың Миәкә р-ны) Әсмәндиәр Янышевтан яҙып ала. 1991 й. Һамар өлк. Имеләй а. Мөҡәдисә Заһиҙуллинанан яҙып алынған вариантта Р.С.Сөләймәновтың “Башҡорт...

ХАНГИЛДИН Васиҡ Хәйҙәр улы

ХАНГИЛДИН Васиҡ Хәйҙәр улы [12.5.1907, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Һынны а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Иҫке Һынны а., — 15.6.1998, Өфө], селекционер. БР ФА‑ның почётлы акад. (1992), а.х. ф. д‑ры (1974), проф. (1961). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1963), РСФСР‑ҙың атҡ. агрономы (1957). Һарытау а.х. һәм мелиорация...

ХАНЖИН Михаил Васильевич

ХАНЖИН Михаил Васильевич (17.10. 1871, Сәмәрҡәнд ҡ. — 30.12.1961, Джамбул ҡ.), Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Артиллериянан ген. (1919). 1904—05 йй. рус-япон һуғышында, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Михайловка артиллерия акад. (С.-Петербург, 1899), Офицерҙар артиллерия мәктәбен (С.-Петербург...