Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЭМС ЯРУСЫ

ЭМС ЯРУСЫ, аҫҡы девон бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Прага ярусында ята, эйфель ярусы м‑н ҡаплана. К.Дорлодо тарафынан Эмс ерендә (Германия) айырып күрһәтелә (1900). Стратотибы вулкан тоҡомдары ҡатыш ҡомташтарҙан, кварциттарҙан, һәүерташтарҙан тора; ҡалынлығы 2000 м. БР терр‑яһында Э.я. ултырмалары Көньяҡ...

ЭМУЛЬСИЯЛАР

ЭМУЛЬСИЯЛАР, ҡатышмай торған шыйыҡсаларҙың дисперслы системалары. Тәбиғәттә һөт, үҫемлектәрҙең һөт һымаҡ һуты (ҡара: Тәбиғи каучук), эшкәртелмәгән нефть рәүе­шендә осрай; ҡан, составына липосомалар һәм микроорганизмдар ингән системалар Э. яҡын тора. Поляр мөхиттә поляр булмаған шыйыҡсаның тамсылары...

ЭМФИЗЕМАТОЗЛЫ КАРБУНКУЛ

ЭМФИЗЕМАТОЗЛЫ КАРБУНКУЛ, газлы карбункул, эмкар, көйшәүсе хайуандарҙың (башлыса һыйыр малының) инфекцион ауырыуы, уға мускулдарға бай тән өлөшөндә крепитациялы шештәр (карбункулдар) үҫеше һәм хайуандарҙың тиҙ үлеүе (12— 72 сәғәттән һуң) хас. Тыуҙырыусыһы — Clostridium chauvoei, анаэроб, бацилла һәм...

ЭНӘҒАРАҠТАР

ЭНӘҒАРАҠТАР (Odonata), бөжәктәр отряды. 4500‑ҙән ашыу төрө билдәле; Башҡортостанда 9 ғаиләгә ҡараған 60‑тан ашыу төрө осрай. Ҡанаттарының төҙөлөшө һәм урынлашыуы һ.б. үҙенсәлектәре буйынса Э. 3 ярым отрядҡа бүленә: тигеҙ ҡанатлылар (матурҡастар, ҡанһыҙҙар, уҡ һымаҡтар һ.б. ғаиләләр), төрлө ҡанатлылар...

ЭНӘК, йылға

ЭНӘК, Оло Энәк, йылға, Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) һул ҡушылдығы. Йылайыр р‑ны Яңы Покровка утарынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта башлана. Йылайыр р‑ны буйлап көньяҡ‑көнсығыштан төньяҡ‑көнбайышҡа, артабан Күгәрсен р‑ны буйлап көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға, 3‑сө Түкәт а. эргәһендә төньяҡ‑көнбайышҡа,...

ЭНӘЛЕ КӨРТМӘЛЕ

ЭНӘЛЕ КӨРТМӘЛЕ, һ а ҙ е м е ш е, ш ы ҡ ш а (Empetrum), энәле көртмәле һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 15‑тән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың субарктик бүлкәтенән алып тропик бүлкәтенә тиклем, Көньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субантарктик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ике енесле...

ЭНӘЛЕК

ЭНӘЛЕК, е ҙ ә й, э н ә д е (Crataegus), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, Американың һәм Евразияның уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ҡан‑ҡыҙыл Э. үҫә. 1—4 м бейеклектәге ағас, ботағы ҡуйы ҡыҙыл‑көрән төҫтә, ялтыр, тура һәм нәҙек (4 см тиклем) сәнскеләре...

ЭНГЕЛЬС Наум Генрихович

ЭНГЕЛЬС Наум Генрихович (21.10. 1938, БАССР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Аксаков эшселәр ҡсб), тренер. Проф. (2009). Йөҙөү б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1983) һәм бөтә Рәсәй категориялы судья (1983). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1974). 1963— 64 йй. Респ. йәштәр спорт мәктәбенең хәҙ....

ЭНГЕЛЬС Фридрих

ЭНГЕЛЬС Фридрих (28.11.1820, Бармен ҡ., Германия — 5.8.1895, Лондон ҡ.), философ, сәйәси эшмәкәр. Марксизмға нигеҙ һалыусыларҙың береһе (ҡара: Марксистик философия). Э. менән К.Маркс — 1‑се Интернационалдың (1864—76) ойоштороусылары һәм етәкселәре. 1849 й. Э. Көньяҡ‑Көнбайыш Германияла барған ҡораллы...

ЭНДЕМИКТАР

ЭНДЕМИКТАР (гр. endēmos — урындағы), хайуандар һәм үҫемлектәрҙең таралыуҙа билдәле бер терр‑я м‑н сикләнгән төрҙәре, заттары һ.б. таксондары. Башҡортостанда ҡат­марлы төҙөлөшлө көпшәле үҫемлектәрҙең 90‑дан ашыу Э. төрө үҫә, шуларҙың 20‑һе эттабан затының апомиксис яғынан ауыр айырылған “микротөрҙәре”...

ЭНДОГАМИЯ

ЭНДОГАМИЯ (гр. endon — эске һәм gamos — никах), ҡәбилә, этнос, конфессия, ҡатлам эсендә никах теркәү. Башҡорттарҙа традицион йола, экзогамия м‑н йәнәш килә. Эндогамия никахы йола хоҡуғы, ислам ҡабул ителгәндән һуң шәриғәт нормалары м‑н көйләнгән. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң башҡа дин...

ЭНДОГЕН ПРОЦЕСТАР

ЭНДОГЕН ПРОЦЕСТАР, Ерҙең эске энергияһы тәьҫирендә барған геол. процестар. Э.п. энергияның төп сығанаҡтары булып йылылыҡ (башлыса радиоактив сығышлы) һәм ер аҫтында матдәнең тығыҙлыҡ б‑са яңынан бүленеүе (гравитацион дифференциация) тора. Э.п. һәм экзоген процестарҙың йыйылмаһы ер ҡабығын һәм ер өҫтө...

ЭНДОКРИН АУЫРЫУҘАР

ЭНДОКРИН АУЫРЫУҘАР, гормондар эшләп сығарған бер йәки бер нисә эске секреция биҙенең эшмәкәрлеге боҙолғанда (гипер‑, гипо‑йәки дисфункция) барлыҡҡа килгән ауырыуҙар класы. Гипоталамус‑гипофиз система, ҡалҡан биҙе (мәҫ., боғаҡ), ашҡаҙан аҫты биҙенең утрау һымаҡ аппараты (мәҫ., шәкәр диабеты), бөйөр өҫтө...

ЭНДОКРИНОЛОГИЯ

ЭНДОКРИНОЛОГИЯ (гр. endon — эстә, krino — бүләм һәм ...логия), эндокрин системаһы † ағзаларының төҙөлөшөн һәм функцияһын, улар тарафынан эшләп сығарылған гормон­дарҙы, ш. уҡ эндокрин ауырыуҙарҙы өйрәнгән клиник медицина өлкәһе. 20 б. 30‑сы йй. Башҡортостанда боғаҡ ауырыуының респ. таралышы (А.М.Агаронов,...

ЭНЕОЛИТ

ЭНЕОЛИТ (лат. aeneus — баҡыр һәм ...лит), баҡыр‑таш быуат, таш быуаттан бронза быуатына күсеүҙе билдәләгән тарихи‑мәҙәни осор. Б.э.т. 4—3 мең йыллыҡҡа ҡарай. Э. осоронда Уралда Ағиҙел мәҙәниәте, Гарин мәҙәниәте, Суртанды мәҙәниәте, Соҡор мәҙәниәте барлыҡҡа килә. Л.Я.Крижевская, К.В. Сальников был осорға...

ЭНЕРГЕТИКА

ЭНЕРГЕТИКА, 1) энергетика ресурстарын сығарыу һәм күсереү, электр һәм йылылыҡ энергияһын етештереү, энергосистемаларҙы хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау б‑са пр‑тиелар­ҙы берләштергән яғыулыҡ‑энергетика комплексы. 2) Төрлө энергия төрҙәрен алыу, үҙгәртеү, тапшырыу, бүлеү һәм файҙаланыу мәсьәләләрен өйрәнгән...

ЭНЕРГЕТИКА КОЛЛЕДЖЫ

ЭНЕРГЕТИКА КОЛЛЕДЖЫ, 1961 й. Өфө электромеханика техникумының (ҡара: Радиоэлектроника колледжы) уҡыу‑консультация пункты нигеҙендә киске энергетика техникумы булараҡ асыла, 1964 й. башлап энергетика техникумы, 1996 й. — Өфө энергетика колледжы. 2003 й. Нефть техникумы м‑н Яғыулыҡ‑энергетика колледжына...

ЭНЕРГЕТИКА ҠОРОЛМАЛАРЫ

ЭНЕРГЕТИКА ҠОРОЛМАЛАРЫ, энергетика объекттары (электростанциялар, ҡаҙанлыҡтар, подстанциялар, электр энергияһы тапшырыу линиялары, йылылыҡ һәм газ селтәрҙәре) комплексындағы инженер ҡоролмалары. Коммуникациялар һалыу йәки билдәле технологик функциялар башҡарыу өсөн ҡулланыла. Э.ҡ. гидроэлектростанцияларҙың...

ЭНЕРГЕТИКА ҠУЛАЙЛАМАЛАРЫ

ЭНЕРГЕТИКА ҠУЛАЙЛАМАЛАРЫ, электр энергияһын етештереү йәки үҙгәртеү, тапшырыу, туплау һәм бүлеү өсөн тәғәйенләнгән ҡорамалдар һәм ҡоролмалар комплексы. Төҙөлөшө һәм эшләү принцибы б‑са газ һәм пар турбиналы, пар‑газ, ел энергияһы, тулҡын, газ поршенлы, дизель, Ҡояш, ядро һәм пар винты машинаһы, яғыулыҡ...