Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҒАРИФУЛЛИН Рим Карам улы

ҒАРИФУЛЛИН Рим Карам улы (24.9.1943, БАССР-ҙың Ғафури р-ны Ҡотлоғужа а.), хор артисы (тенор). БР-ҙың халыҡ (1992), БАССР-ҙың (1981) атҡ. артисы. Өфө сәнғәт уч-щеһын (1970; А.А.Матвеев класы), ӨДСИ‑не (1978; Л.Г.Менабени класы) тамамлаған. 1969 й. алып Хор капеллаһы артисы. Репертуарында башҡ., урыҫ...

ҒАРИФУЛЛИН Рөстәм Рәфис улы

ҒАРИФУЛЛИН Рөстәм Рәфис улы (20.5.1978, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Аҫау а.), спортсы. Биатлон б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2005), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2006). Башҡ. физик культура ин‑тын тамамлаған (2006). РОСТО спорт-техник клубы тәрбиәләнеүсеһе (Стәрлетамаҡ ҡ.; тренеры М.З.Мөҙәрисов)....

ҒАРИФУЛЛИН Фәрит Шәрифулла улы

ҒАРИФУЛЛИН Фәрит Шәрифулла улы [20.12.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Күсәрбай а. (БР‑ҙың Благовар районы) — 16.8.2018, Өфө ҡ.], агроном. БР ФА‑ның почётлы академигы (1995), ауыл хужалығы фәндәре докторы (1984), профессор (1985). РФ‑тың (1996) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре. БАХИ‑ны...

ҒАРИФУЛЛИН Флорит Сәғит улы

ҒАРИФУЛЛИН Флорит Сәғит улы [19.10.1948, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны 1‑се Рәтамаҡ а. (хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Рәтамаҡ а.) — 23.5.2010, Өфө], тау инженеры. Техник ф. д‑ры (2003). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2003). ӨНИ‑не тамамлаған (1972). 1965—67 йй. “Башзападнефтеразведка” тресының Бәләбәй быраулау контораһында...

ҒАТАУЛЛИН Мәғариф Мәғсүм улы

ҒАТАУЛЛИН Мәғариф Мәғсүм улы (10.2.1933, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Ҡарғалы а. — 4.3.2009, Өфө), психотерапевт. Мед. ф. д‑ры (1998), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. табибы (1993), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1970). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1958) Яңауыл район дауаханаһында эшләй. 1962 й. алып Респ. психиатрия...

ҒАТАУЛЛИН Мөтиғулла

ҒАТАУЛЛИН Мөтиғулла [1875, Пермь губ. Шадринск өйәҙе Ҡоншаҡ а. (Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны) — 4.6.1936, Өфө], дин әһеле, БАССР Үҙәк диниә назараты мөфтөйө (1924—36). “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң Ҡоншаҡ а. 1‑се мәхәллә мәсетенең имам-хатибы. 1923 й. алып БАССР Үҙәк диниә назараты (ҡара: Диниә...

ҒАТАУЛЛИН Наил Ғәйнәт улы

ҒАТАУЛЛИН Наил Ғәйнәт улы [10.8.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Суйынсы а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) — 26.4.2015, Өфө], хирург. БР ФА акад. (1995), мед. ф. д‑ры (1966), проф. (1968). РФ‑тың (1991) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡ. фән эшмәкәре, БР‑ҙың атҡ. табибы (1995), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отичнигы (2002). БДМИ‑ны...

ҒАТАУЛЛИН Раил Рәфҡәт улы

ҒАТАУЛЛИН Раил Рәфҡәт улы (3.3.1959, БАССР‑ҙың Ҡыйғы районы Арыҫлан а.), химик. Химия фәндәре докторы (2004), профессор (2006). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2014). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1985) “Химпром” ПБ‑нда (Өфө ҡ.), 1986 й. алып БАХИ‑ла эшләй. 1987 й. башлап Өфө химия институтында (2004 й....

ҒАТАУЛЛИН Рауил Ғибат улы

ҒАТАУЛЛИН Рауил Ғибат улы (29.6.1947, БАССР-ҙың Стәрлебаш р-ны Ҡарағош а.), тел белгесе. Филол. ф. д-ры (1997), проф. (2001). БР-ҙың атҡ.  фән эшмәкәре (2004), БДУ-ны  тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй (1983—90 йй. һәм 1998 й. алып немец филол. каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге немец теленең һүҙьяһалышына,...

ҒАТАУЛЛИН Ринат Фазлетдин улы

ҒАТАУЛЛИН Ринат Фазлетдин улы (14.6.1953, БАССР‑ҙың Шаран р‑ны Түбәнге Зәйет а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2002), проф. (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) Туймазы р‑нының Константиновка тулы булмаған урта мәктәбендә директор. 1977— 79 йй. һәм 1982 й. СССР ФА УрБ БФҮ‑нең Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлегендә...

ҒАТАУЛЛИНА Лира Даян ҡыҙы

ҒАТАУЛЛИНА Лира Даян ҡыҙы [25.5.1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Таулар а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 26.1.2003, Өфө], педиатр. Мед. ф. д‑ры (1967), проф. (1968). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1972), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1968). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1949) 1952 й. тиклем Октябрьский...

ҒАТАШ Рәдиф Кәшфулла улы

ҒАТАШ (Ғатауллин) Рәдиф Кәшфулла улы (30.3.1941, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Марс а.), шағир. ТР‑ҙың халыҡ шағиры (2012). ТАССР- ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1982), ТР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2001). Ҡазан ун‑тын (1964), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1969) тамамлаған....

ҒАФАРОВ Азамат Фидан улы

ҒАФАРОВ Азамат Фидан улы (19.6.1974, Өфө), актёр. БР‑ҙың халыҡ (2014) һәм атҡ. (2004) артисы. Ф.С.Ғафаровтың улы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1996; Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы). 1993 й. алып Өфө “Нур” татар театры, 1996 й. — БАДТ актёры. Героик‑романтик пландағы актёр. Музыкаллек, сағыу темперамент һәм һөйкөмлөлөк,...

ҒАФАРОВ Булат Баҡый улы

ҒАФАРОВ Булат Баҡый улы (27.8.1938, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Өмбәт а. — 26.1.2003, Стәрлетамаҡ ҡ.), педагог‑методист. Пед. ф. канд. (1978), проф. (1995). РФ‑тың атҡ. уҡытыусыһы (1996), БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1984), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979), БР-ҙың мәғариф отличнигы (1998)....

ҒАФАРОВ Мэлс Мөхәмәт улы

ҒАФАРОВ Мэлс Мөхәмәт улы (1.1.1940, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Миңеште а.), дерматовенеролог. Мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. табибы (2006), РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2000). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1964) “Востокнефтепроводстрой” тресында (Өфө) эшләй: табип пункты мөдире, 1967—70 йй....

ҒАФАРОВ Фидан Сафа улы

ҒАФАРОВ Фидан Сафа улы (12.10.1947, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Яңы Уртай а.), актёр. РСФСР‑ҙың  (1984), БАССР‑ҙың (1980) һәм ТР‑ҙың (1994) халыҡ, БАССР‑ҙың атҡ. (1972) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1966; И.Х.Йомағолов курсы) БАДТ актёры. Сағыу индивидуаллеккә эйә, башлыса лирик-драматик...

ҒАФАРОВ Хәйҙәр Зәйнулла улы

ҒАФАРОВ Хәйҙәр Зәйнулла улы (3.11.1941, БАССР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Өсбүләк а.), травматолог‑ортопед. ТР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1992), мед. ф. д‑ры (1987), проф. (1992). ТР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997), ТР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1993). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Стәрлетамаҡ ҡ. балалар ҡала дауаханаһында...

ҒАФАРОВ Шамил Анатолий улы

ҒАФАРОВ Шамил Анатолий улы (26.1.1948, Коканд ҡ.), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (2007), проф. (2009). БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (2003), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2008). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1972) шунда уҡ эшләй (1981—87 йй. ғилми-тикшеренеү секторы нач.). Фәнни эшмәкәрлеге карбонат...

ҒАФАРОВ Шәмсетдин Шәйхетдин улы

ҒАФАРОВ Шәмсетдин Шәйхетдин улы [16.8.1896, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Ҡолсора а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 8.12.1937, Өфө], Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында, 1920 й. совет‑поляк һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан хәрби-сәйәси мәктәбен тамамлаған (1924). 1915 й. алып рус армияһында, 1918 й. — Башҡорт...

ҒАФАРОВА Зинфира Хөсәйен ҡыҙы

ҒАФАРОВА Зинфира Хөсәйен ҡыҙы (5.4.1936, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Күҙәй а.), китапханасы, библиограф. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1988). Өфө китапхана техникумын тамамлағандан һуң (1954) Саҡмағош р‑нында эшләй: Яңы Балтас а. китапхана мөдире, 1956 й. алып Саҡмағош а. балалар китапханаһы хеҙм-ре, 1957 й. —...