Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҒӘБДЕЛХАҠОВ Рәмзил Борис улы

ҒӘБДЕЛХАҠОВ Рәмзил Борис улы (19.2.1962, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Яңауыл ҡсб, хәҙ. Яңауыл ҡ.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1999), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1985) һәм 1992— 95 йй. 2‑се Яңауыл мәктәп‑гимназияһында, 1986 й....

ҒӘБДИЕВ Шәһәрғәзи Шаһыбал улы

ҒӘБДИЕВ Шәһәрғәзи Шаһыбал улы (9.12.1898, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Этҡол а., хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны 2‑се Этҡол а., — 5.7.1979, шунда уҡ), шағир‑импровизатор. Беренсе донъя, Граждандар һуғышы, 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғыштарында ҡатнашыусы. Муллаҡай мәҙрәсәһендә, Таулыҡай мәҙрәсәһендә уҡый. Төрки,...

ҒӘБДРӘХИМОВ Ғәбдессәләм

ҒӘБДРӘХИМОВ Ғәбдессәләм (1765— 31.1.1840, Өфө), дин әһеле, Ырымбур мосолман диниә назараты мөфтөйө (1825—40). Ахун (1805). Тархан (1817). Ҡазанда мәҙрәсә һәм Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһен тамамлаған. 1799 й. алып Ырымбур ҡала муллаһы, 1805 й — 1‑се йәмиғ мәсете (ҡара: Ырымбур тарихи йәмиғ мәсеттәре)...

ҒӘБДРӘХИМОВ Камил Мәхмүт улы

ҒӘБДРӘХИМОВ Камил Мәхмүт улы (6.2.1962, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Ваныш‑Алпауыт а.), урмансылыҡ белгесе. А.х. ф. д‑ры (2003), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. урмансылыҡ белгесе (2010). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) шунда уҡ эшләй: 2003 й. алып урман культуралары каф. мөдире, 2006 й. — ер төҙөлөшө һәм урман...

ҒӘБДРӘХИМОВ Марат Миңлеәсләм улы

ҒӘБДРӘХИМОВ Марат Миңлеәсләм улы (12.6.1962, Өфө), тренер. Кикбоксинг б-са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1997), тай боксы б-са халыҡ-ара категориялы судья (1994). РФ‑тың (2017) һәм БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2003). Урал физик культура акад. тамамлаған (2006). 1995 й. алып 8-се ДЮСШ, 2004 й. – 24-се...

ҒӘБДРӘХИМОВ Мәүлитйән Сәғитйән улы

ҒӘБДРӘХИМОВ Мәүлитйән Сәғитйән улы (31.12.1941, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Иҫке Туймазы а.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1992), проф. (1995). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1981), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1976), РФ‑тың почётлы юғары һәм проф. белем биреү хеҙм‑ре...

ҒӘБДРӘШИТОВ Фазулла Ғабдулла улы

ҒӘБДРӘШИТОВ Фазулла Ғабдулла улы [25.10.1903, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Иҫке Ҡандра а. (БР‑ҙың Туймазы районы) — 5.4.1975, БАССР‑ҙың Бүздәк районы Бүздәк ҡсб], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. тиклем һәм 1946 й. алып Туймазы һәм Бүздәк район ҡулланыусылар союздарының...

ҒӘБДҮК, Белорет р-нындағы ауыл

ҒӘБДҮК, Сысҡан, Белорет р-нындағы ауыл, Йөйәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 158 км һәм Йөйәк т. юл ст. Т.-Көнб. табан 8 км алыҫлыҡта Инйәр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 417 кеше; 1920 – 334; 1939 – 375; 1959 – 383; 1989 – 440; 2002 – 461; 2010 — 558 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп...

ҒӘБИҘУЛЛИН Зәйнулла Ғәйнулла улы

ҒӘБИҘУЛЛИН Зәйнулла Ғәйнулла улы [10.10.1941, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Үрге Әрмет а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 8.8.2014, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән], микробиолог. Мед. ф. д‑ры (1990), проф. (1991). РФ‑тың (2007) һәм БР‑ҙың (2001) атҡ. фән эшмәкәре, СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987). БДМИ‑ны тамамлаған (1972)....

ҒӘБИҘУЛЛИН Самат Мәһәҙи улы

ҒӘБИҘУЛЛИН Самат Мәһәҙи улы (30.10.1939, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Аҫҡар а. — 21.3.1997, БР‑ҙың ш. уҡ районы Иҫке Собханғол а.), шағир. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1990). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1988). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963) Бүздәк р‑ны Ҡаңны‑Төркәй урта мәктәбендә эшләй, 1966 й. алып “Красный...

ҒӘБИТ СӘСӘН

ҒӘБИТ СӘСӘН [ысын исеме Арғынбаев Ғәбит Бикмөхәмәт улы; 1856 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1850), Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Иҙрис а., хәҙер БР‑ҙың Баймаҡ районы Үрге Иҙрис а., — 1921, шунда уҡ], башҡ. халыҡ шағир‑импровизаторы, йырсы, ҡурайсы. Ишмөхәмәт сәсәндең уҡыусыһы. Ғ.с. репертуары бай...

ҒӘБИТОВ Азат Исмәғил улы

ҒӘБИТОВ Азат Исмәғил улы (3.5. 1962, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а.) инженер‑төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006). И.Ә.Ғәбитовтың улы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1984) шунда уҡ эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре төҙөлөш конструкцияларының коррозияға сыҙамлы...

ҒӘБИТОВ Зариф Нурый улы

ҒӘБИТОВ Зариф Нурый улы [20.4.1887, Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Юлыҡ а. (БР‑ҙың Баймаҡ районы) — 8.4.1928, Өфө ҡ.], хужалыҡ эшмәкәре. 1905—07 йй. Англияла штейгерға уҡый. Революцияға (1917) тиклем Рәмиевтәрҙең алтын приискыларында тау мастеры, Етеғара руднигында (Аҡмулла өлкәһе) идарасы була, 1910—16 йй....

ҒӘБИТОВ Илдар Исмәғил улы

ҒӘБИТОВ Илдар Исмәғил улы (22.12.1963, Белорет ҡ.), инженер‑механик. Техник фәндәр докторы (2001), профессор (2003). РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2022), БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007). И.Ә.Ғәбитовтың улы. БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) шунда уҡ эшләй: 1996—99 йй. фәнни эштәр буйынса...

ҒӘБИТОВ Исмәғил Әхмәҙулла улы

ҒӘБИТОВ Исмәғил Әхмәҙулла улы (25.11.1939, БАССР-ҙың Бөрйән р-ны Ғәлиәкбәр а.), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. РФ-тың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1994). Стәрлетамаҡ пед. ин-тын (1961), БАХИ‑ны (1972), КПСС ҮК‑һы эргәһендәге юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1977) тамамлаған. 1961 й. алып Бөрйән һәм Белорет р‑ндарында...

ҒӘБИТОВ Миҙхәт Исмәғил улы

ҒӘБИТОВ Миҙхәт Исмәғил улы [13.1.1925, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Дәүләт а. (БР‑ҙың Баймаҡ районы) — 10.10.2010, Сибай ҡ.], Социалистик Хеҙмәт Геройы (1961). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1950—82 йй. Башҡортостан баҡыр‑көкөрт комбинатында эшләй: экскаватор машинисы, 1966 й. алып электромеханик. Ғ. ҡатнашлығында...

ҒӘБИТОВ Рәйеф Лотфулла улы

ҒӘБИТОВ Рәйеф Лотфулла улы [25.11.1913, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Юлыҡ а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) —  1943], композитор. Композиторҙар союзы ағзаһы (1941). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ырымбур башҡ. пед. техникумын (1932), Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡ. студияһын (1942; В.А.Белый класы) тамамлаған....

ҒӘБИТОВ Ринат Хәмит улы

ҒӘБИТОВ Ринат Хәмит улы [1.2.1943, БАССР‑ҙың Боҙаяҙ р‑ны Бекетов а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 16.6.2016, Өфө], хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (2000), проф. (2001). БР‑ҙың атҡ. юрисы (2000). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) БДУ‑ның Хоҡуҡ ин‑тында эшләй (1995—2011 йй. экологик, хеҙмәт һәм финанс хоҡуҡтары...

ҒӘБИТОВ Риф Фәтих улы

ҒӘБИТОВ Риф Фәтих улы (5.12.1952, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Аҙналы а.), бейеүсе, балетмейстер. Ф.Ғ.Ғәбитовтың улы. БР‑ҙың халыҡ (1994), БАССР‑ҙың атҡ. (1989) артисы. БДУ‑ны тамамлаған (1978). 1974—95 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 2000 й. алып художество етәксеһе, 2003 й. —...