Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ӨФӨ ГУБЕРНА ҒӘҘӘТТӘН ТЫШ КОМИССИЯҺЫ

ӨФӨ ГУБЕРНА ҒӘҘӘТТӘН ТЫШ КОМИССИЯҺЫ, К о н т р р е в о л ю ц и я ғ а  һ ә м  с а б о т а ж ғ а  ҡ а р ш ы  к ө р ә ш  б у й ы н с а Ө ф ө  г у б е р н а ғ ә ҙ ә т т ә н  т ы ш  к о м и с с и я һ ы, 1918 й. 17 мартында Өфөлә Өфө губерна революцион комитеты ҡарары м‑н ойошторола. Өфө губерна башҡарма...

ӨФӨ ГУБЕРНА КРӘҪТИӘН ДЕПУТАТТАРЫ СОВЕТЫ

ӨФӨ ГУБЕРНА КРӘҪТИӘН ДЕПУТАТТАРЫ СОВЕТЫ, Өфө губернаһы крәҫтиәндәренең һайлап ҡуйылған сәйәси ойошмаһы. 1917 й. июнендә Өфөлә Крәҫтиән депутаттары советының 1‑се губерна съезында ойошторола. Советтың етәксе органы — башҡарма ком‑т (37 кеше, ш. иҫ. президиум составында — 7). Улус һәм өйәҙ советтары депутаттарынан...

ӨФӨ ГУБЕРНА МОСОЛМАН МИЛЛИ СОВЕТЫ

ӨФӨ ГУБЕРНА МОСОЛМАН МИЛЛИ СОВЕТЫ, Ө ф ө г у б е р н а һ ы н ы ң м и л л и ш у р а һ ы, 1917 й. апр. Өфөлә Өфө губернаһы мосолмандары хәрәкәтенә етәкселек итер өсөн 1‑се Өфө губ. мосолмандары съезында ойошторола. Совет һайланғас, Мосолмандар араһында гражданлыҡ идеяларын таратыу комитетының эшмәкәрлеге...

ӨФӨ ГУБЕРНА РЕВОЛЮЦИОН КОМИТЕТЫ

ӨФӨ ГУБЕРНА РЕВОЛЮЦИОН КОМИТЕТЫ, г у б р е в к о м, Өфө губернаһында Совет власының ғәҙәттән тыш юғары органы. 1917 й. 26 окт. Өфөлә Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советы, Өфө губерна крәҫтиән депутаттары советы башҡарма ком‑ттары ағзалары, Мосолман хәрби шураһы һәм район тимер юл эшселәре ком‑ты вәкилдәренең...

ӨФӨ ГУБЕРНА ЭШСЕ, КРӘҪТИӘН ҺӘМ ҠЫҘЫЛАРМЕЕЦ ДЕПУТАТТАРЫ СОВЕТЫ

ӨФӨ ГУБЕРНА ЭШСЕ, КРӘҪТИӘН ҺӘМ ҠЫҘЫЛАРМЕЕЦ ДЕПУТАТТАРЫ СОВЕТЫ, Өфө губернаһында совет власының вәкәләтле органы. 1917 й. 4 дек. Өфөлә Эшсе һәм һалдат депутаттары советының 4‑се губерна съезы, Крәҫтиән депутаттары советы һәм Өфө мосолман хәрби шураһының 5‑се губерна съезының берләштерелгән ултырышында...

ӨФӨ ГУБЕРНАҺЫ

ӨФӨ ГУБЕРНАҺЫ, Сенаттың 1865 й. 31 майындағы указы м‑н Ырымбур губернаһының бер өлөшөнән ойошторола. Губерна составына Бөрө өйәҙе, Бәләбәй өйәҙе, Златоуст өйәҙе, Минзәлә өйәҙе, Өфө өйәҙе, Стәрлетамаҡ өйәҙе инә. Төньяҡ‑көнбайышта — Вятка губернаһы һәм Ҡазан губернаһы, төньяҡта — Пермь губернаһы, көнсығышта...

ӨФӨ ҒӘСКӘРҘӘРЕ ТӨРКӨМӨ

ӨФӨ ҒӘСКӘРҘӘРЕ ТӨРКӨМӨ, Рус армияһында, 1919 й. авг. адмирал А.В.Колчак бойороғо б‑са 2‑се Өфө армия корпусы нигеҙендә ойошторола. Ө.ғ.т. составына 4‑се Өфө, 12‑се Урал, 13‑сө Себер, 8‑се Кама уҡсылар дивизиялары һәм Себер казак бригадаһы инә. Ө.ғ.т. Көнсығыш фронттың 3‑сө армияһы составында була. Граждандар...

ӨФӨ ДӘҮЛӘТ КӘҢӘШМӘҺЕ

ӨФӨ ДӘҮЛӘТ КӘҢӘШМӘҺЕ, 1918 й. 8—23 сент. Өфөлә үтә. Төп маҡсаты — большевиктар тарафынан баҫып алынмаған биләмәләрҙә берҙәм власть органын ойоштороу (ҡара: Граждандар һуғышы). Кәңәшмәлә кадеттарҙан, меньшевиктарҙан, халыҡ социалистарынан, эсерҙарҙан, казактарҙан (ҡара: Казак ҡатламы), Башҡорт хөкүмәтенән,...

ӨФӨ ЕПАРХИЯҺЫ

ӨФӨ ЕПАРХИЯҺЫ, Ө ф ө һ ә м С т ә р л е т а м а ҡ е п а р х и я һ ы, Башҡортостан митрополияһының благочинный округтарын (ҡара: Благочинный) һәм БР‑ҙың Архангел, Белорет, Благовещен, Ғафури, Иглин, Стәрлетамаҡ, Учалы р‑ндары терр‑яларындағы монастырҙарҙы берләштергән сиркәү‑адм. берәмеге. Император Павел...

ӨФӨ ИГЕН ПРОДУКТТАРЫ КОМБИНАТЫ

ӨФӨ ИГЕН ПРОДУКТТАРЫ КОМБИНАТЫ, ААЙ. Республикала иген әҙерләү һәм иген эшкәртеү тармағының иң эре пр‑тиеларының береһе, бойҙай оно, аҡһым‑витамин‑минераль өҫтәмәләр, а.х. малы, ҡоштары һәм балыҡтар өсөн ҡатнаш аҙыҡ төрҙәрен етештерә. Составында элеватор (1974 й. асылған), тирмән з‑ды (1975), ҡатнаш...

ӨФӨ ИКЕНСЕ ҠЫҘ БАЛАЛАР ГИМНАЗИЯҺЫ

ӨФӨ ИКЕНСЕ ҠЫҘ БАЛАЛАР ГИМНАЗИЯҺЫ. 1899 й. Өфө ҡыҙ балалар прогимназияһы булараҡ асыла, 1903 й. алып батшабикә императрица Александра Фёдоровна ис. Ө.и.ҡ.б.г. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була. Ҡаҙна, Өфө губ. земствоһы һәм айырым кешеләрҙең аҡсаһына тотола. Инеү имтихандарын тапшырған 9—12...

ӨФӨ ИКМӘК КОМБИНАТЫ №2

ӨФӨ ИКМӘК КОМБИНАТЫ №2, ААЙ. Кондитер изделиелары етештерә. Составында – кондитер цехы. 2012 й. 77 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1940 й. пекарня һәм 3‑сө икмәк з‑ды базаһында асыла (1970 й. кондитер изделиелары етештереү ойошторола), 1979—82 йй. “Уфахлеб” ПБ составында, 1982 й. комб‑т составына...

ӨФӨ ИР БАЛАЛАР ГИМНАЗИЯҺЫ

ӨФӨ ИР БАЛАЛАР ГИМНАЗИЯҺЫ, 1828 й. асыла. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була. Инеү имтихандарын тапшырған 10 йәше тулған бөтә ҡатлам балалары ла ҡабул ителә. Уҡыу түләүле була (йылына 10 һум). Әҙерлек класы эшләй. Уҡыу курсы — 8 йыл. Программа гимназияның традицион уҡыу предметтарынан тора,...

ӨФӨ ИТ‑КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ

ӨФӨ ИТ‑КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ, ААЙ. 180 төрҙән ашыу колбаса, 20 төрҙән ашыу ит консервалары, 20 төрҙән ашыу ярым фабрикат етештерә. Составында колбаса (1993), ит ярым фабрикаттары (1974), малды беренсел эшкәртеү (1987), сосиска һәм бешкән колбаса етештереү (1991), консерва (1996) цехтары; һыуытҡыс (1954)...

ӨФӨ ЙЫЛЫЛЫҠ СЕЛТӘРҘӘРЕ ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ

ӨФӨ ЙЫЛЫЛЫҠ СЕЛТӘРҘӘРЕ ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ, Өфө халҡын һәм ойошмаларын йылытыу һәм йылы һыу менән тәьмин итеү өсөн йылылыҡ энергияһын тапшырыу м‑н шөғөлләнә. 1962 й. Квартал ҡаҙанлыҡ һәм йылылыҡ селтәрҙәре дирекцияһы булараҡ асыла, 1965 й. алып Берләшкән ҡаҙанлыҡ һәм йылылыҡ селтәрҙәре пр‑тиеһы, 1982 й. —...

ӨФӨ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯЛАРЫ

ӨФӨ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯЛАРЫ, Рус армияһында. 1) 1‑се Ө.к.д. 1918 й. дек. ойошторола. Див. составына Томск гусар, Ҡазан драгун, Себер улан, Екатеринбург улан полктары, 1‑се атлы-артиллерия дивизионы инә. 1‑се Ө.к.д. Себер армияһы составында була: 1919 й. июленән — 2‑се, сент. — 1‑се; дек. — 3‑сө армияла....

ӨФӨ КАНТОНЫ

ӨФӨ КАНТОНЫ, 1922 й. 5 окт. БАССР составында ойошторола. Кантонға Өфө өйәҙенең — 37, Көҙәй кантонының — 2, Табын кантонының 2 улусы инә. Төньяҡта — Бөрө кантоны, төньяҡ‑көнсығышта – Мәсәғүт кантоны, көнсығышта – Урал өлкәһе, көньяҡ‑көнсығышта — Тамъян‑Ҡатай кантоны, көньяҡта — Стәрлетамаҡ кантоны, көнбайышта...

ӨФӨ КАРСТ САҒЫЛЫ

А.И.Смирнов Тәрж. И.М.Япаров  ...

ӨФӨ КИЗЕ‑МАМЫҠ КОМБИНАТЫ

ӨФӨ КИЗЕ‑МАМЫҠ КОМБИНАТЫ, ААЙ. Ҡаты кизе‑мамыҡ туҡымалар, тегеү изделиелары (түшәк кәрәк‑яраҡтары, матрастар, һырыған юрғандар) етештерә. Составына туҡыу, ҡабул итеү‑контроль, халыҡ ҡулланыуындағы тауарҙар участкалары ингән. 2009 й. 517 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған....

ӨФӨ КИҢ ПРОФИЛЛЕ ҺӨНӘР БИРЕҮ КОЛЛЕДЖЫ

ӨФӨ КИҢ ПРОФИЛЛЕ ҺӨНӘР БИРЕҮ КОЛЛЕДЖЫ, 1939 й. майында башҡорт пед. уч‑щеһы булараҡ нигеҙләнә, 1939 й. сент. алып Өфө мәктәпкәсә пед. уч‑щеһы, һуңғараҡ 1‑се пед. уч-щеһы, 1994 й. башлап 1‑се пед. колледжы, 2013 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлексәләрендә түбәндәге һөнәрҙәр...