Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠУЯНТАУ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ҠУЯНТАУ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Бикеш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 14 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 59 км алыҫлыҡта Әселе й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 155 кеше; 1959 — 677; 1989 — 958; 2002 — 994; 2010 — 933 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта...

ҠУЯШТЫР, Асҡын р‑нындағы ауыл

ҠУЯШТЫР, Асҡын р‑нындағы ауыл, Асҡын а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 7 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 117 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1509 кеше; 1920 — 1486; 1939 — 1081; 1959 — 686; 1989 — 286; 2002 — 358; 2010 — 322 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп,...

ҠЫҘ САТЫРБӘШМӘГЕ

ҠЫҘ САТЫРБӘШМӘГЕ (Macrolepiota puellaris), базидиомицеттар класының агарик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Европала һәм Алыҫ Көнсығышта таралған. Эшләпәһенең диам. 4—7 см (ҡайһы берҙә 12‑гә тиклем), сатыр формаһында, сүсле, аҡ төҫтә (өлгөргән бәшмәктеке үҙәгендә һарғылт‑көрән), эре ысҡынмалы өсмөйөш...

ҠЫҘ УРЛАУ

ҠЫҘ УРЛАУ, ҡыҙҙы урлап алыу юлы м‑н ғаилә ҡороу. Ҡәтғи экзогамия хөкөм һөргән общиналарҙа таралған күренеш. Башҡорттарҙа борондан килгән йола; йола хоҡуғы нормалары м‑н көйләнгән. Ҡ.у. йышыраҡ, туй йолаларын үтәүгә киткән сығымдарҙы кәметеү өсөн, ҡыҙ м‑н ата-әсәһенең ризалығы б‑са (һи‑ рәкләп ата-әсә...

ҠЫҘҒАУ, Краснокама р‑нындағы ауыл

ҠЫҘҒАУ, Читан, Урта  Нуғай, Краснокама р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡабан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 42 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнб. табан 43 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 823 кеше; 1920 — 961; 1939 — 663; 1959 — 901; 1989 — 425; 2002 — 284; 2010 — 238 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ҠЫҘҒЫ, Архангел р‑нындағы ауыл

ҠЫҘҒЫ, Архангел р‑нындағы ауыл, Баҡалды а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 29 км һәм Приуралье т. юл ст. К.‑Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта Ҡыҙғы й. (Инйәр й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 282 кеше; 1920 — 372; 1939 — 428; 1959 — 289; 1989 — 183; 2002 — 196; 2010 — 168 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ҠЫҘҘАРТАУ,тау

ҠЫҘҘАРТАУ, тау, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Салауат р‑ны Арҡауыл а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 3 км алыҫлыҡта ята. Абс. бейеклеге 360 м. Битләүҙәре текә. Көңгөр ярусы тоҡомдарынан ғибәрәт. Ландшафы примитив (ябай төҙөлөшлө) органоген ҡырсынташлы һәм өлгөрөп етмәгән ҡараға оҡшаш тупраҡтағы ташлы далаларҙан,...

ҠЫҘЛАРБИРГӘН, Йылайыр р‑нындағы ауыл

ҠЫҘЛАРБИРГӘН, Үркәс, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Үркәс а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 97 км һәм Сибай т. юл ст. 147 км алыҫлыҡта Ҡашҡаир й. (Кесе Эйек й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 25 кеше; 1939 — 209; 1959 — 159; 1989 — 453; 2002 — 410; 2010 — 350 кеше. Башҡорттар, урыҫтар...

ҠЫҘРАЙ, Мәләүез р‑нындағы ауыл

ҠЫҘРАЙ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Көнс. табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 415 кеше; 1959 — 554; 1989 — 292; 2002 — 370; 2010 — 342 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Первомайский урта мәктәбе филиалы),...

ҠЫҘРАС МУЛЛАҠАЕВ

ҠЫҘРАС МУЛЛАҠАЕВ (?—1789), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһы Ҡара-Табын улусы башҡорто. Тархан. Поход старшинаһы (1767). Ҡара-Табын улусы старшинаһы, Нуғай даруғаһының баш старшинаһы. 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, Башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа...

ҠЫҘРАС, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

ҠЫҘРАС, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Ҡыҙрас а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 50 км алыҫлыҡта Шландыҡурғы й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) тамағында, Асылыкүл тәбиғи паркы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 769 кеше; 1920 — 804; 1939 — 785; 1959 — 608; 1989 — 441; 2002 — 449;...

ҠЫҘРАСОВ Мөхәмәт Хәмиҙулла улы

ҠЫҘРАСОВ Мөхәмәт Хәмиҙулла улы [1.2.1932, БАССР‑ҙың Яңы Ҡарамалы р‑ны Сөләймән а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны)], селекционер. А.х. ф. канд. (1969). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1956) Ауырғазы р‑нының Салауат ис. к‑зы баш агрономы, 1958 й. алып — Йылайыр, 1960 й. — Мәләүез, 1961—74 йй. — Өфө дәүләт сорт һынау...

ҠЫҘЫҠҺЫНЫУ БУЙЫНСА КЛУБТАР

ҠЫҘЫҠҺЫНЫУ БУЙЫНСА КЛУБТАР, һәүәҫкәрҙәр берекмәләре, фәнни, нәфис, спорт һ.б. ҡыҙыҡһыныуҙарға бәйле аралашыу өсөн йыйылған кешеләрҙе берләштергән клуб ойошмалары. 20 б. 70— 80-се йй. Башҡортостанда художество һәм сәнғәт ғилеме йүнәлешендәге Ҡ.б.к. (шиғриәт, музыка, кино яратыусылар һ.б. клубтары) киң...

ҠЫҘЫЛ БАЛЫҠ

ҠЫҘЫЛ БАЛЫҠ (Hucho taimen), һөмбаш һымаҡтар отрядының һөмбаштар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Евразия йылғаларында һәм күлдәрендә (Дунай й. басс. алып Сахалин утрауына тиклем) йәшәй. Кәүҙә оҙонлоғо 1,5 м тиклем, ауырлығы 80 кг тиклем. Тәне ваҡ тәңкә м‑н ҡапланған, тәпәш, уҡ формаһында. Төҫө сыбар, ҡойроғо...

ҠЫҘЫЛ БӨРЛӨГӘН

ҠЫҘЫЛ БӨРЛӨГӘН, рубус затына ҡараған үҫемлек төрө. 300—600 төрө билдәле, бөтә Ер шарында тиер‑ лек таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 10—30 см. Сәскә атмай торған һабаҡтары — нәҙек, йәйенке, сәскә ата торғандары төҙ, нәҙек энә йәки шырт һымаҡ сәнске м‑н ҡапланған. Япраҡтары...

ҠЫҘЫЛ ЕҘЕМ, Архангел р‑нындағы ауыл

ҠЫҘЫЛ ЕҘЕМ, Урыҫ Еҙеме, Архангел р‑нындағы ауыл, Ҡыҙыл Еҙем а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 15 км һәм Приуралье т. юл ст. К.‑Көнб. табан 21 км алыҫлыҡта Еҙем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1328 кеше; 1920 — 1862; 1939 — 1390; 1959 — 1061; 1989 — 580; 2002 — 556; 2010 — 534 кеше. Урыҫтар...

ҠЫҘЫЛ ЙОНДОҘ, Илеш р‑нындағы ауыл

ҠЫҘЫЛ ЙОНДОҘ, Й о н д о ҙ, Илеш р‑нындағы ауыл, Баҙытамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 35 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 142 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 99 кеше; 1959 — 149; 1989 — 102; 2002 — 106; 2010 — 85 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Халҡы Егерме икенсе партсъезд...

ҠЫҘЫЛ КИТАП

ҠЫҘЫЛ КИТАП, хайуандарҙың, үҫемлектәрҙең, бәшмәктәрҙең, лишайниктарҙың һирәк осраған һәм юғалыу хәүефе янаған төрҙәренә тасуирлама биргән дауамлы фәнни-белешмә баҫма. Төрҙөң биологияһы, ареалы, һаны, тәбиғәтте һаҡлау статусы (бөтәһе 5 категория), һаҡлау саралары һ.б. т‑дағы мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә ала....

ҠЫҘЫЛ КӨРТМӘЛЕ

ҠЫҘЫЛ КӨРТМӘЛЕ (Vaccinium vitis idaea), ҡыҙыл көртмәле һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. Евразияның, Төньяҡ Американың уртаса һәм субарктик бүлкәттәрендә таралған. Йәйелеүсән тамырһабаҡлы мәңге йәшел ваҡ ҡыуаҡ, 100 йылдан ашыу йәшәй. Үрендеһе төҙ, тармаҡлы, бейеклеге 10—25 см. Япрағы эллипс формаһында,...

ҠЫҘЫЛ КҮБӘЛӘК

ҠЫҘЫЛ КҮБӘЛӘК (Callimorpha quadripunctaria), күбәләктәр отрядының ҡыҙыл күбәләктәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Европала (төньяҡ райондарынан башҡа), Кавказда, ш. уҡ Иранда, Сүриәлә, Төркиәлә таралған. Ҡанаттарының ҡоласы 5—5,5 см, алғы ҡанаттары ҡара, аҡ һыҙатлы, артҡылары сағыу ҡыҙыл, шәмәхә ҡара йомро...