Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠЫҘЫЛЪЯР, Илеш р‑нындағы ауыл

ҠЫҘЫЛЪЯР, Илеш р‑нындағы ауыл, Яңы Айыу а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 35 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 142 км алыҫлыҡта Миңеште й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 167 кеше; 1959 — 121; 1989 — 210; 2002 — 214; 2010 — 185 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

ҠЫҘЫЛЪЯР, Өфө р‑нындағы ауыл

ҠЫҘЫЛЪЯР, Өфө р‑нындағы ауыл, Ҡыҙылъяр а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Өфө т. юл ст. Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2222 кеше; 1920 — 1935; 1939 — 1296; 1959 — 633; 1989 — 1527; 2002 — 1569; 2010 — 1615 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

ҠЫҘЫЛЪЯР, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ҠЫҘЫЛЪЯР, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Мәсәғүт а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта Гәрәй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 682 кеше; 1920 — 946; 1939 — 439; 1959 — 358; 1989 — 215; 2002 — 183; 2010 — 121 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға 18 б....

ҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ

  ҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ, билдәле бер участкаларҙа үҫеүе кәрәкмәгән ҡырағай һәм культуралы үҫемлектәр. 30 меңдән ашыу төрө билдәле, яҡынса 2 меңе киң таралған. Башҡортостанда 400‑ҙән ашыу төрө теркәлгән, яҡынса 50‑һе бөтә ерҙә осрай. Орлоғо күп була (бер үҫемлеккә бер нисә мең орлоҡ), орлоҡтары тупраҡта оҙаҡ...

ҠЫЙҒАҘЫ, Асҡын р‑нындағы ауыл

ҠЫЙҒАҘЫ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Петропавловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 18 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 110 км алыҫлыҡта Тушҡыр й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1587 кеше; 1920 — 1433; 1939 — 987; 1959 — 1005; 1989 — 696; 2002 — 640; 2010 —...

ҠЫЙҒАҘЫТАМАҠ, Мишкә р‑нындағы ауыл

ҠЫЙҒАҘЫТАМАҠ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Мишкә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 10 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 112 км алыҫлыҡта Соҡаяҙ й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 687 кеше; 1920 — 1111; 1939 — 893; 1959 — 771; 1989 — 276; 2002 — 228; 2010 — 184 кеше. Башҡорттар...

ҠЫЙҒЫ РАЙОНЫ

ҠЫЙҒЫ РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ‑ көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Мәсетле, төньяҡ‑көнсығышта — Балаҡатай р‑ндары, көньяҡ‑ көнсығышта — Силәбе өлк., көньяҡ‑ көнбайышта — Салауат, көнбайышта Дыуан р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Үрге Ҡыйғы р‑ны булараҡ ойошторола, район составына Мәсәғүт кантоны...

ҠЫЙҒЫ, йылға

ҠЫЙҒЫ, йылға, Әй й. уң ҡушылдығы. Ҡыйғы р‑ны Иҙрис а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта башлана. Шул уҡ район буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа табан аға, Тёплый Ключ а. янында төньяҡ‑көнбайышҡа борола һәм Әй й. (тамағынан 170 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 87 км, басс. майҙаны 1270 км2....

ҠЫЙМАҠ

ҠЫЙМАҠ, й ә м ә к, төрки ҡәбиләләр берләшмәһе. 7—8 бб. Иртыш й. эргәһендә барлыҡҡа килгән, тип фараз ителә. 9—11 бб. урта быуат авторҙары (Масуди, Гардизи һ.б.) хеҙмәттәрендә телгә алыналар. 9 б. аҙ. Ҡыймаҡҡағанатын ойошторғандар. 9—13 бб. Көньяҡ Себер, Урта Азия һәм Урал буйы терр‑яһында йәшәгәндәр....

ҠЫЙМАҠ ҠАҒАНАТЫ

ҠЫЙМАҠ ҠАҒАНАТЫ, 9 б. аҙағында — 10 б. башында көнбайышта Волга й. алып көнсығышта Алтайға һәм Иртыш й. тиклем, төньяҡта Көньяҡ Уралдан башлап көньяҡта Ете йылғаға тиклем ерҙе үҙ эсенә алған дәүләт. Көнсығыш төрки (ҡара: Төрки ҡағанаты) һәм Уйғыр ҡағанаттары тарҡалғандан һуң, төрки ҡәбиләләр берләшмәләре...

ҠЫЙЫҠТАЖ

ҠЫЙЫҠТАЖ (Oxytropis), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 360 төрө бар, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм арктик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 13 төрө үҫә: төклө Ҡ., башаҡлы Ҡ., ҡырҡсәскә Ҡ. һ.б. Күп йыллыҡ төклө үләндәр, бейеклеге 5—40 см. Япраҡтары ишһеҙ, ҡауырһын һымаҡ ҡатмарлы,...

ҠЫЙЫШҠЫ МӘҘРӘСӘҺЕ

ҠЫЙЫШҠЫ МӘҘРӘСӘҺЕ, юғары типтағы мосолман уҡыу йорто. 1863 й. Ырымбур губернаһы Өфө өйәҙе Иҫке Ҡыйышҡы а. (хәҙ. Ҡырмыҫҡалы р‑ны) мәсет эргәһендә асыла. Нигеҙ һалыусыһы — М.Камалетдинов. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була, хәйриә аҡсаһына тотола. Уҡытыу‑тәрбиә эшенә мәсеттең имам‑хатибы,...

ҠЫЙЫШҠЫ, күл

ҠЫЙЫШҠЫ, Аксаков күле, Ағиҙел й. басс. күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ҡырмыҫҡалы р‑ны Иҫке Ҡыйышҡы а. эргәһендә урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны яҡынса 0,2 км2, оҙонлоғо 1,9 км, уртаса киңлеге 70 м (макс. — 120 м). Иҫке үҙән, неоген тоҡомдарында (балсыҡ, ҡом, ҡырсынташлыҡ) барлыҡҡа килгән, соҡоро дуға...

ҠЫЛ ҠУМЫҘ, муз. ҡоралы

ҠЫЛ ҠУМЫҘ, һыҙма ҡумыҙ, башҡ. ҡыллы һыҙғыслы музыка ҡоралы. Ҡайындың бөтөн киҫәгенән соҡоп эшләнгән оҙонса сүмес рәүешендәге корпус ҡылдарҙы тарттырыу өсөн стержендәр ҡуйылған һырлы башлы грифҡа тоташтырылған. Боронғо замандарҙа инструмент тулыһынса бөтөн ағас киҫәгенән яһалған. Оҙонлоғо яҡынса 650—800...

ҠЫЛ СЕЛӘҮСЕНДӘР

ҠЫЛ СЕЛӘҮСЕНДӘР (Enterobius), нематодалар заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Приматтар, ш. иҫ. кеше эсәгендәге паразиттар. Башҡортостанда Enterobius vermicularis Ҡ.с. таралған. Ата селәүсендең оҙонлоғо яҡынса 3, инәһенеке 12 мм тиклем. Ауыҙы 3 ирен м-н уратып алынған. Ҡыҙыл үңәсенең...

ҠЫЛҒАН

ҠЫЛҒАН (Stipa), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса, субтропик һәм тропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 9 төрө үҫә. Күп йыллыҡ ҡуйы кәҫле үләндәр, бейеклеге 20—100 см. Япраҡтары нескә, тар, буйға бөкләнгән йәки яҫы, йәйенке тырпайып тороусан....

ҠЫЛЙЕБӘК

ҠЫЛЙЕБӘК, кускута (Cuscuta), ҡылйебәктәр ғаиләһенә ҡараған паразит үҫемлек заты. Яҡынса 170 төрө билдәле, тропиктарҙан алып уртаса бүлкәттәргә тиклем таралған. Башҡортостанда 7 төрө үҫә. Төрлө үҫемлектәрҙә(картуф, тал, әлморон һ.б.) паразит булып йәшәгән бер йыллыҡ үләндәр. Ҡ. тулыһынса тиерлек япраҡтарын...

ҠЫЛЙЫЛАН

ҠЫЛЙЫЛАН (Gordius aquaticus), ҡылйыландар класына ҡараған селәүсен. Кәүҙә оҙонлоғо 5—20 см (ҡайһы берҙә 100 см тиклем), йыуанлығы 0,5—2 мм. Кәүҙәһе сәс һымаҡ, тығыҙ кутикулала. Төҫө аҡтан алып аҡһыл көрәнгә һәм ҡараға тиклем. Эсәктәре өлөшләтә редукцияға бирелгән. Нервы системаһы йотҡолоҡ яны ҡуласаһынан...

ҠЫЛЫМ

ҠЫЛЫМ, хәрәкәтте йәки хәл‑торошто процесс булараҡ аңлатҡан һәм һөйләмдә башлыса хәбәр функцияһын үтәгән һүҙ төркөмө. Башҡорт телендә Ҡ. лексик нигеҙе бойороҡ һөйкәлешенең берлектәге 2‑се зат формаһы менән тап килә, процестың нейтраль мәғәнәһен аңлата. Телмәрҙә үҙенең грамматик системаһы менән бәйләнешендә...

ҠЫЛЫМ ЗАМАНДАРЫ

ҠЫЛЫМ ЗАМАНДАРЫ, грамматик категория, эш, хәл‑торош, хәрәкәттең объектив ваҡыттың билдәле бер һөйләү моментында башҡарылыуын белдерә. Ҡ.з. категорияһының грамматик мәғәнәһе хәбәр һөйкәлеше формаһында ғына бирелә һәм ысынбарлыҡта реаль башҡарылған (үткән заман), йәки булып ятҡан (хәҙерге заман) йә булмаһа...