Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠЫЛЫСЪЯПРАҠ

ҠЫЛЫСЪЯПРАҠ, һ ы у һ ы н (Comarum), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 1 төрө — һаҙ ҡылысъяпрағы билдәле; Евразияның һәм Төньяҡ Американың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Ағас һымаҡ, төйөндәрендә тамырланыусы оҙон үрмәле тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән йәки ҡыуаҡ. Һабағы күтәрелеүсән,...

ҠЫМЫҘ

ҠЫМЫҘ, башҡорттарҙың бейә һөтөнән яһалған традицион эсемлеге (ҡара: Башҡорт аш-һыуы). Евразияның малсылыҡ м‑н шөғөлләнгән күп кенә халыҡтарында таралған. Башҡорттар Ҡ. һирәкләп кәзә һөтөнән дә әҙерләгән. Ҡур сифатында Ҡ. һауытында тороп ҡалған сүпрә, ҡатыҡйәки уға тиклем әсетелгән Ҡ. ҡулланылған. Ҡайһы...

ҠЫМЫҘ МЕНӘН ДАУАЛАУ

ҠЫМЫҘ МЕНӘН ДАУАЛАУ, дауалау маҡсатында ҡымыҙҡулланыу. Ҡымыҙҙағы еңел үҙләштерелә торған аҡһымдар, витаминдар, микроэлементтар, туйындырылмаған май к‑талары һ.б. уның шифаһын билдәләй. Ҡ.м.д. аш һеңдереү, тын алыу, ҡан барлыҡҡа килтереүсе ағзалар, йөрәк‑ҡан тамырҙары, нервы һәм эндокрин системалары...

ҠЫМЫҘЛЫҠТАР

ҠЫМЫҘЛЫҠТАР (Polygonum), ҡарабойҙай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 15 төрө үҫә: альп Ҡ., йәки башҡорт кәбеҫтәһе; кескәй Ҡ.; ауыш Ҡ.; һыу боросо; бәпкә үләне, йәки күгүлән һ.б. Бер йәки күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, ҡайһы...

ҠЫНА

ҠЫНА (Impatiens), ҡына һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 900 төрө билдәле, башлыса Африка һәм Азияның тропик һәм субтропик бүлкәттәрендә, ҡайһы бер төрҙәре Евразия, Африка һәм Төньяҡ Американың уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ваҡ сәскәле Ҡ. һәм ябай Ҡ. үҫә. Бер йыллыҡ үләндәр,...

ҠЫҢҒЫР-МӘНӘҮЕЗ

ҠЫҢҒЫР-МӘНӘҮЕЗ, Ҡорған, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Ҡыңғыр-Мәнәүез а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 10 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнб. табан 35 км алыҫлыҡта Ҡорған й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1603 кеше; 1920 — 2042; 1939 — 1658; 1959 — 1658; 1989 — 1284; 2002 — 1344;...

ҠЫҢҒЫРАУ СӘСКӘ

ҠЫҢҒЫРАУ СӘСКӘ (Campanula), ҡыңғырау сәскә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 400 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 11 төрө үҫә. Ике йәки күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, яланғас йәки ҡыҫҡа төклө, бейеклеге 15— 120 см. Япраҡтары сиратлы, киртләсле...

ҠЫҢҒЫРАУ СӘСКӘ ҺЫМАҠТАР

ҠЫҢҒЫРАУ СӘСКӘ ҺЫМАҠТАР (Campanulaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 40 заты, 800‑гә яҡын төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Үлән йәки ваҡ ҡыуаҡтар, һирәкләп ағас һымаҡ үҫемлектәр. Башҡортостанда 2 заттан (ҡыңғыраугөл, ҡыңғырау сәскә) 12 төр үҫә. Күп һәм ике йыллыҡ...

ҠЫПСАҠ АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ

ҠЫПСАҠ АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ, Пьяный Бор мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары төркөмө. Б.э.т. 2—1 бб. ҡарай. Илеш р‑ны Ҡыпсаҡ а. янында Сөн й. уң ярында урынлашҡан. Комплексҡа ҡаласыҡ һәм ҡәберлек инә. Ҡыпсаҡ ҡаласығы ауылдан көньяҡ-көнбайышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 60‑сы йй. В.Ф.Генинг тарафынан...

ҠЫПСАҠ ИБРАҺИМ

ҠЫПСАҠ ИБРАҺИМ, Ҡараҡыпсаҡ И. [ысын исеме Ибраһимов Ғабдулла Ғәбделғәлләм улы; 1895, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Сапыҡ а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) – 27.9.1937, Мәскәү], яҙыусы, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Я.М.Свердлов ис. Коммунистик ун‑тын тамамлаған (1919)....

ҠЫПСАҠ КАНТОНЫ

ҠЫПСАҠ КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында АСБР составында ойошторола. 1917 й. ойошторолған автономиялы Башҡортостандың Ҡ.к. сиктәре нигеҙ итеп алынған. Кантонға Ырымбур өйәҙенең Бөрйән‑Ҡыпсаҡ, Бошман‑Һыуын‑Ҡара‑Ҡыпсаҡ, 1‑се һәм 2‑се Ҡара‑Ҡыпсаҡ, Семён‑Петровский һәм Йомағужа улустары инә. Төньяҡта Юрматы...

ҠЫПСАҠ ТЕЛДӘРЕ

ҠЫПСАҠ ТЕЛДӘРЕ, төрки телдәр ғаиләһенә ҡараған ҡәрҙәш телдәр төркөмө. Ҡ.т. башлыса Евразияла таралған. Донъяла һөйләшеүселәр һаны 20 млн ашыу кеше (1989). К.М.Мусаев һ.б. ҡайһы бер ғалимдарҙың фаразлауы б‑са, ҡыпсаҡ тәү теле б.э.т. 10 б. барлыҡҡа килгән; б.э. 2 б. алып уның ареаль төрҙәре формалаша;...

ҠЫПСАҠ-АСҠАР УРТА МӘКТӘБЕ

ҠЫПСАҠ-АСҠАР УРТА МӘКТӘБЕ, Әлшәй р‑ны. 1895 й. мәҙрәсә булараҡ асыла. 1920 й. алып 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1935 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1975 й. хәҙерге исемен һәм статусын йөрөтә. Интернаты, оҫтаханаһы, тәжрибә участкаһы бар. 1975 й. алып урта мәктәпте 550‑нән ашыу кеше тамамлаған (2012), улар араһында...

ҠЫПСАҠ-АСҠАР, Әлшәй р‑нындағы ауыл

ҠЫПСАҠ-АСҠАР, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ҡыпсаҡ‑Асҡар а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 20 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1020 кеше; 1920 — 1165; 1939 — 859; 1959 — 827; 1989 — 772; 2002 — 749; 2010 — 656 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

ҠЫПСАҠ-ЕТЕ ЫРЫУ КАНТОНЫ

ҠЫПСАҠ-ЕТЕ ЫРЫУ КАНТОНЫ, Ете ырыу-Ҡыпсаҡ кантоны, 1919 й. июлендә АСБР составында Ете ырыу кантоны һәм Ҡыпсаҡ кантоны улустарынан ойошторола. Төньяҡта Юрматы кантоны, төньяҡ-көнсығышта — Бөрйән-Түңгәүер кантоны, көньяҡ-көнсығышта — Үҫәргән кантоны, көньяҡта, көнбайышта һәм төньяҡ-көнбайышта  Ырымбур...

ҠЫПСАҠ, башҡ. ҡәбиләһе

ҠЫПСАҠ, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: аҡ‑Ҡ. (нуғай‑Ҡ., төрөкмән‑Ҡ.), бошман-һыуын‑Ҡ., гәрәй‑Ҡ., ете ырыу‑Ҡ., ҡара‑Ҡ. (ҡарый‑Ҡ.), ҡарағай‑Ҡ., Ҡ., сәнкем‑Ҡ., һары‑Ҡ., һарыш‑Ҡ. Тамғалары — . Этник яҡтан б.э. 2‑се мең йыллығы башында Һырдаръяның түбәнге ағымына һәм Арал буйына күсеп ултырған Үҙәк Азия...

ҠЫПСАҠ, Илеш р‑нындағы ауыл

ҠЫПСАҠ, Илеш р‑нындағы ауыл, Аҡкүҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 28 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 135 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 456 кеше; 1920 — 490; 1939 — 365; 1959 — 147; 1989 — 173; 2002 — 148; 2010 — 123 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

ҠЫПСАҠ, төрки ҡәбиләләр берләшмәһе

ҠЫПСАҠ, төрки ҡәбиләләр берләшмәһе. Ҡыймаҡ ҡәбиләләре берләшмәһенә (ҡара: Ҡыймаҡ) ингән, Ҡыймаҡ ҡағанаты ойошоуҙа ҡатнашҡан. 11—13 бб. Ҡ. көнбайышта Дунай й. алып көнсығышта Иртыш й. тиклем Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйы, Азов, Каспий һәм Арал диңгеҙҙәре буйы далаларына (ҡара: Дәшти Ҡыпсаҡ) таралып ултырған....

ҠЫР БАҘЫЯНЫ

ҠЫР БАҘЫЯНЫ (Dictamnus), рут һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 5 төрө билдәле, Евразияла таралған. Ҡара төҫтәге тармаҡлы эфир майы биҙҙәре булған, әфлисун еҫле күп йыллыҡ үлән. Башҡортостанда Кавказ баҙыяны үҫә. Һабағы төҙ, тармаҡлы, ғәҙәттә нигеҙенә тиклем ҡуйы оҙон бөҙрә төклө, бейеклеге...

ҠЫР СЫСҠАНДАРЫ

ҠЫР СЫСҠАНДАРЫ (Arvicolinae), кимереүселәр отрядының ирләндәр ярым ғаиләһе. 20 заты, 90‑ға яҡын төрө билдәле. Евразияла (Һиндостан ярымутрауының көньяҡ өлөшөнән һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азиянан башҡа) һәм Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 6 затҡа (ала сысҡан, көшөл, ондатра, тоҡор сысҡан, урман сысҡаны,...