Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠЫР-ТЕЛӘҮЛЕ, Шаран р‑нындағы ауыл

ҠЫР-ТЕЛӘҮЛЕ, Шаран р‑нындағы ауыл, Баҙғыя а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 27 км һәм Ҡандра т. юл ст. Т. табан 27 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 1388 кеше (Иҫке Теләүле а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған); 1939 — 666; 1959 — 412; 1989 — 287; 2002 — 237; 2010 — 190 кеше. Башҡорттар,...

ҠЫРАҠА ТЕКТОНИК КОМПЛЕКСЫ

ҠЫРАҠА ТЕКТОНИК КОМПЛЕКСЫ, Бөрйән районы Байназар а. киңлегенән Белорет районы Сермән а. киңлегенә тиклем төньяҡ‑көнсығышҡа табан һуҙылып Ағиҙел й. һул ярында урынлашҡан. Дөйөм майҙаны яҡынса 800 км2. 4 ҙур тау тоҡомо массивы айырыла: Төньяҡ, Үҙән, Урта һәм Көньяҡ Ҡыраҡа. Массивтарҙың формаһы изометрик,...

ҠЫРАҠА ТЕКТОНИК КОМПЛЕКСЫ

ҠЫРАҠА ТЕКТОНИК КОМПЛЕКСЫ, Бөрйән р‑ны Байназар а. киңлегенән Белорет р‑ны Сермән а. киңлегенә тиклем төньяҡ‑көнсығышҡа табан һуҙылып Ағиҙел й. һул ярында урынлашҡан. Дөйөм майҙаны яҡынса 800 км2. 4 ҙур тау тоҡомо массивы айырыла: Төньяҡ, Үҙән, Урта һәм Көньяҡ Ҡыраҡа. Массивтарҙың формаһы изометрик,...

ҠЫРАҠА, һырт

ҠЫРАҠА, Ҡырҡарҡа, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет, Әбйәлил һәм Бөрйән р‑ндары буйлап Рәз й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) алып Үҙән й. тамағына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 90 км тирәһе, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 15 км яҡын, урта өлөшөнөң — 20 км, көньяҡ өлөшөнөң — 10—20 км....

ҠЫРАУ

ҠЫРАУ, метеорологик күренеш, көндөҙ йылы булғанда кисен йәки төндә ер өҫтөндәге йәки тупраҡтағы һауа т‑раһының 0°С түбән төшөүе. Ҡ. төшөү ихтималлығы һауаның дымлылығы кәмегәндә, көсһөҙ ел иҫкәндә һәм болотһоҙ осраҡтарҙа арта. Барлыҡҡа килеүе б‑са адвектив, радиация һәм адвектив‑радиация Ҡ. айырыла....

ҠЫРҒАЯҠТАР

ҠЫРҒАЯҠТАР (Myriapoda), быуынтығаяҡлылар бүлеге. Иренаяҡлылар, ике пар аяҡлылар, пауроподтар һәм симфилалар кластарына ҡараған яҡынса 15 мең төрө билдәле; бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа яҡынса 15 төрө бар. Бер нисә мм алып 25 см тиклем оҙонлоҡтағы кәүҙәһе баштан һәм аҙ айырымланған кәүҙәнән (күкрәк...

ҠЫРҒАЯҠТАР

ҠЫРҒАЯҠТАР (Myriapoda), быуынтығаяҡлылар бүлеге. Иренаяҡлылар, ике пар аяҡлылар, пауроподтар һәм симфилалар кластарына ҡараған яҡынса 15 мең төрө билдәле; бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа яҡынса 15 төрө бар. Бер нисә мм алып 25 см тиклем оҙонлоҡтағы кәүҙәһе баштан һәм аҙ айырымланған кәүҙәнән (күкрәк...

ҠЫРҒЫҘ ТЕЛЕ

ҠЫРҒЫҘ ТЕЛЕ, ҡыпсаҡ төркөмөнә (ҡара: Ҡыпсаҡ телдәре) ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Ҡырғыҙҙарҙың милли теле, Ҡырғыҙстандың дәүләт теле. Шулай уҡ Үзбәкстандың, Тажикстандың ҡайһы бер өлкәләрендә, Ҡырғыҙстан м‑н күрше булған Ҡаҙағстан райондарында, РФ‑тың байтаҡ райондарында, Ҡытайҙың Синьцзян‑Уйғыр...

ҠЫРҒЫҘ-БАШҠОРТ СОВЕТ РЕСПУБЛИКАҺЫ

ҠЫРҒЫҘ-БАШҠОРТ СОВЕТ РЕСПУБЛИКАҺЫ (ҠБСР), РСФСР составында башҡорт һәм ҡаҙаҡтарҙың (20 б. 1‑се сирегенең аҙағына тиклем урыҫ сығанаҡтарында ҡырғыҙҙар тип йөрөтөлгәндәр) ниәт ителгән милли дәүләтселеге формаһы. ҠБСР ойоштороу проекты Ә.И.Бикбауов, Ә.Ә.Вәлидов, Х.Й.Йомағолов һәм А.К.Әҙеһәмовтың 1919 й....

ҠЫРҒЫҘ‑МИӘКӘ, ауыл, Миәкә р‑ны үҙәге

ҠЫРҒЫҘ‑МИӘКӘ, ауыл, Миәкә р‑ны (1930—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Миәкә а/с үҙәге. Өфөнән К.‑Көнб. 190 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Ҡырғыҙ‑Миәкә й. (Дим й. басс.) буйында, Ҡырғыҙ‑Миәкә—Бишбүләк, Ҡырғыҙ‑Миәкә—Стәрлебаш, Ҡырғыҙ‑Миәкә—Тәтер‑Арыҫлан—Стәрлебаш, Шишмә—Аксёнов—Ҡырғыҙ‑Миәкә...

ҠЫРҒЫҘ, башҡ. ҡәбиләһе

ҠЫРҒЫҘ, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: ҡаҙыҡай‑Ҡ., тәңкәй‑Ҡ. Тамғалары — . Этник яҡтан Алтай һәм Урта Азия төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Ҡырғыҙ” этнонимы ҡаҙаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа, тываларҙа, үзбәктәрҙә билдәле. Ҡ. формалашыуына уларҙың б.э. 2‑се мең йыллығы башынан ҡыпсаҡтар мөхитендә булыуы йоғонто...

ҠЫРҒЫҘ, Краснокама р‑нындағы ауыл

ҠЫРҒЫҘ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡайынлыҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 62 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 55 км алыҫлыҡта Кәлтәй й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 221 кеше; 1920 — 245; 1939 — 340; 1959 — 246; 1989 — 152; 2002 — 104; 2010 — 124 кеше. Мариҙар...

ҠЫРҘАС, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ҠЫРҘАС, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Ҡырҙас а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 26 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) 73 км алыҫлыҡта Ҡырҙас й. (Оло Ҡыҙыл й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 491 кеше; 1920 – 585; 1939 – 381; 1959 – 363; 1989 – 506; 2002 – 654; 2010 – 656 кеше....

ҠЫРҠ ТУҒЫҘЫНСЫ ӨЙРӘНСЕК УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ

ҠЫРҠ ТУҒЫҘЫНСЫ ӨЙРӘНСЕК УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ, 1942 й. авг. Өфөлә 4‑се айырым өйрәнсек бригадаһы булараҡ ойошторола; 1944 й. июненән — 49‑сы өйрәнсек дивизияһы. Көньяҡ Урал хәрби округына ингән. 5 полктан (автоматсылар полкынан, миномёт, пулемёт һәм 2 снайпер полкынан) торған. Армияның личный составы резервтарын...

ҠЫРҠАЯҠТАР

ҠЫРҠАЯҠТАР (Oniscoidea), тигеҙаяҡлылар отрядының ҡыҫала һымаҡтар ғаиләһе. Яҡынса 1000 төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа 1 төрө — баҙ Ҡ. бар. Тәне яҡынса 2 см оҙонлоҡта, овал формала, өҫ яҡтан ҡабарынҡы, арҡыры һыҙыҡлы; 1‑се күкрәк сегменты м‑н ҡушылған баштан, күкрәктән (7 сегмент) һәм ҡорһаҡтан (6 сегмент)...

ҠЫРҠБЫУЫН ҺЫМАҠТАР

ҠЫРҠБЫУЫН ҺЫМАҠТАР (Equisetophyta, йәки Sphenophyta), юғары төҙөлөшлө споралы үҫемлектәр бүлеге. Хәҙ. (ҡырҡбыуындар) һәм ҡаҙылма (шына япраҡлы, йәки сфенофиллалар) үҫемлектәр кластарын берләштерә. 29 төрө билдәле, Австралия һәм Яңы Зеландиянан башҡа бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда ҡырҡбыуын...

ҠЫРҠТЫТАУ, һырт

ҠЫРҠТЫТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет һәм Әбйәлил р‑ндары буйлап Ҡолсоғаҙы һәм Шәкәрҙейылға йй. (Кесе Ҡыҙыл й. ҡушылдыҡтары) тамағы киңлегенән алып Оло Ҡыҙыл й. киңлек ағымына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 60 км тирәһе, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 8 км, үҙәк — 16 км,...

ҠЫРҠЪЯПРАҠ

ҠЫРҠЪЯПРАҠ (Sanguisorba), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда шифалы Ҡ. үҫә. Горизонталь йыуан ағас һымаҡ тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ҡырлы, өҫкө өлөшөндә тармаҡлы, аҫҡыһында — ерән төктәр м‑н...

ҠЫРЛУТ

ҠЫРЛУТ (Gratiola), һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса бүлкәттәрендә һәм тропиктар тауҙарында таралған. Башҡортостанда дарыулы Ҡ. үҫә. Ваҡ тәңкәле япраҡтар м‑н ҡапланған быуынлы үрмәле йыуан тамырлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төбөндә йомарланған,...

ҠЫРЛЫҠ

ҠЫРЛЫҠ (Spergula), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 5—8 төрө билдәле, Европала, Көнбайыш Азияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Бер йыллыҡ яланғас йәки биҙле‑төклө үләндәр. Һабаҡтары төҙ йәки үрмәле, бейеклеге 15—100 см. Япраҡтары тар оҙонса (еп һымаҡ тиерлек),...