Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СУЛПАН, Әлшәй р‑нындағы ауыл

СУЛПАН, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ҡыҙыл а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 54 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 112 кеше; 1959 — 270; 1989 — 152; 2002 — 144; 2010 — 117 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Таһир с‑зы ойошторолған ваҡытта С‑здың...

СУЛПАН, Әлшәй р‑нындағы ауыл

СУЛПАН, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ҡыҙыл а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 54 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 112 кеше; 1959 — 270; 1989 — 152; 2002 — 144 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй. Халҡы “Красный клин” ЯСЙ‑нда эшләй. Клуб бар. Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Таһир с‑зы...

СУЛПАН, планета

СУЛПАН, З ө һ р ә, Ҡояш системаһының Ҡояштан алыҫлығы б‑са икенсе урында торған һәм Ергә иң яҡын планетаһы. Ҡояштан уртаса алыҫлығы 107,5 млн км (0,72 а.б.). Сидерик әйләнеү периоды 224,7 тәүлек. Күсәре тирәләй әйләнеү периоды 243 тәүлек. С. әйләнеү күсәренең орбита буйлап хәрәкәте яҫылығына ауышлығы...

СУЛПЫ, традицион биҙәүесе

СУЛПЫ, ҡатын‑ҡыҙҙың ике яҡтан төшөп торған суҡ рәүешендәге традицион биҙәүесе. Башҡорттарҙа С. көмөштән, һирәгерәк баҡырҙан йә башҡа металдан эшләнгән. Түңәрәк, ромб йә өсмөйөш формаһындағы бер нисә пластинанан, Башҡортостандың төньяҡ һәм көнбайыш райондарында филигранлы медальондарҙан (улар дүңгәләк...

СУЛТАНМАГОМЕДОВ Султанмагомед Магомедтагирович

СУЛТАНМАГОМЕДОВ Султанмагомед Магомедтагирович (11.4.1965, Дағстан АССР‑ы Уриб а.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (2004). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2015). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1991) шунда уҡ эшләй: 2004 й. алып үткәргес торба транспорты ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта 2013 й....

СУЛЫМ‑ТӨРКИ ТЕЛЕ

 СУЛЫМ‑ТӨРКИ ТЕЛЕ, с у л ы м т е л е, төрки телдәрҙең береһе (уйғыр төркөмө). Сулымдарҙың милли теле. Томск өлк. Асин, Зырян, Тегульдет р‑ндарында, Красноярск крайының Тюхтет р‑нында таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 300‑гә яҡын кеше (2002). Хаҡас теленә яҡын. Хәҙ. С.‑т.т. көндәлек аралашыу теле булып...

СУЛЬФОКИСЛОТАЛАР

СУЛЬФОКИСЛОТАЛАР, с у л ь ф о н к и с л о т а л а р ы, RSO3H дөйөм формулалы берләшмәләр (R — алкил, арил, гетероцикллы радикал). Тәбиғәттә һирәк осрай, алифатик таурин, цистеин к‑таһы (хайуандар организмында матдәләр алмашыныу метаболиттары) һәм ароматик аэругинозин В айырып алынған. Радикалдың тибына,...

СУЛЬФОКСИДТАР

СУЛЬФОКСИДТАР, дөйөм формулаһы RR¼"SO булған (R,R’ — алкил, аралкил, арил һ.б. радикалдар) органик берләшмәләр. Тәбиғәттә һарымһаҡта (аллиин), редис орлоҡтарында (сульфофарен), әүернә һымаҡтар үҫемлектәре ғаиләһендә (изотиоцианаттар) табылған. Төҫһөҙ, аҙ осоусан шыйыҡ, кристаллик матдәләр; органик эреткестәрҙә...

СУЛЬФОНДАР

СУЛЬФОНДАР, RR’SO2 дөйөм формулалы (R һәм R’ — алкил‑, алкенил‑, алкинил‑, арил‑радикалдар) көкөрторганик берләшмәләре. Шулай уҡ икеләтә һәм өсләтә сульфондар билдәле. Тәбиғәттә һирәк осрай; ҡайһы бер хайуандарҙың ҡанында һәм бөйөр өҫтө биҙҙәрендә диметилсульфон табылған. С. — төҫһөҙ, башлыса кристаллик...

СУМАРА, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

СУМАРА, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Кәлтәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 38 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 90 км алыҫлыҡта Тере Танып й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 29 кеше; 1939 — 1079; 1959 — 1066; 1989 — 254; 2002 — 195; 2010 — 148 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер- акушерлыҡ...

СУМАРОКОВТАР

СУМАРОКОВТАР, С у м о р о к о в т а р, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Андрей Фёдорович һәм Иван Фёдорович С., Ҡазандан Өфөгә күсерелгәндәр һәм Өфө й. буйында 250 сирек ер күләмендә поместье оклады тәғәйенләп, 1628 й. түләүле хәрби хеҙмәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) алынғандар....

СУМҒАН МӘМЕРЙӘҺЕ

СУМҒАН МӘМЕРЙӘҺЕ, Ҡ о т о ҡ - С у м ғ а н, БР‑ҙың иң оҙон мәмерйәһе. Ҡотоҡ төбәгендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, визе ярусы эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Көньяҡ‑көнбайыш һәм көньяҡ‑көнсығыш йүнәлешле горизонталь‑ауыш галереяларҙың, коридорҙарҙың һәм юлдарҙың 3 яруслы системаһынан тора. Оҙонлоғо...

СУПАЙ, Шаран р‑нындағы ауыл

СУПАЙ, Шаран р‑нындағы ауыл, Аҡбарыҫ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 6 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 38 км алыҫлыҡта Шалтыҡ й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 629 кеше; 1920 — 800; 1939 — 534; 1959 — 391; 1989 — 169; 2002 — 201; 2010 — 176 кеше. Мариҙар йәшәй (2002)....

СУРАҒОЛ МИҢЛЕБАЕВ

СУРАҒОЛ МИҢЛЕБАЕВ, башҡорт ихтилалы (1755—56) етәкселәренең береһе. Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы Төндөк а. (хәҙ. Пермь крайы Барҙы р‑ны) башҡорто. 1755 й. июлендә үҙ улусы кешеләренән баш күтәреүселәр отряды ойоштора. 27 авг. отряды м‑н Ғәйнә улусының Ҡыҙылъяр а. (хәҙ. Пермь крайы Барҙы р‑ны) килә, бында...

СУРАҒОЛ Рәмил Мотаһар улы

СУРАҒОЛ (Сурағолов) Рәмил Мотаһар улы (16.8.1962, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Прибельский эшселәр ҡсб), шағир. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2006), ТР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2010). Яҙыусылар союзы (1996), Журналистар союзы (1997), ТР Яҙыусылар союзы (2001) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1991). “Тулпар”,...

СУРАҒОЛОВА Зилә Солтан ҡыҙы

СУРАҒОЛОВА Зилә Солтан ҡыҙы (1.8.1939, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Яңы Ҡарамалы а.), агрохимик‑тупраҡ белгесе. Биол. ф. д‑ры (2004). Рф‑тың (2012), БР‑ҙың (1997) атҡ. урмансыһы. Тажик а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (Дүшәмбе, 1963) “Росгипрозем” проект‑тикшеренеү ин‑ты Башҡ‑н ер төҙөлөшө экспедицияһының (Өфө)...

СУРАЙ УРТА МӘКТӘБЕ

СУРАЙ УРТА МӘКТӘБЕ. Мишкә р‑нында урынлашҡан. 1887 й. земство башҡа милләттәр өсөн мәктәп (урыҫ‑мари) булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1930 й. — колхоз йәштәре мәктәбе, 1933 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1943 й. башлап урта мәктәп, 2012 й. алып Мари гимназияһы. 2005 й....

СУРАЙ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

СУРАЙ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ҡармыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 16 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 335 кеше; 1920 — 625; 1939 — 418; 1959 — 395; 1989 — 354; 2002 — 442; 2010 — 386 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ...

СУРАЙ, Миәкә р‑нындағы ауыл

СУРАЙ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Мәнәүезтамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 20 км һәм Аксёнов т. юл ст. К. табан 40 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 216 кеше; 1920 — 313; 1939 — 314; 1959 — 343; 1989 — 210; 2002 — 177; 2010 — 130 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

СУРАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл

СУРАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Сурай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 34 км һәм Загородная т. юл ст. Т.- Көнб. табан 102 км алыҫлыҡта Ҡыңғыр й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 889 кеше; 1920 — 898; 1939 — 990; 1959 — 851; 1989 — 1040; 2002 — 971; 2010 — 984 кеше. Мариҙар йәшәй...