Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“БАШИНВЕСТБАНК”

“БАШИНВЕСТБАНК” инновация төҙөлөш банкыһы, ЯСЙ. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. ойошторола. Ҡиммәтле ҡағыҙҙар м‑н банк операцияларын (ҡара: Банкылар, Коммерция банкыһы), иҫәп-хисап һәм касса аша хеҙмәтләндереүҙе, юридик (бәләкәй һәм урта бизнес пр‑тиелары) һәм физик шәхестәрҙе кредитлауҙы, депозит операцияларын...

“БАШИНКОМ”, пр-тие

“БАШИНКОМ” фәнни-ғәмәлгә индереү предприятиеһы, ЯСЙ. Органик ашламалар, һаҡлау саралары һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр (бионекс, гуми, гумиоми, фитоспорин, эзбиз-гуми), тупраҡ-грунттар; малсылыҡтың (ш. иҫ. ҡошсолоҡтоң) етештереүсәнлеген күтәреү өсөн мал аҙығы өҫтәмәләре; быраулау эретмәләре өсөн...

“БАШИНФОРМ”

“БАШИНФОРМ”, мәғлүмәт агентлығы, ААЙ. Сәйәси, иҡт., соц.‑мәҙәни һ.б. характерҙағы мәғлүмәт әҙерләй һәм тәҡдим итә. Өфөлә урынлашҡан. Модем‑компьютер элемтәһе ярҙамында көн һайын урыҫ, башҡ. һәм инглиз телдәрендә базалы мәғлүмәт сығарылышын тарата; матбуғат конф. үткәрә. Өфө полиграфкомбинаты м‑н берлектә...

“БАШИНФОРМСВЯЗЬ”, предприятие

“БАШИНФОРМСВЯЗЬ”, ААЙ. Телефон элемтәһе, телеграммалар ебәреү, телевидение һәм радио аша тапшырыу, Интернетҡа инеү һ.б. хеҙмәттәр күрһәтә. Өфөлә урынлашҡан. “Б.” составы: 15 филиал (ҡала, район һәм эксплуатация-техник элемтә үҙәктәренең 67 цехын берләштерә), Респ. радио һәм телевидение тапшырыуҙары...

“БАШКЕЛМЕ”, пр-тие

“БАШКЕЛМЕ”, елем, аяҡ кейеме, текстиль әйберҙәр етештереү пр‑тиеһы. 1989 й. Мәләүез ҡ. нигеҙ һалына, 1995 й. файҙаланыуға тапшырыла, 2010 й. ябыла. Составына елем (1994 й. нигеҙләнгән), тәжрибә үткәреү (1995), аяҡ кейеме һәм текстиль әйберҙәр (1999) етештереү цехтары ингән. 2003 й. 600‑гә яҡын кеше...

“БАШКИНОВИДЕОПРОКАТ”

  “БАШКИНОВИДЕОПРОКАТ”, Башҡортостан дәүләт ижади‑производство идаралығы, БР‑ҙың кино селтәре м‑н етәкселек итә, уны техника м‑н тәьмин итеүҙе тормошҡа ашыра, халыҡҡа кино күрһәтеүҙе ойоштора, кинофильмдар, видеокассеталар һатып алыу һәм прокатҡа сығарыу, киновидеофильмдарҙы теркәү, киновидео- эшмәкәрлекте...

“БАШКИРАВТОДОР”, пр-тие

“БАШКИРАВТОДОР”, ААЙ. БР автомобиль юлдарын төҙөү, йүнәтеү һәм ҡарау м-н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. Составындағы филиалдар: 55 юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы, “Ремстройдормаш” з‑ды. 2010 й. 4500‑ҙән ашыу кеше эшләгән. Дөйөм файҙаланыуҙағы 24,5 мең км, ш. иҫ. ҡаты япмалы 21,4 мең км, юлды хеҙмәтләндерә. 1965 й....

“БАШКИРГЕОЛОГИЯ”, ААЙ

“БАШКИРГЕОЛОГИЯ”, ААЙ. Башҡортостанда ҡаты файҙалы ҡаҙылмалар һәм ер аҫты һыуҙарына геол. разведка эштәре алып бара. Өфөлә урынлашҡан. “Б.” составы: Сибай һәм Учалы филиалдары, үҙәк комплекслы лаборатория. 1200 м тиклем тәрәнлектә эҙләнеү һәм разведкалау эштәре алып барыу өсөн быраулау ҡулайламалары...

“БАШКИРГРАЖДАНПРОЕКТ”

“БАШКИРГРАЖДАНПРОЕКТ” проект институты, ЯАЙ. Өфөлә урынлашҡан. Башҡортостанда тәүге дәүләт проект ойошмаһы. 1929 й. “Башгоспроект” Башҡ‑н дәүләт проект бюроһы булараҡ асыла, 1932 й. алып гражданлыҡ ҡоролмаларын проектлау, геодезик эштәр башҡарыу, төҙөлөштәрҙе һәм а.х. ҡараған ерҙәрҙе инвентаризациялау...

“БАШКИРДОРТРАНСПРОЕКТ”

“БАШКИРДОРТРАНСПРОЕКТ” республика автомобиль юлдары һәм транспорт ҡоролмалары проект‑тикшеренеү институты, ДУП. Өфөлә урынлашҡан. 1931 й. “Башдортранс” берекмәһенең проект‑тикшеренеү секторы булараҡ ойошторола, 1934 й. алып “Башпроектдор” автомобиль һәм ылау юлдары, уларҙа яһалма ҡоролмалар проектлау...

“БАШКИРНЕФТЕПРОДУКТ”, пр-тие

“БАШКИРНЕФТЕПРОДУКТ”, ААЙ. 100‑ҙән ашыу нефть продукты, ш. иҫ. автомобиль бензиндары, дизель яғыулығы, төрлө майҙар һатыу м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. Пр‑тие составы: БР һәм Силәбе өлк. ҡалалары һәм райондарында 13 филиал, 2‑се нефть продукттарын ҡойоу‑тултырыу участкаһы, автомобиль транспорты паркы....

“БАШКИРПОМОЩЬ”, комиссия

“БАШКИРПОМОЩЬ”, Граждандар һуғышы барышында бөлгөнлөккә төшкән Башҡ. респ. халҡын соц. тәьмин итеү б‑са Башҡортостан хәрби‑революцион комитетында Бөтә Рәсәй ҮБК вәкиле эргәһендәге комиссия. 1919 й. дек. Стәрлетамаҡ ҡ. ойошторола. 1919 й. 6 окт. РСФСР ХКС‑ының “Аҡтарҙан зыян күргән башҡорттарға ярҙам...

“БАШКИРРЫБА”, пр-тие

“БАШКИРРЫБА”, балыҡ эшкәртеү, балыҡ продукцияһын һаҡлау пр‑тиеһы. 1956 й. Өфөлә “Рыбзавод” дәүләт пр‑тиеһы булараҡ ойошторола, 1978 й. алып “Б.” Өфө күмәртә базаһы, 1989 й. — респ. сауҙа‑производство пр‑тиеһы, 1992 й. — ҡуртым пр‑тиеһы, 1996 й. — дәүләт пр‑тиеһы, 2000 й. ябыла. “Б.” составына балыҡ...

“БАШКИРРЫБХОЗ”, пр-тие

“БАШКИРРЫБХОЗ”, ААЙ. Быуа балыҡсылығы, балыҡ тотоу, эшкәртеү һәм һатыу м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. “Б.” составы: “Пчела” (1959, Благовещен р‑ны), “Ҡамышбаш” (1972, Мәләүез р‑ны), “Ҡашҡаҡ” (1998, Тәтешле р‑ны) һәм “Торнабаҫыу” (1972, Өфө р‑ны) балыҡ хужалыҡтары; Бөрө, Дүртөйлө, Ҡарман, Краснокама,...

“БАШКИРСКАЯ НЕФТЬ” (“Башҡортостан нефте”), бюллетень

“БАШКИРСКАЯ НЕФТЬ” (“Башҡортостан нефте”), бюллетень. Башҡортостан республикаһы нефть һәм газ сәнәғәте фәнни-техник йәмғиәте органы. Өфө ҡ. урыҫ телендә айына 1 тапҡыр сыға. 1936 й. алып “За башкирскую нефть” исеме аҫтында баҫыла, 1945—59 йй. — “Б.н.”. Бюллетень биттәрендә республика һәм ил сәнәғәте...

“БАШКИРСКИЙ КРАЙ” (“Башҡорт ере”), гәзит

“БАШКИРСКИЙ КРАЙ” (“Башҡорт ере”), иҡтисади гәзит. БАССР‑ҙың халыҡ хужалығын, финанстар ХК‑н, ер эшкәртеү ХК‑н, сәнәғәт ХК‑н планлаштырыу буйынса Башҡортостан дәүләт советы органы. Өфө ҡ. 1923 й. 18 февраленән алып 1924 й. 15 майына тиклем урыҫ телендә сыға. 1923 й. барлығы 15 һаны сыға, 1924 й. — 5....

“БАШКИРСКИЙ ХИМИЧЕСКИЙ ЖУРНАЛ”

“БАШКИРСКИЙ ХИМИЧЕСКИЙ ЖУРНАЛ” (“Башҡортостан химия журналы”), фәнни‑техник журнал. Ойоштороусылары: РФ Мәғариф министрлығы, БР Мәғариф министрлығы, Химиктар союзы, Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтар институты, ӨДНТУ. 1994 й. алып Өфөлә урыҫ телендә йылына 4 тапҡыр “Реактив” нәшриәтендә сығарыла....

“БАШКИРСКИЙ ЭКОЛОГИЧЕСКИЙ ВЕСТНИК”

“БАШКИРСКИЙ ЭКОЛОГИЧЕСКИЙ ВЕСТНИК” (“Башҡортостан экология хәбәрҙәре”), фәнни-популяр журнал. Ойоштороусылары: БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы, БР ФА, БР Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ. 1998 й. алып Өфөлә йылына 4 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — 500 дана (2010). 2014 й. “Уральский экологический...

“БАШКИРУГОЛЬ”, пр-тие

“БАШКИРУГОЛЬ” күмер компанияһы, һоро күмер сығарыу һәм эшкәртеү пр‑тиеһы. Европала иң эре пр‑тиеларҙың береһе. 1955 й. Күмертау ҡ. “Башуглеразрезстрой” тресы пр‑тиелары базаһында “Б.” тресы булараҡ нигеҙ һалына, 1957 й. алып комб‑т, 1975 й. — ПБ, 1995 й. — ААЙ, 2009 й. ябыла. Составына бүлендек пр‑тиелар —...

“БАШКИРЭНЕРГО”, ААЙ

“БАШКИРЭНЕРГО”, электр һәм йылылыҡ энергияһы етештереү пр‑тиеһы. 1933 й. Өфөлә “Башэнергокомбинат” булараҡ нигеҙ һалына, 1940 й., Өфөнөң 1‑се ТЭЦ‑ы һәм 2‑се ТЭЦ‑ы ҡушылғас, Өфө энергокомб‑ты тип үҙгәртелә, 1945 й. алып “Уфимэнерго” район энергетика идаралығы, 1953 й. — “Б.” район энергетика идаралығы,...