Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЯСИН, Мәсетле р‑нындағы ауыл

ЯСИН, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Яңы Мишәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 37 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 89 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлаш­ҡан. Халҡы: 1906 й. — 75 кеше; 1920 — 130; 1939 — 118; 1959 — 137; 1989 — 123; 2002 — 149; 2010 — 164 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға...

ЯСМАН Яков Борисович

ЯСМАН Яков Борисович (8.9.1942, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (1998). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1965) Өфө синтетик спирт з‑дында инженер, тәжрибә‑тикшеренеү цехы начальнигы. 1968 й. алып Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р, 1974 й.— лаб....

ЯСЫРҘАР

ЯСЫРҘАР (төркисә äsir — әсир, ҡол), 12—18 бб. башҡорт йәмғиәтенең социаль структураһында ҡолдарға тиңләштерелгән бойондороҡло халыҡ категорияһы. Уларҙы күрше ҡәбиләләргә йәки халыҡтарға, башлыса ҡаҙаҡтарға, ҡалмыҡтарға һ.б. сапҡындар (ҡара: Барымта, Ҡарымта) барышында әсиргә алғандар. Аҫаба башҡорттар,...

ЯҪМЫҠ БОРСАҠ

ЯҪМЫҠ БОРСАҠ (Lens), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 5 төрө билдәле (шуларҙың 4‑әүһе ҡырағай); Урта диңгеҙ буйында, Кесе һәм Урта Азияла, Кавказ аръяғында таралған. Башҡортостанда ябай Я.б. (эре орлоҡло Я.б. һәм ваҡ орлоҡло Я.б. бүленә) үҫтерелә. Бер йыллыҡ үлән кеүек үҫемлек. Һабағы төҙ...

ЯҪЫ ҠОРТТАР

ЯҪЫ ҠОРТТАР (Plathelminthes), ябай төҙөлөшлө селәүсендәр тибы. 9 класы, 15‑кә яҡын төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. Башҡортостанда бер нисә йөҙ төрө осрай. Оҙонлоғо миллиметрҙан алып 12 м тиклем һәм унан да артығыраҡ. Кәүҙәһе ике яҡлап симметрик, яҫы, ялпаҡ, бөтөн йәки быуындарға бүленгән;...

ЯҪЫ ТАБАНЛЫЛЫҠ

ЯҪЫ ТАБАНЛЫЛЫҠ, табан деформацияһы, уға табан көмбәҙенең ныҡ түбәнәйеүе, терәк һәм рессор функциялары боҙолоуы хас. Буй, арҡыры, ҡатнаш, тыумыштан булған (табандың урта һәм артҡы өлөшө һөйәктәре үҫешенең патологияһы фонында) һәм йәшәү барышында барлыҡҡа килгән (тоташтырғыс туҡыманың системалы дисплазияһы,...

ЯҪЫ ТАУЛЫҠ

ЯҪЫ ТАУЛЫҠ, ер йөҙө участкаһы, бейеклеге 500 м ашыу булған ҙур ҡалҡыулыҡтан ғибәрәт, горизонталь ятҡан йәки насар урынлашҡан ҡатламдарҙан тора, улар араһында ашалыуға тотороҡло тау тоҡомдары осрай. Я.т. ашалыуға, денудацияға һәм башҡа экзоген процестарға бәйле барлыҡҡа килә. Я.т. өсөн сағыштырмаса аҙ...

ЯТАҒАН

ЯТАҒАН, я т а ғ а, сиртеп уйнай торған ҡыллы башҡорт халыҡ музыка ҡоралы. Бер аҙ ҡабарынҡы декаһы булған яҫы ҡумта формалы ағас корпустан ғибәрәт, дека буйлап һуҙылған ҡылдар ике бүлем м‑н сикләнә. Аҫҡы декала резонатор уйымы һәм аяғы урынлашҡан. Я. оҙонлоғо яҡынса 1200 мм. 7 һәм унан да күберәк металл...

ЯУАПТАРҘЫ СТАБИЛЛӘШТЕРЕҮ

ЯУАПТАРҘЫ СТАБИЛЛӘШТЕРЕҮ, мәсьәләләрҙең яуабын даими ҡиммәткә яҡынайтыу. Диффузия процестарын тикшергәндә, мәҫ., ер аҫты һыуҙарындағы ағыулы матдәләр концентрацияһын хәүефһеҙ кимәлгә тиклем кәмегән ваҡыт аралығын билдәләү өсөн, һ.б. ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. башында Математика ин‑тында...

ЯУБАЗЫ, Оло Яубазы, йылға

ЯУБАЗЫ, Оло Яубазы, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Дүртөйлө р‑ны Урманаҫты а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта башлана. Дүртөйлө һәм Бөрө р‑ндары буйлап көньяҡ‑көнбайыштан төньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай аға, Бөрө р‑ны Тартыш а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта төньяҡ‑көнбайышҡа борола, артабан...

ЯУБҮЛӘК, Асҡын р‑нындағы ауыл

ЯУБҮЛӘК, Асҡын р‑нындағы ауыл, Яубүләк а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 12 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 121 км алыҫлыҡта Асҡыш й. (Өфө й. басс.) бу­йында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 433 кеше; 1920 — 447; 1939 — 263; 1959 — 149; 1989 — 92; 2002 — 101; 2010 — 86 кеше. Башҡорттар,...

ЯУГИЛДЕ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

ЯУГИЛДЕ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Яугилде а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 34 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 75 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1300 кеше; 1920 — 1421; 1939 — 974; 1959 — 660; 1989 — 426; 2002 — 459; 2010 — 453 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп,...

ЯУГИЛДЕ, С а м ы ш, Ғафури р‑нындағы ауыл

ЯУГИЛДЕ, С а м ы ш, Ғафури р‑нындағы ауыл, Бурлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 34 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 53 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 297 кеше; 1920 — 403; 1939 — 449; 1959 — 433; 1989 — 259; 2002 — 257; 2010 — 226 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Бурлы...

ЯУЫМ‑ТӨШӨМ

ЯУЫМ‑ТӨШӨМ, болоттан яуған йәки һауала булған һыу парының конденсацияһы һөҙөмтәһендә ер өҫтөндә һәм ер өҫтө әйберҙәрендә барлыҡҡа килгән шыйыҡ һәм ҡаты хәлдәге һыу. Ерҙәге дым әйләнешенең бер өлөшө булып тора. Болоттан яуған Я.‑т.: борғанаҡ ҡар (боҙло, ҡарлы), борсаҡ, быҫҡаҡ ямғыр, ҡар, ямғыр; һауанан...

ЯУЫМБАЙ, Бөрйән р‑нындағы ауыл

ЯУЫМБАЙ, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Байназар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 37 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 115 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 232 кеше; 1920 — 345; 1939 — 253; 1959 — 198; 1989 — 349; 2002 — 443; 2010 — 436 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Байназар урта...

ЯУЫН, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

ЯУЫН, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Ибрай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 29 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 72 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 216 кеше; 1920 — 237; 1939 — 241; 1959 — 249; 1989 — 160; 2002 — 167; 2010 — 176 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

ЯУЫШЕВТАР

ЯУЫШЕВТАР, сауҙагәрҙәр, сәнәғәтселәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре. Ҡазан губернаһы мишәрҙәренән (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, татарҙарынан). 18 б. 2‑се ярт. — 19 б. 1‑се ярт. Башҡортостанға күсеп киләләр, Стәрлетамаҡ өйәҙе һәм Троицк өйәҙе терр‑яһында йәшәйҙәр. 18 б. аҙ. мырҙа титулы биреүҙе һорап үтенес бирәләр....

ЯФАЕВ Әхмәт Вәлиәмәт улы

ЯФАЕВ Әхмәт Вәлиәмәт улы (1899, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Бүздәк а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Иҫке Бүздәк а., — 30.9.1979, Өфө), агроном. А.х. ф. канд. (1936). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1961), СССР‑ҙың соц. а.х. отличнигы (1949). К.А. Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлаған (1927). 1929 й. алып Шишмә...

ЯФАЕВ Рауэль Хәсәнйән улы

ЯФАЕВ Рауэль Хәсәнйән улы (3.1. 1923, Өфө — 25.4.2008, С.‑Петербург), эпидемиолог. Мед. ф. д‑ры (1964), проф. (1967). Мед. хеҙмәте полк. (1962). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1999). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 2‑се мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1944) 1‑се Белоруссия фронты ғәскәрҙәре составында...

ЯХАНОВ Андрей Викторович

ЯХАНОВ Андрей Викторович (23.7. 1973, Өфө), спортсы. Шайбалы хоккей б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1995). БДПИ‑ны тамамлаған (1997). “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.С.Чередник). 1990—97 йй., 2000—02 йй., 2004— 07 йй. “Салауат Юлаев” хоккей клубы, 1997 й. алып Милли...