Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТАЛБАЗЫ ЛИЦЕЙЫ

ТАЛБАЗЫ ЛИЦЕЙЫ. Ауырғазы р‑нында урынлашҡан. 1836 й. мәҙрәсә булараҡ асыла, 1900 й. алып урыҫ‑башҡорт халыҡ училищеһы, 1919 й. — 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1932 й. — өлгөлө башланғыс мәктәп, 1933 й. — урта мәктәп (1992 й. башлап №1), 2001 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 2 компьютер...

ТАТАР ГИМНАЗИЯҺЫ №65

ТАТАР ГИМНАЗИЯҺЫ №65. Өфөлә урынлашҡан. 1952 й. 15‑се урта мәктәп булараҡ асыла, 1956 й. алып 65‑се, 1960 й. — 65‑се тулы булмаған урта мәктәп, 1996 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Компьютер класы, 8 интерактив кабинеты, китапханаһы, ағас эше һәм тегеү оҫтаханалары, “Мираҫ” этнография музейы,...

ТАУ СӘНӘҒӘТЕ МӘКТӘПТӘРЕ ҺӘМ УЧИЛИЩЕЛАРЫ

ТАУ СӘНӘҒӘТЕ МӘКТӘПТӘРЕ ҺӘМ УЧИЛИЩЕЛАРЫ, Рәсәйҙә 18—19 бб. тау заводтары эргәһендә асылған һәм тау сәнәғәтенә квалификациялы эшселәр, техниктар әҙерләгән уҡыу йорттары. Дөйөм белем биреү м‑н шөғөлләнгәндәр, ш. уҡ проф.‑техник белем биреүгә башланғыс һалғандар. Тау ведомствоһы ҡарамағында булғандар,...

ТЕЛӘҮЕМБӘТ УРТА МӘКТӘБЕ

ТЕЛӘҮЕМБӘТ УРТА МӘКТӘБЕ, Күгәрсен р‑нында урынлашҡан. 1863 й. земство урыҫ‑башҡорт халыҡ училищеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1930 й. — башланғыс мәктәп, 1937 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1971 й. хәҙ. статусын ала. Күгәрсен р‑нының Аҙнағол, Бикес һәм Дауыт‑Ҡайып...

ТЕМӘС УРТА МӘКТӘБЕ

ТЕМӘС УРТА МӘКТӘБЕ, Баймаҡ р‑нында урынлашҡан. 1864 й. 1 класлы урыҫ мәктәбе булараҡ асыла, 1874 й. алып земство урыҫ‑башҡорт халыҡ училищеһы, 1905 й. — 2 класлы халыҡ уч‑щеһы, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс, 1925 й. — 2‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1930 й. — колхозсы йәштәр мәктәбе, 1934 й. — тулы булмаған...

ТЕРӘПӘ УРТА МӘКТӘБЕ

ТЕРӘПӘ УРТА МӘКТӘБЕ, Ауырғазы р‑нында урынлашҡан. 1877 й. земство мәктәбе булараҡ асыла, 1884 й. алып ир балалар башҡа милләттәр өсөн мәктәбе, 1903 й. — 2 класлы уч‑ще, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс, 1920 й. — 2‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1936 й. хәҙ. статусын ала. Компьютер класы, спорт залы, тыуған...

ТЕХНИКУМДАР

ТЕХНИКУМДАР, халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтары, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм мәғариф өсөн белгестәр әҙерләгән урта махсус уҡыу йорттары (ҡара: Урта профессиональ белем). 1920 йй. барлыҡҡа килә. 1937 й. алып башлыса сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, элемтә, а.х., ш. уҡ статистика, финанс, сауҙа Т. киң таралған...

ТӨП ХАЛЫҠ УЧИЛИЩЕҺЫ

ТӨП ХАЛЫҠ УЧИЛИЩЕҺЫ, юғары типтағы башланғыс уҡыу йорто. Өфөлә 1789 й. 10 июлендә Рәсәй империяһында халыҡ училищелары уставына (1786) ярашлы асыла, 1797 й. Ырымбур ҡ. күсерелә. Губерна Йәмғиәт ҡараулығы приказы ҡарамағында була, ул уч‑ще эшмәкәрлеген финанс м‑н тәьмин итә, ойоштора һәм контролдә тота....

ТУЙМАЗЫ ИНДУСТРИАЛЬ ТЕХНИКУМЫ

ТУЙМАЗЫ ИНДУСТРИАЛЬ ТЕХНИКУМЫ, 1962 й. Өфө индустриаль техникумы (ҡара: Һөнәрселек‑педагогия колледжы) филиалы булараҡ асыла, 1964 й. алып киске быяла-керамика техникумы, 1966 й. — киске индустриаль техникум, 1993 й. хәҙ. исемен ала. 1989—99 йй. БР‑ҙың Благовещен ҡалаһында Т.и.т. филиалы эшләй (ҡара:...

ТУЙМАЗЫ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ

ТУЙМАЗЫ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ, 1962 й. Туймазы мед. уч‑щеһы булараҡ асыла, 2002 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә акушерлыҡ эше, дауалау эше, шәфҡәт туташы эше һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Компьютер класы, китапханаһы, методика һәм 10 клиникаға тиклемге әҙерлек кабинеты, мед. пункты, мәғлүмәт...

ТУЙМАЗЫ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

ТУЙМАЗЫ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1990 й. Бәләбәй пед. уч‑щеһының (ҡара: Бәләбәй педагогия колледжы) филиалы булараҡ асыла, 1995 й. алып пед. уч‑щеһы, 2002 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә мәктәпкәсә белем биреү, сит телдәр, информатика, матем., башланғыс кластарҙа...

ТУЙМАЗЫ УРТА МӘКТӘБЕ №1

ТУЙМАЗЫ УРТА МӘКТӘБЕ №1, 1922 й. БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Аҙнағол а. (хәҙ. БР‑ҙың Туймазы р‑ны) 2‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе булараҡ асыла, 1923 й. алып крәҫтиән йәштәре мәктәбе. 1926 й. шул уҡ кантондың Туймазы станцияһы ҡасабаһына (хәҙ. Туймазы ҡ.) күсерелә. 1930 й. башлап тулы булмаған урта...

ТУЙМАЗЫ ЮРИДИК КОЛЛЕДЖЫ

ТУЙМАЗЫ ЮРИДИК КОЛЛЕДЖЫ, 1992 й. Силәбе юридик техникумы филиалы (1991 й. нигеҙләнгән) базаһында Туймазы юридик техникумы булараҡ асыла, 1999 й. алып Туймазы дәүләт юридик колледжы. Уҡытыу көндөҙгө, көндөҙгө‑ситтән тороп һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә дәүләт һәм муниц. идара итеү, хоҡуҡ белеме,...

ТҮБӘ УРТА МӘКТӘБЕ

ТҮБӘ УРТА МӘКТӘБЕ, Баймаҡ р‑нында урынлашҡан. 1923 й. 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе булараҡ асыла, 1931 й. алып 7 йыллыҡ фабрика‑завод мәктәбе, 1934 й. — 2‑се тулы булмаған урта мәктәп, 1938 й. — 2‑се урта мәктәп, 1976 й. башлап 1‑се урта мәктәп м‑н берләштерелгәндән һуң хәҙ. исемен йөрөтә. Компьютер...

ТҮБӘНГЕ ТРОИЦК УРТА МӘКТӘБЕ

ТҮБӘНГЕ ТРОИЦК УРТА МӘКТӘБЕ, Туймазы р‑нында урынлашҡан. 1881 й. халыҡ уч‑щеһы булараҡ асыла, 1905 й. алып 1 класлы земство уч‑щеһы, 1907 й. башлап буҫтау фабрикаһы эргәһендәге 3 класлы уч‑ще, 7 йыллыҡ фабрика‑завод мәктәбе, 1934 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Китапханаһы, спорт залы, компьютер...