Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТУЙМАЗЫ УРТА МӘКТӘБЕ №1

ТУЙМАЗЫ УРТА МӘКТӘБЕ №1, 1922 й. БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Аҙнағол а. (хәҙ. БР‑ҙың Туймазы р‑ны) 2‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе булараҡ асыла, 1923 й. алып крәҫтиән йәштәре мәктәбе. 1926 й. шул уҡ кантондың Туймазы станцияһы ҡасабаһына (хәҙ. Туймазы ҡ.) күсерелә. 1930 й. башлап тулы булмаған урта...

ТУЙМАЗЫ ЮРИДИК КОЛЛЕДЖЫ

ТУЙМАЗЫ ЮРИДИК КОЛЛЕДЖЫ, 1992 й. Силәбе юридик техникумы филиалы (1991 й. нигеҙләнгән) базаһында Туймазы юридик техникумы булараҡ асыла, 1999 й. алып Туймазы дәүләт юридик колледжы. Уҡытыу көндөҙгө, көндөҙгө‑ситтән тороп һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә дәүләт һәм муниц. идара итеү, хоҡуҡ белеме,...

ТҮБӘ УРТА МӘКТӘБЕ

ТҮБӘ УРТА МӘКТӘБЕ, Баймаҡ р‑нында урынлашҡан. 1923 й. 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе булараҡ асыла, 1931 й. алып 7 йыллыҡ фабрика‑завод мәктәбе, 1934 й. — 2‑се тулы булмаған урта мәктәп, 1938 й. — 2‑се урта мәктәп, 1976 й. башлап 1‑се урта мәктәп м‑н берләштерелгәндән һуң хәҙ. исемен йөрөтә. Компьютер...

ТҮБӘНГЕ ТРОИЦК УРТА МӘКТӘБЕ

ТҮБӘНГЕ ТРОИЦК УРТА МӘКТӘБЕ, Туймазы р‑нында урынлашҡан. 1881 й. халыҡ уч‑щеһы булараҡ асыла, 1905 й. алып 1 класлы земство уч‑щеһы, 1907 й. башлап буҫтау фабрикаһы эргәһендәге 3 класлы уч‑ще, 7 йыллыҡ фабрика‑завод мәктәбе, 1934 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Китапханаһы, спорт залы, компьютер...

УҠЫТЫУҘЫ ДИФФЕРЕНЦИАЦИЯЛАУ

УҠЫТЫУҘЫ ДИФФЕРЕНЦИАЦИЯЛАУ, белем биреүҙе уҡыусыларҙың ынтылыштарын, ҡыҙыҡһыныуҙарын һәм һәләттәрен иҫәпкә алып ойоштороу формаһы. Рәсәйҙә 1920 йй. башынан У.д. төрлө формалары һәм төрҙәре (айырым предметтарҙы төплө өйрәнеү, ҡыҙыҡһыныу б‑са кластар, һөнәри йүнәлеш биреү һ.б.) индерелә. 1980 йй. аҙ....

УҠЫТЫУСЫЛАР ИНСТИТУТТАРЫ

УҠЫТЫУСЫЛАР ИНСТИТУТТАРЫ, 1) Рәсәйҙә 19 б. — 20 б. башында ҡала училищелары, өйәҙ училищелары, юғары башланғыс уч‑щелар һ.б. өсөн уҡытыусылар әҙерләгән ир‑егеттәр уҡыу йорттары. Тәүге У.и. (уҡыу курсы 4 йыл булған) 1817—22 йй. һәм 1838—46 йй. Баш пед. ин‑ты (С.‑Петербург) эргәһендә эшләгән. Уҡытыусылар...

УҠЫТЫУСЫЛАР КАДРҘАРЫ

УҠЫТЫУСЫЛАР КАДРҘАРЫ, дөйөм һәм проф.‑техник мәғариф системаһының төп (штаттағы) квалификациялы хеҙм‑рҙәре составы. Башҡортостанда У.к. формалашыуы дини һәм дәүләт урыҫ телле проф. уҡыу йорттары барлыҡҡа килеүгә бәйле (ҡара: Дини белем биреү, Педагогик белем биреү). Уҡытыусылар әҙерләү Халыҡ мәғарифы...

УҠЫТЫУСЫЛАР СЕМИНАРИЯЛАРЫ

УҠЫТЫУСЫЛАР СЕМИНАРИЯЛАРЫ, Рәсәйҙә башланғыс мәктәп уҡытыусылары әҙерләгән ябыҡ типтағы урта проф. уҡыу йорттары. Уҡытыусылар семинариялары тураһындағы положениеға (1870) ярашлы ойошторолған. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында булған. Ҡаҙна, земстволар, айырым кешеләрҙең аҡсаһына тотолған. 15—16...

УҠЫТЫУСЫЛАР СЪЕЗДАРЫ

УҠЫТЫУСЫЛАР СЪЕЗДАРЫ, пед. йәмәғәтселектең ойошоу формаһы. Рәсәйҙә революцияға (1917) тиклем Халыҡ мәғарифы министрлығының “Башланғыс халыҡ училищеларында уҡыусылар съездары тураһындағы ваҡытлы ҡағиҙәләр”енә (1899) ярашлы үткәрелгән. Беренсе Бөтә Рәсәй уҡытыусылар съезы Мәскәүҙә 1872 й. була. Өфө...

УҠЫУ‑УҠЫТЫУ ОКРУГТАРЫ

УҠЫУ‑УҠЫТЫУ ОКРУГТАРЫ, Рәсәйҙә бер нисә губернаның уҡыу йорттарынан урындағы идара системаһын ойошторған уҡытыу‑адм. бүлексәләр. “Халыҡ мәғарифының яҡынса ҡағиҙәләре”нә (1803) ярашлы булдырыла. 6 У.‑у.о. билдәле, 20 б. башында — 12. Университеттар эргәһендәге училище ком‑ттары, 1835 й. алып Халыҡ мәғарифы...

УНИВЕРСИТЕТТАР

УНИВЕРСИТЕТТАР (лат. universitas — йыйылма), әҙерлек йүнәлештәренең (һөнәрҙәрҙең) киң спектры б‑са юғары белем һәм вуздан һуң проф. белем биреү программаларын тормошҡа ашырған юғары ғилми уҡыу йорттары; юғары квалификациялы хеҙм‑рҙәрҙе, ғилми һәм ғилми‑пед. хеҙм‑рҙәрҙе әҙерләй, яңынан әҙерләй һәм (йәки)...

УРАҘ АГРАР ЛИЦЕЙЫ

УРАҘ АГРАР ЛИЦЕЙЫ, Учалы районында урынлашҡан. 1906 й. мәктәп булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1932 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1966 й. — урта мәктәп, 1996 й. башлап хәҙерге исемен һәм статусын йөрөтә. 2020 й. Т.Й.Ғиниәтуллин исеме бирелгән. Учалы районы Ишмәкәй а....

УРАЛ ЯНЫ СЫУАШ ПЕДАГОГИЯ ТЕХНИКУМЫ

УРАЛ ЯНЫ СЫУАШ ПЕДАГОГИЯ ТЕХНИКУМЫ. 1918 й. Өфөлә сыуаш уҡытыусылар семинарияһы булараҡ асыла, 1920 й. алып 3 йыллыҡ пед. курстары, 1922 й. — У.я.с.п.т., 1937 й. башлап пед. уч‑щеһы. 1930 й. Бәләбәй ҡ. күсерелә, 1941 й. Бәләбәй пед. уч‑щеһы (ҡара: Бәләбәй педагогия колледжы) составына инә. Сыуаш һәм...

УРТА БЕЛЕМ

УРТА БЕЛЕМ, дөйөм белемдең икенсе баҫҡысы, маҡсаты — уҡыусыларҙың тейешле уҡыу программаларын үҙләштереүе; юғары белем өсөн нигеҙ булып тора. Дөйөм У.б. һәм урта профессиональ белем айырыла (ҡара: Мәғариф). Башҡортостанда У.б. формалашыуы мәсеттәрҙә (ҡара: Мәҙрәсә) мосолман дини мәктәптәре таралыуға...

УРТА ПРОФЕССИОНАЛЬ БЕЛЕМ

УРТА ПРОФЕССИОНАЛЬ БЕЛЕМ, проф. белемдең икенсе баҫҡысы, маҡсаты — урта квалификациялы белгестәр әҙерләү; ижади һәм проф. фекерләүҙе үҫтерергә булышлыҡ иткән дөйөм теоретик һәм махсус белемдәр һәм проф. күнекмәләр йыйылмаһы. Ҡайһы бер һөнәрҙәр өсөн У.п.б. — проф. әҙерлектең юғары баҫҡысы (балет, цирк...

УСМАНОВ Ғайса Мортаза улы

УСМАНОВ Ғайса Мортаза улы [20.11.1925, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Ахун а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 1.8.2005, шунда уҡ], педагог. БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Магнитогорск пед. ин‑тын тамамлаған (1953). 1950 й. алып Учалы р‑нының Ахун урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1955...

УСМАНОВ Ғәлимйән Усман улы

УСМАНОВ Ғәлимйән Усман улы (18.6.1880, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Һынны‑Илсембәт а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Иҫке Һынны а., — 10.5.1974, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Иҫке Күсәрбай а.), педагог. РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1949). 1904—05 йй. рус‑япон, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы....

УЧИЛИЩЕЛАР

УЧИЛИЩЕЛАР, Рәсәйҙә проф., урта махсус, ш. уҡ ҡайһы бер юғары уҡыу йорттары; революцияға (1917) тиклем — башланғыс, урта махсус һәм проф. уҡыу йорттары (ҡара: Ер үлсәү училищеһы, Коммерция училищеһы, Мәхәллә училищелары, Өйәҙ училищелары, Реаль училищелар, Халыҡ училищелары һ.б.). 1930 йй. алып байтаҡ...

ҮРГЕ ЙӘРКӘЙ ГИМНАЗИЯҺЫ №1

ҮРГЕ ЙӘРКӘЙ ГИМНАЗИЯҺЫ №1, Илеш р‑нында урынлашҡан. 1917 й. башланғыс мәктәп булараҡ асыла, 1936 й. алып крәҫтиән йәштәре мәктәбе м‑н ҡушылғандан һуң урта мәктәп, 1976 й. — 1‑се урта мәктәп, 2007 й. хәҙ. статусын ала. Китапханаһы, 2 компьютер класы, интернаты, тамаша һәм спорт залдары, уҡытыу оҫтаханаһы,...

ҮРГЕ ҠАРЫШ УРТА МӘКТӘБЕ

ҮРГЕ ҠАРЫШ УРТА МӘКТӘБЕ, Балтас р‑нында урынлашҡан. 1749 й. Батырша тарафынан Себер даруғаһы Танып улусы Ҡарышбаш а. мәҙрәсә булараҡ асыла. 1919 й. алып 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1929 й. — крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1932 й. — 7 йыллыҡ, 1937 й. — урта мәктәп, 1992 й. — Ғ.Ғәлиев—Батырша исемен ала. Түб. Ҡарыш,...