Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИСЛАМҒОЛОВА Ынйы Әхмәт ҡыҙы

ИСЛАМҒОЛОВА Ынйы Әхмәт ҡыҙы (12.9.1935, Ырымбур өлк. Сабаҡлы а.), педагог-методист. РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1972). Ырымбур пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1958) Ырымбур өлк. Хәлил р‑ны Әптерәш тулы булмаған урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1960 й. алып Хәйбулла р‑ны Аҡъяр урта мәктәбенең дир. урынбаҫары,...

ИСМӘҒИЛЕВ Ришат Сәлих улы

ИСМӘҒИЛЕВ Ришат Сәлих улы [15.4.1920, АСБР‑ҙың Көҙәй кантоны Нимесләр а. (БР‑ҙың Нуриман районы) — 3.9.2020, шул уҡ райондың Байгилде а.], педагог. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1959), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1960). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ. педагогия...

ИҪКЕ БАЛТАС УРТА МӘКТӘБЕ №1

ИҪКЕ БАЛТАС УРТА МӘКТӘБЕ №1, Балтас районы. 1898 й. земство мәктәбе булараҡ асыла, 1919 й. алып 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1928 й. — крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1930 й. — колхоз йәштәре мәктәбе, 1935 й. хәҙ. статусын ала, 2001 й. хәҙ. исемен йөрөтә. 2 компьютер класы, 2 линга- фон кабинеты, интернаты, ағас эше,...

ИҪКЕ ҠОРОС УРТА МӘКТӘБЕ

ИҪКЕ ҠОРОС УРТА МӘКТӘБЕ, Баҡалы р‑ны. 1870 й. 1 класлы урыҫ-татар ир балалар уч‑щеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1930 й. — колхоз йәштәре мәктәбе, 1934 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1937 й. хәҙ. статусын ала. Компьютер класы, медиатекаһы, йыйылыштар һәм спорт залдары, уҡыу оҫтаханаһы,...

ИҪКЕ ТУЙМАЗЫ УРТА МӘКТӘБЕ

ИҪКЕ ТУЙМАЗЫ УРТА МӘКТӘБЕ, Туймазы р‑ны. Иҫке Туймазы а. урынлашҡан. 1918 й. мәктәп базаһында 1‑се баҫҡыс мәктәп булараҡ нигеҙ һалына, 1927 й. алып башланғыс, 1940 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1963 й. хәҙ. статусын ала. Компьютер класы, китапханаһы, хәрби һәм хеҙмәт даны музейы, слесарлыҡ, ағас эше...

ИШЕМБАЙ НЕФТЬ КОЛЛЕДЖЫ

ИШЕМБАЙ НЕФТЬ КОЛЛЕДЖЫ, 1932 й. Стәрлетамаҡ ҡалаһында Көнсығыш нефть техникумы булараҡ асыла. 1942 й. Ишембай ҡ. күсерелә, 1958 й. алып Ишембай киске техникумы, 1966 й. — нефть техникумы, 1993 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө, киске һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә мәғлүмәт эшкәртеүҙең һәм идара...

ИШЕМҒОЛОВ Сиражетдин Нуретдин улы

ИШЕМҒОЛОВ Сиражетдин Нуретдин улы (20.8.1917, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Асҡар‑Ҡолтай а., хәҙ. Ырымбур өлк. Ҡыуандыҡ р‑ны Асҡар а., — 20.11.2004, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән), педагог. РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1963). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Д.Н.Ишемғоловтың ағаһы. Орск пед. ин‑тын тамамлаған...

ИШЕМОВА Роза Ғакил ҡыҙы

ИШЕМОВА Роза Ғакил ҡыҙы (1.1.1939, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Йомаш а.), педагог‑методист. Пед. ф. канд. (1988). БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1986), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980). БДУ‑ны тамамлаған (1963). 1964 й. алып Өфөнөң 91‑се, 20‑се урта мәктәптәре уҡытыусыһы. 1973—2003 йй. Милли мәғариф...

ЙӘКШӘМБЕ МӘКТӘПТӘРЕ

ЙӘКШӘМБЕ МӘКТӘПТӘРЕ, эшләүсе үҫмерҙәр һәм өлкәндәр өсөн уҡыу йорттары; индивидуаль белем биреүҙе ойоштороу формаһы. Конфессиональ һәм дөйөм белем биреүсегә бүленәләр. Конфессиональ Й.м. (христиандарҙа — Й.м., мосолмандарҙа — йома, йәһүдтәрҙә — шәмбе) маҡсаты — дини‑әхлаҡи тәрбиә биреү, төп дини ҡағиҙә...

ЙОМАҒУЖА УРТА МӘКТӘБЕ №1

ЙОМАҒУЖА УРТА МӘКТӘБЕ №1, Күгәрсен р‑ны. Яҡынса 1915 й. урыҫ башланғыс мәктәбе булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1929 й. — колхоз йәштәре мәктәбе, 1934 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1937 й. хәҙ. статусын ала (1938 й. башҡ. һәм урыҫ урта мәктәптәренә бүленә, 1955 й. берләштереләләр),...

ЙОМАТАУ АГРАР ТЕХНИКУМЫ

ЙОМАТАУ АГРАР ТЕХНИКУМЫ, 1910 й. Өфө губ. Өфө өйәҙе Баҡсасылыҡ һәм умартасылыҡ мәктәбе ҡасабаһында (хәҙ. БР‑ҙың Өфө р‑ны Йоматау ауыл хужалығы техникумы а.) А.С.Ключарёв ис. баҡсасылыҡ һәм умартасылыҡ ғәмәли мәктәбе булараҡ асыла, 1921 й. алып Инструкторлыҡ техникумы, 1931 й. Топорнин районы Топорнин...

ЙЫЛАЙЫР УРТА МӘКТӘБЕ

ЙЫЛАЙЫР УРТА МӘКТӘБЕ, Йылайыр р‑ны. 1880 й. сиркәү‑мәхәллә мәктәбе булараҡ асыла, 1913 й. алып юғары башланғыс уч‑ще, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1928 й. — урта мәктәп, 1966 й. — Н.Р.Ириков ис. Й.у.м. 4 уҡыу оҫтаханаһы, а.х. машиналары, мәктәп музейы бар. Урта мәктәпте 4 меңдән ашыу кеше тамамлаған...

КАЗАК МӘКТӘПТӘРЕ

КАЗАК МӘКТӘПТӘРЕ, Рәсәйҙә казак ҡатламы өсөн башланғыс дөйөм белем биреү уҡыу йорттары. 19 б. башында казак ғәскәре командалығы инициативаһы м‑н ойошторолған. Ғәскәри хужалыҡ идараһы һәм казак ғәскәренең хәрби бүлектәре атамандары, 1916 й. алып Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була. Ҡасабалар...

КАЛЕГИН ТӨП БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ

КАЛЕГИН ТӨП БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ, Ҡалтасы р‑ны. 1887 й. 3 йыллыҡ башланғыс земство мәктәбе булараҡ асыла. 1908 й. алып юғары башланғыс уч‑ще, 1917 й. — гимназия, 1919 й. — 1‑се һәм 2‑се, 1922 й. — 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1937 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1994 й. — К.т.б.б.м., 2012 й. ябыла. Ағас эшкәртеү...

КАНТОН МӘКТӘПТӘРЕ

КАНТОН МӘКТӘПТӘРЕ, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда башҡорттар өсөн башланғыс дөйөм белем биреү уҡыу йорттары. Халыҡ һәм Башҡорт ғәскәре командованиеһы башланғысы м‑н ойошторолалар. Хәрби министрлыҡ ҡарамағында булалар һәм кантон башлыҡтары контроле аҫтында эшләйҙәр. Башлыса ауыл ерендә асылалар,...

КВАЛИФИКАЦИЯ КҮТӘРЕҮ ҮҘӘГЕ

КВАЛИФИКАЦИЯ КҮТӘРЕҮ ҮҘӘГЕ, БР‑ҙың дәүләт авт. өҫтәлмә проф. белем биреү учреждениеһы. 1983 й. Өфөлә урта мед. һәм фарм. белеме булған хеҙм‑рҙәрҙең квалификацияһын күтәреү уч‑щеһы булараҡ асыла, 2014 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: профессияға яңынан әҙерләү һәм квалификацияны...

КЕСЕ ХАЛЫҠ УЧИЛИЩЕЛАРЫ

КЕСЕ ХАЛЫҠ УЧИЛИЩЕЛАРЫ, Рәсәйҙә башланғыс уҡыу йорттары. Рәсәй империяһында Халыҡ училищелары уставына (1786) ярашлы ойошторолалар. Губерна Йәмғиәт ҡараулығы приказы ҡарамағында булалар. Губерна ҡалаларында төп халыҡ училищеларының 1‑се баҫҡысын (1—2‑се класс) тәшкил итәләр, өйәҙ ҡалаларында үҙаллы...

КИСКЕ МӘКТӘПТӘР

КИСКЕ МӘКТӘПТӘР, уҡыу м‑н хеҙмәт эшмәкәрлеген бер юлы алып барған йәштәр һәм өлкәндәр өсөн дөйөм белем биреүсе уҡыу йорттары. Рәсәйҙә К.м. йәкшәмбе мәктәптәренең бер төрө булараҡ 19 б. 70‑се йй. барлыҡҡа килә. К.м. тигән атама аҫтында өлкәндәр өсөн башланғыс уҡыу йорттарының төрлө типтары берләшә: грамота мәктәптәре,...

КИТАПХАНА ЭШЕ ҺӘМ КИҢ ЭЛЕМТӘ КОЛЛЕДЖЫ

КИТАПХАНА ЭШЕ ҺӘМ КИҢ ЭЛЕМТӘ КОЛЛЕДЖЫ, 1937 й. Стәрлетамаҡ ҡ. мәҙәниәт‑ағартыу уч‑щеһы нигеҙендә Респ. башҡ. сәйәси китапхана техникумы булараҡ асыла. 1941—44 йй. эшләмәй, 1944 й. Өфөгә күсерелә һәм Өфө китапхана техникумы тип атала башлай (1996—99 йй. техникум‑колледж), 2005 й. алып К.э.һ.к.э.к., 2014 й....

КОЛЛЕДЖДАР

КОЛЛЕДЖДАР (ингл. college), махсуслаштырылған уҡыу йорттары. Бөйөк Британия, АҠШ һ.б. илдәрҙә К. 3 төрө айырыла: юғары белемдең база курсы кимәлендә әҙерлек биргән; юғары һәм урта белем араһы кимәлендә әҙерлек биргән; урта белем биреү кимәлендәге. РФ‑та 1990 йй. башында база һәм юғарыраҡ кимәлдәге урта профессиональ белем биреү...