Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КОММЕРЦИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ

КОММЕРЦИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ, урта дөйөм һәм проф. белем биреү уҡыу йорто. 1912 й. 25 авг. Коммерция уҡыу йорттары т‑да положениеға ярашлы (1896) Өфө үҙ-ара кредитлау йәмғиәте тарафынан Өфөлә асыла. Сауҙа һәм сәнәғәт министрлығы ҡарамағында була. Йәмәғәт һәм шәхси аҡса иҫәбенә тотола. Бөтә ҡатлам балалары ла...

КООПЕРАТИВ ТЕХНИКУМ

КООПЕРАТИВ ТЕХНИКУМ, 1930 й. Өфөлә СССР Центросоюзының Башҡортостан К.т. булараҡ сәнәғәт‑иҡт. курстары нигеҙендә асыла. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә коммерция (тармаҡтар б‑са), хоҡуҡ һәм соц. тәьминәтте ойоштороу, страховкалау эше (тармаҡтар б‑са), тауар өйрәнеү ғилеме һәм ҡулланыу...

КОРРЕКЦИЯ МӘКТӘПТӘРЕ

КОРРЕКЦИЯ МӘКТӘПТӘРЕ, психофизик үҫеше боҙолған балалар өсөн махсус белем биреү учреждениелары. Балаларҙың йәмғиәткә яраҡлаша алмауын иҫкәртеү, уларҙың сәләмәтлеге боҙолоуын һәм үҫешендәге тайпылыштарҙы төҙәтеү, мәктәпкә тиклемге үҫешендәге һәм мәктәптең тәүге осоронда уҡытыуҙағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү,...

КОРРЕКЦИЯ ПЕДАГОГИКАҺЫ

КОРРЕКЦИЯ ПЕДАГОГИКАҺЫ, махсус  педагогика, педагогиканың психофизик үҫешендә төрлө кәмселектәре булған балаларҙы тәрбиәләү һәм уҡытыу проблемаларын өйрәнеүсе өлкәһе. К.п. бурыстары: үҫеш кәмселектәре булған балаларҙы асыҡлау; коррекциялауҙың оптималь юлдарын билдәләү, кәмселектәрен компенсациялау,...

КРАСНОУСОЛ УРТА МӘКТӘБЕ №1

КРАСНОУСОЛ УРТА МӘКТӘБЕ №1, Ғафури р‑нында урынлашҡан. 1849 й. сиркәү‑мәхәллә мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына. 1912 й. — 4 класлы, 1913 й. — 5 класлы башланғыс мәктәп, 1918 й. — 1‑се һәм 2‑се баҫҡыс мәктәбе, 1925 й. фабрика‑завод ете йыллыҡ мәктәбе, 1928 й. тулы булмаған урта мәктәп (1934 й. — №1), 1943 й....

КРӘҪТИӘН ЙӘШТӘРЕ МӘКТӘПТӘРЕ

КРӘҪТИӘН ЙӘШТӘРЕ МӘКТӘПТӘРЕ, СССР‑ҙа агрономик әҙерлек һәм а.х. производствоһын ойоштороу нигеҙҙәре тәрән өйрәтелгән дөйөм белем биреүсе тулы булмаған урта мәктәптәр. 1923 й. 1‑се баҫҡыс мәктәптәр нигеҙендә булдырылалар. 12—18 йәшлек йәштәр ҡабул ителә. Уҡыу курсы 3 йыл була. Уҡыу программаһына дөйөм...

КРУПСКАЯ Надежда Константиновна

КРУПСКАЯ Надежда Константиновна (14.2.1869, С.‑Петербург — 27.2.1939, Мәскәү), сәйәси эшмәкәр, педагог. СССР ФА‑ның почётлы ағзаһы (1931), пед. ф. д‑ры (1936). 1898 й. алып РСДРП ағзаһы. Княгиня А.А.Оболенскаяның ҡатын‑ҡыҙҙар гимназияһын тамамлай (1887), Петербург юғары ҡатын‑ҡыҙҙар курсында уҡый (1889—90);...

КУШНАРЕНКО АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ТЕХНИКУМЫ

КУШНАРЕНКО АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ТЕХНИКУМЫ, 1931 й. Топорнин баҡсасылыҡ техникумы (ҡара: Йоматау аграр техникумы) булараҡ асыла, 1938 й. алып Кушнаренко баҡсасылыҡ техникумы, 1952 й. башлап К.а.х.т., 2013 й. – Кушнаренко ауыл хужалығы колледжы. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр...

КУШНАРЕНКО ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

КУШНАРЕНКО ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1928 й. бер йыллыҡ пед. мәктәбе булараҡ асыла, 1931 й. алып Топорнин татар пед. техникумы, 1936 й. Кушнаренко татар пед. уч‑щеһы, 1956 й. ябыла. 1990 й. Кушнаренко пед. уч‑щеһы булараҡ яңынан асыла, 2002 й. алып К.п.к., 2015 й. Кушнаренко киң профилле һөнәр биреү колледжы....

КУШНАРЕНКО УРТА МӘКТӘБЕ №1

КУШНАРЕНКО УРТА МӘКТӘБЕ №1, Кушнаренко р‑нында урынлашҡан. 1927 й. Топорнин 7 йыллыҡ мәктәбе булараҡ асыла, 1937 й. алып урта мәктәп (1938 й. — Кушнаренко), 1984 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. Иҫке Баҫҡаҡ а. филиалы эшләй. 2 оҫтаханаһы, 2 спорт залы, уҡыу‑тәжрибә участкаһы, музейы, тиры бар. Урта мәктәпте...

КҮМЕРТАУ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

КҮМЕРТАУ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1967 й. Күмертау физик тәрбиә пед. уч‑щеһы булараҡ асыла, 1991 й. алып пед. уч‑щеһы, 2002 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: мәктәпкәсә белем биреү, физик культура. Китапханаһы, 3 спорт, теннис, тренажёр...

КҮМЕРТАУ ПОЛИТЕХНИК ЛИЦЕЙ‑ИНТЕРНАТЫ

КҮМЕРТАУ ПОЛИТЕХНИК ЛИЦЕЙ‑ИНТЕРНАТЫ. 1997 й. Респ. К.п.л.и. булараҡ асыла. Конкурс б‑са 4‑се класты тамамлаған малайҙар, 2001 й. алып 9‑сы класты тамамлаған ҡыҙҙар ҡабул ителә. Түбәндәге йүнәлештәр б‑са профилле уҡытыу алып барыла: физика‑матем., физика‑химия. Лицейҙа махсус курстар индерелгән: логика...

КҮМЕРТАУ ТАУ КОЛЛЕДЖЫ

КҮМЕРТАУ ТАУ КОЛЛЕДЖЫ, 1958 й. киске тау‑механика техникумы булараҡ асыла, 1979 й. алып тау‑механика техникумы, 1993 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: менеджмент, хоҡуҡ белеме, хисаплау техникаһын һәм автоматлаштырылған системаларҙы программа...

ҠАҘМАШ УРТА МӘКТӘБЕ

ҠАҘМАШ УРТА МӘКТӘБЕ, Әбйәлил р‑нында урынлашҡан. 1907 й. яңы ысуллы мәктәп булараҡ асыла. 1930 й. башлап 7 йыллыҡ, 1957 й. — башланғыс, 1964 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1989 й. хәҙ. статусын ала. Ағас эше һәм тегеү оҫтаханалары, спорт залы бар. 1930 й. алып мәктәпте 2 меңдән ашыу кеше тамамлаған...

ҠАЛА УЧИЛИЩЕЛАРЫ

ҠАЛА УЧИЛИЩЕЛАРЫ, юғары типтағы башланғыс уҡыу йорттары. Өйәҙ училищелары урынына “Ҡала училищелары тураһында положение” б‑са ойошторолалар (1872). Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында булалар. Земстволар, ҡала йәмғиәттәре, айырым кешеләр аҡсаһына тотолалар; аҡсаның бер өлөшө ҡаҙна тарафынан бүленә....

ҠАНДРА УРТА МӘКТӘБЕ №1

ҠАНДРА УРТА МӘКТӘБЕ №1, Туймазы р‑ны. 1938 й. нигеҙләнгән. Ҡандра районында уҡытыу урыҫ телендә алып барылған беренсе мәктәп. Ҡандра‑Ҡотой а. филиалы эшләй. Ағас эшкәртеү һәм слесарҙар оҫтаханалары, кулинария һәм тегеү кабинеты, 2 спорт залы бар. Мәктәпте 5 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2012), улар араһында...

ҠАРҒАЛЫ УРТА МӘКТӘБЕ

ҠАРҒАЛЫ УРТА МӘКТӘБЕ, Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а. урынлашҡан. 1886 й. ир балалар земство мәктәбе булараҡ асыла. 1911 й. алып ҡала училищеһы. 1918 й. ҡыҙ балалар земство мәктәбе (1903 й. нигеҙләнгән) м‑н берләштерелә, 1932 й. башлап башланғыс, 1935 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1936 й. хәҙ. статусын...

ҠЫҘЫЛЪЯР УРТА МӘКТӘБЕ

ҠЫҘЫЛЪЯР УРТА МӘКТӘБЕ, Нуриман р-нында урынлашкан. 1909 й. земство башланғыс уч‑щеһы булараҡ асыла, 20‑се йй. башынан 2‑се баҫҡыс (7 йыллыҡ) мәктәп, 1938 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Баш-Шиҙе, Оло Шиҙе, Яңы Бүрес, Иҫке Бәҙәй, Никольский һәм Яңы Субай аа. 6 филиалы эшләй. Мәктәп тарихы музейы,...

ҠЫПСАҠ-АСҠАР УРТА МӘКТӘБЕ

ҠЫПСАҠ-АСҠАР УРТА МӘКТӘБЕ, Әлшәй р‑ны. 1895 й. мәҙрәсә булараҡ асыла. 1920 й. алып 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1935 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1975 й. хәҙерге исемен һәм статусын йөрөтә. Интернаты, оҫтаханаһы, тәжрибә участкаһы бар. 1975 й. алып урта мәктәпте 550‑нән ашыу кеше тамамлаған (2012), улар араһында...

ЛИЦЕЙҘАР

ЛИЦЕЙҘАР (гр. lykeion — Афина эргәһендә Аполлон Ликейский ҡорамына ҡараған сауҡалыҡ исеме), 1) 1917 й. тиклем Рәсәйҙә дворян балаларынан дәүләт чиновниктары әҙерләй торған өҫтөнлөклө урта йәки юғары уҡыу йорттары; 2) РФ‑та үҙ уҡыу программалары б‑са эшләгән (1988 й. алып) ҡайһы бер урта дөйөм белем...