Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЙӘҒӘФӘРОВА Айһылыу Шәйхитдин ҡыҙы

ЙӘҒӘФӘРОВА Айһылыу Шәйхитдин ҡыҙы (3.9.1948, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Әхмәт а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1992), БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1989). БДУ‑ны тамамлаған (1974). 1967—2004 йй. Әбйәлил р‑нының Красная Башкирия балалар баҡсаһында эшләй (1976 й....

ЙӘДКӘР, китап

ЙӘДКӘР, М.И.Өмөтбаевтың китабы. 1897 й. Ҡазанда төрки телендә баҫылып сыға. Аң‑белемле, юғары әхлаҡлы, мәҙәниәтле кеше тәрбиәләү идеялары (ҡара: Мәғрифәтселек) м‑н һуғарылған тарих, этнография, әҙәбиәт, фольклор материалдарынан, шиғри тәржемәләрҙән һ.б. торған йыйынтыҡ. “Й.” йәш быуынды әхлаҡи тәрбиәләү...

ЙӘЛИЛ Муса Мостафа улы

ЙӘЛИЛ (Йәлилов) Муса Мостафа улы [2.2.1906, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Мостафа а. (Ырымбур өлк. Шарлыҡ р‑ны) – 25.8.1944, Плётцензее хәрби төрмәһе, Берлин], шағир. Советтар Союзы Геройы (1956). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡыған (1914—17), МДУ‑ны тамамлаған...

ЙӘНӘБИ Төхвәт

ЙӘНӘБИ Төхвәт (ысын исеме Кәлимуллин Төхвәтулла Кәлимулла улы; 14.2.1894, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Урсай а., хәҙ. БР‑ҙың Миәкә р‑ны Йәнәби‑Урсай а., — 10.7.1938, Өфө), яҙыусы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡый (1910—12), Я.М.Свердлов ис. Коммунистик ун‑тты тамамлаған (Мәскәү,...

ЙӘНБӘК Рәмил Әхмәт улы

ЙӘНБӘК (Йәнбәков)Рәмил Әхмәт улы [10.8.1952, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Дауыт‑Ҡайып а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 11.1.2017, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], шағир. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2002). Журналистар союзы (1979), Яҙыусылар союзы (1993) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1975). 1974 й. алып “Йәншишмә” гәз.:...

ЙӘНБИРҘИНА Зөбәржәт Нәби ҡыҙы

ЙӘНБИРҘИНА Зөбәржәт Нәби ҡыҙы (18.9.1945, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Ҡунаҡбай а. – 9.5.2009, Стәрлетамаҡ ҡ.), шағирә. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2006). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1990). 1973 й. алып Стәрлетамаҡ ҡ. һәм Стәрлетамаҡ р‑нының төрлө пр‑тиеларында һәм учреждениеларында эшләй, 1992—94 йй. һәм...

ЙӘСӘҮИ Әхмәт

ЙӘСӘҮИ Әхмәт (Хужа Әхмәт; 1105 й. тиклем тип фараз ителә, Испиджаб ҡ., Урта Азия — 1166, Яса ҡ., шунда уҡ), төрки суфый шағиры, шәйех. Бохара ҡ. уҡый, Яса ҡ. йәшәй (псевдонимы шуға бәйле). “Йәсәүиә” тәриҡәтенә (ҡара: Суфыйсылыҡ), төрки әҙәбиәтендә суфыйсылыҡ шиғриәтенә нигеҙ һалыусы. Әүлиә булараҡ танылыу...

ЙОМАЕВ Ямалетдин Ғималетдин улы

ЙОМАЕВ Ямалетдин Ғималетдин улы [яҡынса 1892 й., Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Әлмән а. (Ҡурған өлк. Әлмән р‑ны) — ?], шағир. “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһен, урыҫ‑татар уч‑щеһын (Троицк ҡ., 1913) тамамлаған. 1913 й. алып Петропавловск ҡ. эргәһендәге ҡаҙаҡ ауылдарында уҡыта. 1916 й. Өфөгә күсә, “Тормош” гәз. эшләй....

ЙОСОПОВ Ғайса Ғәлиәкбәр улы

ЙОСОПОВ Ғайса Ғәлиәкбәр улы [21.5.1905, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Дәүләтҡол а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) – 19.8.1941, Ленинград өлк. Меньково ҡсб], шағир. 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ленинград хәрби‑мед. акад. тамамлағандан һуң (1934) хәрби табип булып эшләй. Ижадының...

ЙОСОПОВ Тимер

ЙОСОПОВ Тимер (Тимербай Йосоп улы; 31.5.1938, БАССР‑ҙың Мәсетле районы Түбәнге Әбсәләм ҡсб, хәҙер БР‑ҙың Дыуан районы Түбәнге Әбсәләм а., — 16.3.2016, Өфө ҡ.), шағир. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2003). РФ‑тың (1999) һәм БАССР‑ҙың (1988) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1971). БДУ‑ны...

ЙЫҺАНШИН Камил Фәрухша улы

ЙЫҺАНШИН Камил Фәрухша улы (15.3.1950, БАССР-ҙың Ҡандра районы Ҡандра‑Әмин а., хәҙер БР‑ҙың Туймазы районы Ҡандра а.), яҙыусы. БР-ҙың (2004) һәм РФ‑тың (2011) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1995). Горький политехник институтын тамамлағандан һуң (1973) 1974 й. тиклем һәм 1976—88 йй....