Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПАВЛОВ Борис Николаевич

ПАВЛОВ Борис Николаевич (29.1.1936, Рыбинск ҡ. — 14.5.2020, Өфө ҡ.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлаған (Мәскәү ҡ., 1964). 1962 й. “Ленинец”, 1964 й. алып Өфө химия заводының “Химик” гәзите әҙәби хеҙмәткәре,...

ПАЛЬ Роберт Васильевич

ПАЛЬ Роберт Васильевич (15.4.1938, БАССР‑ҙың Ауырғазы районы Әлшәй иген совхозы бүлексәһенең Көньяҡ Уҫылы ҡсб, хәҙер БР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы Южный бүлексәһе а.), яҙыусы, тәржемәсе. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2021). БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1969). БДУ‑ны тамамлаған...

ПАМФЛЕТ

ПАМФЛЕТ (ингл. — pamphlet), билдәле ижт.‑сәйәси күренешкә (дәүләт, хөкүмәт, класс, идея хәрәкәте, ҡайһы берҙә — тотош ҡоролошҡа) йәки йәмғиәттәге конкрет абруйлы эшмәкәрҙәргә (сәйәсмәндәргә, социологтарға, ғалимдарға, әҙиптәргә) ҡаршы йүнәлтелгән киҫкен һәм экспрессив фашлау м‑н характерланған публицистика...

ПАНЧ Петро

ПАНЧ Петро (ысын исеме Панченко Пётр Иосифович; 22.6.1891, Харьков губ. Валки ҡ. — 1.12.1978, Киев), яҙыусы. “Сысҡан оялары” (“Мышиные норы”; 1926), “Зәңгәр эшелондар” (“Голубые эшелоны”; 1928), “Төндө ҡамау” (“Осада ночи”; 1935), “Александр Пархоменко” (1939), “Украинаның ҡайнауы” (“Клокотала Украина”;...

ПАРОДИЯ

ПАРОДИЯ ә ҙ ә б и ә т т ә, әҫәрҙән йәки авторҙан көлөү маҡсаты м‑н уны юмористик йәки сатирик юҫыҡта әйләндереү. П. танылырға тейеш. Художестволы ижадтың етешһеҙлектәренән көлөп, П. үҙ өҫтөнә әҙәби тәнҡит бурыстарын ала. П. үҫеше, ғәҙәттә, күсеү осорона тура килә, был ваҡытта әҙәби йүнәлештәр, төркөмдәр...

ПАРСА

ПАРСА (фарсы — өҙөк, өлөш), миниатюра, ҙур булмаған художестволы деталгә нигеҙләнеп төҙөлгән һәм композицион, тематик бөтөнлөк м‑н характерланған, күләме б‑са ҙур булмаған шиғри йәки прозаик әҫәр. П., ғәҙәттә, фәлс. һәм өгөт-нәсихәт бирелә; афористик фекерҙе үҙ эсенә ала. 19—20 бб. башы башҡорт әҙәбиәтендә...

ПАРФЁНОВ Пётр Семёнович

ПАРФЁНОВ Пётр Семёнович, П ё т р  А л т а й с к и й [29.6. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 31.5.) 1894, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Никольский а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 29.7.1937, Мәскәү], яҙыусы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1922 й. алып Коминтерн, “Советский путь” (“Совет юлы”) ж., “Коллективист”...

ПЕТИШЕВ Анатолий Андреевич

ПЕТИШЕВ Анатолий Андреевич (1.11.1937, Ҡаҙаҡ ССР‑ы Лозовая а.), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1992), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). Бөрө пед. ин‑тын тамамлаған (1964). 1963 й. алып Бөрө р‑нының Пономарёвка 8 йыллыҡ,...

ПЕТИШЕВА Виктория Анатольевна

ПЕТИШЕВА Виктория Анатольевна (17.5.1974, Бөрө ҡ.), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (2008), проф. (2008). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2009). А.А.Петишевтың ҡыҙы. Бөрө пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1996) шунда уҡ эшләй: 2008 й. алып уҡытыу‑методик эштәр б‑са проректор, 2012 й. — урыҫ филол. каф. мөдире,...

ПЕТРОВА Ираида Алексеевна

ПЕТРОВА Ираида Алексеевна [16.3. 1913, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Йылболаҡ‑Матвеевка а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 4.10.1983, Мәскәү өлк. Калининград ҡ., Чебоксарҙа ерләнгән), шағирә, драматург. Нарс Урини псевдонимы аҫтында ижад итә. “Тядюк” (1969) повесы, “Юл сатында” (1973) трагедияһы, “Савби менән Кришна”...

ПЛАТОНОВ Андрей Платонович

ПЛАТОНОВ (Климентов) Андрей Платонович [20.8. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 16.8.) 1899, Воронеж ҡ. — 5.1.1951, Мәскәү], яҙыусы. П. ижадына ҡатмарлы, йыш ҡына трагик донъяға ҡараш, үҙенсәлекле стиль хас. Әҫәрҙәрендә революцион үҙгәртеп ҡороуҙарҙан төңөлөү, тормошта көсләп тағылған соц. үҙгәртеүҙәрҙе ҡабул...

ПОВЕСТЬ

ПОВЕСТЬ, хикәйә м‑н роман араһындағы уртаса эпик жанр; төп персонаждың билдәле йәшәү дәүерен һүрәтләгән эпизодтар, бер йәки ике герой тирәләй ваҡиғаларҙы туплаған, бер нисә сюжет һыҙығы ҡулланылған проза әҫәре. Башҡорт әҙәбиәтендә П. көнсығыш жанрҙары — ҡисса һәм дастан традицияларында үҫешә. Тәү‑ ге...

ПОРОЙКОВ Юрий Дмитриевич

ПОРОЙКОВ  Юрий Дмитриевич (23.2.1935, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Баймаҡ ҡсб, хәҙ. Баймаҡ ҡ.), яҙыусы. Филос. ф. канд. (1980). РСФСР‑ҙың (1985) һәм БР‑ҙың (1995) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1956). 1958 й. алып СССР ФА БФ‑тың редакция‑нәшриәт бүлеге мөхәррире, 1960...

ПОЭМА

ПОЭМА (гр. póiema), поэтик жанр, ҙур күләмле шиғри әҫәр. Лирик һәм эпик башланғыстарҙың органик синтезы жанр поэтикаһының төп үҙенсәлеге булып тора. Тематикаһы б‑са – тарихи, тарихи‑революцион, проблематикаһы б‑са – фәлс., соц.‑тарихи, сюжет тибы б‑са — ассоциатив, хикәйәләү, төр билдәләре б‑са лирик,...

ПОЭТИКА

ПОЭТИКА (гр. poiētikḗ– поэтик сәнғәт), әҙәби әҫәрҙең структураһын һәм унда ҡулланылған эстетик саралар системаһын өйрәнеүсе, ш. уҡ уларҙағы үҙгәрештең тарихи ҡанундары, автор фекеренең художестволы тормошҡа ашырылыу ысулдары т‑дағы фән. П. тотош әҙәбиәттең дөйөм законлыҡтары һәм элементтары м‑н эш иткән...

ПРОЗА

ПРОЗА, б а ш ҡ о р т п р о з а һ ы. Башҡ. фольклоры, боронғо төрки әҙәбиәт һәм урта быуаттар төрки әҙәбиәте (С.Сараиҙың “Гөлөстан бит-төрки”, Хөсәм Кәтибтең “Жөмжөмә солтан”, Хәрәзмиҙең “Мөхәббәтнамә”, Ҡотбтың “Хөсрәү вә Ширин”, Мәхмүт Ғәлиҙең “Нәһж әл‑фәрадис” һ.б.) нигеҙендә үҫешкән. 18 б. аҙ. — 19...

ПРОКШИН Валериан Георгиевич

ПРОКШИН Валериан Георгиевич (17.1.1911, Вологда губ. Пополутково а. — 10.3.2000, Өфө), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1982), проф. (1982). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1987). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1939) шунда уҡ эшләй (өҙөклөктәр м‑н): 1941...

ПСЕВДОНИМ

ПСЕВДОНИМ (гр. pséudos — ялған, уйҙырма һәм ónyma — исем), авторҙар, йышыраҡ яҙыусылар һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, ижадта үҙҙәренең ысын исемен алмаштырған уйҙырма исем, ҡултамға йәки шартлы билдә. Ҡайһы берҙә П. ваҡыт үтеү м‑н ысын исемде (фамилияны) ҡыҫырыҡлап сығара һәм авторҙың даими исеме булып китә...

ПУБЛИЦИСТИКА

ПУБЛИЦИСТИКА (лат. publicus — йәмғиәт), әҙәбиәттең үҙендә художестволы һәм оратор прозаһы элементтарын берләштергән үҙенсәлекле төрө. Көнүҙәк соц., сәйәси, тарихи, әхлаҡи‑этик, экологик һ.б. проблемаларҙы яҡтырта. Уға экспрессивлыҡ һәм асыҡ тенденциозлыҡ хас. П. ысынбарлыҡты танып белеүҙең художестволы...

ПУГАЧЁВ Валерий Вениаминович

ПУГАЧЁВ Валерий Вениаминович (5.6.1944, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Мәләүез ҡсб, хәҙ. Мәләүез ҡ.), журналистика теоретигы, китап эше белгесе. Филол. ф. д‑ры (2005). МДУ‑ны тамамлаған (1969). 1971—77 йй. “Ленинец” гәз. редакцияһында эшләй: әҙәби хеҙм‑р, бүлек мөдире, яуаплы секретарь. 1981 й. алып БДУ‑ла...