Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТАТАР ТЕЛЕ

ТАТАР ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең (ҡыпсаҡ төркөмө) береһе. Татарҙарҙың милли теле, Татарстандың дәүләт телдәренең береһе. Шулай уҡ Свердловск, Силәбе, Төмән, Ырымбур өлк., Пермь крайында, БР‑ҙа, Удмуртияла, Марий Эл Респ., Сыуашстанда, Коми Респ. һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә, Урта Азия респ., Ҡаҙағстанда...

ТӘҮ ТЕЛ

ТӘҮ ТЕЛ, диалекттарынан ҡәрҙәш телдәр берләшмәләре (ҡара: Телдәр классификацияһы) барлыҡҡа килгән ата‑бабалар теле. Т.т. реконструкциялау булған телдәрҙең (ҡара: Сағыштырма‑тарихи тел ғилеме) генетик яҡтан оҡшаш элементтарын дөйөмләштереүгә нигеҙләнә. Хәҙ. төрки телдәрҙең нигеҙендә алтай берлегенән...

ТЕКСТОЛОГИЯ

ТЕКСТОЛОГИЯ (лат. textum — бәйләнеш, берләшмә һәм ...логия), яҙма ҡомартҡыларҙы, әҙәбиәт һәм фольклор әҫәрҙәрен өйрәнгән (артабан тикшереү, интерпретациялау һәм баҫтырыу өсөн уларҙың тарихын тергеҙеү, төп текстарын асыҡлау һәм тәнҡит күҙлегенән өйрәнеү) филология тармағы. Төп бурыстары: сығанаҡтарҙы...

ТЕЛ ӨЛКӘҺЕНДӘГЕ СӘЙӘСӘТ

ТЕЛ ӨЛКӘҺЕНДӘГЕ СӘЙӘСӘТ, дәүләт, синыф, партия, этнос тарафынан телдең функциональ яғына һәм уның төҙөлөшөнә аңлы рәүештә йоғонто яһау өсөн башҡарылған саралар системаһы. Милли сәйәсәттең ҡушма өлөшө булып тора. Күп милләтле дәүләттә Т.ө.с. күп теллелекте, халыҡтың милли составы һәм милләт‑ара мөнәсәбәттәр...

ТЕЛДӘР КЛАССИФИКАЦИЯҺЫ

ТЕЛДӘР КЛАССИФИКАЦИЯҺЫ, донъя телдәрен айырым үҙенсәлектәре һәм мөһим билдәләре б‑са сағыштырып өйрәнеү һөҙөмтәһе нигеҙендә бүлеү. Т.к. ике төп төрө бар: генеалогик һәм типологик. Генеалогик Т.к. телдәрҙең ҡәрҙәшлеге — фараз ителгән тәү телдән барлыҡҡа килгән уртаҡлыҡ төшөнсәһенә нигеҙләнә, сағыштырма‑тарихи...

ТЕЛДӘРҘЕҢ ҠУЛЛАНЫЛЫУ ШАРТТАРЫ

ТЕЛДӘРҘЕҢ ҠУЛЛАНЫЛЫУ ШАРТТАРЫ, телдең йәшәү формаларының, уның төрлө соц.‑иҡт. һәм соц.-сәйәси шарттарҙа, билдәле соц.‑адм. ойошмаларҙа ҡулланыу даирәһе һәм мөхитенең йыйылмаһы. Т.ҡ.ш. — социолингвистиканың өйрәнеү предметы. Телдең бер милләтле һәм күп милләтле дәүләттә йәшәүе м‑н тығыҙ бәйле (ҡара:...

ТЕРМИНОЛОГИЯ

ТЕРМИНОЛОГИЯ (лат. terminus — сик, ҡыр һәм ...логия), ниндәй ҙә булһа махсус белем өлкәһе йәки эшмәкәрлек төшөнсәләрен аңлатҡан лексика өлкәһе, терминдар йыйылмаһы, ш. уҡ ниндәй ҙә булһа тәбиғи телдең терминдары йыйылмаһы. Асылда Т. (дөйөм ҡулланылыштағы лексика иҫәбенә тулыланған, стихиялы барлыҡҡа...

ТЕРМИНОЛОГИЯ КОМИССИЯҺЫ

ТЕРМИНОЛОГИЯ КОМИССИЯҺЫ, башҡ. әҙәби теленең ижт.‑сәйәси һәм фәнни‑техник терминологияһының торошон һәм үҫеше б‑са эшен өйрәнеү өлкәһендәге фәнни‑ойоштороу һәм координацион‑тикшереү органы. 1954 й. авг. БАССР ЮС Президиумы эргәһендәге (1994 й. дек. алып БР Президенты эргәһендәге) Т.к. булараҡ ойошторола....

ТӨНЬЯҠ-КӨНБАЙЫШ ДИАЛЕКТ

ТӨНЬЯҠ-КӨНБАЙЫШ ДИАЛЕКТ, башҡорт теле диалекттарының береһе. БР‑ҙың Асҡын, Баҡалы, Балтас, Благовар, Благовещен, Борай, Бүздәк, Бәләбәй, Дүртөйлө, Илеш, Йәрмәкәй, Краснокама, Кушнаренко, Ҡариҙел, Мишкә, Саҡмағош, Туймазы, Тәтешле, Шаран, Яңауыл р‑ндарында, ш. уҡ улар м‑н сиктәш ТР, Пермь крайы һәм Свердловск...

ТӨРКИ ТЕЛДӘР

ТӨРКИ ТЕЛДӘР, генетик ҡәрҙәшлек м‑н берләштерелгән телдәр ғаиләһе (ҡара: Телдәр классификацияһы). Т.т. башлыса Евразияла таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 110 млн ашыу кеше. Грамматик тибы б‑са монгол телдәренә һәм тунгус‑манжур телдәренә яҡын, улар м‑н гипотезаға ярашлы алтай телдәре, ш. уҡ урал‑алтай...

ТӨРӨК ТЕЛЕ

ТӨРӨК ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (уғыҙ төркөмө). Төрөктәрҙең милли теле, Төркиәнең һәм Кипрҙың (грек теле м‑н бер рәттән) дәүләт теле. Шулай уҡ Австрияла, Болгарияла, Германияла, Грецияла, Иранда, Румынияла һәм БДБ илдәрендә (Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Үзбәкстан, Әзербайжан һ.б.) таралған....

ТӨРӨКМӘН ТЕЛЕ

ТӨРӨКМӘН ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (уғыҙ төркөмө). Төрөкмәндәрҙең милли теле, Төркмәнстандың дәүләт теле. Шулай уҡ Афғанстанда, Ираҡта, Иранда, Ҡаҙағстанда, Тажикстанда, Төркиәлә, Үзбәкстанда һәм Ставрополь крайында таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 5 млн ашыу кеше. БР‑ҙа Т.т. 1300‑ҙән ашыу кеше белә...

ТРАНСКРИПЦИЯ

ТРАНСКРИПЦИЯ (лат. transcriptio, күсереп яҙыу), 1) яңғырашты макс. теүәл итеп биреү маҡсатында махсус тамғалар ярҙамында телдән әйтелгән телмәрҙе яҙма теркәү ысулы. Фонематик Т. (һүҙҙәрҙең фонемалар составын фонемаларҙың позицион‑комбинаторлы үҙгәрештәрен иҫәпкә алмайынса тапшырыуға нигеҙләнә) һәм фонетик...

ТУВА ТЕЛЕ

ТУВА ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (уйғыр төркөмө). Туваларҙың милли теле, Тыва Респ. дәүләт телдәренең береһе. Шулай уҡ Красноярск крайында, Монголияла, Ҡытайҙа таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 200 меңдән ашыу кеше (2002). Тофа теленә яҡын. Боронғо уйғыр һәм уғыҙ ҡәбиләләре телдәренә барып тоташа. Әҙәби...