Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЭЙӘЛЕК КАТЕГОРИЯҺЫ

ЭЙӘЛЕК КАТЕГОРИЯҺЫ, ниндәй ҙә булһа бер затҡа йәки предметҡа мөнәсәбәт аша объектты белдергән грамматик категория. Башҡорт телендә Э.к. исем, алмаш, ш. уҡ исем ҡылым һәм сифат ҡылым (ҡара: Ҡылым) өсөн хас. Төп белдереү саралары булып зат һәм һан күрһәткестәре м‑н берләштерелгән аффикстар тора: 1‑се...

ЭЛИЗИЯ

ЭЛИЗИЯ (лат. elisio — бүлеп сығарыу), өндәрҙең комбинаторлы үҙгәреше төрҙәренең береһе, һүҙҙәр ҡушылған урында ике һуҙынҡы өндөң береһе (күбеһенсә тәүгеһе) төшөп ҡа­лыуы. Э. башлыса сингармонизм булған телдәргә хас. Башҡорт телендә: 1) бер төрлө һуҙынҡылар, мәҫ., “йылға аша” [йылғаша], “һөйлә әле” [һөйләле],...

ЭНЦИКЛОПЕДИЯЛАР

ЭНЦИКЛОПЕДИЯЛАР (фр. encyclopedie), фәнни, фәнни‑популяр йәки популяр белешмә баҫмалары. Э. системаға һалынған белем йыйылмаһы булып тора, алфавит, тематик йәки алфавит‑тематик тәртиптә урынлашҡан ҡыҫҡа мәҡәләләр рәүешендә бирелгән фән һәм ғәмәли эшмәкәрлектең айырым йәки бөтә тармаҡтары б‑са төп мәғлүмәттәрҙе...

ЭПЕНТЕЗА

ЭПЕНТЕЗА (гр. epеnthesis — йәбештереү), өндәрҙең комбинаторлы үҙгәреше төрҙәренең береһе, һүҙҙә өҫтәмә өндөң барлыҡҡа килеүе. Башҡорт телендә Э. һүҙ башында һәм һүҙ аҙағында тартынҡыларҙың бергә килеүенә юл ҡуймаған телдең орфоэпик закондарына үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең (башлыса урыҫ теленән һәм уның аша)...

ЭПИГРАФИКА

ЭПИГРАФИКА (гр. epigraphē — яҙма), ҡаты материалдарҙағы (таш, металл, ағас, балсыҡ һ.б.) яҙмаларҙы (күбеһенсә боронғо һәм урта быуат) өйрәнгән өҫтәмә тарихи һәм филол. фән. Яҙма ҡомартҡыларҙың билдәле бер мәҙәниәткә ҡарағанлығын асыҡлай, уларҙы дешифровкалай, тулыландыра һәм датаһын билдәләй. Палеография,...

ЭТИМОЛОГИЯ

ЭТИМОЛОГИЯ (гр. etymon — һүҙҙең төп мәғәнәһе һәм ...логия), тел ғилеменең һүҙҙәрҙең килеп сығышын өйрәнгән бүлеге. Э. өйрәнеү объекты — телдең һүҙлек составы сығанаҡтары һәм формалашыу процесы, боронғо осор (ғәҙәттә яҙмаға тиклемге) теленең һүҙлек составын реконструкциялау. Фоно‑семантик закондарға...

ЭТНОЛИНГВИСТИКА

ЭТНОЛИНГВИСТИКА, телде мәҙәниәткә булған мөнәсәбәтендә, телдең йәшәүендә һәм эволюцияһында тел, этномәҙәни, этнопсихологик факторҙарҙың бәйләнешен өйрәнгән тел ғилеме йүнәлеше. Тел тарихы мәсьәләләре, унда матди һәм рухи мәҙәниәттең сағылышы башҡорт тикшеренеүселәре тарафынан әүҙем өйрәнелә. Башҡорт...