Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ГОЛУБЕВ Михаил Викторович

ГОЛУБЕВ Михаил Викторович (23.3.1970, Нефтекама ҡ. — 28.10.2010, Өфө ҡ.), инженер‑технолог. Техник фәндәр докторы (2006). ӨДНТУ‑ны тамамлағандан һуң (1993) “Реактив” ғилми-производство фирмаһы ЯСЙ‑ның өлкән ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. 1998 й. алып Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтында:...

ГОРСКИЙ Иван Иванович

ГОРСКИЙ Иван Иванович (31.8.1893, Ярославль губернаһы Рыбинск ҡ. — 9.7.1975, Мәскәү ҡ.), геолог, палеонтолог. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1943), геология‑минералогия фәндәре докторы (1937), профессор (1935). Петроград тау институтын тамамлағандан һуң (1920) 1960 й. тиклем шунда уҡ уҡыта (1945 й. алып...

ГРАВИРАЗВЕДКА

ГРАВИРАЗВЕДКА, гравиметрик разведка, ер өҫтөндәге йәки уға яҡын ерҙәге тәбиғи ауырлыҡ ҡырын өйрәнеүгә нигеҙләнгән разведка геофизикаһы ысулы. Гравитация ҡыры т‑дағы мәғлүмәт ер ҡатламындағы геол. есемдәрҙәге тығыҙлыҡ айырмалылығының төрлө тәрәнлектә таралыуы б‑са өйрәнелеүҙә булған майҙандарҙың төҙөлөшөн...

ГРАНАТТАР

ГРАНАТТАР (латинса granatus — бөртөклө), A2+—Mg, Fe, Mn, Ca; B3+ — Al, Fe, Cr, Ti һ.б. булған A32+B23+(SiO4)3 дөйөм формулалы үҙгәреүсән составлы ортосиликат минералдар төркөмө. Алюминлыларға — пиральситтарға (пироп, альмандин, спессартин) һәм кальцийлыларға — уграндиттарға (уваровит, гроссуляр, андрадит)...

ГРАНИТ

ГРАНИТ (латинса granum — бөртөк), әсе составлы интрузив магматик тау тоҡомо. Кварцтан (20—40%, һирәгерәк — 60%‑ҡа тиклем) һәм биотит, мусковит, мөгөҙ обманкаһы һ.б. ҡушылмалары булған (5—10%‑ҡа тиклем) ялан шпатынан тора. Ялан шпаттарының составы һәм һан нисбәте буйынса калишпатлы, плагиоклазлы һ.б.,...

ГУБКИН Иван Михайлович

ГУБКИН Иван Михайлович (9.9.1871, Владимир губернаһы Поздняково а. — 21.4.1939, Мәскәү ҡ.), геолог-нефтсе. СССР ФА академигы (1929; 1936 й. алып вице-президенты), профессор (1920). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника хеҙмәткәре (1929). Фәнни эшмәкәрлеге нефттең барлыҡҡа килеү теорияһы нигеҙҙәрен эшләүгә,...