Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КИНЙӘБУЛАТ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ

КИНЙӘБУЛАТ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Ишембай р‑ны терр‑яһында урынлашҡан. Ағиҙел депрессияһының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан, оҙонлоғо 6 км, киңлеге 1,2 км булған антиклиналь йыйырсыҡҡа тура килә. Ятыштары көмбәҙле, массив, көнсығышта тектоник һаҡланған. Әртә ярусының ярыҡлы эзбизташтарында нефть бар. Ултырмалар...

КИНЙӘКӘЕВ Әхтәм Рәхмәтулла улы

КИНЙӘКӘЕВ Әхтәм Рәхмәтулла улы (1.1.1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй өйәҙе Бүздәк а., хәҙер БР‑ҙың Бүздәк районы Иҫке Бүздәк а., — 18.1.2017, Өфө ҡ.), тау инженеры‑геолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), геология‑минералогия фәндәре докторы (1966), профессор (1969). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982),...

КИРПИЧЕНКО Борис Иванович

КИРПИЧЕНКО Борис Иванович (4.1.1939, Кисловодск ҡ.), тау инженеры‑геофизик. Техник фәндәр докторы (1994). РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1999), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1970). Мәскәү геологик разведка институтын тамамлағандан һуң (1966) Бөтә Союз геологик разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми‑тикшеренеү...

КИТМАНОВ Роальд Викторович

КИТМАНОВ Роальд Викторович (23.1.1930, Улан‑Батор ҡ. — 5.5.2007, Октябрьский ҡ.), тау инженеры. Техник фәндәр кандидаты (1978). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлағандан һуң (1957) Бөтә Союз нефть һәм газ сәнәғәтен комплекслы автоматлаштырыу ғилми‑тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ...

КНЕЛЛЕР Леонид Ефимович

КНЕЛЛЕР Леонид Ефимович (9.5.1952, Грозный ҡ.), тау инженеры‑геофизик. Техник фәндәр докторы (1992), профессор (1996). РФ‑тың почётлы нефтсеһе (2003), почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (2006). Грозный нефть институтын тамамлағандан һуң (1974) Бөтә Союз геологик разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү...

КОВАЛЁВ Сергей Григорьевич

КОВАЛЁВ Сергей Григорьевич (30.10.1958, БАССР‑ҙың Өфө районы Шаҡша ст. ҡсб, хәҙер Өфө ҡ. эсендә), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (2005). БДУ‑ны тамамлаған (1984). 1980 й. алып Геология институтында эшләй: 1994 й. башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2008 й. — магматизм һәм метаморфизм лабораторияһы...

КОВАЛЁВ Фёдор Иустинович

КОВАЛЁВ Фёдор Иустинович (1898 — 26.3.1954, Мәскәү ҡ.), геолог. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Фәнни эшмәкәрлеге баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын өйрәнеүгә арналған. К. Баймаҡ‑Бүребай свитаһын айырып күрһәтә; Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығын асыуҙа ҡатнаша. Таналыҡ‑Баймаҡ...

КОВАЛЕНКО Константин Иосифович

КОВАЛЕНКО Константин Иосифович (14.1.1912, Екатеринослав губернаһы Юзовка ҡсб — 23.11.1988, Мәскәү ҡ.), инженер‑нефтсе. Техник фәндәр кандидаты (1964). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1971). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлағандан...

КОМАРОВ Владимир Леонидович

КОМАРОВ Владимир Леонидович (23.9.1930, Чита ҡ. — 2.9.1974, Өфө ҡ.), геолог‑геофизик. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1972). Ҡазан университетын тамамлаған (1954). 1957 й. алып Бөтә Союз геофизика ҒТИ‑ның Волга‑Урал филиалында эшләй, 1959 й. — Өфө ҒТИ‑нда лаборатория мөдире, 1970 й. — Бөтә Союз...

КОНГЛОМЕРАТ

  КОНГЛОМЕРАТ (латинса conglomeratus — тығыҙ), ултырма тау тоҡомо. Цементланған, әүәләнгән киҫәктәрҙән (ҡырсынташтарҙан) тора, уларҙың үлсәме диаметры 10 мм артыҡ. Структураһы псефитлы, текстураһы тарҡау йәки тупаҫ ҡатламлы. Төрлө төҫмөрлө, сыбар. К. менән һибелмә ятҡылыҡтар бәйле. БР‑ҙа К. ҡатламдары...

КОРЖЕНЕВСКИЙ Арнольд Геннадьевич

КОРЖЕНЕВСКИЙ Арнольд Геннадьевич (30.1.1939, БАССР‑ҙың Иглин р‑ны Таутөмән а.), тау инженеры‑геофизик. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (2007). РФ‑тың Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының (1996), РФ нефть һәм газ сәнәғәтенең (2001) атҡ. хеҙм‑ре, “Татнефть” пр‑тиеһының почётлы нефтсеһе (1999). И.М.Губкин...

КОРОТЕЕВ Виктор Алексеевич

КОРОТЕЕВ Виктор Алексеевич (25.4.1937, Чапаевск ҡ. — 31.7.2021, Екатеринбург ҡ.), геолог‑геохимик. РФА академигы (1992), геология‑минералогия фәндәре докторы (1983), профессор (1988). Томск университетын тамамлаған (1959). Фәнни хеҙмәттәре вулкан ҡатламдарының палеовулканология һәм металлогения проблемаларына...

КОРОТКОВ Михаил Ефимович

КОРОТКОВ Михаил Ефимович [28.07.1910, Һамар губернаһы Боғорослан өйәҙе Мартыновка а. (Ырымбур өлкәһе Әсәкәй районы) — 1.8.1976, Октябрьский ҡ.], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1965), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1970). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Урта Волга коммунистар вузын (Һамар ҡ.,...

КОРУНД, минерал

КОРУНД (немецса Korund), оксидтар класы минералы, Al2O3. Кристалдары мискә, бағана һ.б. формала. Төрҙәре: ҡыҙыл үтә күренмәле — ҡыҙыл яҡут (составында 2%‑ҡа тиклем Cr2O3 бар), зәңгәр — зәңгәр яҡут (составында титан һәм тимер ҡушылдыҡтары бар) һ.б.; яҡшы айырымлашҡан К. — алмас шпаты. Агрегаттары бөртөклө....

КОТЕНЁВ Юрий Алексеевич

КОТЕНЁВ Юрий Алексеевич (23.3.1961, Октябрьский ҡ.), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (2004), проф. (2007). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1983) шунда уҡ эшләй (1987 й. алып өлкән инженер); 1988 й. башлап Ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ҒТИ‑нда: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1993 й. — лаб. мөдире, 1994 й. —...

КОЧКАРЬ АЛТЫН ПРИИСКЫЛАРЫ

КОЧКАРЬ АЛТЫН ПРИИСКЫЛАРЫ, Троицк өйәҙе территорияһындағы Һәнәр һәм Өйәлкә йй. (Уй й. ҡушылдыҡтары) араһында урынлашҡан. Сауҙагәр П.Е.Бакакин Ырымбур казак ғәскәре ерҙәрендә һибелмә ятҡылыҡ асҡандан һуң 1844 й. алып (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1845) эшләй. Иң ҙурҙары: Андреев, Гаврилов-Архангел, Екатерина,...

КОШЛЯК Владислав Александрович

КОШЛЯК Владислав Александрович (20.10.1933, Украина ССР‑ы Верхний ҡсб — 16.12.2004, Өфө ҡ.), геофизик. Геология‑минералогия фәндәре докторы (2004). РФ Энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе (2001). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлағандан һуң (1956) Новосибирск геофизика тресында...

КӨНСЫҒЫШ ЕВРОПА ПЛАТФОРМАҺЫ

КӨНСЫҒЫШ ЕВРОПА ПЛАТФОРМАҺЫ, У р ы ҫ п л а т ф о р м а һ ы, боронғо (рифейға тиклем) платформаларға ҡараған континенталь ер ҡабығының ҙур участкаһы. Географик урыны башлыса Көнсығыш Европа тигеҙлегенә тура килә. К.Е.п. йыйырсыҡлы өлкәләр (Урал, Карпат, Добруджа, Свентокшис тауҙары, Скандинавияның тау...

КӨНСЫҒЫШ РӘСӘЙ ҠАТМАРЛЫ БАССЕЙНЫ

КӨНСЫҒЫШ РӘСӘЙ ҠАТМАРЛЫ БАССЕЙНЫ, баҫымһыҙ һәм баҫымлы ҡатлам һыуҙарын үҙ эсенә ала, Көнсығыш Европа ҡатлам (ҡабыҡ‑блок һәм блок‑ҡатлам) һыуҙары бассейндары системаһының беренсе бассейны. Геологик‑гидрогеологик үҙенсәлектәре буйынса Кама‑Вятка баҫымлы ҡатлам (блок‑ҡатлам) һыуҙары бассейнының икенсеһенә...

КӨНЬЯҠ ТАТАР КӨМБӘҘЕ

КӨНЬЯҠ ТАТАР КӨМБӘҘЕ, Волга-Урал антеклизаһының беренсе дәрәжәләге ыңғай тектоник структураһы. Татар көмбәҙе структураһынан Р.О.Хачатрян айырып күрһәтә (1979). Ҡатлаулы-үткел типҡа ҡарай. Башлыса БР терр‑яһында урынлашҡан. Көньяҡ-көнсығышҡа һуҙылған. Волга-Урал антеклизаһының үҙәк-ситке зонаһын биләй;...