Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КӨНЬЯҠ УРАЛ БОКСИТЛЫ БАССЕЙНЫ

КӨНЬЯҠ УРАЛ БОКСИТЛЫ БАССЕЙНЫ, Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүендә, Силәбе өлк. һәм өлөшләтә БР‑ҙың Салауат р‑ны сиктәрендә урынлашҡан. Бөтәһе 40‑ҡа яҡын боксит ятҡылығы һәм сығанағы билдәле. 1934 й. асыла, 1938 й. А.П.Тяжёва, Н.Д.Сухарев һ.б. тарафынан өйрәнелә. Боксит сығарыу 1937—2003 йй. бара. Төньяҡ‑көнсығышҡа...

КӨНЬЯҠ УРАЛ ҺОРО КҮМЕР БАССЕЙНЫ

КӨНЬЯҠ УРАЛ ҺОРО КҮМЕР БАССЕЙНЫ, Урал алды бөгөлөндә, БР һәм өлөшләтә Ырымбур өлк. сиктәрендә урынлашҡан. Бөтәһе 50‑нән ашыу һоро күмер ятҡылығы билдәле. Г.В.Вахрушев (1952), А.С.Хоментовский (1950), В.Л.Яхимович, О.С.Адрианова (1959) һ.б. тарафынан өйрәнелгән. К.У.һ.к.б. күмер туплау иртә миоценда...

КӨҢГӨР ЯРУСЫ

КӨҢГӨР ЯРУСЫ (Пермь крайының Көңгөр ҡ. исеменән), пермдең аҫҡы бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Әртә ярусы һәм өфө ярусы араһында урынлашҡан. А.А.Штукенберг тарафынан айырып күрһәтелә (1890). Башлыса һай диңгеҙ ҡултығы һәм континенталь ултырмаларҙан тора, ҡалынлығы 100—1000 м. Ҡабырсаҡтар, остракодтар, миоспоралар...

КРИВЦОВ Анатолий Иванович

КРИВЦОВ Анатолий Иванович (7.12.1933, Үҙәк Ҡара тупраҡлы өлкәһе Кривцов а. — 8.10.2010, Мәскәү ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1975), профессор (1982). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1991). СССР‑ҙың ер аҫты разведкаһы отличнигы (1983, 1986), почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1984)....

КРИСТАЛЛ НИГЕҘ

КРИСТАЛЛ НИГЕҘ, төрлөсә метаморфланған һәм дислокацияланған ҡатламдарҙан торған геологик платформа нигеҙе. Көнсығыш Европа платформаһының көнсығыш өлөшөнөң К.н. ҡатмарлы төҙөлөшкә эйә һәм көмбәҙҙәр, суҡаҡтар, уйпатлыҡтар, бөгөлдәр һәм грабендар рәтенә бүленә (ҡара: Волга‑Урал антеклизаһы). Тәрән быраулау...

КРЫСИН Николай Иванович

КРЫСИН Николай Иванович (20.4.1938, БАССР‑ҙың Шишмә районы Дмитриевка а.), тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (2012). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1962) “Пермнефть” берекмәһендә: 1965 й. алып “Пермвостокнефтеразведка” тресында технологик бүлек начальнигы, 1968 й. — баш инженер, 1969 й. —...

КУЛАГИНА Елена Ивановна

КУЛАГИНА Елена Ивановна (21.12.1953, Мәскәү ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (2007). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Геология институтында эшләй: 1991 й. алып өлкән, 2008 й. — төп ғилми хеҙмәткәр, 2017 й. — баш ғилми хеҙмәткәр; бер үк ваҡытта 1991—2000 йй. һәм 2011—15 йй. БДУ‑ла уҡыта....

КУЛИКОВ Фёдор Семёнович

КУЛИКОВ Фёдор Семёнович (16.2.1906, Калуга губернаһы Барятино а. — 28.11.1964, Өфө ҡ.), инженер‑геолог. БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлағандан һуң (1937) “Башнефть” тресы геологик эҙләнеүҙәр контораһының партия начальнигы, 1942 й....

КУПОВЫХ Пётр Николаевич

КУПОВЫХ Пётр Николаевич (1.10.1930, БАССР‑ҙың Иҫке Балаҡатай районы Иҫке Балаҡатай а. (БР‑ҙың Балаҡатай районы) — 26.5.1985, Октябрьский ҡ.), инженер‑механик. Техник фәндәр кандидаты (1975). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1954 й.) 20‑се почта йәшниге предприятиеһында эшләй. 1958 й. алып Бөтә Союз геологик...

КУЧУРИН Евгений Сергеевич

КУЧУРИН Евгений Сергеевич (30.8.1946, Пенза өлкәһе Вазерки а. — 10.5.2004, Октябрьский ҡ.), тау инженеры‑геофизик. Техник фәндәр докторы (1994). Свердловск тау институтын тамамлағандан һуң (1969) Чита геология идаралығында эшләй. 1983 й. алып Бөтә Союз геологик разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү...