Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МӘРМӘР, тау тоҡомо

МӘРМӘР (гр. maјrmaros — ялтыр таш), метаморфик тау тоҡомо. Кальцит йәки доломиттан һәм кварц, слюда, ялан шпаты, амфибол ҡушылмаларынан тора. Структураһы тулыһынса кристаллы; текстураһы массивтан алып һыҙыҡлы һәм таплыға тиклем. Төрлө төҫлө. Эзбизташ һәм доломиттың яңынан кристаллашыуы ваҡытында төбәк...

МӘСӘҒҮТОВ Рим Хәким улы

МӘСӘҒҮТОВ Рим Хәким улы (20.8.1946, БАССР‑ҙың Дүртөйлө районы Исмаил а.), тау инженеры‑геолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2012), геология‑минералогия фәндәре докторы (2006), профессор (2008). РФ‑тың (2017) һәм БР‑ҙың (2000) атҡаҙанған геологы, Рәсәйҙең почётлы таусыһы (2011), ятҡылыҡты беренсе асыусы...

МӘСКӘҮ ЯРУСЫ

МӘСКӘҮ ЯРУСЫ (Мәскәү ҡ. исеменән), карбондың урта бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Башҡорт ярусында ята, ҡасим ярусы м‑н ҡапланған. С.Н.Никитин тарафынан Мәскәү эргәһендә айырып күрһәтелә (1890). Диңгеҙ карбонаттарынан һәм терриген ултырмаларҙан тора. Фораминифер, мәрйен, брахиопод, бүздәк, энә тирелеләр,...

МӘҺӘҘИЕВ Басир Дәүләт улы

МӘҺӘҘИЕВ Басир Дәүләт улы (15.2.1933, БАССР‑ҙың Ейәнсура районы Абҙан а. — 2.6.2014, Өфө ҡ., тыуған ауылында ерләнгән), тау инженеры‑геолог. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1974). БАССР‑ҙың атҡаҙанған геологы (1982). Д.Д.Мәһәҙиевтең ҡустыһы. Мәскәү төҫлө металдар һәм алтын институтын тамамлағандан...

МЕЗОЗОЙ

МЕЗОЗОЙ (мезо... һәм грексанан zōē — тормош), мезозой эратемаһы, мезозой эраһы, фанерозойҙың урта бүлексәһе. Эраның башы — 251 млн йыл, тамамланыуы — 65 млн йыл. Триас, юра һәм аҡбур системаларына (осорҙар) бүленә. М. хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы үҙгәрә: аммониттар һәм белемниттар, динозаврҙар эволюция...

МЕЙӘС АЛТЫН ПРИИСКЫЛАРЫ

МЕЙӘС АЛТЫН ПРИИСКЫЛАРЫ, Троицк өйәҙендә Мейәс й. һәм уның ҡушылдыҡтары Үрге һәм Түб. Ирәмәл, Ташҡутарған, Ҡара, Кейәлем һ.б. үрге ағымында урынлашҡан. 1798 й. алып Мейәс заводының шихмейстеры Е.И.Мечников алтын мәғдәне ятҡылығын (1797) асҡандан һуң эшләй башлай, һибелмә ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү сәнәғәте...

МЕРГЕЛЬ, тау тоҡомо

МЕРГЕЛЬ, ултырма тау тоҡомо. 50—70% карбонаттан (кальцит һәм доломит) һәм 25—50% балсыҡтан тора. Минераль составы буйынса эзбиз һәм доломит М. бүленә. Ҡушылмаларына ҡарап саҡматаш, ҡомташ, күмер һ.б. төрҙәргә айырыла. Структураһы пелитоморфлы, алевропелитлы, псаммопелитлы (бөртөксәләренең үлсәме 0,001—2 мм);...

МЕРЗЛЯКОВ Владимир Филиппович

МЕРЗЛЯКОВ Владимир Филиппович (23.3.1949, БАССР‑ҙың Яңауыл районы Айбүләк а.), инженер‑нефтсе. Техник фәндәр докторы (2004). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), БР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (2000), РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1998). Ҡазан университетын тамамлаған (1972)....

МЕТАЛЛ БУЛМАҒАН ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР

МЕТАЛЛ БУЛМАҒАН ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР, тәбиғи рәүештә йәки эшкәртелгәндән һуң сәнәғәттә һәм төҙөлөштә, шулай уҡ уларҙан металл булмаған элементтар йәки уларҙың берләшмәләрен алыу өсөн ҡулланылған мәғдән булмаған файҙалы ҡаҙылмалар, янмай торған ҡаты тау тоҡомдары һәм минералдар. Металл һәм металл булмаған...

МЕТАЛЛОГЕНИЯ

МЕТАЛЛОГЕНИЯ, ваҡыт һәм арауыҡ эсендә файҙалы ҡаҙылмаларҙың барлыҡҡа килеүен һәм урынлашыу законлыҡтарын өйрәнгән геология бүлеге. Дөйөм һәм төбәк (боронғо платформалар, йыйырсыҡлы өлкәләр, ҡуҙғалыусан бүлкәттәр үҫешенең башланғыс этаптары һ.б.), экзоген һәм эндоген (файҙалы ҡаҙылмаларҙың һәм геол....

МЕТАЛЛУРГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

МЕТАЛЛУРГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, металлургия өсөн инженерҙар, техниктар һәм квалификациялы эшселәр әҙерләү системаһы; техник белем биреү тармағы. Мәғариф тармағы булараҡ 19 б. 2‑се ярт. формалаша, был ваҡытта тау эше белеме биреү ғәмәлдә тау эше белеме биреүгә, геология буйынса белем биреүгә һәм М.б.б.б....

МЕТАМОРФИЗМ

МЕТАМОРФИЗМ (гр. metamorphoomai — үҙгәрәм, әйләнәм), ер ҡабығында ултырма һәм магматик (ш. уҡ бер‑бер артлы метаморфик) тау тоҡомдарының үҙгәреше, т‑ра, баҫым һәм осоусан компоненттар (һыу, углекислота һ.б.) тәьҫире аҫтында структура, текстура, минераль һәм йыш ҡына химик состав өлөшләтә йәки тулыһынса...

МЕТАМОРФИЗМ ФАЦИЯЛАРЫ

МЕТАМОРФИЗМ ФАЦИЯЛАРЫ, метаморфик тау тоҡомдарындағы билдәле шарттарға (литостатик баҫымға, т‑раға, осоусан компоненттарҙың парциаль баҫымына һәм метаморфизмдың башҡа факторҙарына) тиң булған тотороҡло минераль ассоциациялар. М.ф. т‑да төшөнсә П.Эскола тарафынан тәҡдим ителә һәм Д.С.Коржинский, Ф.Тернер,...

МЕШАЛКИН Николай Иванович

МЕШАЛКИН Николай Иванович (2.5.1907, Түбәнге Новгород губернаһы Починки а. — 12.10.1982, Октябрьский ҡ.), геолог. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан университетын тамамлаған (1932). 1936 й. алып Стәрлетамаҡ геологик эҙләнеү контораһының партия начальнигы,...

МИАСКИТ, тау тоҡомо

МИАСКИТ (Мейәс й. исеменән), һелте составлы интрузив магматик тау тоҡомо, нефелинлы сиениттың бер төрө. 70% калий‑натрийлы ялан шпатынан һәм плагиоклаздан, 20% нефелиндан һәм 5—10% биотиттан тора; һирәгерәк кальцит, амфибол йәки пироксен ҡушылмалары була. Акцессор минералдар: сфен, апатит, магнетит....

МИНЕРАЛ

МИНЕРАЛ (лат. minera — мәғдән), Ерҙә һ.б. планеталарҙа физик‑химик процестар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән, составы һәм үҙенсәлектәре бер булған тәбиғи есем, тау тоҡомдарының ҡушма өлөшө. М. башлыса ҡаты есем, һирәк кенә шыйыҡ (терегөмөш) һәм газ хәлендәге (тәбиғи газ) М. осрай. Кристаллы, аморф (аҡ...

МИНЕРАЛОГИЯ

МИНЕРАЛОГИЯ (минерал һәм ...логия), минералдарҙың составын, үҙенсәлектәрен, төҙөлөшөн, барлыҡҡа килеү шарттарын һәм үҙгәрештәрен, ш. уҡ уларҙы яһалма синтезлау, практик яҡтан файҙаланыу шарттарын һәм ысулдарын өйрәнгән фән. М. — геол. циклдағы иң боронғо фән, 18 б. унан геология, 19 б. — кристаллография,...

МИНЕРАЛЬ ЛӘМДӘР

МИНЕРАЛЬ ЛӘМДӘР, с а п р о п е л д ә р, физик‑химик һәм биохимик процестар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән күл, һаҙлыҡ, быуа һ.б. минераль һәм органик ултырмалары. Минераллашҡан йәки тоҙло һыу һеңгән М.л. коллоидтары алюмин һәм тимер окисы гидраттарынан, көкөртлө тимерҙән һәм балсыҡ бөртөксәләренән тора....

МИНЕРАЛЬ РЕСУРСТАР

МИНЕРАЛЬ РЕСУРСТАР, төбәктең, илдең, континенттың, донъяның ер аҫтында файҙалы ҡаҙылма запастары йыйылмаһы, фәнни‑техник процесты иҫәпкә алып (эшкәртеү системаһының, байыҡтырыу технологияларының һ.б. үҫеше), файҙалы ҡаҙылмаларға ҡарата булған кондицияларға ярашлы баһалана, халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарында...

МИНЕРАЛЬ ҺЫУ СЫҒАНАҠТАРЫ

МИНЕРАЛЬ ҺЫУ СЫҒАНАҠТАРЫ, минераль һыуҙарҙың тәбиғи инештәре. М.һ.с. минераль ләмдәрҙең барлыҡҡа килеүе м‑н бергә бара. Башҡортостандың Урал алдында М.һ.с. пермь, һирәгерәк карбондың карбонатлы һәм сульфатлы тоҡомдарына тура килә, составында сульфатлы кальций, сульфат‑хлорид, кальций‑натрий һәм хлоридлы...